«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХЫБЫҘ МЕНӘН ТАНЫШТЫРАБЫҘ!
+  - 


Ошо көндәрҙә Шишмә районында Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит үҙәген асыу тантанаһы уҙҙы. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

600 квадрат метрҙан ашыу майҙанлы был бина - Алтын Урҙа осорона ҡараған тарихи ҡомартҡылар, йәғни Турахан һәм Хөсәйенбәк кәшәнәләре янында формалашҡан туристик кластерҙың беренсе объекты. Бындағы төп объект яҡынса 20 мең квадрат метр майҙанлы Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы буласаҡ. Уның эргәһендә Башҡорт аты һәм һунарсы ҡоштар үҙәге, шулай уҡ СПА-шифахана асырға ниәтләйҙәр.
Башҡортостан Башлығы республика халҡын Визит үҙәге асылыу айҡанлы ҡотланы һәм музей комплексын булдырыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Бөгөн беҙ республика өсөн әһәмиәтле яңы объект - Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының Визит үҙәген асабыҙ. Был ҙур ғилми проекттың башы. Боронғо заманда ата-бабаларыбыҙ күсмә тормош алып барған һәм Евразия биләмәһендә йәшәгән күсмә ҡәбиләләрҙең ҙур берләшмәһенә ингән. Урта быуаттарға ҡараған Турахан, Хөсәйенбәк кәшәнәләре боронғо цивилизация үҙәктәренең береһе булған. Бында Волга буйы Болғарынан Урта Азияға һәм Себергә сауҙа юлдары үткән. Сикһеҙ киңлектәр буйлап күсеп йөрөп, күсмә халыҡтар ҡәбиләләрҙе, ерҙәрҙе берләштереү һәм башҡорт этносын формалаштырыуҙа ҙур тарихи роль уйнаған. Рус Православие Сиркәүенең Нәшриәт советы рәйесе, Калуга һәм Боровск митрополиты Климентҡа славян яҙмаһының иң боронғо ҡомартҡыларының береһе булған Остромир Евангелиеһы күсермәһен тапшырғаны өсөн айырым рәхмәт белдерәм. Китап музейҙың тәүге экспонаттарының береһе буласаҡ. Бынан тыш, былтыр республикаға Ғосман Ҡөрьәненең күсермәһе тапшырылғайны. Был Ташкентта Ҡөрьән музейында һаҡланған китаптың берҙән-бер алтын күсермәһе. Ғосман Ҡөрьәне - VII быуатҡа ҡараған изге Ҡөрьәндең иң боронғо алты күсермәһенең береһе. Ә буласаҡ Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы галереяһы өсөн бер нисә художестволы картина әҙерләнә. Тап бында туристарҙы, республика ҡунаҡтарын үҙенә саҡырып торорлоҡ урын булдырырға теләйбеҙ. Традицияларыбыҙҙы һәм мәҙәниәтебеҙҙе тулыһынса сағылдырырға тырышасаҡбыҙ, - тине Радий Хәбиров.



Визит-үҙәкте асыу тантанаһында абруйлы ҡунаҡтар ҙа сығыш яһаны. Улар араһында федераль һәм төбәк власть органдары вәкилдәре, Рәсәй һәм сит ил ғалимдары һәм тикшеренеүселәре, конфессияларҙың рухи лидерҙары, шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрҙәре бар ине. Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова музей комплексы объекттарының әһәмиәтен юғары баһаланы. Ул Башҡортостандың уҙған йылда Роспатент тарафынан "Башҡорт аты" атамаһына хоҡуҡ алыуы тураһында иҫкә төшөрҙө һәм был юлы Радий Хәбировҡа "Башҡорт шәле" географик атамаһының дәүләт теркәүе үтеүе тураһында таныҡлыҡ тапшырҙы.
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Чернышенко урынбаҫары Антоний Швиндт билдәләүенсә, Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы проекты "Архитектура мираҫы" Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инде. "Ҡунаҡсыл башҡорт ерендә, Көнсығыш менән Көнбайыш тоташҡан урында ҙур музей комплексы барлыҡҡа килә. Ул ватандаштарыбыҙҙың хәҙерге быуынын ата-бабаларыбыҙ мәҙәниәте менән таныштырыуға, шулай уҡ яңы фәнни проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк" , - тине Антоний Швиндт.
Тантанала Татарстан Республикаһының Фәндәр академияһы президенты Рифҡәт Миңлеханов, Үзбәкстан тарихы дәүләт музейы директоры Жанат Исмаилова, Монголия фәндәр академияһының Сыңғыҙхан Милли музейы директоры Чулуун Сампилдондов, Ҡырғыҙ Республикаһы Милли тарихи музейы директоры урынбаҫары Замира Бегалиева, Әзербайжандың Гобустан милли тарихи-художество музейы директоры Вугар Урфат оғлы Исаев, Ҡаҙағстандан рәссам-реставратор Ҡырым Алтынбәков сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Улар Башҡортостан халҡын яңы объект асылыу айҡанлы ҡотланы һәм Евразия халыҡтарының тарихи мираҫының уртаҡлығын билдәләне. Яңы музей комплексын булдырыу Урта Азия дәүләттәренең фәнни һәм мәҙәни йәһәттән тәжрибә уртаҡлашыуына, шулай уҡ күсмә халыҡтарҙың йолаларын һәм традицияларын һаҡлауға яңы көс бирәсәк. Сит ил вәкилдәре Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейына үҙ халыҡтарының традицион эйәрҙәрен тапшырҙы.



Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм абруйлы ҡунаҡтар шулай уҡ яңы объектты ҡараны һәм уның мөмкинлектәре менән танышты. Бинала буласаҡ Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының мини-экспозицияһы, лекциялар һәм презентациялар үткәреү өсөн амфитеатр, шулай уҡ кафе һәм сувенир тауарҙары магазины урынлашҡан. Объекттың ҡыйығында күҙәтеү майҙансығы йыһазландырылған, был урындан Турахан кәшәнәһенә һәм уға илтеүсе 600 метрҙан ашыу оҙонлоҡтағы һуҡмаҡҡа күренеш асыла. Визит үҙәге бинаһы янында автомобилдәр ҡуйыу урыны һәм мәҙәни-күмәк саралар өсөн асыҡ зона булдырылған.
Кәшәнә эргәһендә Нияз Мәжитов исемендәге Башҡорт археологик экспедицияһы ҡаҙыу эштәрен дауам итә. РФА Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институты директоры вазифаһын башҡарыусы Илшат Бахшиев һөйләүенсә, уның эш һөҙөмтәләре мавзолей төҙөлөшөндә ҡулланылған мәғлүмәттәрҙе аныҡларға ярҙам итә. Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин аңлатыуынса, мавзолейға инеү урынында уны эске яҡтан һаҡлау өсөн быяла ҡуйыу планлаштырыла. Республика Башлығы кәшәнәне лә ҡарап, ғалимдарҙың бурысы - мавзолейҙы бөгөн нисек бар, шулай һаҡлап ҡалыу, тип билдәләне. "Был республика һәм бөтә ил өсөн бик мөһим проект. Музей комплексы етди фәнни эҙләнеүҙәргә нигеҙләнеп булдырыла, һәм ул даими үҫешәсәк. Яңы майҙансыҡ шулай уҡ үҙ тарихына һәм мәҙәниәтенә хөрмәт нигеҙендә төрлө илдәрҙең халыҡтарын берләштерә. Һәм, әлбиттә, бында ҙур туристик үҙәк формалаша", - тине Радий Фәрит улы.
Әйткәндәй, сара барышында Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы проекты тураһында "Самрау" мәҙәни мираҫты һаҡлау фонды белгестәре тарафынан төшөрөлгән "Көс урыны. Турахан визит үҙәге" документаль фильмы ла күрһәтелде. Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында төшөрөлгән фильмды шулай уҡ 11 июлдә БСТ телеканалында киске сәғәт 8-ҙә ҡарарға мөмкин ине.


"Киске Өфө" гәзите, №27, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.07.24 | Ҡаралған: 62

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru