«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАБИП БУЛҒЫҢ КИЛҺӘ ТАБИП КӘҢӘШЕНӘ ҠОЛАҠ ҺАЛ!
+  - 


Балаларыбыҙҙың мәктәптәрҙе тамамлап, юғары уҡыу йорттарына һынау тоторға йыйынып йөрөгән мәле. Кемдер инженер, уҡытыусы һөнәрен һайлай, икенселәр - хәрбилекте өҫтөн күрә, ә берәүҙәр табип булырға хыяллана. Йәштәрҙең халыҡҡа хеҙмәт итеп, үҙҙәре матур йәшәргә ынтылыуын, әлбиттә, тик хупларға, уларға уңыштар ғына теләргә ҡала. Бихисап һөнәрҙәр араһындағы табиплыҡта туҡталып, бер аҙ фекер йөрөтмәксемен. Отставкалағы хәрби медицина хеҙмәткәре булараҡ, ана шул юлды һайлағандарға бер-ике һүҙем бар.

Баштан уҡ әйтеп ҡуйырға кәрәк. Егет һәм ҡыҙҙарыбыҙҙың үҙҙәренең киләсәген ошо изге һөнәргә бәйләү ниәте бик яҡшы! Әгәр кемдәргәлер табип булырға яҙған икән, улар быны оло бәхет тип һанарға тейеш. Үҙенең ярҙамы тейгән пациенттарының шатлыҡлы йөҙөн күреп, уларҙың һауығыуынан үҙе үк ғәйәт оло ҡәнәғәтлек кисереп, шунан ҡыуаныс табып йәшәй ул табип халҡы. Һәр ауырыуҙы уңышлы дауалап, һауыҡтырып сығарыу - уның өсөн оло байрам! Иң гуманлы шул һөнәр эйәһе булырға хыял итеүселәргә һәр саҡ изге эштәр генә ҡылып, башҡаларҙан: "Рәхмәт, доктор! Баламды (ҡатынымды, иремде, атайымды, әсәйемде) үлемдән ҡотҡарғаның өсөн үҙең дә ғүмер буйы ҡайғы белмәй йәшә! Изгелегеңде бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ!.." тигән һымағыраҡ тик матур һүҙҙәр ишетеп ғүмер итеүҙәрен теләгем килә. Бынан тыш, әйтәйек, табип йомош менән ниндәйҙер учреждениеға килә. "Ә-ә-ә, доктор килгән, әйҙүк, үт. Ниндәй проблемаларығыҙ бар Фәлән Фәләнович?" Табип, әҙәпле генә итеп, үҙенең үтенесен әйтә. "Эй, нишләп мәшәҡәтләнеп, үҙең килеп йөрөйһөң инде, доктор, телефондан ғына аңғартһаң да булыр ине… Бөгөн үк эшләп ҡуябыҙ уны!" Бына шундай күңелле мәлдәр, әлбиттә, табип тормошонда етерлек. Элегерәк, мин хәрби врач булып хеҙмәт итеп йөрөгән дәүерҙә лә, әленән-әле берәй эш менән штабта ултырған юғары командованиеға мөрәжәғәт итергә тура килгеләй ине. "Бындай кешеләрҙең үтенесен бер ҡасан да кире ҡағыу ярамай", - тип һөйләнә-һөйләнә, берәй оло начальник үҙенең урынбаҫарына минең йомошомдо үтәргә бойороуын ишетеп кинәнә инем. Күптәр үҙҙәренең оло байрамдары уңайы менән ғаилә сараларына ҡунаҡҡа саҡырырға тырышыуҙары ла күңелгә ята. Фиҙаҡәр хеҙмәтеңде күреп баһалаған бәғзе берәү һинең хаҡта гәзит-журналдарға ла яҙа. Ҡыҫҡаһы, данға, шөһрәткә күмелеп, йәшә лә йәшә, әйҙә, һис бер ҡайғы-хәсрәт белмәй, шулай бит?
Әммә, ҡәҙерле туғандар, тормош еле гел генә "ыңғай иҫмәй" шул. "Ҡапҡан һайын ҡаҙы-ял" да һәр саҡ булып тормай. Бына ошо хаҡиҡәтте һәр кем аңларға, тормошҡа реаль күҙлектән сығып бағырға тейеш. Күпмелер аяҙ торған көн дә бер мәл боларып, яуынланып китә. Йәшен, боҙлауыҡтары, ел-дауылдары ла етерлек.
Медицинала һәммә нәмә тик табип теләгәнсә генә бармай. Сирҙәрҙең дә төрлөһө була. Бер үк сирҙе төрлөсә дауалау ҙа кәрәк була ҡайсаҡ. Берәүҙәрҙең организмы көслө иммунитетлы, еңел генә һауығып китә, ә икенсенеке шундай уҡ сирҙе бик ауыр кисерә. Бер пациент тыңлаулы, һинең тәғәйенләгән дарыуҙарыңды дөрөҫ кенә ҡуллана, кәңәштәреңде үтәргә тырыша, ә икенсеһе уға бармаҡ аша ҡарай. Күптәр, баштараҡ әйтмешләй, һиңә рәхмәтле булһа, ҡайһы бер әҙәмдәр һинең ниндәй ҙә булһа берәй етешһеҙлегеңде, кире яғыңды күрергә тырыша, хатта һинең хаҡта насар һүҙ сығарып таратырға әҙер торғандар ҙа осрағылай.
Беҙҙең гарнизон госпиталдәренең береһендә бер прапорщик үпкәһендә үҫкән яман шештән вафат булып ҡалғайны. Хирург уға операция яһауын - яһаған, әммә инде һуңғы стадияһына еткән был сирҙән, әлбиттә, терелтә алмаған. Үҙ ғүмерендә меңәрләгән ҡатмарлы операциялар яһап, абруй ҡаҙанған, полковник дәрәжәһендәге юғары категориялы был хирургты мәрхүмдең туғандары судҡа бирҙе. Йыл да мотлаҡ үтә торған флюорографияны ла инҡар итеп, табипҡа оҙаҡ бармай йөрөгән был пациенттың туғандары, әлбиттә, хаҡлы түгел ине. Әммә, кеше һаулығын һаҡлауға бөтә ғүмерен бағышлаған бына ошо докторҙың суд мәлендәге эске кисерештәре хаҡында тик төрлөсә фаразларға ғына ҡала. Суд яҡлап сығыуына ҡарамаҫтан, хирургтың күңел яраһы оҙаҡ ҡына уңалмай йөрөгәндер, тип уйлайым.
Хирург халҡына ҡайсаҡ йүнәлтеп булмаҫлыҡ сир йә травма менән дә осрашырға тура килә бит. Ҡайһы бер табиптарҙың ошондай осраҡтарға ҡарата әйткән һүҙҙәрен әле булһа иҫләйем. Хеҙмәттәшем, утыҙ алты йәшлек ап-аҡ сәсле медицина подполковнигы Вадим Анатольевич: "Операция мәлендә башымдың бер яртыһы нисек һалдатты үлемдән ҡотҡарып алып ҡалыу тураһында уйлаһа, икенсеһе прокурор иптәште гел иҫтә тота…" - ти торғайны. Тағы бер коллегам: "Пациентыңды ҡотҡара алмаһаң, хәҙер башыңа тондорам", тип, операция ваҡытында артымда берәү күҫәк тотоп торған һымаҡ тоям",- тип көлдөргәйне. Әлбиттә, был көлкө түгел…
Аҙналар буйы туҡтамай эскән бер ирҙе беҙҙең госпиталгә алып килеп еткереү менән уның йөрәге туҡтай. Шул пациентты ҡотҡарып алып ҡалырға тырышҡан дежурҙағы терапевҡа ғәйеп тағырға маташҡандары ла хәтеремдә. Доктор (беҙҙең яҡташ) тейешенсә дауалау ысулдарының барыһын да дөрөҫ атҡарған, әммә оҙаҡ ваҡыт араҡынан ағыуланып, "алкогольная кардиомиопатия" тигән хәлгә барып еткән йөрәк түҙмәгән…
Фәҡәт ошо һөнәргә генә хас булған тағы бер үҙенсәлек. Табип, эш ваҡытынан тыш та, бәләгә тарыған кешегә ярҙам итергә бурыслы, хатта уның өсөн яуаплы ла. Үҙем менән булған бер күңелһеҙ хәл иҫемдә. Йәй көнө, хәрби ҡаласыҡ ситендәге күлгә һыу төшөргә барғанымда, бер балаға ярҙам күрһәтергә маташып та, уны ҡотҡара алмағаным хаҡында. Әйткәндәй, табип та башҡа кешеләр һымаҡ ял итергә хоҡуҡлы. Шулай, бер мәл, йәкшәмбе көн һыу буйына ике улымды эйәртеп алып барҙым. Башҡаларҙан ситтәрәк урында бер аҙ йөҙөп, арып, ярға сығып ултырҙыҡ. Алыҫтараҡ, бер урында ир кешеләр һыуға сумғылағанына иғтибар иттем. Һыу аҫтында бер нәмә эҙләйҙәр буғай. Яҡыныраҡ барып һораштым. Бер малай батты, тиҙәр. Мин дә, башҡаларға ҡушылып алып, тәрәнлеге 2-3 метрға еткән, ныҡ ҡына буръяҡланған һыуға сумып, батыусыны эҙләшә башланым. Ҡыҫҡаһы, әлеге баланы тап миңә табырға насип булған икән. Хәрәкәтһеҙ кәүҙәне һыу төбөнән һөйрәп сығарҙым. Уны ярға алып барырға кешеләр ярҙам итте. Малайҙың тере түгеллегендә шигем дә юҡ, әммә, минең алдымда "үлемде констатациялау" мәсьәләһе тормай ине. Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, табиплыҡ бурысыма ярашлы, уға беренсе ярҙам күрһәтергә тотондом. Яһалма тын алдырып, йөрәгенә "непрямой массаж" да яһалды. Шул арала госпиталдән "скорый" килеп етте. Хатта йөрәгенә укол да ҡаҙап ҡараныҡ, әммә, һыу аҫтында ун биш минуттан ашыу ятҡан кешенең тере сығыуы мөмкин түгел шул (кеше тонсоғоп үлеү өсөн 5-7 минут етә). Үҫмерҙең йөрәген эшләтеп ебәреп булманы… Шуның менән генә эш тамамланһа икән ул. Бер нисә көндән баланың әсәһе мине эҙләп килеп тапҡан (һыу буйында ул балаһы янында юҡ ине). "Балаһына тейешенсә ярҙам күрһәтә алмаған" өсөн ашығыс ярҙам табибына, миңә лә ныҡ ҡына оторо көйәләнеүен белдерҙе. Судҡа биреүен-бирмәне ул, әммә, үҙебеҙҙең "дөйә түгеллегебеҙҙе" уға аңлатып биреү, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, еңелдән булманы. Һис бер ғәйебем булмауына ҡарамаҫтан, күңелдә барыбер ҙә ниндәйҙер яман "тут" ҡалды…
Пациенттарҙы һайлап булмай, уларҙың барыһын да үҙеңә кәрәгенсә үҙгәртеү ҙә мөмкин түгел. Ә бына үҙең белемле һәм шул уҡ ваҡытта кешегә ифрат яғымлы булырға бурыслыһың. Быныһы - закон! Табип үҙ һөнәрен яҡшы үҙләштерергә, уның өсөн алты йыл ғына түгел, ә ғүмер буйы уҡырға ла тейеш. Белемле булып та, кешеләргә тупаҫ мөнәсәбәт күрһәтеү был һөнәр өсөн бөтөнләйгә ят. "Чё тебе надо, чё ко мне пришел?" "Это не мой профиль, иди к неврологу!" "Не ври, чё пытаешься симулировать?" "У тебя ничего не болит, иди отсюда!" "У меня прием окончен, завтра придешь!" Табиптан бына ошоноң һымаҡ һүҙҙәрҙе кемдең ишеткеһе килер ине? Дөп-дөрөҫ, бер кемдең дә!
Әгәр ҙә шулайыраҡ тонда һөйләшә торған ғәҙәтең бар икән, медицинаға бөтөнләйгә яҡын юлау ярамай. Үҙең ниндәй генә насар кәйефтә булма, пациентың был хаҡта белергә тейеш түгел. Иғтибар менән тыңлап, уға яғымлы һүҙҙәр таба белеү кәрәк. Аллаһ илсеһе бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с. "Үҙеңә теләмәгән нәмәне бер ваҡытта ла башҡаларға теләмә", тип әйткән хәҙисе бар.
Киләһе нәмәне лә иҫтә тотоу фарыз.
Әгәр ошо профессияны һайлағанһың икән, нисек кенә арыған булһаң да, хатта төн уртаһында ла дауаханаға саҡыртһалар, унда барырға бурыслыһың. Сирле кеше һинең күңелеңә ятып етмәһә лә, барыбер һин уға ярҙам итергә тейешһең. Бер мәл, инженер һөнәрле бер хәрбигә йомошом төштө (ниндәйҙер бер аппаратты йүнәттергәйнем). Минең йомошом үтәлгәс, теге ағай, һис тартынып тормаҫтан, миңә: "Доктор, с тебя - пузырь!" - тине. Мин, әлбиттә, унан быны көтмәгәйнем, шулай ҙа риза булдым, уға бер шешә ҡуйырға тура килде. Ә иң ҡыҙығы шул: бер нисә көндән мине төн уртаһында госпиталгә саҡырҙылар. Ҡабул итеү бүлегендә әлеге ағай муйынын алға һоноп ултыра, ауыҙынан бер туҡтауһыҙ шайыҡ аға… Тамағына балыҡ һөйәге ҡаҙалған икән. Махсус инструменттар ярҙамында балыҡ ҡылсыған алып ташланым. "Доктор, спасибо большое!" - тине ул. Һәм миңә шунан башҡа бер ни ҙә кәрәк түгел ине. "Кәрәк" тигәндән, хөрмәтле абитуриенттарға тағы шуны әйтәйем тигәйнем:
Үҙегеҙ күрһәткән ярҙам өсөн ауырыуҙан ниҙер һорау мөмкинлеге тураһында ғүмерлеккә онотоу хәйерле. Бына ошоноң һымаҡ тормоштағы һәр төрлө ҡытыршылыҡтарға сабырлыҡ ҡылып эшләүгә әҙер булһаң ғына табип һөнәрен һайлау мөмкин. Ә инде түҙемлегең етмәҫтәй икән, кеше һаулығы менән бәйләнмәгән башҡа төр кәсеп эҙләү яғын ҡарау кәрәк.
Был миҫалдарҙы, әлбиттә, буласаҡ табиптарҙы ҡурҡытыу өсөн килтермәнем. Бер яҡтан, маҡтаулы булған эшеңде һәр саҡ кеше ғүмере өсөн оло яуаплылыҡ тойғоһо оҙатып барасағы хаҡында ғына иҫкәртеүем. Бөгөнгө көндә һәр ҡасабала ҙур абруйлы, халҡыбыҙҙың оло ихтирамына лайыҡ булған докторҙарыбыҙ күп. Уларҙың барыһы ла ел-дауыллы, яуынлы-йәшенле борма-борма юлдар үткән кешеләр булыуына иманым камил. Күптән түгел илебеҙҙең табип һәм табибәләре йәнен-тәнен аямай, ковид тигән афәткә лә ҡаршы тороуы, күптәренең, нәҡ һуғыш яланындағы һымаҡ ана шул изге шул юлда һәләк булыуы хаҡында ла беләбеҙ.
Абитуриенттарыбыҙға, буласаҡ табиптарыбыҙға, шундай һәр төрлө ауырлыҡтарға һис кенә лә бирешмәй, киләсәктә ысын доктор булырға Аллаһ Тәғәлә насип итһен!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

"Киске Өфө" гәзите, №24, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.06.24 | Ҡаралған: 160

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru