«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЗГЕЛЕК ҺӘМ ЯУЫЗЛЫҠ
+  - 


Билдәле драматург, режиссер һәм шәхси театры булған Николай Коляданың, донъя бер генә сюжетҡа ҡоролған, тигән фекеренә аптырағайным. Уның әйтеүенсә, был сюжет изгелек менән яуызлыҡтың үҙ-ара көрәшенә ҡайтып ҡала, ҡалған сюжеттар шуның дауамы ғына икән дә баһа... Ҡыҙыҡ, шулай бит? Әле һеҙ уҡыясаҡ кинәйәләге дәрүиштең һорауы һәр кемде борсойҙор. Мин, мәҫәлән, ниндәйҙер кимәлдә яуап таптым да кеүек, әммә ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо ла ҡалды. Һеҙ нисек ҡабул итерһегеҙ?

...Бик борон заманда бер дәрүиш йәшәгән. Ваҡыты-ваҡыты менән ул ҙур ҡалаға барып, үҙе үргән кәрзиндәрҙе һата торған булған. Бер көндө, ҡалаға барышлай, уны: "Ни өсөн Изге, Рәхимле, Ғәҙел, Ҡөҙрәтле булған Хоҙай кешеләрҙең тормошона яуызлыҡ үтеп инеүенә юл ҡуя икән?" - тигән һорау борсой башлаған. Һуңғы тапҡыр ҡалала булғанда ул шул тиклем күп ҡайғы-хәсрәт күреп, аңы менән был хәлде ҡабул итә алмай, йәне көйөп ҡайта.
Юлда уға ҡалаға юл тотҡан монах осрай. Юлдаштарҙың телдәре асылғас, был үҙен борсоған һорауҙары тураһында һөйләй. Уның шул тиклем ныҡ яфаланыуын күреп, сит кеше уны йыуата һәм: "Ҡалаға барып еткәс, Аллаһы Тәғәлә һиңә хәҡиҡәтте асыр, тик һин әлегә бер нәмә лә һорама, бер туҡтауһыҙ доғалар уҡы", - тигән. Был ризалашҡан һәм улар юлдарын дауам иткәндәр. Төнгөлөккә был икәү бер өйгә туҡталғандар. Хужалар уларҙы ихлас ҡабул итә һәм йомарт һыйлайҙар. Өҫтәлдә бик матур көмөш һауыт ултырған була. Йоҡлар алдынан монах шул һауытты тоғона һала. Яңы юлдашын шелтәләргә теләһә лә, дәрүиш вәғәҙәһен иҫләп, бер нәмә лә өндәшмәй. Иртән улар йылға янына килә. Монах тоҡтағы һауытты һыуға ташлай. Төшкә ҡарай юлсылар икенсе ауылға барып етәләр. Уларҙы бер өйгә ашҡа саҡыралар. Киткән ваҡытта уларға эт өрә башлай. Оҙаҡ уйламай, монах уны үлтерә. Шунда өйҙән бер малай йүгереп сыға һәм ҡысҡыра башлай. Дәрүиштең юлдашы малайҙың уң ҡулын шаҡарып һындыра ла, бер ни булмағандай, юлын дауам итә. Асыуы килеп, был тағы ла уйлағанын әйтергә ынтылып ҡуя, әммә вәғәҙәһен иҫләп, тын ҡала.
Ҡараңғы төшкәс, былар ярым емерек өйҙә йоҡларға булалар. Баҡтиһәң, был өйҙә балалар йәшәй икән. Атай-әсәйҙәре үлеп, улар ҡарауһыҙ ҡалғандар. Юлсылар төндө бында үткәрәләр, китер алдынан монах мейестәге ҡуҙлы торонбашты алып, өйгә ут төртә. Дәрүишең тағы ла асыуы ҡуба, тағы ла өндәшмәй.
Улар өсөнсө ауылға килеп етәләр. Бында емерек ҡорам бар икән, әммә әле унда инеп, доға ҡылырға булалар. Монах таш алып, сиркәү тәҙрәһен яра һуға ла, быға иҫе киткән юлдашын ашханаға саҡыра. Бында ингәс, ул хөрмәт йөҙөнән өс тапҡыр сәждә ҡыла. Юлдашының ҡылыҡтарына өйрәнә башлаған дәрүишкә бер туҡтауһыҙ доға ҡылыуҙан башҡа сара ҡалмай.
Ҡалаға етәрәк һуңғы төндә уларҙы урман ситендәге өйгә саҡыралар. Бында балалары булмаған йәш ғаилә йәшәй икән. Иртәнсәк хужалар баҫыуға эшкә китә, былар юлдарын дауам итәләр. Әммә монах кире боролоп, был өйгә лә ут төртә. Ниһайәт, улар ҡалаға барып етә. Дәрүиш юлда булған сәйер хәлдәрҙең мәғәнәһен тиҙерәк белгеһе килә, һәм ул ашығып һорай:
- Кем икәнеңде тиҙерәк әйтә һал!
- Мин - ҡотҡарыусы фәрештә! - тип яуап бирә монах.
- Һин ниндәй фәрештә! - тип асыулана дәрүиш. - Һин шайтандың үҙе! Һин ҡылған әшәкелектәрҙе ендәр генә ҡыла ала. Яҡшы кешеләрҙең ҡунаҡсыллығына һин рәхимһеҙлек менән яуап бирҙең. Һин монах кейемендәге уғры, ут төртөүсе, кеше үлтереүсе!
- Мин ысынлап та фәрештә, һине борсоған һорауҙарға яуап бирер өсөн ебәрелгәнмен.
- Ни өсөн Аллаһ яуызлыҡ ебәрә һуң?
- Һин дөрөҫ уйламайһың, - тип, тыныс ҡына яуап бирә юлдашы. - Мин ысынлап та Фәрештә. Аллаһ һинең ғазапланыуҙарыңды күреп, борсоған һорауҙарыңа яуап биреү өсөн мине ебәрҙе. Беләм: һин минең ҡылғандарыма яуап таба алмайһың. Ни өсөн көмөш һауытты урланыммы? Яуап бирәм: беҙҙе ҡунаҡ иткән өй хужаһының олатаһы уны монастырь сиркәүенән урлаған, шул ҡылығы өсөн быларҙың өс быуыны төрлө ауырыуҙарға һәм сирҙәргә дусар ителгән. Ҡунаҡсыллыҡтары хөрмәтенә мин уларҙы был язанан ҡотҡарҙым. Көмөш һауытты өшкөрөп, һыуға ташланым. Йылғаға кер йыуырға килгән монахтар уны кире тәүге төйәгенә ҡайтарасаҡ.
Үлтерелгән эткә килгәндә, ул ҡотороу ауырыуы менән ауырый ине. Хужаларын таламаһын өсөн уны үлтерергә тура килде. Малайҙың ҡулын һындырҙым, сөнки уның киләсәктә юлбаҫар буласағын белә инем. Зәғиф ҡулы менән ул хәҙер ҡурҡыныс енәйәттәр ҡыла алмаясаҡ.
Ни өсөн етемдәрҙең өйөн яндырҙыммы? Ҡурсауһыҙ ҡалған ул балалар тиҙҙән үлерҙәр ине. Янғындан һуң улар көл араһынан ата-әсәләре йәшергән көмөш аҡсаларҙы табып, Александрияла йәшәгән епископ-туғандарын эҙләп табасаҡ, ул хәстәрлек күрер. Ҙурайғас, малайҙар рухани булыр, ҡыҙҙар кейәүгә сығыр. Әҙәм балалары Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанды ҡайғы-хәсрәт итеп ҡабул итә, ә Ул быны яҡшылыҡ өсөн һәм кешеләр үҙгәрһен, тип эшләй.
Беләм, һин ни өсөн сиркәүҙең тәҙрәһен яра һуҡҡанға һәм ашханаға сәждә ҡылғанға аптырайһың. Сөнки сиркәү тәҙрәһендә бейегән шайтандарҙы күрҙем һәм таш атып ҡыуҙым. Тиҙҙән ул ғибәҙәтхананы ремонтлаясаҡтар. Ашханалағы бер бай сауҙагәр сиркәүҙе ремонлау өсөн бөтә сығымдарҙы ҡапларға вәғәҙә итте. Шуға мин уға өс тапҡыр баш эйҙем.
Һәм һуңғы янған өй тураһында. Мин уны йәш ғаиләне балаһыҙлыҡ ҡәһәренән ҡотҡарыу өсөн яндырҙым. Ул өйҙө ире хәрәм аҡсаға төҙөгән, шуға күрә уларҙың балалары юҡ. Ир кеше үҙ ҡылығына үкенә, тик өйрәнгән йорттан нисек ҡотолорға белмәй интегә. Хәҙер ул хәләл көсө менән ябайыраҡ өй төҙөйәсәк. Хоҙай фатихаһында балалары тыуасаҡ.
Аңланыңмы инде? Һәр нәмәлә Аллаһы Тәғәләнең кешеләргә ҡарата ҡөҙрәте күренә, әммә улар быны күрмәй ҙә, аңламай ҙа. Аллаһ бер ҡасан да яуызлыҡ ҡылмай. Тик кешеләр Уның ҡушҡандарын ҡайғы-хәсрәт тип һанай, яҡшылыҡ һәм төҙәтеү өсөн эшләүен аңламай.
Шуға күрә, һәр нәмәлә Хоҙайҙың ғәҙеллеген күрә белергә кәрәк...

Радик ӨМӨТҠУЖИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.06.24 | Ҡаралған: 147

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru