Онотманығыҙмы, элек 19 майҙа Пионерҙар көнөн билдәләй инек. Совет мәктәбендә белем алған кешеләр хәтерләйҙер: беҙҙең өсөн был көн оло байрам һанала ине. Ғәҙәттә, ул көндө уҡыуҙар булмай, бөтә мәктәп менән яланға сыға инек, төрлө уйындар, ярыштар ойошторола ине. Арып-талып, ләкин бик күтәренке кәйеф менән тарала инек беҙ был байрамдан.
Совет мәктәбен нигеҙләүселәрҙең аҡылына, уйлап эш итә белеүенә һоҡланырлыҡ. Балаларҙы ойошмалар аша тәрбиәләүҙең күпкә һөҙөмтәлерәк икәнен аңлап, октябряттар, пионерҙар, комсомол ойошмалары булдырылған, ә иң мөһиме, тәрбиә нигеҙенә бөтә прогрессив кешелек тарафынан быуаттар дауамында булдырылған, кешелектең оҙайлы тарихында дөрөҫлөгө ҡат-ҡат раҫланған рухи ҡиммәттәр алынған. Мәғариф учреждениеларында уҡытыу, бөтә кластан тыш саралар тулыһынса ошо ҡиммәттәрҙең дөрөҫлөгөн, мөһимлеген раҫлауға йүнәлтелә ине.
90-сы йылдарҙан башлап, мәктәпкә, балалар баҡсаларына яйлап ҡына Көнбайышта тамырланған беҙгә ят идеялар индерелә башланы, тәрбиә икенсе планға күсте. Һәм бөгөн беҙ уның һөҙөмтәләрен күрәбеҙ: матди байлыҡҡа өҫтөнлөк биргән, әхлаҡ нормаларын һанға һуҡмаған, ололарҙы ололай, кеселәргә кеселекле була белмәгән быуын үҫте. Ошо осорҙа тәрбиә алған ҡыҙҙар, егеттәр хәҙер үҙҙәре атай-әсәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында балаларҙы балалар баҡсаһы, мәктәп тәрбиәләргә тейеш, тип иҫәпләгәндәр, мәктәптәге тәрбиә мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынмағандар ҙа бар. Ә шулай ҙа традицияларға тоғролоҡ һаҡлаған, кире үҙгәрештәргә бирешмәй, үҙ балаларына матур тәрбиә биргән ғаиләләр ҙә бихисап. Уларға ҡарап ҡыуанабыҙ ҡыуаныуға, әммә күңелде борсолоу ҙа ташламай: уларҙың балалары үҙ балаларын лайыҡлы быуын итеп тәрбиәләй алырмы икән? Сөнки хатта ауылдарҙа туған телдә һөйләшеүсе балалар кәмей бара, ә тел менән бергә традициялар, халыҡ педагогикаһы ла онотола.
Эйе, йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә биреү мәсьәләһе бөгөн күптәрҙе борсоған проблема. "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге лә был хәлгә битараф түгел. 2020-2021 йылда яҙыусы, педагог-ветеран, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева тәҡдим иткән "Урал батыр мәктәбе" проектын ғәмәлгә ашыра башланыҡ. Ошо 4 йыл ваҡыт эсендә проекттың концепцияһы, программаһы эшләнде, ул Башҡортостан Республикаһы Башлығының грантына лайыҡ булды. Мәрйәм Бураҡаева тарафынан эшләнгән "Халҡым, һеҙгә шуны әйтәм", "Кеше булһын затығыҙ..." китаптары донъя күрҙе, иң мөһиме - республиканың ҡайһы бер мәктәптәре "Урал батыр мәктәбе" концепцияһына нигеҙләнеп, уҡытыу-тәрбиә эшенә яңы йүнәлеш бирҙе. 90-сы йылдарҙа онотолоуға дусар ителгән рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр яңынан тергеҙелә башланы. Беҙҙең менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән Баймаҡ, Ғафури, Дүртөйлө, Ейәнсура, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез райондары, Салауат, Күмертау ҡалаларының мәғариф учреждениеларына бик рәхмәтлебеҙ. Беҙ бергәләп эҙләнеү юлындабыҙ һәм халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосын тәрбиә эшендә тулыраҡ файҙаланыу мөмкинлектәрен табырға тырышабыҙ, "Урал батыр мәктәбе" концепцияһы менән ата-әсәләрҙе яҡыныраҡ таныштырыу, улар араһында аңлатыу эштәре алып барыуҙы ла үҙебеҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе һанайбыҙ.
Беҙҙең "Урал батыр" эпосына, халыҡ педагогикаһына мөрәжәғәт итеүебеҙҙең төп сәбәбе - юғалған, юғалып барған рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе яңынан тергеҙеү, халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең яҡты киләсәген билдәләргә һәләтле балаларҙы, йәштәрҙе тәрбиәләү. Ни өсөн "Урал батыр мәктәбе" һәм "Урал батыр" эпосы тигән һорау тыуыуы мөмкин. Беренсенән, халыҡтың ауыҙ-тел ижадының тәрбиәүи потенциалы бик юғары. Уның бөртөкләп йыйылыуының да сәбәбе шул: халыҡ аҡылы, тәжрибәһе һалынған уларға. Ғалимдар, уйлы, фекерле педагогтар быны яҡшы аңлай, шуның өсөн дә бөгөн Саха (Яҡутстан), Төньяҡ Осетия-Алания, Коми республикалары мәктәптәрендә урындағы халыҡтың эпостары дәрес булараҡ уҡытыла икән, быға аптырарға ярамай. Икенсенән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө мәғариф системаһында тәрбиә өлкәһендә таянып эшләрлек төҙөк, системалы концепция юҡ. Ә "Урал батыр" эпосында халҡыбыҙҙың тәрбиә мәктәбе тулыһынса сағылыш таба. Тәүге бүлектән үк йәшәйеш ҡанундары аңлатыла, атай-әсәй һүҙен тыңлау, туғанлыҡтың ҡәҙерен белеү, атай-әсәйгә, илеңә, халҡыңа таяныс булыу, хәл иткес мәлдәрҙә ир-егет булып дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәнеү кеүек бик мөһим мәлдәр яҡтыртыла. Өсөнсөнән, Урал батыр бар ғүмерен илгә, халыҡҡа хеҙмәт итеүгә бағышлаған өлгөлө герой. Ә балаларҙы күренекле кешеләр, батырҙар өлгөһөндә тәрбиәләү - педагогикала киң таралған алым.
Юғарыла билдәләнгәнсә, балаларҙы төрлө ойошмаларға йәлеп итеп тәрбиә биреүҙең һөҙөмтәлерәк булыуын иҫәпкә алып, "Урал батыр мәктәбе" проекты концепцияһына ярашлы тәрбиә биреү үҙәктәре ойоштороу ҙа ҡарала. Мәҫәлән, Йылайыр районының Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡорт гимназияһында махсус значоктар эшләтеп, балаларҙы Урал батыр мәктәбенә алыу ойошторолған. Ғафури районының Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназияһында "Әйҙәгеҙ әле, ҡыҙҙар" тигән конкурс түгел, ә "Һомай" конкурсы ойошторола.
"Урал батыр мәктәбе" проектының концепцияһы буйынса әлегә ун йүнәлеш билдәләнгән. Ул йүнәлештәрҙе арттырырға ла мөмкин. Улар нигеҙендә экологик тәрбиә, миһырбанлылыҡ, кешелеклелек, эскелеккә, наркоманияға ҡаршы көрәш, төплө белем алырға ынтылыш, илһөйәрлек тәрбиәләү, яҡшылыҡ, изгелек, туғанлыҡ тойғоларын үҫтереү буйынса бурыстар ҡуйыла.
Әлбиттә, мәғариф учреждениеларында был йүнәлештәр буйынса саралар ойошторола, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул саралар сара булараҡ ҡына үтә лә онотола, сөнки уларҙың кәрәклеген, мөһимлеген нигеҙләгән идея юҡ. Әгәр ҙә "Урал батыр мәктәбе" проектында күрһәтелгән йүнәлештәрҙе идея дәрәжәһенә күтәреп, девиз итеп алып, сараларҙы ошо идеяға бәйләп ойошторғанда, уларҙың һөҙөмтәлелеге бермә-бер күтәрелер ине. Мәҫәлән, "Ерҙе асыр асҡысһыҙ, күккә менер баҫҡысһыҙ" йүнәлешен билдәләгән һүҙҙәрҙе девиз итеп алып, төплө белем алыуға ынтылыш тәрбиәләүгә бағышланған саралар - билдәле ғалимдар, врачтар, уҡытыусылар һәм башҡа профессия кешеләре менән осрашыуҙар, фәнни асыштарға бәйле саралар, уҡыусыларҙың эҙләнеү эштәрен барлаған конференциялар ойоштороу бик отошло булыр ине.
Юғарыла билдәләнгәнсә, проектты ғәмәлгә ашыра башлауға 4 йыл үтеп китте. Күптәребеҙ эпосҡа әкиәт тип ҡарарға күнеккән, әммә унда кинәйә менән бирелгән юлдар бик күп. Уларҙың күптәрен асыҡларға Мәрйәм Бураҡаеваның юғарыла аталған китаптары ярҙам итә. Унан тыш, беҙ Ғафури районы Красноусол ауылының Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназияһында, Мәләүез районының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназия-интернатында, Ҡырмыҫҡалы районында "Урал батыр мәктәбе" буйынса семинарҙар ойошторҙоҡ. Ике йыл рәттән Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында "Бураҡаева уҡыуҙары" исеме аҫтында фәнни-ғәмәли конференция ҙур уңыш менән үтте. Был уҡыу учреждениелары дәрестәрҙә, кластан тыш сараларҙа "Урал батыр мәктәбе" проектын ҡулланып эшләүҙең өҫтөнлөклө яҡтарын күрһәтте, тәжрибәләре менән уртаҡлашты. 2024 йылдың көҙөндә был проектҡа арналған семинар Йылайыр районында үтәсәк.
Әлбиттә, "Урал батыр мәктәбе" проекты буйынса эшләгән мәктәптәр һаны әлегә һанаулы ғына булып ҡала, концепцияны халыҡ араһында таратыу эше һүлпән бара. Уны тормошҡа ашырыуға булышлыҡ иткән программа эшләү кәрәк. Шул уҡ ваҡытта бер нәмә асыҡ: мәғариф учреждениеларында, ғаиләлә тәрбиә эшенә ныҡ иғтибар бүлергә, һуңғы 30 йыл эсендә аңыбыҙға һеңдерелгән зарарлы идеяларҙан, аҡса, матди байлыҡ кеүек ялған ҡиммәттәрҙән ҡотолорға кәрәк. Төп маҡсаты күберәк аҡса эшләп байыу булған кешеләрҙең ниндәй ҙур енәйәттәргә һәләтле икәнен беҙ күрҙек, ундай кешеләргә экология ла, халыҡ традициялары ла, уның тарихы, мәҙәниәте лә кәрәкмәй. Улар халыҡ, ил яҙмышына ла битараф. Бәхеткә ҡаршы, әлегә ундай бәндәләр күп түгел, әгәр тәрбиәгә иғтибарҙы тейешле кимәлдә йүнәлтмәһәк, киләсәктә уларҙың бик күп булыуы мөмкин. Үҙебеҙ ултырған ботаҡҡа үҙебеҙ балта сапмайыҡ, хөрмәтле милләттәштәр!
Рәйсә КҮЗБӘКОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА