* * *
...Атаһы үлгәндә Зарифҡа 14 йәш ине. Ҡапыл ғына китте ҡәҙерлеһе: эштән ҡайтып, тамаҡ бешкәнсе генә тип ятып торғайны, уянманы ла ҡуйҙы. Инфаркт. Тәүҙә башҡалар ыңғайына иланы үҫмер. Яйлап тынысланғайны ла. Беләгенә көс тә ултырмаған малайға утын-бесән эше, йорт-ҡура мәшәҡәте ятҡас, үҙәгенә үтте лә... үпкәләне мәрхүм атаһына - ни өсөн ташлап китте ул өс балаһы менән йәп-йәш ҡатынын? Ошолай атайһыҙ ыҙалап йәшәһендәр тинеме икән ни?
Оҙаҡ ебәрмәне был үпкә тойғоһо Зарифты, шул арҡала йәшәүенең йәме китеүен үҙе аңламаны. Яҡшы уҡыусылар иҫәбенән төшөп ҡалыуына ла ҡайғырманы, яратып шөғөлләнгән спорт секцияларын да ташланы. Көндән-көн бар нәмәгә битараф була барыуын үҙе төшөнөп тә етмәне шикелле. Өйләнеүен, балаһы тыуыуын, ғаилә ҡороуын, мобилизацияға эләгеп китеүен дә әллә нисек вайымһыҙ ҡабул итте. Бәлки, шулай булыуы уны тетрәнеүҙәрҙән, башҡа иптәштәре кеүек ҡайғырыуҙан, һағыныуҙан, яҡындары тип өҙгөләнеүҙән һаҡлағандыр ҙа... Зариф ҡына ошоғаса тып-тыныс, робот һымаҡ йөрөнө...
* * *
"Ҡыҙыу нөктә"лә булғандарҙың барыһын да бында "чечендар" тип йөрөтәләр. Афғанда, Тажикстанда, Чечняла булған өлкәнерәк йәштәге ир-ат тәүҙә башҡаларҙы эшкә һанамай, айырым йөрөргә, йәштәргә баш булырға, үҙ йомоштарына йүгертергә самаланы. Элекке армиялағы "дедовщина" ғәләмәтен дауам иттерергә ине иҫәптәре. "Беҙ ҡулға ҡорал тотоп өйрәнгән, урман-һаҙлыҡта нисек йөрөргә, дошманды нисек эҙәрлекләргә беләбеҙ! Шуға күрә беҙҙе тыңларға тейешһегеҙ! Һеҙ еүеш танауҙар! Бер йыл ғына казарма һауаһын һулап, бер тапҡыр ҙа мылтыҡ, автомат тотмаған көйө беҙҙең менән үҙегеҙҙе тиң ҡуймағыҙ! Бына ысын һуғышҡа инһәк, беҙҙе күрерһегеҙ әле!" Ошондайыраҡ ине "чечендар"ҙың ҡарашы. Әммә көтөлмәгән хәл барыһын да үҙ урынына ҡуйҙы.
Улар әле алғы һыҙыҡта түгел. Алыҫта снаряд шартлағаны, пулеметтан йә танктан атҡан тауыштар ишетелеп торһа ла, улар эргәһендә атыш булмағас, резервистарға был һуғыш ҡағылмай ҙа кеүек ине. "Чечендар"ға ризаһыҙлыҡ күрһәтеп, әммә асыҡтан-асыҡ ғауғаға барып етмәгән саҡ. Тегеләр эре ҡиәфәттә бергә йыйылып гәп ҡора, еүеш танауҙарҙан көлөп, үҙҙәренең жаргонында ғына һөйләшеп, өймәкләшеп баҫып тора ине. "Еүеш танауҙар" төрлөһө-төрлө ергә һибелеп, кемеһе тәмәке тарта, кемеһе гәзит осмотон уҡый, кемеһелер усаҡ тоҡандырып маташа, Зариф менән ауылдашы, йығылған ағасҡа терәлеп, һөйләшеп ултыра. Ғәҙттәге тып-тыныс көн. Инде айҙан ашыу яталар был һирәк ағаслыҡ араһында. Көнитмештәренә лә күнектеләр, походный кухняла бешеренергә лә өйрәнделәр. Тынлыҡты бүлеп, өҫтә нимәлер геүләне. Ҡарап-ҡарап алдылар, ныҡлап иғтибар итеүсе булманы. Зарифҡа был умарта геүләүенә оҡшағандай тойолдо. "Был ерҙә күс айырмайҙыр инде, моғайын. Етмәһә, ноябрь аҙағында. Хәйер, бында ҡар яуғаны юҡ, ныҡлап һыуыҡ та төшмәгән", - тип ул өҫтө байҡаштырҙы. Әммә ҡорт күсенә оҡшаған нәмә күрмәне. Бер нисә минуттан ағаслыҡта тәмле бутҡа еҫе таралды.
- Иптәш резервистар, ашарға әҙер! - тип күңелле ҡысҡырҙы ашнаҡсы егет. Зариф менән ауылдашы урындарынан ҡалҡынып та өлгөрмәне, ҡапыл ер тетрәне.
- Гөрҫ! Гөрҫ! - Һауа тулҡыны Зарифтарҙы әллә ҡайҙа алыҫҡа атып бәрҙе. Дыңҡ итеп кенә ҡалдылар, күҙ алды ҡараңғыланды. Дары, төтөн еҫе, ҡом-тупраҡ ауыҙға, ҡолаҡҡа тулды... "Снаряд!" - тигән уй килде егеттең башына. Именме ул, әллә яраландымы? Ипләп кенә аяҡтарын, ҡулын шылдырып ҡараны. Юҡ, ауыртмай, ҡуҙғатып була. Ул ҡом-тупраҡ тулған күҙҙәрен ышҡып асып, тирә-яғына ҡараны. Унан-бынан һалдаттар тора башланы, кемеһе йәшеренгән еренән генә башын сығарҙы. Егеттәрҙең күҙ алдына ҡот осҡос күренеш килеп баҫты: әле генә көлөшөп торған "чечендар"ҙан бер нәмә лә ҡалмағайны! Тиҫтәнән артыҡ ир-аттың кәүҙәһе туҙырашып ята! Ҡанға, тупраҡҡа, ағас, япраҡҡа болғанып, ҡот осҡос күренешкә әйләнгән!.. Зарифтың ауыҙында ҡапыл илауға оҡшаш ауаз яралды ла, һаҫыҡ әсе нәмә булып бәреп сыҡты. Ул кәкрәйеп, бәлтерәп торған еренән үҙ ҡоҫҡолоғона тонсоға яҙҙы!.. Кемдер ыңғырашты, ярҙам һораны, һүгенде! Күпмелер секундҡа тын ҡалған ағаслыҡ мәхшәргә әйләнде: йүгерешә, ҡысҡырыша, башланылар. Тупраҡ, ҡан өйөмө араһынан иптәштәрен һөйрәп сығарҙылар. Кемдер еңелсә яраланған, кемдәндер ярты кәүҙә генә ҡалған, кемдер аяҡһыҙ, кемдер ҡулһыҙ, хатта башһыҙ...
* * *
Шулай осрашты Зарифтарҙың взводы тәүге үлем менән күҙмә-күҙ. Һигеҙ "чечен"ды алып китте тәүге сирҡаныс... Утты-һыуҙы кискәнһеңме, бығаса һуғышта ҡатнашҡанһыңмы, ҡорал тота беләһеңме, өйҙә ҡатының, балаң бармы, йәшһеңме, тәжрибәлеһеңме, 18 йәшлек маңҡа малайһыңмы тип һорап торманы. Үлем өсөн барыһы ла тигеҙ! Уға һинең кемлегең мөһим түгел! Ошоно аңлатты һуғыш дөрөҫлөгө егеттәргә. Күктә зырлаған нәмәнең дә умарта ҡорто түгел, дрон икәнен төшөндөрҙө. Өймәкләшеп торорға ярамағанын, квадрокоптер осоуын күреү менән йәшеренергә, берәрләп таралышырға кәрәклеген аңлатты... Тәүге ҡан ҡойош, яңы ғына һөйләшеп торған иптәшеңде юғалтыу эҙһеҙ үтмәне егеттәр өсөн: яуаплылыҡ артты. Эргәңдәге кешене һаҡлау, ҡәҙерләү, юҡҡа эләгешмәү, иңеңде-иңгә ҡуйыу кәрәклеген өнһөҙ аңлатты. Ҡот осҡос миҫал менән. Үлем менән...
Ошо тәүге сирҡаныс алыуҙан, тәүге тапҡыр иптәштәренең һәләк булыуынан һуң ғына Зариф йәшләй үлгән атаһын ғәфү итте, шикелле. Утлы яу юлы үткән "чечендар" ҙа, атаһы ла үҙ теләктәре менән үлмәне бит! Аш бешкәнсе ял итәм, тип диванға һуҙылған атаһы 36 йәшлек һылыу ҡатынын, 14 йәшлек Зарифты, береһе 9, икенсеһе 6 йәшлек ҡыҙҙарын юрый ҡалдырып киттеме ни?!Уның әле йәшәргә, яңы йорт һалырға, балаларын яҡшы вуздарҙа уҡытып, кеше итергә тигән хыялы юҡ инеме ни? Үҫмер ул тарала уйламаны ла, үҙен ауыр эштәргә тотонорға мәжбүр иткәне өсөн генә, әсәһен күҙ йәштәренә мансып киткәне өсөн генә үпкәләне ғәзиз кешеһенә. "Ғәфү ит, атай! Тыныс йоҡла! - тип уйланы ул күҙҙәрен йондоҙҙарға төбәп. - Улың һинең йөҙөңә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ! Яҡшы һуғышсы булырмын! Яҡшы ил һаҡсыһы! Әсәйемде, һеңлекәштәрҙе бер ҡасан да илатмам! Иң матур кейемдәр, иң тәмле аш, иң яҡшы автомобиль уларҙыҡы булыр! Европаны баҫып алған нацистарҙы ғына юҡ итәйек, бына тигән итеп йәшәрбеҙ, атай!"
* * *
Уларҙың 4 ротанан торған батальонында тәүге үҙгәрештәр ошо үлемесле тәжрибәнән һуң башланды. Санитарҙар һайлап ҡуйылды. Кем яраны эшкәртә, бәйләй белә, йәки кем теләй - шуларҙы тәғәйенләнеләр. Бер взводта фельдшер егет тә бар икән, был үҙе бер бүләк буласағын әле резервистар белмәй. Сәғәт һайын алмашынып торған ҡарауыл ҡуйырға, тирә-яҡты байҡап, командирға доклад яһап торорға тейешле график билдәләнде. Рациялар эшкә егелде. Етмәгән рацияны үҙ аҡсаларына барып һатып алып килделәр. Бер нисә тепловизор - төндә күреү аппараттары ла һатып алынды. Көн һайын практик күнекмәләр менән бер рәттән, теоретик занятиелар үткәрелә башланы. Кемдәрҙер автомат, пулемет менән эш итһә, бер нисә егет менән Зарифҡа гранатомет эләкте. РПГ - ручной противотанковый гранотомет тип аталған был ҡорал, өс тапҡырға ауырыраҡ булыуын иҫәпкә алмағанда, автоматтан әллә ни айырылмай ҙа. Танкыға, вертолетҡа һәм башҡа төр техникаға ҡаршы ҡулланылыусы реактив граната менән йыһазландырылған гранатомет хәҙерге армияла киң ҡулланыла икән. Уның төҙөлөшөн, тиҙлеген, ыңғай һәм кире яҡтарын биш бармағы кеүек өйрәнде Зариф. Сөнки уның ярты юлда туҡтап ҡала торған ғәҙәте юҡ: башлаған икән, бөтөрөргә. Берәй нәмәгә тотонған икән - энәһенән ебенәсә белергә тейеш. Унан-бынан тигән төшөнсәне онота, төбөнә төшмәй ҡуймай барыбер. Нимәнелер аңлап етмәй икән, ярҙам һорарға ла тартынмай, башлыраҡ, белемлерәк кешеләргә мөрәжәғәт итеүҙе хурлыҡҡа һанамай.
"Белмәү ғәйеп түгел, белергә теләмәү ғәйеп", - тип ныҡыны уны яратҡан уҡытыусыһы. Мәктәптә иң ныҡ хөрмәт иткәне - рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ине. Китап уҡырға яратыуы арҡаһында, ахыры, уның дәрестәрен айырыуса яратты. Әммә ҡыҙыу холҡо арҡаһында, башҡалар тыныс ҡына тыңлап ултырғанда, үҙ фекерен әйтеп, бәхәсләшеп тә китәләр ине дәрес ваҡытында. "Ни өсөн был йәки теге персонаж шулай эшләгән? Ул бит икенсе төрлө юлды һайлай алыр ине! Шуға күрә ул хаҡлы түгел! Еңел юлды һайлап, юғалтыуһыҙ килеп сыҡҡан өсөн беҙ был геройҙы хөрмәт итергә тейешме?" Ошондай юҫыҡта байтаҡ башын ҡатырҙы ул уҡытыусыһының.
Ә бер дәрестә "Батырлыҡҡа бөгөн урын бармы?" исемле инша яҙырға кәрәк ине. "Юҡ,- тине Зариф. - Бөгөн батырлыҡҡа урын юҡ! Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында еңел булған: алдыңда фашист! Күпме дошманды ҡыраһың, һин шул тиклем батыр! Приказды үтәнең - миҙал! Күберәк фашисты ҡырҙың, йәки һәләк булдың - һин герой! Еп-еңел! Әлеге көндә нисек батыр булырға? Бына һеҙ көнөн-төнөн беҙгә белем, тәрбиә бирәбеҙ тип тырышаһығыҙ. Илгә фиҙаҡәр хеҙмәт итәһегеҙ! Әммә һеҙҙе берәйһе батыр тип атаймы? Орден-миҙал менән наградлаймы? Юҡ!" "Һин хаҡлы түгел! - тине ҡып-ҡыҙыл булған уҡытыусы. - Мәҫәлән, янғындан баланы алып сыҡҡан йәш егет батыр түгелме? Йәки һыуға батҡанды ҡотҡарған кеше?" "Уныһы дөрөҫ! - тип ризалашты Зариф. - Әммә мин батыр булам тип кемдеңдер өйө янғанын, йәки һыуға батҡанын көтөп торорға тейешменме? Тимәк, был осраҡлылыҡ! Меңгә, хатта миллионға тап килгән кемдер өсөн фажиғә - кемдер өсөн герой булырға бирелгән шанс!"
Ошо бәхәс ҡапыл иҫенә төштө Зарифтың. Бөгөн улар алғы һыҙыҡта. Эйе, Бөйөк Ватан һуғышындағы кеүек ҡаршыла дошман күҙгә-күҙ ҡарап тормай. Әммә ул бар: күпкә хәйләкәр, йөҙ мәртәбә йылғыр, мең тапҡыр көслөрәк ҡораллы һәм әллә күпме саҡырым алыҫта. Тик уның "күҙҙәре" ныҡ үткер: коптер менән, компьютер менән, реактив ҡорал менән ҡоралланған йыртҡыс хәлендәге йәнһеҙ дошман айырыуса хәүефле. Уны автомат менән атып ҡына үлтереү мөмкин түгел! Ул кешенең аңын мәғлүмәте менән ағыулай, юлдан яҙҙыра, аҙаштыра һәм көтмәгән яҡтан һөжүм итеп, бер юлы меңләгән кешене юҡҡа сығара!.. Эйе, бөгөн уларға герой булырға форсат бирелгән! Бөгөн ул уҡытыусыһы менән бәхәсләшә алмай - ысынлап та, һәр кемгә дөрөҫ аҙым яһарға, үҙен күрһәтергә, илен яҡларға, халҡына ҡалҡан булырға яй сыҡҡан ваҡыт. Геройҙар ваҡыты... Әммә герой булып тыумайҙар! Уның өсөн батырлыҡ күрһәтергә, кемделер ҡотҡарырға, кемгәлер ҡорал тоҫҡарға, йәнен ҡыйырға тейешһең! Бик ҙур һайлау алдында тора бөгөн улар, Рәсәй һалдаттары!
* * *
Урман араһына ҡыуып индерелгән һарыҡ хәлендә ине улар тәүҙә. Бер ни аңламайҙар, аңлатыусы ла юҡ. Взвод, рота командирҙары ла шул уҡ халәттә. Уларҙан нимә көтәләр, нимәгә әҙерләйҙәр - төшөндөргән кеше юҡ. Көтөргә, окоп, траншея ҡаҙырға һәм приказ көтөргә. Ошондай ваҡыттарҙа һалдаттарҙың башына төрлө уйҙар килә: беҙ кем? Нимә өсөн килгәнбеҙ? Беҙҙе нимәгә әҙерләйҙәр?
Взвод командиры лейтенантҡа бер көн ошо һорау менән ябырылдылар.
- Һеҙ офицер! Беҙгә аңлатырға тейеш! - тигән талап ҡуйылды. - Элек комиссарҙар һәм политруктар булған, улар сәйәси яҡтан яугирҙарҙы әҙерләгән.
Был талап көтөлмәгәнсә тиҙ үтәлде: тәүҙә үҙҙәренең ротаһының замполиты килгәйне. Ул үҙе лә күп нәмәне төшөнөп етмәй, нимәне әйтергә ярай, нимәһе хәрби сер - белеп бөтмәй. Шуға күп һорауҙар яуапһыҙ ҡалды. Ләкин бер нисә көндән Өфөнән Сайранов исемле замполит килеп китте. Ул шулай һәр батальон буйлап йөрөй, һалдаттарҙың тормошо менән таныша һәм проблемалар булһа, хөкүмәт менән элемтәгә сығып, ярҙам итә икән. Бына Сайранов, исмаһам, күп нәмәгә төшөндөрҙө егеттәрҙе, күп кенә мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерелде, хәл ителде. Ә ир-аттың һорауҙары бихисап. Ләкин "Ни өсөн?" тигән һорау һәр кемдең йөрәген тетрәтеүсе тере ҡуҙ ине. "Эйе, беҙҙең ата-бабалар француздарҙы, унан һуң фашистарҙы еңгән! Улар еңгән, сөнки илен һаҡлаған! Ә беҙ ни өсөн? Ни өсөн беҙҙе оккупанттар тип атайҙар? Ни өсөн беҙ баҫҡынсы ролендә ҡалдыҡ? Ни өсөн башланды хәрби операция? Ысынлап та кәрәк инеме был МХО?"
Үҙен уратып алған һалдаттар, иҫәпһеҙ күп тойолған һынсыл күҙ ҡараштарынан замполитҡа еңел булмағандыр. Ул ауыр көрһөндө. Баҙрайып үҙенә текләгән күҙҙәргә ҡарап, байтаҡ ҡына фекер тупланы.
- Һорауҙар күп. Улар дөрөҫ бирелде. Ни өсөн ҡоралға тотоноуығыҙҙы аңламайынса, утҡа инеү дөрөҫ булмаҫ ине! Сөнки... миҫал өсөн, әйтәйек, бер кешегә магазинға барырға ҡушылды, ти. Ул барҙы, әммә магазиндан буш ҡул менән ҡайтты. Ә бит кибет тауар менән лыҡа тулы ине! Ни өсөн бер нәмә лә һатып алманы? Сөнки нимә һатып алырға белмәне. Уның маҡсаты юҡ ине, уға әйтелмәне, бурыс ҡуйылманы. Шуның кеүек, һеҙҙе лә МХО-ға барығыҙ, тип кенә алғы һыҙыҡҡа ташлау дөрөҫ булмаҫ ине. Ни өсөн бында килеүегеҙҙе һеҙ аңларға, ҡабул итергә һәм ышанырға тейеш! Шунһыҙ был операцияның уңышлы тамамланыры икеле...
- "Ни өсөн беҙ башланыҡ?" тигән һорауға асыҡлыҡ индерәйек. Беҙ башламаныҡ, беҙ бары алдан өлгөрҙөк! Тарихтан белеүегеҙсә, Бөйөк Ватан һуғышы тоҡаныры хаҡында Совет разведчиктары Сталинды күпме тапҡыр иҫкәрткән. Ул тыңламаған, ышанмаған, көткән. Һөҙөмтәлә нисәмә миллион ғүмер өҙөлгән, 4 йыл буйы дауам иткән ҡанлы һуғыш ҡупҡан!
(Дауамы. Башы 16-17-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №18, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА