"Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер" тип юҡҡа әйтмәгән халҡыбыҙ. Борон-борондан ҡор йыйып, изге башланғыстарға нигеҙ һалғандар, яуланған ҡаҙаныштар аша киләсәккә күҙ һалғандар. Хәйбулла районы халҡы ла ошо күркәм йолаға тоғро. 16 майҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында бик йөкмәткеле сараларҙы үҙ эсенә алған "Тамырым - Хәйбулланан" тип аталған яҡташтар осрашыуы ойошторола. Әле был осрашыуға ҡыҙыу әҙерлек бара. Беҙ иһә ошо уңайҙан Хәйбулла районы хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Раузат ҡыҙы РӘСЕМБӘТОВАға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
"Беренсе Май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы" тигәнде бәләкәйҙән ишетеп үҫтек, ул ҡасан ғына әле алда торған оло эштәргә фатиха биргән көн дә ине. Заман үҙгәрә, тиҙәр. Роза Раузат ҡыҙы, ә бөгөн халыҡтың хеҙмәт фиҙаҡәрлеге тураһында нимә әйтергә була, был төшөнсә үҙгәрешкә дусар ителәме, юҡмы?
- Хеҙмәт фиҙаҡәрлегенең йәмғиәттә түгел, ғаиләләрҙә юҡҡа сыға барыуы ҡурҡыта әле. Керле кейемде, ҡашығаяҡты машина йыуа, һыу ташыу-түгеү онотолған, туҡмас йәйеү, ойоҡ бәйләү тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Шулай булғас, беҙҙең заманда 1 майҙы өй йыуып-аҡлап ҡаршы алмағас, уның төҫө лә икенселер ул - был төшөнсә үҙгәрешкә дусар ителә, әлбиттә. Хеҙмәт физик төшөнсәгә генә эйә булмаһа ла, беҙҙең генетик хәтер ошо осорҙо тирә-яғыңды тәртипкә килтереп, тормоштоң яңы этабын башлауҙы иҫләй. Хәҙер субботниктар күберәк матур фото төшөрөү өсөн генә кеүек. Шулай ҙа ауылдарҙа күмәкләп йылға буйҙарын таҙартыу, зыяратты кәртәләү эштәре был төшөнсәнең барлығын күрһәтәлер. Күмәкләп башҡарған эштәр - рухи байыу сығанағы. Ысынында беҙ күп эшләйбеҙ, маҡсатыбыҙ - ғаилә ҡарау ғына булмаһын, Тыуған еребеҙ үҫеше хаҡына ла хеҙмәт итергә яҙһын.
Йәштәрҙең хеҙмәткә мөнәсәбәтен белге килә. Фән үҫеше, сәйәсәт, баҙар мөнәсәбәте, технология ҡаҙаныштары... Һәр дәүер үҙ талаптарын ҡуя. Ниндәй ул бөгөнгө Хәйбулла йәштәре?
- Баланы бәләкәйҙән эшкә өйрәтеү бөтөп бара. Атай-әсәй бөгөн балаһына эш ҡушмай, буйлата, үҙе эшләй. Эш тә әҙ хәҙер, юҡ эште бар итеп йомшау ҙа юҡ. Яңыраҡ бер сарала бер тапҡыр ҙа картуф әрсемәгән һигеҙенсе класта уҡыған ҡыҙҙы осратып аптыраһам, бер проектта ошо уҡ йәштәге тәүгә энә тотҡан ҡыҙ тураһында һөйләнеләр. Әлбиттә, ҡайһы бер эш төрҙәре юғала, тик шулай ҙа хеҙмәт тәрбиәһе ҡиммәтен инҡар итеүебеҙ дөрөҫ түгел. Был системалы проблема. Ысынлап та проблема, сөнки ҡулы менән эшләгән кеше физик яҡтан көслөрәк, сабырыраҡ, коллектив менән аралашырға ла өйрәнә.
Мәктәптәрҙә хеҙмәт тәрбиәһен тергеҙеү - дөрөҫ идея, тик ул ҙур ауырлыҡ менән бара, сөнки класс иҙәнен йыумаған бер нисә быуын үҫеп сыҡты. Шулай ҙа был яңылыҡ ыңғай һөҙөмтәһен бирә башлар, тип уйлайым.
Хәйбулла йәштәре ни, бөтә ерҙәге йәштәр кеүек инде, төпкөл районда йәшәйбеҙ, тип, нимәнәндер артта ятып ҡалмай. Барлыҡ яңы технологияларҙы үҙләштерә. Уҡыуҙа, фәндә, спортта алдынғы йәштәребеҙ күп. Ауыл районында үҫкәс, улар араһында асоциаль күренештәрҙең һирәгерәк булыуы ҡыуандыра. Шулай ҙа йәштәр бөгөн ҡалаға ынтыла - йәш белгестәр районға ҡайтырға ашыҡмай. Йәш белгестәргә ярҙам күрһәтеү муниципаль программаһы (мәҫәлән, уҡыу йортон тамамлап ҡайтҡан врачҡа 200 мең һум түләнә) был проблеманы өлөшләтә генә хәл итә.
16 майҙа баш ҡалала хәйбуллалар йыйыла. Ҙур сараға әҙерлек бара. Алда торған эштәр тураһында фекер алышыуҙар булыр. Был осрашыуҙың иң ҙур маҡсаты тип нимәне атарға була?
- Эйе, 16 майҙа Өфөлә "Тамырым Хәйбулланан" тип исемләнгән сараға әҙерләнәбеҙ. Биш йыл инде Хәйбулланан сыҡҡан өфөләр осрашҡаны юҡ. Баш ҡаланан иң алыҫ ятҡан район өсөн был сара бик мөһим: студенттар, йәштәр үҙҙәренән олораҡ яҡташ ағайҙарын танып-белһен, бер-береһе менән аралашһын, тибеҙ.
Көн дауамында төрлө саралар ҡаралған: спорт ярыштары, студенттар менән осрашыу, яу ҡырында йөрөгән яҡташ егеттәр өсөн кәрәкле әйберҙәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов йәш яҡташтар ҡатнашлығында стратегик сессия алып барасаҡ. Унда Хәйбулланың бөгөнгө ҡаҙаныштары һәм проблемалары тураһында һүҙ алып барыласаҡ. Был сарала төрлө өлкәлә уңышлы эшләп йөрөгән хәйбуллаларҙан райондың артабанғы үҫеше, мәсьәләләрен хәл итеү буйынса яңы идеялар, тәҡдимдәр көтәбеҙ. Был көндөң төп сараһы киске 18 сәғәттә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында була - унда ҙур күргәҙмә, һатыу итеү һәм байрам концертында барыһын да көтөп ҡалабыҙ.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА