Мин Салауат Юлаев ғүмеренең һуңғы йылдарын үткәргән Рогервикта (хәҙерге Палдиски) 5 тапҡыр булдым. Тәүге тапҡыр барғанда унда эстондар бөтөнләй юҡ ине. Совет хәрбиҙәре йәшәгән ябыҡ ҡала булды ул. Палдиски ни бары бер урамлы ғына бәләкәй ҡала. Беҙ унда Тайфур ағай Сәғитов менән берәр эстонды осратмабыҙмы тип эҙләп тә йөрөгәйнек. Әгәр ҙә Салауатҡа бәйле ниндәйҙер легендалар тыуған икән, улар ситкә киткән эстондар менән бергә юғалған, күрәһең.
Салауат тураһындағы уйҙырмалар менән донъя тулы инде ул. Мәҫәлән, каторгала саҡта Салауаттың һөйгән ҡыҙы булыуы Мостай Кәримдең фантазияһы. Һәр хәлдә, мин документтар буйынса ғына фекер йөрөтәм, ә ундай мөхәббәт тарихы теркәлмәгән.
Икенсенән, Рогервик крепосының тарихын алайыҡ. Уны 1718 йылда Петр Беренсе хәрби караптар инеп ултырырлыҡ порт итеп төҙөтә башлай. Бөтөн яҡтан каторжандарҙы эшкә ебәрәләр. Меңәрләгән әсирҙәр эшләй унда. Эш һәм йәшәү шарттары иҫ киткес ҡаты була. Каторжандар диңгеҙ ярын ике бәләкәй утрау менән тоташтырыр өсөн таштар ташый. Әммә диңгеҙ тулҡыны ташлаған таштарҙың аҫтындағы ҡомдарҙы йыуып, нығытма диңгеҙ төбөнә убылып тик тора. Эштәр бер башланып, бер туҡтатылып, 1768 йылға тиклем дауам итә.
Яңы батша власҡа килгән һайын эштәр яңыртылып тора. Екатерина Икенсе лә эштәрҙе дауам итеп ҡарай, аҙаҡ ул да ҡул һелтәй. 1768 йылда ундағы эштәр бөтөнләйгә туҡтатыла. Ә пугачевсылар Рогервикҡа 1775 йылда ғына килтерелә. 1777 һәм 1797 йылдарҙағы мәғлүмәттәр буйынса, унда унлаған ғына каторжан йәшәгән. Улар төрлө эштәр башҡарған. Рогервикта XVIII быуаттың аҙағында сиркәү төҙөлә башлаған. Пугачевсылар ҙа был төҙөлөштә ҡатнашҡан. Сиркәү эргәһендә бер бина бар, хәҙер унда ашхана урынлашҡан. Уны төҙөүҙә лә ҡатнашҡан салауаттар. Салауат менән бергә булыусылар араһында атаһы Юлайҙан һәм Ҡәнзәфәр Усаевтан тыш, Почиталин, Долгополовтарҙың да булыуы билдәле. 1797 йылда уларҙың барыһы ла иҫән булған әле. Һәр хәлдә, диңгеҙ эсенә таш ташлаған каторжандар кеүек этлек күрмәгәндер улар. Ә теге саҡта әсирҙәр ныҡ ҡырылған булған.
Пугачевсыларҙың каторга урыны үҙенә күрә курорт зонаһы иҫәпләнә. Бигерәк тә йәйҙәрен унда дүрт-биш ай буйына йылы елдәр иҫеп, әсирҙәрҙең һаулығын нығытҡан. Әлеге мәлдә лә Балтик диңгеҙе буйында курорттар эшләй. Ә февраль-март арауығында унда иң ҡаты һауа торошо күҙәтелгән. Каторжандарҙың казематы йылытылмаған. Мин уларҙың эсенә инеп ҡарап йөрөнөм. Стеналары икешәр метр ҡалынлыҡта, ике яҡтан берәр метр ара ҡалдырып төҙөгәндәр. Уртаһында һауаһы булғас, был ысул каземат эсендәге йылыны оҙаҡ ваҡыт һаҡларға ярҙам иткән.
Эстондар өлкән быуын вәкилдәренән һорашып, Салауаттың исемен дә хәтергә ҡайтарғандар. Хатта уның исемен сиркәүҙә "изге" тип теркәп ҡуйғандар. Һуңғы барғанда бер әбей беҙҙе сиркәү буйлап йөрөттө. Ул Салауатты ныҡ яратып һөйләй. Салауаттың исеме эстон фольклорында һаҡланып ҡалыуы хаҡында миңә Дәүләт ағай Мәһәҙиев һөйләгәйне. Имеш, эстон балыҡсылары кистәрен көньяҡтан килгән бер каторжандың йырын тыңларға яратҡан. Көндөҙҙәрен балыҡсылар әсирҙе һыйлаған, ул бигерәк тә кәбеҫтә яратҡан. Хәйер, фараз бер нәмә, ә миңә, ғалим булараҡ, документ, сығанаҡ кәрәк.
Был төбәккә барған һайын Салауаттың ҡәбере хаҡында берәй мәғлүмәт ишетергә теләнек. Әлбиттә, дөйөм ҡәберлектәге меңәрләгән һөйәктәр араһында Салауаттыҡын табыуы мөмкин булмаған эш. 2018 йылда Палдискиға иң аҙаҡҡы тапҡыр барғанда бер энтузиаст ҡатын оҙатып йөрөнө. Ул үҙе, шулай уҡ улдары Салауат менән ныҡ ҡыҙыҡһына икән. Бер тапҡыр ул ҡатындың Салауаттың портретын эшләүе хаҡында әйткәйнеләр. Ҡатын Салауат хаҡында шиғырҙар яҙған. Шуларҙы уҡып күрһәтте. Иң аҙаҡҡы көндә, беҙ ҡайтырға йыйынып бөткәс, ул: "Салауаттың ҡәберен беләм, әйҙә, алып барып күрһәтәм", - тине. Режиссерыбыҙ Таңсулпан Бураҡаева, операторыбыҙ менән тиҙ генә йыйынып киттек. Матур ғына ағаслыҡ араһындағы соҡор һымаҡ уйылған урынға алып килде танышыбыҙ һәм: "Бына ошонда Салауат та, атаһы ла күмелгән", - тине. Ҡатынға был турала ҡартатаһы һөйләгән, ә ҡартатаһына үҙ ҡартатаһы бәйән иткән. Әгәр ҙә археологтар менән барып был ҡәберлекте ҡаҙып ҡарағанда бер сенсация булыр ине лә бит...
Салауаттың, Почиталиндың, Ҡәнзәфәр Усаевтың ҡасан вафат булыуҙары теркәлгән, ә Юлайҙыҡы юҡ. Һәр хәлдә, ул Салауаттан алдараҡ үлгән. Ҡәнзәфәр Усаев Салауаттан һуң үлгән. Ул, мосолман булараҡ, моғайын, Салауатты атаһы янында ерләгәндер, тип уйлайым.
Мирас ИҘЕЛБАЕВ,
яҙыусы, филология фәндәре докторы.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА