Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - тарих фәндәре докторы, профессор Нәзир Мырҙабай улы ҠОЛБАХТИН. Ул - Башҡортостанда феодализм осорон сағылдырған ике тиҫтәнән ашыу монография, 250-нән ашыу ғилми мәҡәләләр яҙған автор. Уның тикшеренеү даирәһе бик киң - башҡорт халҡының 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуы, XVIII быуатта Башҡортостанда тау-завод сәнәғәте үҫеше, 1767-1768 йылдарҙа башҡорттарҙың Уложенный комиссияға яҙған наказын тикшереү, этнодемография, халыҡ ҡатламдары структураһы һ.б. Һеҙгә тәҡдим иткән әңгәмәбеҙ Салауат Юлаев шәхесенә арнала.
Халҡыбыҙҙа шундай әйтем бар: "Батыры күп ил көлөр, бахыры күп - бөлөр". Аллаһыбыҙға шөкөр, Башҡорт иленең батырҙары бар замандарҙа ла күп булған. 1773 - 1775 йылдарҙағы Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнашҡан башҡорттар араһынан Салауат Юлаев, батырҙарҙың батыры булып, киң танылыу таба. Хөрмәтле Нәзир Мырҙабай улы, һеҙ иҫәпләгәнсә, башҡорттарҙың ошо һуңғы оло ихтилалы барышында барлығы 116 яу башлығы Пугачев ғәскәрендә фельдмаршал, генерал, бригадир, баш полковник, полковник, атаман, баш күтәреүселәр отряды командиры кеүек хәрби дәрәжәләргә эйә була. Әммә халҡыбыҙ 20 йәшлек баш полковник, бригадир Салауат Юлаевты барыһынан да өҫтөнөрәк күреп, Башҡорт иленең баш батыры кимәленә күтәрә. Ошо тарихи феноменды нисек аңлатып була?
- Батырҙарҙы заман үҙе тыуҙыра. Эйе, башҡорт халҡының ҡаһарманлығын Рәсәйҙә генә түгел, барса донъяла беләләр. Мәҫәлән, шул уҡ Крәҫтиәндәр һуғышында Кинйә абыҙ Арыҫланов Пугачевтың яҡын кәңәшсеһе була, беҙ уны һуңғы башҡорт ихтилалының идеологы, тип әйтә алабыҙ. Ә Салауат Юлаев, ихтилал етәкселәренең иң йәше булыуына ҡарамаҫтан, ҡыйыу яугир, оҫта сардар һәм ғәскәр ойоштороусы булараҡ, ихтилалда ҡатнашыусылар араһында бик тиҙ арала ҙур абруй ҡаҙана. Уның шағир-импровизатор булыуы билдәле, халыҡ алдында сығыш яһап та, яҙма мөрәжәғәттәре менән дә ир-егеттәрҙең иң әүҙемдәрен үҙ ғәскәренә йәлеп итә алған ул. Уның йәш кенә егет булып, дәрт-дарманлы сағында дошмандарына ҡаршы яуға ашҡынып тороуын, хәҙергесә әйткәндә, йәшлек максимализмы һәм романтизмы менән дә аңлатырға була. Унан һуң, халыҡ азатлығы, милләт хоҡуҡтары хаҡына йән аямай көрәшкәне өсөн ул каторгаға ебәрелеп, ғүмерлек язаға дусар ителә, башҡорттар ошо хаҡта онотмай, риүәйәттәр, ҡобайырҙар, йырҙар аша быуындан-быуынға тапшыра килә. Салауаттың уҡымышлы булыуы ла уға абруй өҫтәй: ул иҫке төрки телендә уҡый-яҙа, Ҡөрьән-Кәримде яттан тиерлек белә, шәриғәт ҡанундары менән таныш була. Әлбиттә, ул атаһы, абруйлы йорт старшинаһы Юлай Аҙналин ғаиләһендә заманына ярашлы тәрбиә лә алған була.
Салауаттың атаһы Шайтан-Көҙәй ырыуы ерҙәренә законһыҙ рәүештә хужа булған заводчик Иван Твердышев менән низағлаша, эш судҡа барып етә. Өфө провинция канцелярияһы суды заводчикты яҡлай, ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Юлайҙы һәм уның улы Салауатты байтаҡ ҡына ваҡытҡа подвалға ябып, бығаулап тоталар. Юлай Аҙналин ҙур күләмдә штраф түләүгә хөкөм ителә. Ғәҙеллек талап итеп, Сенатҡа ялыу яҙһа ла, Екатерина II хөкүмәтенең бер генә инстанцияһында ла яҡлау тапмай. Юлай Аҙналин - күренекле башҡорт старшинаһы, батша ғәскәрендә тоғро хеҙмәт итә, Польша конфедераттарына ҡаршы яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн көмөш миҙал менән бүләкләнә.
Әммә ваҡытында урындағы батша чиновниктары тарафынан кәмһетелгән, ерҙәре законһыҙ тартып алынған старшина Юлай Аҙналин һәм уның улы Салауат кем яғына баҫырға тейеш һуң? Быны Салауат та, әле бик йәш булһа ла, яҡшы аңлағандыр, тим. Салауатты яугирҙары менән Стәрлетамаҡҡа, батша ғәскәрҙәренә ярҙам итеү өсөн тупланған башҡорт-мишәр корпусына ебәрәләр. Әммә 1773 йылдың 10 ноябрендә уның етәкселегендәге бер төркөм башҡорт яугирҙары ихтилалсыларға килеп ҡушыла.
Салауаттың ҡаһарманлыҡ юлын һайлауын тағы ла бер фактор менән аңлатып була. Башҡорттар сығыштары буйынса ғына түгел, йәшәгән, биләгән ерҙәре, хужалыҡ итеү рәүеше, йәмғиәттәге статустары, башҡа ҡайһы бер үҙенсәлектәре яғынан бер иш түгел. Белеүебеҙсә, Алтын Урҙа тарҡалғас, башҡорт биләмәләре өс өлөшкә бүленә: көнбайыш Башҡортостан ырыуҙары Ҡаҙан ханлығына ҡарай (был төбәктә, башлыса, тулыһынса ултыраҡ тормошҡа күскән башҡорттар йәшәй), көньяҡ тарафтарындағы башҡорт ырыуҙары (ярым ултыраҡ йәшәү рәүеше алып барыусылар) Нуғай ханлығына буйһона, ә төньяҡ-көнсығыш һәм Себер башҡорттары Күсемде үҙҙәренең ханы итеп ҡабул итә. Һуңғылары, көнбайыш һәм көньяҡ башҡорттарынан айырмалы, Иван Грозныйға шундуҡ баш һалмай, үҙ иректәре менән Рус дәүләтенә ҡушылмай. Шулай булғас, байтаҡ ҡына Урал аръяғы, Себер башҡорттары Күсем хандың һәм уның улдарының Рәсәйгә ҡаршы көрәшендә әүҙем ҡатнаша. Әммә ваҡыттар үтеү менән улар көнсығыштан да, көнбайыш тарафтан да Себергә үтеп ингән рус отрядтары ҡыҫымына эләгә, бик күптәре электән биләгән ерҙәренән башҡа тарафтарға күсеп китергә мәжбүр була. Себер ханлығы тарҡалғас, был башҡорт биләмәләре Рус дәүләте ҡарамағында ҡала. Объектив фекер йөрөткәндә, төньяҡ-көнсығыш һәм Себер яғы башҡорттары батша власына мәжбүри буйһондорола. Әлбиттә, улар батша хакимиәтенән үҙ ерҙәренә жалованный грамоталар ала алмай. Ошо киң төбәктең элек-электән иркен йәшәргә өйрәнгән халҡы батша чиновниктарының баҫым-ҡыҫымына даими рәүештә ризаһыҙлыҡ белдерә, йыш ҡубып торған башҡорт ихтилалдарында массовый рәүештә һәм бик әүҙем ҡатнаша. 1773 - 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында Башҡортостанда ихтилал етәксеһе булып танылған 116 кешенең 40-ы Себер даруғаһы олоҫтарында һәм Исәт провинцияһында йәшәгән. Күрәһең, Салауаттың ата-бабалары ла азатлыҡ көҫәп йәшәгән, һәм уның ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында - 1 йыл да 16 көн эсендә халыҡ хәрәкәте етәксеһенә әүрелеүе нәҫеленән, ҡанынан да килгәндер, тип фекер йөрөтөргә ерлек бар.
Быйыл Салауат батырҙың тыуыуына 270 йыл тула, һәм был дата халҡыбыҙ хроникаһында бик иҫтәлекле ваҡиға булып ҡаласаҡ. Башҡорт батырының исеме хәҙер бар донъяға билдәле. Фольклорҙа ғына түгел, хәҙерге заман мәҙәниәтендә, әҙәбиәтендә һәм сәнғәтендә уның героик образы мәңгеләштерелгән...
- Эйе, халҡыбыҙҙың легендар улы, милли батырыбыҙ Салауат тураһында тарихсылар, шағирҙар, прозаиктар, драматургтар байтаҡ яҙҙы. Бөйөк Пушкин үҙенең "Пугачев тарихы"нда башҡорттоң милли батырына юғары баһа бирә. Ул башҡорт батырын Крәҫтиәндәр һуғышының күп юлбашсыларынан өҫтөн ҡуя һәм китабының бер бүлеген "Ажар Салауат"ҡа арнай. Совет яҙыусыһы Степан Злобин беҙҙең Салауатыбыҙҙы данлыҡлы һуғышсы, легендар шәхес дәрәжәһенә күтәрҙе, ә ошо роман нигеҙендә эшләнгән кинофильмы менән кинорежиссер Яков Протазанов Салауатты донъя кимәленә алып сыҡты. Баязит Бикбай либреттоһына яҙылған операһында Заһир Исмәғилев Салауатҡа, тыуған илен, халҡын ҡурсалап яуға сыҡҡан ҡаһарман яугирға дан йырлаһа, халыҡ шағиры Мостай Кәрим үҙенең трагедияһында уны оҫта ғәскәр башлығы, ҡурҡыу белмәҫ ҡаһарман һуғышсы һәм әбей батша Екатерина II менән ҡапма-ҡаршы ултырып, тәрән эстәлекле фәлсәфә һатырлыҡ аҡыл эйәһе итеп күрһәтте. Мәскәүҙән Өфөгә килеп, утыҙ йылдан артыҡ фән өлкәһендә эшләгән рус ғалимәһе Инга Гвоздикова үҙенең ғилми монографияһында Салауаттың батырлығы, бөйөклөгө, саф күңелле һәм һынмаҫ рухлы кеше булыуы тураһында иҫ киткес һөйөү, һоҡланыу һәм ғорурлыҡ менән бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Үкенескә ҡаршы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булырҙай был китап бөгөнгө көнгә саҡлы батырыбыҙ хаҡындағы берҙән-бер ҙур ғилми әҫәр булып ҡала. Беҙ, тарихсылар, архив материалдарынан тыш, ошо замандың күп ваҡиғалары хаҡында Инга ханымдың ошо китабына таянып яҙабыҙ. Салауат тураһында ҙур күләмле тарихи-документаль әҫәр күреү бәхетенә лә ирештек. Билдәле ғалим-филолог Мирас Иҙелбаев үҙенең Салауат батырыбыҙға арналған китабын шулай уҡ архив документтарына таянып яҙған.
Халыҡ сығарған бер тарихи йырҙа "Булғадир булған ул Салауат егерме лә ике йәшендә", тигән һүҙҙәр бар. Салауатҡа 1773 йылда ни барыһы 19 йәш тула, һәм ул хәрби хеҙмәттә лә булмаған. Әммә ул ихтилал барышында күренекле сардар - халыҡ һуғышы тактикаһын хәрби оҫталарса ҡуллана белгән командир булып таныла.
- Эйе, йөҙҙәрсә ғилми китаптарҙа, мәҡәләләрҙә, поэма һәм шиғырҙарҙа, роман һәм хикәйәләрҙә Салауат Пугачевтың иң яҡын, иң ышаныслы көрәштәше һәм ярҙамсыһы, Крәҫтиәндәр һуғышының иң абруйлы юлбашсыларының береһе, ҡаһарман яугир һәм талантлы ғәскәр етәксеһе, ялҡынлы шағир-сәсән булып күҙ алдына баҫа. Ләкин Салауаттың ошо сифаттарынан иң мөһиме - ғәскәр башлығы булыуы хаҡында күпселек осраҡта дөйөм әйтеп китеү менән сикләнелә. Ғәскәр етәксеһе сифаттары ҡасан, ҡайҙа, ниндәй алыштарҙа нисек сағылғанын, аныҡ алғанда, аҙ төҫмөрләйбеҙ. Ә бит Салауат Крәҫтиәндәр һуғышының юлбашсылары араһында иң йәше генә түгел, иң талантлыларының береһе, бөтәһенә ҡарағанда ла иң күп тапҡыр алышҡа ингән, ләкин бер тапҡыр ҙа ғәскәрен тулыһынса тар-мар итергә бирмәгән, башҡорт атлыларының традицион һуғыш ысулдарына ҡуша рус регуляр армияһының ул саҡтағы тактик алымдарын иҫ киткес оҫта файҙаланған берҙән-бер ғәскәр етәксеһе булған.
1994 йылда Яр Саллы журналисы Вәхит Имамов үҙенең "Татарҙар Пугачев яуында" тигән тарихи, ярым әҙәби әҫәрендә Салауаттың ғәскәр башлығы булыуын шик аҫтына ала. Хатта башҡорт халҡының Салауатты үҙенең милли геройы итеп иҫәпләүен "ниндәй хурлыҡ" тигән мыҫҡыллау дәрәжәһенә барып етә. Архив материалдары менән таныш булмаған, тик баҫылып сыҡҡан документтар һәм әҫәрҙәргә генә таянып эш иткән автор башҡаларҙың, шул иҫәптән Инга Гвоздикованың, нигеҙле фекер йөрөтөүенә һәм профессиональ намыҫына шик белдерә. Шуға күрә Салауат тураһында һаҡланып ҡалған архив документтары хаҡында әйтеп китеү мотлаҡтыр.
Салауат үҙенең көрәше тураһында һорау алған саҡта бик аҙ һүҙ менән яуап биргән, билдәле сәбәптәр арҡаһында булған факттарҙы һорау алыусыларҙан йәшергән. Салауаттың ғәскәр башлығы булыу сифаттары күпселектә уның дошмандары, каратель корпустары командирҙарының рапорттарында сағылыш тапҡан. Улар барыһы ла Салауаттың талантлы ғәскәр етәксеһе булыуына ғәжәпләнә һәм һоҡланырға мәжбүр була. Салауат ғәскәрендә хеҙмәт иткән, һуңынан һорау алыу комиссияларында интеккән яуҙаштары биргән яуаптарынан уның ғәскәр етәксеһе һәм халыҡты көрәшкә күтәреүсе, етәкләүсе булыуы хаҡында киңерәк, дөрөҫөрәк итеп күҙ алдына килтерергә була. Красноуфимск, Көңгөр, Уҫы, башҡа ҡалаларҙы һәм ҡәлғәләрҙе алған саҡта шаһит булған кешеләрҙең һөйләгәндәре лә Салауаттың ғәскәр етәксеһе булыу сифаттарын асырға ярҙам итә.
Салауат батырҙың бик ҡыҫҡа, әммә мәңгегә тарихта ҡаласаҡ яу юлдары хаҡында бәйән итеп китеү урынлы булыр, тим.
- Салауаттың яҙмышы - данлы ла, ғазаплы ла. Ул Крәҫтиәндәр һуғышында 1773 йылдың 11 ноябренән 1774 йылдың 25 ноябренә тиклем актив ҡатнаша, йәғни дәһшәтле ғәрәсәт эсендә 1 йылдан саҡ ҡына күберәк, көн иҫәбенә әйләндергәндә, 381 көн ҡайнай. 1774 йылдың 25 ноябренән 1775 йылдың 2 октябренә саҡлы 339 көн Салауат зиндандарҙа бығаулап тотола, һорау алыу органдарында ғазаплана. Ике айға яҡын ауыр юл үтеп, улар атаһы Юлай менән бергә 1775 йылдың 29 ноябрендә Балтик диңгеҙе ярындағы Рогервик ҡәлғәһенә килеп етә. 25 йылға яҡын һөргөн иҙеүҙәрен күтәреп, 1800 йылдың 26 сентябрендә Салауат донъя ҡуя.
Ә уның мәңгелек халыҡ хәтере тупһаһына аяҡ баҫыуы 1773 йылдың 11 ноябрендә Бирҙе ҡәлғәһенә килеп, Пугачев менән осрашыуынан башлана. Ике-өс аҙна эсендә батырлығы менән "мужиктар батшаһы"ның ихтирамын яулап, полковник дәрәжәһен алған саҡта Салауат Пугачев ғәскәренең иң йәш командиры була. Бер йылдан артығыраҡ барған Крәҫтиәндәр һуғышында ул 29 тапҡыр эреле-ваҡлы бәрелештәрҙә ҡатнаша. Шуларҙың икеһе - Пугачевтың Төп ғәскәре составында булһа, егерме етеһе - Салауат Юлаев етәкселегендәге үҙаллы һуғыштар. Ошо тиклем күп бәрелештәрҙә Крәҫтиәндәр һуғышының бер юлбашсыһы ла ҡатнашмаған. Ошо алыштарҙа Салауат дүрт тапҡыр яралана, ләкин һәр осраҡта ла ғәскәрен оҙаҡ ваҡытҡа ташлап китмәй. Яу бәрелештәрендә гел еңеүҙәр генә түгел, еңелеүҙәр ҙә була. Ләкин Салауат бер ваҡытта ла үҙ ғәскәрен тамам тар-мар итеүгә юл ҡуймай, төп көстәрен һаҡлап ҡала һәм яңынан көрәшкә күтәрелер була.
Һәр бер халыҡ күтәрелешенең үҙ сәбәптәре була. Һүҙ барған Крәҫтиәндәр һуғышының ижтимағи, иҡтисади һәм сәйәси сәбәптәрен асыҡлап китһәгеҙ ине.
- 1773 - 1775 йылдарҙа Рәсәй империяһын тетрәткән Крәҫтиәндәр һуғышының объектив сәбәптәре була. Әйтергә кәрәк, феодализм ҡанундары хөкөм һөргән дәүләттә аҫҡы ҡатлам кешеләренең тормош-көнкүреше еңелдәрҙән булмай. Бунт-ихтилалдың төп көстәре - Яйыҡ казактары, башҡорттар һәм заводтарға беркетелгән рус крәҫтиәндәре. Ул осорҙа хәрби сик хеҙмәтендә булған казактарҙа батша хөкүмәтенең уларҙың хоҡуҡтарын сикләүгә йүнәлтелгән сәйәсәте ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Завод крәҫтиәндәре, бөтөнләйгә хоҡуҡһыҙ крепостной ҡатлам булараҡ, аяуһыҙ эксплуатацияға дусар ителә. Башҡортттарға килгәндә, килешеүҙәр нигеҙендә тейелгеһеҙ булып иҫәпләнгән ерҙәренең заводчиктар тарафынан законһыҙ тартып алыныуы, меңәрләгән десятина ер майҙандарын һис бер килешеүһеҙ яңы төҙөлгән ҡәлғәләргә бирелеүе уларҙа батша чиновниктарына ҡарата нәфрәт уята. XVIII быуаттың 70 йылдары башындағы Башҡорт иле шартларға әҙер торған дары мискәһен хәтерләтә. Тик бер осҡон ғына кәрәк була, уны Яйыҡ казагы Емельян Пугачев ҡабыҙа.
1773 йылдың 17 сентябрендә Яйыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан бәләкәй генә Бударинск ҡәлғәһенән 40 казак баш күтәреп, Яйыҡ ҡалаһына походҡа сыға. Баш күтәреүселәрҙең был төркөмөнә Дон ғәскәренән ҡасҡан, үҙен Петр III тип танытҡан ялған батша Емельян Пугачев етәкселек итә. Баш күтәреүселәрҙең һаны көндән-көн үҫә: уларға күпләп Яйыҡ казактары, рус крәҫтиәндәре, башҡорттар, татар, мишәр, ҡалмыҡ, сыуаш, мордва, мари һәм башҡа рус булмаған халыҡтарҙың вәкилдәре күпләп килеп ҡушыла башлай.
Яйыҡ йылғаһы буйлап теҙелгән ҡәлғәләр бер-бер артлы, ҡаршылыҡ күрһәтмәй, Пугачевҡа бирелә, ә уларҙың һалдаттары һәм казактары, ваҡытлыса сик буйы хеҙмәте алып барған башҡорттар, мишәрҙәр һәм ҡалмыҡтар баш күтәреүселәр яғына сыға. Ырымбур эргәһенә килеп еткәндә инде Пугачевтың ғәскәрендә биш меңдән артыҡ кеше була. Шулай итеп, 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы башланып китә һәм ҙур тиҙлек менән Көньяҡ Уралдың бөтә төбәктәренә тарала башлай.
Пугачевтың ғәскәрен тар-мар итергә Ырымбур губернаторы И.А. Рейнсдорп Яйыҡ далаларына казак командаларын ебәрә, ә башҡорттарҙан Миндәй Түпәевты, башҡорт старшиналары Ҡолой Балтасов менән Йосоп Нәҙеровты башҡорт олоҫтарына ебәрә. Шул уҡ маҡсат менән Өфөнән Стәрле пристаненә воевода ярҙамсыһы П.Н. Борисов, капитан, кенәз И.Т. Ураков килә. Үҙҙәренә ярҙам итер өсөн улар бында Нуғай юлының баш старшинаһы Әлибай Мырҙағоловты саҡыртып ала. Улар 5 мең кешелек Стәрлетамаҡ башҡорт-мишәр карателдәр корпусы ойошторорға тейеш була, ошондай уҡ эшкә Урал аръяғында Исәт провинцияһы воеводаһы А. П. Веревкин һәм Үр Яйыҡ ҡәлғәһе коменданты полковник Е.А. Ступашин етәкселек итә.
Һәр бер башҡорт олоҫона Өфөнән һәм Силәбенән сапҡынсылар ебәрелә. Бер айҙан артығырак ваҡыт эсендә бөтәһе 10 меңдән күберәк башҡорт һыбайлыһы каратель корпустарына йәлеп ителә. Миндәй, Ҡолой һәм Йосоп Башҡортостандың көньяҡ олоҫтарында бишәр-алтышар йөҙлөк башҡорт командаларын Имәнғол ауылынан Ырымбурға оҙатып тора. Урал аръяғында йыйылған 4800 кешелек башҡорт командаһы старшина Иҫәй Туҡтағолов етәкселегендә Ырымбурға ҡарай юл ала. Богданов, Ураков һәм Әлибай Стәрлетамаҡта 2355 башҡорт һәм мишәр һыбайлыларынан каратель корпус туплай. Бына ошо корпусҡа 1773 йылдың октябрь айының һуңғы көндәрендә Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй олоҫо старшинаһы Юлайҙың улы Салауат та килеп ҡушыла. Атаһы уға үҙ олоҫонда йыйылған 95 кешелек команданы Богдановҡа илтеп ҡушыуҙы тапшырған була.
Каратель корпусына ебәрелгән башҡорттарҙың Пугачев ғәскәренә ҡушылыуының билдәле бер сәбәптәре барҙыр бит?
- Эйе, ихтилалды баҫтырыу өсөн йыйылған башҡорттар урындағы батша властарының ышанысын аҡламай. Уларҙың командалары бер-бер артлы баш күтәреүселәр яғына сығып бөтә. Стәрлетамаҡ корпусы ла 10 ноябрҙә Бикҡол ауылы эргәһендә И. Н. Зарубин һәм А. А. Овчинниковтың баш күтәреүселәр ғәскәренә үҙ теләге менән килеп ҡушыла. Был отрядта үҙенең 95 көҙәйлеһе менән Салауат та була. Ул Әлибай старшина менән бергә Стәрлетамаҡ корпусын пугачевсылар яғына күсереүгә етәкселек итә. Бына ошо көндән Салауаттың Крәҫтиәндәр һуғышында актив ҡатнашыуы башланып китә. Каратель корпусына йыйналған башҡорттарҙың ялған Петр III батша яғына сығыуының төп сәбәбе - Емельян Пугачевтың башҡорттарға ебәрелгән махсус Манифесында уларға азатлыҡ, үҙ ерҙәренә үҙҙәре хужа буласағын, диненең һәм ғөрөф-йолаларының тейелгеһеҙлеген вәғәҙә итеүе. Әйтергә кәрәк, Пугачев ошо Манифесты Кинйә абыҙ йоғонтоһонда яҙҙырта.
Салауаттың сардарлыҡ һәләте нисек асыла, шул хаҡта ла әйтеп үтһәгеҙ ине.
- Башҡорт яугирҙары 11 ноябрҙән дә ҡалмай Бирҙе ҡәлғәһенә килеп еткән булырға тейеш. 13 ноябрҙә пугачевсылар Сембер воеводаһы, полковник П. М. Чернышевтың 1500 кешелек корпусын тар-мар итә, 14 ноябрь иртәһендә ҡамауға алынған Ырымбурҙан 22 туп менән ҡоралланып һөжүмгә сыҡҡан 2400 кешелек корпустың һөжүмен кире ҡаға. 26 ноябрҙә Рейнсдорп үҙ корпусын йәнә һөжүмгә ташлай. Ике алышта ла баш күтәреүселәрҙең төп көсөн һыбайлылар тәшкил итә. Тәүгеһендә улар казактарҙан һәм башҡорттарҙан торһа, һуңғыһында тотошлайы менән башҡорттар ғына алыша (был ваҡытта Пугачев Яйыҡ казактары менән Верхне-Озерный ҡәлғәһен алырға киткән була).
Был бәрелештең икеһендә лә Салауаттың әүҙем ҡатнашыуында шик юҡ. Беренсенән, ул ошо бәрелештәрҙә ике тапҡыр яраланған була. Ҡулға алынғас, һорау алыусыларға ул быны, Ырымбурҙы штурмларға ҡушылғас, Әбей батшаға хыянат итмәҫ өсөн фетнәселәрҙән ҡасып барған саҡта, Яйыҡ казактары ҡыуып етеп йәрәхәтләне, тип аңлата. Бының һорау алыусыларҙы алдар өсөн генә уйлап сығарған уйҙырма икәне күренеп тора. Арттан ҡыуып еткән казактар уны һөңгө йә ҡылыс менән, йә булмаһа, мылтыҡтан атып арт яҡтан йәрәхәтләгән булырҙар ине. Ә Салауаттың яралары ҡулында һәм сикәһендә була. Икенсенән, Бирҙе ҡәлғәһендә булған барлы-юҡлы өс аҙна эсендә Пугачев Салауатҡа полковник чины бирә. Ни өсөн? Фетнәселәрҙән карателдәргә ҡасырға маташҡаны өсөн түгелдер бит?
Ғөмүмән, Пугачев юғары чиндарҙы теләһә кемгә, теләһә ни осраҡта өләшмәгән. Мәҫәлән, "Мужиктар батшаһы"нан полковник чинын алыу өсөн Алатдин Биктуғанов 400 кешелек отряд туплап, Уҫынан Ҡаҙанға ҡарай юл алған Пугачевҡа килтереп тапшыра һәм полковник чины биреүҙе һорай. Ләкин "батша" уға "отрядың 400 кешелек кенә, айырым полк була алмай" тип, полковник чинын биреүҙән баш тарта һәм Алатдинды атаман итеп кенә тәғәйенләй. Ә Салауаттың көҙәйҙәр отрядында барлығы 95 кеше була. Ырымбур өсөн барған һуғыштарҙа Пугачевтың иғтибарын йәлеп итерлек һәм полковник чинын бирер өсөн уға ҡаһарманлыҡ ҡына түгел, ә ҙур төркөм ғәскәр менән оҫта етәкселек итә белеүен дә күрһәтергә тейеш булған. Тимәк, баш күтәреүселәр яғына сыҡҡан Стәрлетамаҡ корпусы, йә булмаһа уның ҙур өлөшө беренсе көндән үк Салауаттың ҡул аҫтында булған. Дөрөҫ, Салауат үҙе һорау алыусыларға, ялған батша полковник чинын көҙәйҙәр һорауы буйынса бирҙе, тип аңлата.
Нисек кенә булмаһын, 19 йәшлек башҡорт егете Салауат үҙенең ҡыйыулығы, ҡаһарманлығы, кешеләрҙе көрәшкә әйҙәү оҫталығы һәм оҫта ғәскәр етәксеһе булыуы менән ике-өс аҙна эсендә Пугачевтың иғтибарын һәм ихтирамын яулап өлгөрә. Ул Салауатҡа башҡорттарҙы баш күтәрергә саҡырған Манифест тоттороп, Себер юлына оҙата. 1773 йылдың декабрь аҙаҡтарында ғына тыуған яғына ҡайтып еткән Салауат аҙна-ун көн эсендә 800 кешелек отряд йыйып өлгөрә һәм 1774 йылдың 12 ғинуарында казактар саҡырыуы буйынса Красноуфимск ҡәлғәһенә килеп етә. Сатнама ҡышҡы һыуыҡта ҡар баҫҡан урман-тау юлдарынан атта елеп барып, шул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә меңәрләгән кешеләрҙе яуға күтәреп, унарлаған тарҡау отрядты уҡмаштырып өлгөргән йәш егеттең өлгөрлөгөнә лә, ҡыйыулығына ла, ойоштороу оҫталығына ла тағын хайран ҡалаһың һәм һоҡланаһың. Булған бит башҡорттоң айбарлы улдары!
Салауат килеп еткәндә Красноуфимск-Көңгөр тирәләре таяҡ тығып ҡужғытҡан ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Бында оло чинлы, тәжрибәле етәкселәргә мохтажлыҡ булмай. Пугачев армияһы полковниктары Ҡәнзәфәр Усаев, Батырҡай Иткинин, Әбдей Абдулов, атамандар Матвей Чигвинцев, Михаил Мальцев һәм башҡалар Көңгөргә поход ойоштороп, ҡалаға һөжүм итәләр, бик күп ҡәлғәләрҙе, заводтарҙы һәм ауылдарҙы үҙ ҡулдарында тоталар. Бер нисә көн эсендә Салауат бөтә был көстәрҙе үҙ ҡулы аҫтына туплай, ҡәлғәләрҙә һәм заводтарҙа атамандар һайлауҙы ойоштора, ныҡлы тәртип булдыра һәм 15 ғинуарҙа 5 меңгә яҡын кешенән торған ғәскәр менән Красноуфимскиҙан Көңгөргә ҡарай юл ала. Уға Ҡәнзәфәр Усаев һәм Иван Васевтың отрядтары килеп ҡушыла. 23 ғинуарҙа Көңгөрҙө штурмларға ҡарар ителә. Иртәнге сәғәт 6-ла Салауат төньяҡтан, казак атаманы Иван Кузнецов көньяҡтан бер үк ваҡытта һөжүм башларға тейеш була.
23 ғинуарҙың таңында билдәләнгән ваҡытта Салауаттың отряды Көңгөргә һөжүм башлай. Уның егеттәре иҫ киткес оҫталыҡ һәм ныҡышмалыҡ менән һуғыша, улар, ҡапҡанан бәреп инеп, эшселәр биҫтәһен баҫып ала. Саналарға һалып нығытылған туптарҙы әле бер ергә, әле икенсе ергә күсереп йөрөтөп, ҡалаға ут асалар. Шулай итеп, ҡамауҙағыларға ҡурҡыу һәм шом һалалар, уларҙың өс тубын сафтан сығаралар. Өс сәғәт буйы аяуһыҙ алыш бара. Үкенескә ҡаршы, Иван Кузнецов үҙенең төркөмө менән 3 сәғәткә һуңлап килеп етә. Ҡалалағылар ошонан файҙаланып, бөтә көстәрен һәм туптарҙы Салауатҡа ҡаршы ташлай. Дарылары бөтөп, туптары атыуҙан туҡтағас ҡына Салауат үҙенең отрядын тәртипле рәүештә ҡаланан алып сыға һәм Иҫке Посадҡа ҡарай сигенә. 24 ғинуарҙа Салауат менән Кузнецов яңынан Көңгөргә һөжүм башлай. Ләкин һөжүм ваҡытында Салауат яралана. Был уның дүртенсе һуғышы һәм өсөнсө яраһы. Уның ботона мылтыҡ пуляһы инеп ултыра. Яраһының тиҙ төҙәлмәүе уны өйөнә ҡайтып китергә мәжбүр итә.
Көңгөргә майор Д. О. Гагриндың көслө каратель командаһы килеп етә, ул гарнизон көстәре менән бергә Красноуфимскиға һөжүм башлай. 19 февралдә Салауат 4 мең кешелек ғәскәре менән ҡәлғәне һаҡлау өсөн Гагрин корпусына ҡаршы сыға. Әммә яҡшы ҡоралланған регуляр корпусҡа ҡаршы яңы ғына тупланған баш күтәреүселәр ғәскәре ҡаршы тора алмай. Яралы ҡаһарман һуғышсыларын Ҡариҙелдең һул яҡ ярына алып сығырға мәжбүр була. Әммә Салауат төп көстәрен һаҡлап ҡала. Ҡәлғәнән 40 саҡрым алыҫлыҡта Бәғәләш йылғаһы ярында ултырған Бәғәләш ауылында нығынып, ул яңынан көс туплай башлай. Ул үҙе лә, уның ярҙамсылары ла тирә-яҡҡа таралып, халыҡты көрәшкә күтәрә. 21 февралдә, 3 һәм 9 мартта ул өс тапҡыр Иван Гурьевтың каратель командаһы менән бәрелешә һәм уны тар-мар итә, бер нисә крәҫтиәнде үҙенең отрядына ҡушып, команданың ҡалған кешеләрен Зарубин ғәскәренә оҙата.
12 мартта, 2 мең кешелек ғәскәр туплап, Салауат бер ҡаршылыҡһыҙ Красноуфимск ҡәлғәһенә инә. Көңгөргә ҡайтып киткән подполковник А.В. Папав командаһы Красноуфимскиға ҡарай ашыға. Ихтилалсылар бик насар ҡоралланған була. Уҡ-һаҙаҡ, ҡылыс һәм һөңгө менән генә ҡоралланған салауатсыларға яҡшы ҡоралланған карателдәргә ҡаршы тороу ауыр була. Бик аҙ ғына юғалтыуҙар менән (12 кеше дошманға әсир төшә) Салауат Бәғәләш ауылы яғына сигенә. 17 мартта бында тағы ла ҡаты ҡыйралыш була. Яҡтарҙың береһе лә еңеүгә өлгәшә алмай. Папав йонсоған корпусын кире Көңгөргә алып ҡайтырға мәжбүр була, Салауат үҙ ғәскәре менән тыуған яҡтарына юл ала. Был уның 4 ай эсендә ҡатнашҡан 11-се һуғышы була.
1774 йылдың яҙында һуғыш юлдары Салауатты Крәҫтиәндәр һуғышының иң атаҡлы һәм талантлы ғәскәр етәкселәренең береһе Иван Белобородов менән осраштыра. Белобородовтың отряды Екатеринбург тау заводтары райондарында данлыҡлы еңеүҙәренән һуңыраҡ булған тиңһеҙ алышта тар-мар ителә. Тынғыһыҙ яу башлығы Ырымбурға, "батша" янына барып, кәңәш ҡорорға ниәтләгән була. Әммә март аҙағы - апрель баштарында баш күтәреүселәрҙең төп көстәре ҡаты ҡыйратыла. Ырымбур эргәһендә Пугачев үҙенең ғәскәрен һәм бик күп талантлы ярҙамсыларын юғалтып, Башҡортостанға ҡаса. Шул уҡ ваҡытта Өфө эргәһендә Зарубин, Минзәлә янында Ҡаранай Моратов, ә Силәбелә Грязнов ғәскәрҙәре тар-мар ителә. Ошо осорҙа ихтилал юлбашсыһы баҙап ҡала. Бына шунда уны Кинйә Арыҫланов тыуған яҡтарына алып китә лә инде.
Заводтан заводҡа, ҡәлғәнән ҡәлғәгә, ауылдан ауылға күсеп йөрөп, Пугачев яңынан ғәскәр йыя. Уға башҡорттар һәм завод крәҫтиәндәре күпләп килеп ҡушыла башлай. Ул Башҡортостандың көньяҡ олоҫтарынан Урал аръяғына сыға, унан төньяҡ Башҡортостан аша үтеп, Ҡаҙан ҡалаһына походка әҙерләнә. Шуға ул үҙенең янына ышаныслы ярҙамсыларын йыйырға ашыға. Ошо иҫәп менән ул Белобородовты һәм Салауатты ла үҙ янына саҡыра. Белобородов "батша" янына ашыға, ә Салауат Әй буйында тороп ҡала, ғәскәр йыйыуын дауам итә.
Ялған батшаның ғәскәрҙәрен ҡыйраттыҡ, фетнәне баҫтырҙыҡ, тип шатланған карателдәр Пугачевтың яңынан ғәскәр йыйыуын белеп, ҡоттары оса, уны тиҙерәк ҡыйратырға, тоторға ашығалар. Генерал И.А. Деколонгтың ҙур каратель корпусы уның артынан төшә лә, Троицк ҡәлғәһе менән Лягушино ауылы эргәһендә ҡыуып етеп, аяуһыҙ ҡыйрата. 10 меңлек ғәскәренән биш йөҙләп кенә кешеһе ҡалған Пугачев бик ауыр хәлдә тороп ҡала. Етмәһә, уға ҡаршы Өфөнән Эҫем, Һатҡы заводтары аша И.И. Михельсон корпусы ашыға. Пугачев ҡапҡанға эләгергә тейеш була. Ошо ваҡытта уға башҡорттар ярҙамға килә. Улар "батша"ны үҙ йәйләүҙәрендә карателдәрҙән йәшерә, йөҙәрләп, меңәрләп уның ғәскәренә яҙыла. Пугачев башҡорт ғәскәре етәкселәренә фельдмаршал, генерал, бригадир, баш атаман һәм унға яҡын полковник дәрәжәһен юҡҡа ғына бирмәгәндер. Тикшереүҙәр комиссияһында ул "...был ваҡытта минең ғәскәремә 10 меңләп Урал башҡорто ҡушылды", - тип яуаплай.
Бәләгә тарыған Пугачевҡа ҡушылырға тип, Әй буйҙарынан үҙенең 3 мең һыбайлыһы менән Салауат ашыға. "Батша"ның ауыр хәле уға яҡшы билдәле булған, күрәһең. Ул Пугачевты эҙәрлекләргә ынтылған Михельсонға ҡаршы төшә, 7, 8, 13 һәм 31 майҙа Эҫем заводы эргәһендә ул 4 тапҡыр Михельсон корпусы менән бәрелешә. 2 июндә Салауат Пугачевҡа килеп ҡушыла. 3 һәм 5 июндә улар Михельсонға ҡаршы икәүләп һуғышалар. Был ваҡытта Деколонг Пугачевтың эҙен юғалтып, аҙашып ҡала, Михельсон таушалған корпусы менән Өфөгә ҡайтып китергә мәжбүр була. Шулай итеп, Пугачев ҡотола, ғәскәре иҫән ҡала. Крәҫтиәндәр һуғышының был осоро тураһында XIX быуаттың рус тарихсыһы П.Л. Юдин бына нимә тип яҙа: "Әгәр ҙә Пугачевтың Салауат кеүек ажар ярҙамсыһы булмаһа, ул Башҡортостанда оҙаҡ була алмаҫ, Деколонг һәм Михельсондан күп тапҡырҙар туҡмалғандан һуң яңынан ғәскәрен тергеҙә алмаҫ һәм Ҡаҙанға поход та яһай алмаҫ ине". Ғалимдың был фекере менән килешмәү мөмкин түгел.
5 июндә Ҡыйғы ауылы эргәһендә булған алыштан һуң Пугачев Башҡортостандың төньяҡ олоҫтары аша Уҫыға юл тота. Уға Салауат менән Белобородов та эйәрә. Салауат Төп ғәскәрҙең һул яғынан, Белобородов уң яғынан юл ярып, эреле-ваҡлы каратель командаларынан юлды әрсеп, халыҡты Пугачев ғәскәренә ылыҡтырып бара. Башҡорт егеттәре үҙҙәренең өлгөрлөктәрен күрһәтә был походта. Өс йөҙ кешелек отрядын Салауат Бөрөнө ҡамап ятҡан Бәхтийәр Ҡанҡаев менән Арыҫлан Ранғоловҡа ярҙамға ебәрә. 11 июндә Төп ғәскәрҙән алда барған Салауат менән Белобородов Ачит ҡәлғәһе эргәһендә подполковник А.В. Папавтың көслө каратель корпусы менән осраша. Папав, Пугачевтың килгәнен белеп, уға ҡамасаулар өсөн Көңгөрҙән Красноуфимскиға юл тотҡан була. Ҡаты алыш башлана. Баш күтәреүселәр, бигерәк тә Салауаттың атлылары ҡыҫымына сыҙай алмай, Папав ҡала ҡапҡаһына инеп ҡасып ҡотола.
Салауат менән Белобородов алға барыуын дауам итә. 14 июндә улар Уҫы ҡалаһына һөжүм башлай һәм 18 июнгә саҡлы уны алыр өсөн өҙлөкһөҙ һуғыш алып бара. 18 июндә Уҫы янына Төп ғәскәре менән Пугачев үҙе килеп етә, һөжүм оторо ҡыҙып китә. Ҡаланың эшселәр поселогы (форштандт) Пугачев килгәнсе үк яндырылған була. Ҡаты ҡыҫымға сыҙай алмай, 20 июндә гарнизон Пугачевҡа баш һала. Был еңеүҙә рус армияһының тактик алымдарын беренселәрҙән булып камиллаштырыу дәрәжәһенә күтәрелгән ғәскәр етәкселәре Салауат менән Белобородовтың роле бик ҙур була.
25 тапҡыр һуғышта ҡатнашҡан, дүртенсе тапҡыр яраланған Салауат тыуған яҡтарына ҡуҙғала. Башҡортостанда хәрәкәт Пугачев ҡулға алынғас та туҡталмай. Әммә Башҡортостанда каратель корпустары күбәйә, әбей батшаға тоғро ҡалған башҡорт һәм мишәр старшиналары аяуһыҙ ҡоторона башлай. Салауаттың тоғро арҡадашы Ҡәнзәфәр Усаев ҡулға алына. Уҫы юлынан Өфөгә ҡарай юлланған Туҡтамыш Ишбулатов кире ҡайтып китә.
Шулай итеп, батша карателдәре Салауатты ҡулға алалар...
- Салауаттың үҙҙәре өсөн иң ҙур ҡурҡыныс булыуын батша властары ла аңлай. Шуның өсөн улар уны тиҙерәк ҡулға алырға, ғәскәрен тар-мар итергә ашыға. Салауатты үҙ теләге менән баш һалырға өндәйҙәр, уның ике улы менән ике ҡатынын ҡулға алалар. Ләкин Салауат көрәште дауам итә, иптәштәре алдында үлгәнсе көрәшергә ант итә. Өфөнән Салауатҡа ҡаршы подполковник И.К. Рылеевтың корпусын ебәрәләр. 18 сентябрҙә Бир йылғаһы ярында ултырған Тимошкино ауылы эргәһендә, 22 сентябрҙә Елдәк ҡәлғәһенән йыраҡ булмаған Нуркино ауылы янында ул Салауаттың 3 мең кешелек атлы ғәскәре менән 2 тапҡыр ҡаты бәрелешкә инә. Беренсе тапҡыр ҙур юғалтыуҙар менән (400 кеше һәләк була) Салауат Елдәк ҡәлғәһенә сигенә, унан Ҡатау заводы яғына китә.
Салауаттың һуңғы 29-сы алышы ноябрь айында Ҡатау заводы эргәһендә генерал Ф. Ю. Фрейман корпусы менән була. Күрәһең, был ваҡытта Салауат ғәскәре ҙур булмағандыр, сөнки карателдәр менән тулған Башҡортостанда, дөйөм көрәште ойоштороу мөмкинлеге булмаҫын күреп, ул үҙе ғәскәрен киләһе яҙға саҡлы таратып ебәрергә ҡарар итә. Ошо һуңғы алыштан һуң ғәскәрен таратып ебәреп, Салауат үҙенең 4 яҡын көрәштәше менән Урал тауҙарын артылып, ҡаҙаҡ далаларына китергә, унда яңы ғәскәр туплап, киләһе яҙҙа көрәште дауам итергә уйлай. Әммә ул 25 ноябрҙә ҡулға алына. Быныһы инде алыш та, бәрелеш тә түгел: һатлыҡ мишәр старшиналары Мөҡсин менән Йәмғүр Әбделсәләмовтар, Салаутҡа ярҙамға киләбеҙ тип алдап, башҡорт ҡаһарманын ҡулға төшөрәләр. Ошо көндән алып тикшереүҙәр, һорау алыуҙар, язалауҙар башлана һәм улар 339 көн дауам итә.
Йәш батырҙың ғүмере - 45 йыл, шуның 25 йылы тотҡонлоҡта уҙа. Әммә ошо бер йыл буйына алыштарҙа ҡатнашыуы һәм каторгала ғазап кисереүе менән Салауат Юлай улы үҙенә үлемһеҙлек яулай. Башҡорт халҡының Алдар Иҫәкәев, Ҡаһым түрә, Зәки Вәлиди, Муса Мортазин, Миңлеғәли Шайморатов кеүек айбарлы ҡаһармандары исемлегендә легендар Салауат беренсе рәттә, беренсе урында тора, һәм уның исеме халҡыбыҙ хәтерендә мәңгегә ҡаласаҡ.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА