(Эссе)
Фани донъяға килгән һәр әҙәм балаһының шәхси яҙмышының, ул баҡыйлыҡҡа күскәнсе, ил һәм халыҡ яҙмышынан айырылғыһыҙ булыуы барыбыҙға ла мәғлүм. Заман башҡа - заң башҡа, тигәндәй, һәр тарихи осорҙоң үҙенә генә хас ижтимағи, иҡтисади һәм сәйәси ихтыяждары булып, әҙәми зат та ошо заман ҡаҙанында ҡайнап йәшәйҙер. Бәғзе берәүҙәр үҙенә яҙғанын күҙгә-башҡа артыҡ салынмай, тын күлдәге балыҡ һымаҡ, шым һәм вайымһыҙ ғына йәшәп уҙғара, ә икенселәренең ғүмере, иркен тын алып була торған сафлыҡ алып килеүсе дәшһәтле, йәшенле-күкрәүле дауыл кеүек, тиҙ генә үтеп китә лә, халыҡ күңелендә һис юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдыра.
Беҙ Салауат батырыбыҙҙы ла ошондай дауыл тыуҙырған шәхестәр иҫәбенә индерәбеҙ. Беҙгә, уның хәҙерге замандағы ҡан-ҡәрҙәштәренә, Салауаттың изге исеме бала саҡтан уҡ таныш һәм ҡәҙерле. Шуныһы ҡыуаныслы, башҡорт батырының исеме бөгөн Рәсәйҙә генә түгел, донъяның бик күп илдәрендә танылыу табып, йөҙәрләгән телдәрҙә яңғырай. Беҙ, Ер кешеләре, Салауат, тибеҙ икән - батырыбыҙҙың һәр кем үҙенсә күҙ алдына килтергән һыны һаман да тере булғандай, һәм Салауат батыр ошо рәүешле баҡыйлыҡтан фанилыҡҡа яңынан әйләнеп ҡайтҡандай тойола. Ошо күренеш үҙе үк үлемһеҙлеккә тиң түгелме ни!
...Әгәр миңә, башҡорттоң бихисап азатлыҡ ихтилалдарында әүҙем ҡатнаша килеп, яртылаш ҡырылып бөткән Әйле ырыуының бөгөнгө бер вәкиленә, Мәңгелек Зәңгәр Күккә олғашҡан батыр рухы менән ысынлап аралашырға, әңгәмәләшергә яҙһа, уға нимәләр һөйләр инем дә, бөгөнгө хәл-торошобоҙҙо нисегерәк аңлата алыр инем? Мин инде хәҙер ике быуаттан әүәлерәк баҡыйлыҡҡа күскән батыр йәненең ғәзиз халҡынан саф башҡорт телендә ниндәй хәбәрҙәр көтөүен һиҙемләйем кеүек, һәм үҙемдең уға ниҙәр әйтеремде лә ап-асыҡ төҫмөрләйем:
- Һаумы, Салауат, һаумы башҡорт иленең мәңгелек батыры! Һинең баҡый донъяла ла башҡортлоғоң - баш ирлегеңде һаҡлап ҡалып, үҙ асылына тоғро бер йыһангир йән булыуыңа ысын күңелдән ышанабыҙ. Үҙ илеңдән, Уралыңдан доға-сәләмдәр көтөп зарыҡҡанһыңдыр инде: ике быуат дауамында күп үҙгәрештәр булһа ла, туған халҡың иҫән-һау, Башҡортостан атлы тыуған илең имен-аман әле. Ҡаратауыңда һаман йөҙйәшәр имәндәр үҫә, Йүрүҙәнең дә яҙҙар килгән һайын шаулап-гөрләп, әүәлгесә ташып-ашҡынып ала, Янғантауыңдың да янып бөтмәгәне раҫ. Яҡташтарың ырыу-нәҫел ерҙәрегеҙҙең бөгөн һинең исемең менән аталыуына ифрат ҡыуанһа, бынан тап етмеш йыл элек һинең исемеңә лайыҡ булған Салауат ҡалаһы ла башҡорт батыры ҡаһарманлығына бер һәйкәл булды. Аллаға шөкөр, аҫыл хазиналай үҙ телебеҙҙә һөйләшәбеҙ, динебеҙҙән яҙа яҙһаҡ та, күптәребеҙ мосолманлыҡ асылына кире ҡайта бара. Меңәр йылдар дауамында дәшһәтле тарих боролмаларында юғалып юҡҡа сыҡмаған халҡыбыҙ бөгөн дә үҙ-үҙен һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген мотлаҡ табыр, тип ышанабыҙ.
Әлбиттә, көнитмешебеҙҙә, рухи торошобоҙҙа барыһы ла ал да гөл түгел, изге батырыбыҙ. Исемең телебеҙҙән төшмәһә лә, рухи асылыңды аңлағандарҙың ғына йөрәгенә ул изге доға булып инәлер, ә ундай инсандар һинең дәүерҙә лә йәшәне, хәҙер ҙә барҙар.
Һиңә әйтер һүҙҙәрем әллә нисәмә көндәр буйы дауам итерҙәй телмәргә әйләнер ине, шуға күрә теләгәндәремдең, уйҙарымдың иң мөһимдәрен генә һайлап алырға мәжбүрмен. Ә иң мөһиме шул инде: халҡың һине онотманы, һинең батшалар тарафынан тыйылған исемең уның йөрәгендә, күңел түрендә урын тапты. Юҡ, бөгөн һин бары тик хыял ғына булып ҡалыу халәтенән сығып, тормошобоҙ ысынбарлығына әйләндең. Мөһабәт һын-образың халҡың һине һағынып-юҡһынып сығарған йыр-ҡобайырҙарҙа, риүәйәт-легендаларҙа йәшәй, шағирҙар, яҙыусылар йөҙәрләгән шиғыр-поэмаларында, хикәйәттәрендә, романдарында, башҡа бихисап сәсмә әҫәрҙәрендә һиңә дан йырлай. Төҫ-ҡиәфәтеңде һис бер ҡасан күреп белмәгән хәлдә лә, рәссамдар төҫлө буяуҙар сағылышында һинең йөҙ-һыныңды ғына түгел, ҡомарланып-илһамланып рухи булмышыңды һүрәтләргә ынтыла. Үҙең тотҡонлоҡ яфаларынан ыҙа сиккән Өфөлә, Ағиҙелдең текә ярында мәңгелеккә туҡталып ҡалған ҡорос атлы һыбайлы башҡорт яугиры ла һин бит ул, Салауат! Әкиәттәрҙә һөйләнгән Ҡаф тауҙары иле инсаны, ғорур һәм саф күңелле осетин дуҫың Сосланбәк Тавасиев батырлығыңа, рухи ҡаһарманлығыңа үҙ ҡулдары менән ҡуйған һәйкәл ошолор. Әйтерһең дә, һин һаман заманаларҙың хәтәр елдәренә ҡаршы тороп, халҡынды ирекһеҙләүгә бирешмәҫкә, хыянатҡа бирелмәҫкә өндәйһең. Һинең яҡты образың уға ғына түгел, урыҫ рәссамы Алексей Кузнецовҡа, скульптор Тамара Нечаеваға, ғалимә Инга Гвоздиковаға, яҙыусы Степан Злобинға һәм башҡа бик күп Рәсәй ижадсыларына һоҡландырғыс әҫәрҙәр тыуҙырырға дәрт-дарман биргәндер.
Һине иҫкә алғанда халҡыңдың үҙеңде тереләй күргәндәй булған мәлдәре тураһында ла әйтеп үтәйем. Кино тип аталған заман сәнғәтенең мөмкинлектәре аша башҡорт егете Арыҫлан Мөбәрәков һинең тере һыныңды күҙ алдыбыҙға баҫтырһа, Заһир Исмәғилев исемле талантлы композиторыбыҙ яҙған музыкаль әҫәрҙә Мәғәфүр Хисмәтуллин тигән йырсыбыҙҙың Салауат булып йырлауы, уның йөрәк түренән сыҡҡан илаһи моңо кемдең генә күңелен тетрәтмәне икән! Былар барыһы ла үҙе бер онотолмаҫ хәтирә рәүешендә халыҡ күңелендә йәшәй һәм йәшәйәсәк.
Бөгөн йәшәйешебеҙҙә интернет тип аталған мәғлүмәт селтәре булып, унда Салауат Юлаев тигән исемдең миллиондан ашыу биттә баҫылғаны үҙе бер ғәжәп күренеш түгелме ни? Тимәк, һинең ҡасандыр яуыз батшалар тарафынан тыйылған данлы исемең, мәғлүмәт арауығында меңәрләгән саҡрым ерҙәрҙе күҙ асып йомған арала үтеп сыға ла, Ер шapының теләһә ҡайһы мөйөшөндә электрон экрандарҙа яҡтырып пәйҙә була. Нисек кенә булмаһын, Салауат, һинең изге образың бөгөн милли һәм дини сиктәрҙе лә уҙып китте. Башҡорт батыры ғына түгелһең, кешелек донъяһының рухи ҡаһармандарының береһе һин, Салауат!
Башҡортостаныбыҙҙа "Салауат Юлаев" тигән ғорур исемде йөрөткән, хоккей тип аталған ирҙәр уйыны командаһы ла бар. Ваҡытында шул команда, Рәсәйҙең башҡа уйынсыларын еңеп, ил чемпионы тигән хөрмәтле титулға лайыҡ булғайны. Ошо иҫтәлекле мәлдә меңәрләгән кеше - башҡорттар, урыҫтар, татарҙар, сыуаштар һәм башҡа бик күптәр урамдарға сыҡты һәм улар, бер туғандай булып, ысын күңелдәренән "Салауат - чемпион!" тигән өр-яңы заман оранын бөтә Рәсәйгә яңғыратты. Һин, Салауат, Пугачев полковнигы, ғәскәр бригадиры булған яугир, көрәш рухын йөрәгең aша үткәргән зат, һүҙ айышын төшөнәһеңдер, тим. Һин шул уҡ урыҫ казактары, татар һәм мишәрҙәр менән бергә яуыз көстәргә ҡаршы барғанда улар ҙа "Салауат!" тип оран һалғандыр кеүек тойола хәҙер...
Эйе, Салауат батыр, һин бөгөн дә дуҫлыҡ, туғанлыҡ, берҙәмлек, арҡадашлыҡ өлгөһө булып, Ватаныңа хеҙмәт итәһең. Шуның өсөн дә йыл һайын Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәктәрендә, һине ҙурлап-хөрмәтләп, Салауат көндәре байрамы уҙғарыла. Илең, халҡың хәтерендә мәңге йәшәйәсәкһең, изге батырыбыҙ!
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА