«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘХНӘ ТУРАҺЫНДА КЕМ ГЕНӘ ХЫЯЛЛАНМАЙ ИКӘН!
+  - 


Сәнғәттең ниндәй генә төрө булмаһын, нәфис һүҙ сәнғәтеме ул, йыр-бейеүме - һәммәһе лә үҙенә бер ылыҡтырһа, кире ебәрмәй. Бик борондан кешелек тормошонда ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан театр сәнғәте иһә кешене ғүмерлеккә үҙенә йота, сөнки театр - ул тормош, театр - ул йәшәйеш, ул иҫ киткес мөғжизә. Сәхнәлә бәләкәй генә булһа ла роль уйнарға хыялланмаған кеше юҡтыр ул донъяла. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Риф ҡыҙы Сафиуллина өсөн сәнғәт төшөнсәһе бала сағынан икмәккә май һылауға бәрәбәр. Өс тиҫтәгә яҡын ул Сибай дәүләт башҡорт драма театрына тоғро хеҙмәт итә. Был ынтылыш, хеҙмәткә тоғролоҡ унда ҡайҙан килә, сәнғәткә юлды нисек ярған? Унан ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алырға тырыштыҡ.

Теләк булһа, актер һөнәрен үҙләштерергә булалыр, әммә бының өсөн бала саҡтан килгән хыял, ынтылыш та кәрәктер. Миңә ҡалһа, бәләкәйҙән күңелем менән сәнғәт донъяһына тартылдым. Атайымдың бер туған ҡустыһы Милләт ағайым район кимәлендә билдәле оҫта баянсы булды. Атайым гармунда уйнаны, әсәйем йырлай ине, ижадҡа, сәнғәткә ынтылыш быуындан да күсәлер, күрәһең. Өйҙә гармун булғас, тысҡылдата-тысҡылдата мин дә уйнарға өйрәндем. Бәлки, ул хәтлем үк оҫта гармунсы ла түгелмендәр, әммә бында балаларса ихласлыҡ менән ниәт итеү, ынтылыш мөһим.
Аҫҡы урамда йәшәгән әхирәтемә, атаһы гармун алып биргәс, шуларҙың мунсаһына инеп уйнай торғайныҡ, йәнәһе, өлкәндәр әйтеүе буйынса, мунсала тиҙерәк өйрәнеп була. Бер көн барһам, һыйырҙары быҙаулаған да, шуға йылы булһын, тип, әсәһе аласыҡтарындағы мейесте тоҡандырҙы. Беҙ ни, оҙаҡ уйламай, йылы урында мәж килеп гармун уйнаныҡ. Кискә әхирәтем ҡапҡа төбөндә оҙатып ҡалды. Өләсәйем аҫҡы урамда йәшәй, шуларға киттем, сөнки йыш ҡына уларға йоҡларға бара торғайным. Китеп барам, ниңәлер аяҡ быуындары тотмай башланы, етмәһә, баш әйләнә. Рәшәткәләргә тотона-тотона саҡ-саҡ өләсәйҙең өйөнә килеп еттем. Ишектәрен шар асып ебәрҙем дә, гөлп итеп иҙәнгә ауҙым. Өләсәй нишатыр һымаҡ нәмәһен еҫкәтеп, саҡ иҫкә килтерҙе - ҡыш көнө тәүгә яғылған аласыҡ мейесенең еҫе тейгән икән.
Шулай, гармун уйнайым тип, ҡыҙыҡ хәлдәргә тарыған саҡтар ҙа булды. Ҡолаҡҡа ятышлы "Әпипә" көйөнән башланыҡ уйнарға өйрәнеүҙе, ноталарҙы белмәйбеҙ, өйрәтеүсеһе лә юҡ. Шулай булһа ла, ике ағайым да, һеңлем дә өйрәнде гармунда уйнарға. Оҫта гармунсылар булмағанда, клубта йәштәрҙе бейеткән саҡтар ҙа булды, хатта бер нисә тапҡыр туйға саҡырҙылар. Элек бит ауылда йәшәүе шул тиклем күңелле булды. Саң борҡой башлаһа, клуб иҙәненә һыу һибеп ебәреп бейей инек. Күңелем дә күберәге бейеүгә тартылды. Концерт-маҙар ҡуйғанда ҡыҙҙарға бейеү өйрәтә торғайным хатта.
Мәктәп йылдарым шулай сәнғәткә бәйле үтте. Кемдер һәләттәрен төрлө яҡлап үҫтерә, кемдер бер йүнәлеште һайлай. Мин бит тағы һүрәт төшөрөргә яратам, ғөмүмән, сәнғәт өлкәһе күпкә ҡыҙығыраҡ ине. Театр ул саҡта уйымда ла юҡ, әммә ҡарамаҡҡа тыныс холоҡло күренһәм дә, тәнәфес ваҡыттарында таҡта эргәһенә сығып, төрлө этюдтар күрһәтеп, класташтарымды көлдөрә торғайным. Күрәһең, ундай һәләтем дә булғандыр инде.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Фирүзә апай Сафина әҙәбиәткә һөйөү уятты. Бигерәк тә интонация менән матур итеп шиғырҙар ятлата ине ул. Күрше Амангилде урта мәктәбенә барғас, яңы уҡытыусыбыҙ Илүзә апай: "Күрәһегеҙме ана Резеда шиғырҙы нисек уҡый, һеҙ ҙә шул интонация менән ятлап килегеҙ", ти торғайны.
Театрҙа эшләү өсөн бер яҡлап ҡына үҫешеү етмәй, мөмкинлегең булһа, йырларға ла, бейергә лә тейешһең, музыкаль яҡтан һәләтең булһа, тағы ла һәйбәт. Үҫмерҙәр өсөн мәктәп йылдарында иң ҡыйыны - һөнәрҙе дөрөҫ һайлау. Мин дә, унда барам, бында барам, тип йөрөй торғас, Магнитогорск пединститутының художество-графика факультетына уҡырға барырға булып киттем. Ул саҡта колхоздың парткомы булып эшләгән Булат Юныс улы Исламбаев бер көн өйөбөҙгә килде. "Ҡыҙығыҙҙы йүнәлтмә буйынса Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға ебәрегеҙ", тине ул атай-әсәйемә. Шулай, аңғармаҫтан, атайым мине Стәрлегә алып сығып китте. Барғас, әлеге лә баяғы, ниндәй бүлекте һайларға, тигән уй тыуҙы. Яңы асылған мәҙәни сараларҙы ойоштороусы бүлеген тәҡдим иттеләр. Мин бейеү, йә музыка буйынса уҡырға теләгәйнем дә ул, әммә йүнәлтмә буйынса мин колхозға клуб мөдире булып ҡайтырға тейешмен. Уҡыу әллә ни ауыр тойолманы. Актер оҫталығы буйынса ла дәрестәр булды, төрлө этюдтар эшләй инек. Реквизиттар әҙерләргә өйрәндек, яратҡан шөғөлөм буйынса төрлө һүрәттәр төшөрә инем.
Уҡып бөткәс, "Заветы Ильича" колхозының үҙәге Гусев ауыл мәҙәниәт йорто директоры итеп тәғәйенләнеләр. Нәҡ шул осорҙа ауылда музыка мәктәбе асылды. Яңы эш башлаған йәш белгес булһам да, әлеге көнгә тиклем эшләп килгән был мәктәпте асыуҙа минең дә өлөшөм бар. Өс йыл эшләгәс, Өфө сәнғәт институтының фольклор бүлегенә уҡырға инергә йыйына башланым, әммә шул мәлдә билдәле театр эшмәкәре, режиссер Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжевтың Сибайға режиссерҙар курсына абитуриенттар йыйыуын ишетеп, таусылар ҡалаһына юлландым. Күрһәткән этюдтарымды ҡарағас, Ғабдулла Ғабдрахман улы Өфөгә саҡырҙы. Минең уйым ситтән тороп уҡыу ине, ә режиссерҙар бүлегендә ундай мөмкинлек юҡ. Шуға саҡырыуҙан баш тарттым. Сығып барған ерҙән ул кире бороп, ҡаты ғына итеп "Киләһең!" тине. Шулай итеп, имтихандарҙы тапшырып, режиссерҙар бүлегенә уҡырға индем һәм юғары белем алдым.
Өфө сәнғәт институтында уҡығанда билдәле режиссер, профессор Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов, режиссер-педагог Булат Батыр улы Хәйбуллиндар уҡытҡан курсты бөттөм. Шундай шәхестәрҙән дәрестәр алғаныма ҡыуанам һәм ғорурланам. 1995 йылда Айгөл Хәкимова менән (ул актерҙар бүлеген бөткәйне) Мәҙәниәт министрлығының йүнәлтмәһе буйынса Сибай драма театрына эшкә килдек. Киләһе йыл туған театрыбыҙҙа эшләүебеҙгә утыҙ йыл була. Беҙ килгәндә "Ҡоҙаса" спектакле бара ине, беҙҙе күмәк сәхнәгә индереп ебәрҙеләр - шулай башланып китте театр тормошо. Ул ваҡытта артистар етерлек, тота килеп ҙур ролдәр бирмәнеләр. Яйлап-яйлап, тәжрибә туплай-туплай эш алға барҙы. Айгөл менән тәүге ролебеҙ Олег Ханов ҡуйған "Башмағым" спектаклендә булды.
Ғаиләлә дүрт бала үҫтек: ике ағайым, бер һеңлем бар. Атай-әсәй беҙҙе тәртипле, эшһөйәр итеп, хеҙмәт аша тәрбиәләне. Эштән ҡурҡмау - үҙе ҙур тәрбиә бит ул, бөгөнгө йәштәргә ана шул эш етешмәй. Бала саҡта буш йөрөргә артыҡ ваҡыт та булманы: мал ҡарайһың, һыу ташыйһың, утын яраһың, бесән сабаһың. Атайыбыҙ техниканы яҡшы белә ине, үҙ ҡулдары менән төрлө запас частарҙан трактор эшләп алған кеше бит ул! Кәрәк икән, телевизор ремонтланы, мейес сығарҙы, өй баштарына ҡыйыҡ япты - бөтөн яҡтан да оҫта булды, ауыл халҡы уға ҡарап тора торғайны. Тик тракторына рөхсәт бирмәй тартып алдылар, шуға һаман асыу килә.
Үҙ ғаиләмә килгәндә, яҙмыштыр инде: институт бөтөп, тормош күреп, яратҡан кешемә кейәүгә сыҡтым. Тик ирем 40 йәшендә генә үлеп ҡалды, мин ул саҡта декрет ялында инем. Өс баламды аяҡҡа баҫтырам, тип йәшәйем. Өлкән улым Магнитогорск ҡалаһында Носов исемендәге күп профилле колледжды бөтөп, армияла хеҙмәт итте. Өйләнде. Мин өләсәй - ейәнсәрем бар. Улым әле эшләп тә, ситтән тороп институтта уҡып та йөрөй. Игеҙәктәрем, улым менән ҡыҙым, шулай уҡ юғары белем алалар - улым Мәскәүҙә Сеченов исемендәге медицина университетында, ҡыҙым Сибай институтының психология факультетында уҡый. Өс студент беҙҙә!
Сәнғәт донъяһына бер килеп инһәң, ысҡынып сығып китеүе ҡыйын. Бала сағымда, "Кем булаһың?" тиһәләр, һәр саҡ "Әртист булам", тип әйтә торғайным. Хәҙер, әйткәнең юш килде, тиҙәр. Күңелем тартҡан юлдан барам, Аллаһҡа шөкөр. Театр бит ул коллектив эш урыны, күмәкләп тормошто, айырым кешеләрҙең яҙмыштарын сәхнә аша күрһәтәбеҙ, заман өсөн актуаль булған проблемаларҙы күтәрәбеҙ, тамашасыларыбыҙҙы уйландырабыҙ. Шәхсән тормошобоҙҙа ла ярҙам итә театр сәнғәте. Артистар башҡаларҙан айырылып тора, тиҙәр, был хаҡта йыш ишетергә тура килә. Шулай булырға тейеш тә, сөнки беҙ мәҙәни урында эшләйбеҙ. Һөйләү манерабыҙ студент саҡтан уҡ формалаша башлай. Каникулға ҡайтҡан саҡта класташтар башлап иғтибар итте шуға. Беҙҙең өсөн донъяның матди яғына ҡарағанда, рухи яғы, күңел яғы беренсе урында. Хәҙер замана ауыр, тиҙәр, әммә сәнғәт бер ваҡытта ла бөтөргө тейеш түгел. Йыш ҡына, артистар сәйәси ваҡиғаларҙа ҡатнашмайҙар, тиҙәр. Нисек инде ҡатнашмай, беҙҙең урыныбыҙ сәхнәләге сәйәсәттә, айырма шунда ғына.

Исмәғзәм ИСМӘҒИЛЕВ яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.24 | Ҡаралған: 159

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru