Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылы ир-уҙаманы, дуҫым Ислам Булатов Өфө урман хужалығы техникумын тамамланы, һөнәре буйынса урмансы. Бөгөн эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Аттарҙы Ислам ниндәйҙер табыш алыр өсөн түгел, ә атһыҙ йәшәй алмағаны өсөн тота. Уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттем.
Ислам дуҫ, һин бер мәртәбә пионер борғоһо эҙләгәйнең. Уның ярҙамында ҡырҙа йөрөгән аттарымды өйгә саҡырып ҡайтарам тигәйнең. Борғо таптыңмы, ғөмүмән, нисек уның ярҙамында эш итеүең хаҡында ентекләберәк һөйлә әле?
- Таптым пионерҙар ҡоралын. Борғо ҡысҡыртып аттарҙы саҡырыу әле генә барлыҡҡа килгән ысул түгел. Элек беҙ мәктәптә уҡыған саҡта ла уны файҙалана инек. Ағас араһында, тау артында йөрөгән аттарҙы ҡысҡырып ҡына саҡырыу мөмкин булмаған эш. Беренсенән, нисек кенә ҡысҡырһаң да, борғоға еткереп булмай, тауышың уларға барып етмәй, икенсенән, күренмәгән ерҙә йөрөгән аттарға нимә тип ҡысҡырһаң да, ат һине ишеткән хәлдә лә, саҡырғаныңды аңламаясаҡ. Шуға күрә лә мин өй янында саҡта аттарыма бесән, һоло, ем бирер алдынан борғо ҡысҡыртам. Быны бер нисә тапҡыр ҡабатлаһаң, малҡайҙарың борғо тауышын ашарға саҡырыу тип ҡабул итеп өйрәнә. Әле ҡыш булһынмы, йәйме, көҙмө, яҙмы, өйөмдән сығып борғо ҡысҡыртыуым була - аттарым бәйгелә сапҡандай осоп-елпенеп елдереп ҡайтып инәләр. Ҡайтып инәләр ҙә, линейкаға теҙелгән пионерҙар шикелле тураға ҡатып күҙемә ҡарайҙар. Мин уларға "Смирно!" тигән команда бирәм дә, рапорттарын ҡабул итеп, үҙҙәрен һыйларға тотонам.
Тәүге тапҡыр ҡасан атҡа менеп йөрөнөң, шул хаҡта һөйлә әле? Ҡурҡманыңмы?
- Тәүге тапҡыр атҡа ултырғанда әле мәктәпкә бармағайным. Беҙ, ғөмүмән, ул заман малайҙары әле велосипедта ла йөрөргә өйрәнмәйенсә, атҡа атлана инек. Бер мәл ағайым мине атҡа мендереп, Һаҡмарға һуғарып килергә ебәрҙе. Атым башын түбән эйҙе лә, миңә баш бирмәйенсә, йылғаның уртаһына китеп тик бара. Мин иларға тотондом. Шунда еңгәй тейешле кеше йылғала кер сайҡап тора ине. Ул минең хәлде аңланы ла, атымды етәкләп сығарып ҡайтарып ебәрҙе. Баҡтиһәң, аттар йылғаның тәрән еренән, һыуҙың таҙаһын эсәләр икән. Ул еңгәй әле Һынташта йәшәй, күрешкән һайын бала сағымдың атты һуғарыуға бәйле ошо мажараһын иҫкә төшөрөп, һөйләшеп алабыҙ.
Башҡорт тоҡомло аттарға мөнәсәбәтең нисек? Улар башҡа аттарҙан ни яғы менән айырыла, күҙәткәнең бармы?
- Беҙҙең аттар айырыуса тоҡомло. Мәҫәлән, башҡорт тоҡомло ат тотҡан кешеләр көтөү көтөп йөрөмәй. Өйөрҙө айғыр үҙе көтә, уны ҡайһы ергә өйрәтһәң, шул тирәнән аттарын ебәрмәй тота. Беҙҙең аттар йөккә лә талымһыҙ. Мин әле урманда эшләгәндә Ҡаҙағстандан еҙнәйем килгәйне. Милләте - ҡаҙаҡ. Ул минең менән ҡышҡыһын санаға ултырып, урманға барҙы. Еҙнәй юлда беҙҙең аттарға һоҡланып: "Аттарығыҙ ҡандай арыу, беҙҙең аттар булһа, әллә ҡасан ҡоларҙар ине", - тине. Беҙҙең аттарға ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләргә лә кәрәкмәй, улар тибендә йөрөп, үҙҙәрен үҙҙәре ҡарай. Мин аттарымды ҡыш ҡар ҡалын ятҡанда йә яҙға ҡарай ғына өйөмә алып ҡайтып ҡарайым. Ҡыш уларға хатта һыу эсерергә лә кәрәкмәй, ҡар ашайҙар. Көҙгә ҡарай көрәйгән башҡорт аты ябыҡмайынса ҡыш сығырға һәләтле. Башҡорт тоҡомло аттың ите лә етеҙ, ҡаҙыһы татлы була. Күрше ауылдағы өйөргә ҡарасәй тоҡомло айғырҙы алып килеп ҡушҡайнылар, хәҙер унан тыуған аттар иткә эшкинмәй, ҡоро һөлдә генәләр.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА