Ваҡыты менән миңә, кеше һөйләгәнде яҙаһың да йөрөйһөң, әллә үҙең менән ҡыҙыҡ хәлдәр булмай инде, тип әйтеп тә ҡуялар. Нишләп булмаһын, мәйтәм, була ул минең менән дә фәһемле хәлдәр. Яйы сыҡһа, берәй нәмә яҙырмын әле шунда. Әйтеүен әйттем дә ул... Әммә бына был юлы ла кеше һөйләгәнен яҙырға тура килә. Сөнки, әгәр-мәгәр бындай хәл минең менән була ҡалһа, бындай һынауҙы әллә лайыҡлы үтә алыр инем, әллә юҡ, тигәндәй. Ышанмайһығыҙмы? Әләйһә, әйҙә бына ошо йәш һунарсының һөйләгәндәрен тыңлап алайыҡ әле.
Төштән кире шым ғына ауылдан сығып китеүемә апаруҡ ваҡыт үтеп тә китте. Ҡара әле, яйлап ҡына атлаған һымаҡ булһам да, апаруҡ ара ыратып ташлағанмын икән. Бараһы ергә күп тә ҡалманы. Хәҙер бер аҙ тын алып сәй эсеп алғанда ла була. Арҡаға аҫҡан йәтеш тоҡто (элек уңайлы рюкзак булманы шул) ергә ҡуйҙым да, сылтырап ағып ятҡан шишмәнән һыу алып, сәй ҡуйып ебәрҙем. Урман тыныс, ҡоштар һайрай, тирә-яҡта һиллек. Тәбиғәттең матурлығына һоҡланып ултырҙым әле бер аҙ. Шул арала һыу ҙа ҡайнап сыҡты. Мәтрүшкәле сәй бер аҙ һыуынғансы сылтырап аҡҡан шишмә тауышын бер килке һоҡланып тыңланым. Ҡалын ғына теленгән икмәк өҫтөнә мул ғына ҡаймаҡ һылап, уға тағы бер килке һоҡланып ҡарап ултырҙым. Ҡалай "һоҡланғыс" кеше булды әле был, тип аптырамағыҙ тағы. Тәбиғәткә, икмәк-ҡаймаҡҡа һоҡланыуҙан бигерәк урманды тыңлап ултырам мин. Сөнки урманда һәр ваҡыт уяу булыр кәрәк. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән әйтем тап урман кешеһенә төбәп әйтелгәндер ул. Айыуы, бүреһе, һеләүһене, йыланы, төлкөһө, боланы һәм башҡаһы көн иткән урманда яңғыҙ кешегә үтә һаҡлыҡ кәрәк. Шуға ла мин һаҡлыҡ менән генә (ай-һай, был үтә һаҡ икән, тип кемдер берәү көлөп тә ҡуйғандыр әле) икмәк телемен ҡулға алдым һәм тештәр менән уның бәләкәй генә киҫәген өҙөп алып, ләззәтләнеп сәйнәй башланым. Күҙҙәрҙе йомоп тороп бер аҙ көйшәй биргәс, эҫе сәйгә өрә биреп, уны уртлап ҡуйҙым. Уй, тәмлелектәрен белһәгеҙ ине... Бына ошо уҡ сәйҙе, ошо уҡ ҡаймаҡлы икмәкте өйҙә ашайһың, ә уның тәме барыбер урман тәменә етмәй шул. Ә урманда инде... Ҡоштар һайрай, әкрен генә ел иҫә, сылтырап шишмә аға, елпелдәп күбәләк оса, эшсән ҡырмыҫҡа нимәлер ташый, игәп-мигәп торған кеше юҡ, маҙаға тейгән балалар юҡ, көрәк-бысҡы һорап ингән күрше юҡ. Хөрриәт инде!
Бындай нескә күңелле кеше япа-яңғыҙы ҡара урман буйлап ҡайҙа китеп бара икән, тип аптырап ҡуйыр кемдер. Эйе шул, һеҙгә ҡайҙа китеп барғанды әйтмәй ҙә торам да инде. Әйтәйем әле. Айыуға китеп барам мин! Эйе, эйе, айыуға! Булмаҫ, бигерәк йәшһең бит, тип бот сабыр кемдер. Эйе, шулай, әле мин йәш. Әммә барыбер ҡасандыр тәү башлап минең үҙемә айыу алырға кәрәк бит! Һунарсымын тип йөрөгән булаһың (маҡтанып, тип нисек өҫтәмәйҙер инде), ә үҙеңдең айыу ҙа алғаның юҡ, тип әйтеүсе ҡайһы берәүҙәрҙең ауыҙын ябыр өсөн. Әйткәндәй, минең бығаса урманда япа-яңғыҙым йөрөгәнем юҡ. Гел генә ауылдың иң оҫта һунарсы ағайы менән бергә йөрөйөм. Әле бына теге юлы ул миңә бер килке һынамсыл ҡараштары менән текләп торҙо ла, һунарға барымың бар, тыңлап ҡына йөрөһәң, һинән рәт сығасаҡ, тип әйтеп ҡуйғайны. Нимәгә улайтып әйткәндер инде. Мин уны былай ҙа гел тыңлап йөрөйөмсе. Ә бына был юлы тыңламаным да ҡуйҙым. Уҡыттым тегене, яңғыҙ сыҡтым да киттем урманға. Сәбәбен аңлағанһығыҙҙыр инде. Эйе, дөрөҫ һиҙәһегеҙ, әлеге лә баяғы шул айыу инде. Мәйтәм, айыуҙы яңғыҙ алһам, ике күҙе шарҙай булыр әле һунарсы ағайҙың. Аптырауынан хатта артына ҡолап китер әле.
Айыуҙы нисек алырға уйлайһың, тигән һорауға ла аңлатма биреп китәйем. Кисә генә һунарсы ағай менән болан емтегенә юлыҡҡайныҡ. Боланды айыу йыҡҡан. Эҙенә ҡарағанда айыу бик ҙур, яңғыҙ кеше уны алырлыҡ түгел, тип әйтеп ҡуйғайны һунарсы ағай. Бына ошо һүҙҙәрҙе ишетеү менән минең һул ҡолаҡ ҡарп итеп ҡалды. Ә нимәгә һул ҡолағың ғына ҡарп итте, тип аптырап һорап ҡуйыр кемдер. Бер ыңғайы быныһын да аңлатып үтәйем. Һунарсы ағайҙың әйткән һүҙҙәре минең уң ҡолаҡтан инде лә һул ҡолаҡтан сығып китмәне (уныһы был мәлгә ҡарп итеп ҡалғайны бит инде), ә мейе яғына юл алды. Ә уныһы ошондай елле ҡарар сығарып ҡуйҙы - хатта оҫта һунарсы ла яңғыҙы ала алмаған айыуҙы һин ала алаһың бит!
Һөйләйәсәк хәбәремдең иң ҡыҙыҡ мәле һунар урынына барып еткәс башланып китте. Тәүҙә бына ошо күренеште күҙ алдына килтерегеҙ. Ҡуйы үләнде һул ҡулы менән бер аҙ йырып барған һунарсы тыныс ҡына ҡаршылағы имәнгә үрмәләп менде лә уның олонон ҡосаҡлап ҡатып ҡалды. Ошо уҡ мәлдә ошо имән төбөнә ҡаршы яҡтан һәлмәк кенә баҫып айыу килеп сыҡты. Ул имән төбөндә нишләптер туҡтап ҡалды. Башын күтәрә биреп, тирә-яҡты еҫкәп торҙо ла емтек яғына юл алды. Бына ошо хәл күҙ асып йомған арала булды. Ниндәйҙер сихри көс йәш һунарсыны айыу менән күҙмә-күҙ осраштырманы. Нимәлер йәш кешене оло бәләнән һаҡлап ҡалды. Әгәр улар күҙмә-күҙ осрашҡан булһа, әлбиттә, кеше ғүмере ошонда өҙөлгән булыр ине.
Алдан әйткәнемсә, ситтән ҡарағанда ғына был хәл ғәҙәти күренеш һымаҡ килеп сыҡты. Ә хәҙер мин үҙем нимә кисергәнемде һөйләп үтәйем әле. Күңелле уйҙар менән китеп барған мәлдә ҡапыл ғына миңә ниндәйҙер ҡурҡыныс тулҡын бәрелде. Шунан тағы бер тулҡын һуғылды, шунан тағы... Әйтерһең дә, кемдер мине, ҡурҡыныс яҡында ғына, тип иҫкәртте. Мин күп уйлап торманым. Дөрөҫөн әйткәндә, уйламаным да шикелле. Нисек атлап барҙым, шул ыңғайы эргәләге имәнгә йәбештем дә уға үрмәләп менеп киттем. Ни бары ике метр самаһы үрмәләп өлгөргәнмендер. Шул мәл әлеге лә баяғы иҫкәртеү, туҡта, тип ҡәтғи бойорған һымаҡ булды. Әллә әйтте, әллә юҡ, тигәндәй. Мин имәнде ҡосаҡлап ҡатып ҡалдым. Шул мәл ошо имән төбөнә ҡаршы яҡтан яй ғына баҫып айыу килеп сыҡты! Ә бит яңы ғына тап шул урында мин баҫып тора инем! Ә кемдер мине иҫкәртмәһә... Ҡуй инде, ҡуй, күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Шул мәл теге айыу башын күтәрә биреп еҫкәнә башланы. Кеше барлығын һиҙә был. Әммә, бәхеткә ҡаршы, унда тамаҡ ҡайғыһы көслөрәк булып сыҡты. Ул емтек яғына юл алды. Бына ошо урында, бәхеткә ҡаршы, тип халыҡ бер аҙ дөрөҫ әйтмәйҙер. Нисек инде бәхеткә ҡаршы булһын. Бындай осраҡта бәхеттең ыңғайына тип һөйләр кәрәк.
Өҫтән ҡарап торам, айыу ҡабаланып-ҡорһаланып болан емтеген ашай башланы. Бер аҙ тыныслана биргәс, һунарсы ағай яңылышҡан икән, тип уйлап ҡуйҙым. Айыу әллә ни ҙур түгел икән. Уртаса айыу инде. Хатта уртасанан да бер аҙ ҡалышалыр әле. Шуныһы мине бер аҙ аптыратты. Күп осраҡта айыу емтеккә эңер төшкән мәлдә килә. Ә бына быныһы нишләптер үтә иртә килде. Ярар, берәй сәбәбе булғандыр. Ә хәҙер миңә ни эшләргә? Бер аҙ өҫкәрәк үрмәләргәме? Әллә ошонан ғына атырғамы? Шул мәл әлеге лә баяғы серле иҫкәртеү, тик кенә тор, тип әйткән һымаҡ булды. Мин нисек ҡатып ҡалғанмын, шул килеш тора бирҙем. Шул мәл айыу ашауынан туҡтап ҡалды. Башын күтәрә биреп, бер аҙ урманды тыңланы. Шунан ике аяғына баҫып, бер килке минең яҡҡа текләп торҙо. Әллә мине шәйләне инде, тип ҡот осто. Шул мәл ырылдай-ырылдай минең имән төбөнә тағы бер айыу ҡилеп баҫмаһынмы! Уның ҙурлығын күрһәгеҙ! Иҫ китмәле ҙур, тип өс тапҡыр әйткәндә лә килештереп булмаҫтыр. Бәләкәйерәк ауыл мунсаһындай барҙыр хатта. Бындай дәү айыуҙы күргәс, теге бәләкәй айыу емтек эргәһенән сыйылдай-сыйылдай ҡасып китте. Шул мәл минең тапҡырҙа ғына торған айыу танауын өҫкә күтәреп еҫкәнә башланы. Ниндәй генә ҙур, ниндәй генә көслө булһаң да урман тормошо һәр ваҡыт уяу булырға өйрәтә шул. Бына был дәү айыу ҙа яҡында ғына ниндәйҙер ҡурҡыныс барлығын һиҙә. Әммә был хәлгә тулыһынса төшөнә алмай. Ә мин ни бары ике метр бейеклектә генә баҫып торам! Ярай әле, бәхеттең ыңғайына, был айыуҙың да тамаҡ ҡайғыһы көслөрәк булып сыҡты. Ул яйлап ҡына, үҙ дәрәжәһен белеп кенә емтек эргәһенә барҙы ла уны ашай башланы. Ситтән ҡараһаң, матур күренеш былай. Ҙур айыу тамаҡ туйҙыра. Бәләкәй айыу нимәгәлер өмөтләнеп, тегеләй-былай ситтә йөрөй. Ә һунарсы имән олонона йәбешеп, уларҙы өҫтән күҙәтеп тора. Шул уҡ ваҡытта был күренеш ҡурҡыныс, хатта үтә ҡурҡыныс. Әгәр был айыуҙар кеше барлығын һиҙеп ҡалһа, улар уны шунда уҡ ботарлап ташлаясаҡ. Ярай әле, бәхеттең ыңғайына, һиҙмәнеләр.
Бер мәл ашап туйып алған ҙур айыу бәләкәйе менән булыша башланы. Киткән була ла, быныһы емтеккә яҡынлаша башлаһа, кире борола. Бара бирә лә ҡарап тик ята. Мәле менән бөтөнләй киткән була ла көтмәгән яҡтан кире килеп сыға. Шулай шаяртып-уйнап оҙаҡ йөрөнө улар. Ара-тирә өҙөп-йолҡоп ашаған бәләкәй айыу ҙа туйҙы, буғай. Бына бер мәл ике айыу ҙа юҡҡа сыҡты.
Күптән инде ҡараңғы төн. Мин имән олонона нисек йәбешкәнмен, шул килеш торам. Күптән инде аяҡ-ҡул ҡатты, тән ойоно. Әгәр ошонан имен-аман ҡайтһам, шулайтырмын-былайтырмын, шулайтмаҫмын-былайтмаҫмын, тип әллә ниндәй һүҙҙәр биреп бөтөлдө. Мәйтәм, тормоштоң бар ығы-зығыһы бер сүп кенә икән ул. Матур-татыу йәшәү урынына беҙ күп ваҡыт буш нәмәгә тәмһеҙләшеп, буш нәмә менән булышып, ваҡытты заяға үткәрәбеҙ. Бер-беребеҙгә изгелек эшләү урынына күп осраҡта тап киреһен эшләйбеҙ. Нишләп улайтабыҙҙыр инде. Күп осраҡта тормоштоң йәмен, йәшәүҙең тәмен үҙебеҙ юҡҡа сығарып тик йөрөйбөҙ. Бер-беребеҙгә матур һүҙҙәр әйтергә нишләптер уңайһыҙланабыҙ. Ә насар һүҙҙәрҙе әйтергә һис кенә лә тартынып тормайбыҙ. Әгәр, мәйтәм, ошо һунарҙан тере ҡалһам, томоштоң ҡәҙерен белеп донъя көтөр инем.
Әйткәндәй, тере ҡалдым мин. Икенсе көн "атаҡлы" һунарсыны имән олононан һунарсы ағай төшөрөп алды. Һинең ошо дыуамаллыҡҡа барыуыңды күҙҙәреңә ҡарап алдан һиҙгәйнем, тей. Әммә былай ҡабаланып сығып китер-һең, тип уйламағайным, тей. Ярай, тип арҡанан яратып ала, хата эшләүең артыҡ ҡурҡыныс түгел, дөрөҫ һығымта яһауың мөһим. Әле бына һин айыуҙан саҡ ҡотолоп ҡалдың, ә мин йәш саҡта саҡ бүренән таланманым. Бындай йылы һүҙҙәрҙән һуң минең күңелгә рәхәт булып китә. Нисек һунарсы ағай йәш сағында бүренән таланманы икән, тип һорайһығыҙмы? Яйы сыҡҡанда бер һөйләрмен әле. Әлеге лә баяғы, кеше һөйләгәнен яҙа ла йөрөйһөң, тип әйтмәһәгеҙ инде.
Әғләм ШӘРИПОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА