«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ӨФ" ИТЕП КЕНӘ ЙӘШӘТӘЙЕК ӘЛЕ БАЙ ТАРИХЛЫ БАШ ЙОРТОБОҘҘО!
+  - 


Өфө ҡалаһы урамдары буйлап үткәндә бындағы күп ҡатлы йорттар, һәр саҡ яңыртылып торған юлдар, парктарҙа шаулап үҫкән ағастар, кис етеү менән былҡылдап ҡабынған ут бағаналары ниндәй тарих һаҡлай икән үҙҙәрендә, тип уйланаһың. Ә бына был ҡалала донъяға килеп, ғүмер буйы ошонда йәшәгән кешеләр күңелендә ниндәй хәтирәләр бар? Өфө ҡәлғәһенең 450 йыллыҡ күркәм байрамы айҡанлы, тормошо ошо ҡала менән тығыҙ бәйләгән башҡорттарҙың береһе, билдәле балет бейеүсеһе, Башҡорт опера һәм балет театрында хореограф, педагог-репетитор, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Әхтәм улы АБУШАХМАНОВ менән әңгәмәләштек. Үҙебеҙҙең һорауҙарға яуап та тапҡандай булдыҡ.

Әңгәмәне, Өфө башҡорто булараҡ, һеҙҙең баш ҡала тураһындағы хәтирәләрҙән башлап ебәрәйек. Һеҙ белгән элекке Өфө ниндәй ул?

- Минең бала саҡ хәтирәләрендә һаҡланған Өфө менән хәҙергеһе араһында айырмалар бик күп. Ҡала хәҙер бөтөнләй башҡаса. Элек йорттар әҙерәк, ә ағастар күберәк, тирә-йүн йәшелерәк ине. Беҙҙең бала саҡта иркенләп уйнарға урындар ҙа күберәк булды. Ағиҙел иһә, быйылғы ямғырлы йылдағы кеүек, гел дә ярҙарына тулышып, шаулап ағып ятты. Ә Салауат Юлаев һәйкәле әлеңге кеүек йәшкелт түгел, ҡарағусҡыл төҫтә булып, шунлыҡтанмы, мөһабәтерәк тойола ине...
Миңә алты йәш тулғансы беҙ Өфөнөң Киров урамында йәшәнек, йорт ҡаршыһында завод төҙөлә ине. Беҙ күсенеп киткәнсе лә шул завод төҙөлөшө дауам иткән һымаҡ хәтерләйем, төҙөүселәрҙең көн буйына свай ҡаҡҡан тауыштары иҫтә тороп ҡалған. Ә беҙ, бәләкәй балалар, шул завод эргәһендә велосипедта йөрөйбөҙ, ҡағыҙ осорғостар ебәрәбеҙ. Әммә миңә ете йәштә Ғафури урамына 48-се йортҡа күстек һәм ошо урамды мин айырыуса яҡын күрәм. Тыуған яҡҡа тарта, тиҙәр бит әле. Мин дә Өфөнөң башҡа райондарында, бик матур урындарында булғаным бар, ләкин Телеүҙәк тирәһе гел үҙенә тартып тора. Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡатыным Римма Закирова Ғафури урамы 13-сө йортта үҫкән, хәҙер ғаиләбеҙ менән 19-сы йортта йәшәйбеҙ. Бер урталыҡта, бер тирәлә булған бит юлдарыбыҙ.
Бала саҡта кешеләр һәм ваҡиғалар ныҡ иҫтә ҡала. Үҙәк баҙарҙа ул ваҡытта рәт-рәт теҙелешеп ултырып, ҡыҙҙырылған көнбағыш, төрлө башҡа тәмлекәстәр һата торғайнылар. Беҙ унда ағайымдың тыуған көнө - 20 августа һәм минекендә - 31 августа әсәйем менән ҡарбуз һатып алырға бара инек. Ул ваҡытта ҡарбуз бөтә урында ла һатылмай. Ҡарбузды туҡылдатып ҡарап һайлап алып ҡайтыуҙар, ә бер тапҡыр ағайымдың ҡулынан төшөп китеп, "минең" ҡарбуз ярылыуы ҡыҙыҡлы хәтирәләр булып ҡалған ул ваҡыттағы баш ҡала һәм бала саҡтан.
Ағайым менән беҙ хәҙерге Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһында уҡыныҡ. Мин өсөнсө класты тамамлағас, Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһына (хәҙер колледж) күстем. Ҡайһы ваҡыт дәрестәрҙән һуң ағай менән икәүләп ҡаланың ҡыҙыҡ урындарына бара торғайныҡ. Ул мине бер тапҡыр Өфөгә килгән зоопаркка ла алып барҙы һәм шунда тәүге тапҡыр арыҫланды, башҡа төрлө хайуандарҙы күргәйнем. Иҫем китеп, тирә-яҡҡа ҡарап йөрөп, ишәк өҫтөнә барып мендем. Бала сағыбыҙ шулай күңелле үтте, сөнки бер үҙеңме, йәки дуҫтарың менәнме, бер нәмәнән дә ҡурҡмай, оҙаҡ итеп урамда йөрөргә мөмкин ине. Ә бөгөн мин үҙем атай кеше, балаларымды яңғыҙҙарын ҡайҙалыр оҙаҡҡа ебәрергә ҡурҡам. Машиналар ҙа күбәйҙе, башҡа төрлө хәүеф тә артты.
Элек бит кешеләр ҙә башҡаса ине. Бер ваҡыт әсәйем 15 тин бирҙе лә, туңдырма һатып алырға киттем. Ул саҡта мәктәпкә лә бармағайным әле. Туңдырманың 15 тинлеге булмай сыҡты, 20 тинлеге генә ҡалған. Нимә эшләргә белмәйенсә, магазин алдында торам да торам. Эргәмә бер бабай килде лә, нишләп тораһың, тип һорашып, 20 тин тоттороп китте. Уның аҡсаһына туңдырма һатып алып, әсәйемә 15 тинде кире алып ҡайтып биргәс, ул: "Нишләп теге бабайға шул аҡсаңды бирмәнең?" - тип көйҙө. Киров урамындағы йорттоң тәҙрә төбөндә ҡом менән уйнап ултырғанымда бер оло ғына ағай: "Мә, кәрәкме?"- тип, ҡулыма шар тоттороп киткәне лә хәтеремдә. Бына шулай, ул ваҡытта кешеләр бер-береһенә ҡарата йылыраҡ, эскерһеҙ мөнәсәбәттә булған. Хәҙер балаларҙы, киреһенсә, таныш булмаған кешенән бер нәмә лә алмаҫҡа, бер нәмәгә лә теймәҫкә, хатта таныш булмағандар менән аралашмаҫҡа, һүҙ ҡушһалар, ситкәрәк китергә өйрәтәбеҙ.

Шәхесте мөхит формалаштыра, тиҙәр. Һеҙ үҫкән мөхит ниндәй булды?

- Беҙҙең ғаиләне беләһегеҙ, ағайым менән бәләкәйҙән театрҙа үҫтек, тиһәк тә була, гастролдәргә һәм репетицияларға йөрөнөк. Ҡайһы ваҡыт спектаклде сәхнәгә сығарыр алдынан репетициялар 7-8 сәғәт бара, беҙ йә сәхнә артында, йә тамашасы залында ултырабыҙ. Артистарҙың һүҙҙәрен вис ятлап бөтә инем шунда йөрөп һәм ҡайсаҡ шуҡлыҡҡа барып, режиссер ярҙамсыһы булған әсәйемә кем ниндәй урында дөрөҫ әйтмәне тип ошаҡлай ҙа инем. Үҙебеҙ ҙә бәләкәйҙән сәхнәгә сыҡтыҡ. Тәүге ролде "Ғәлиәбаныу" спектаклендә уйнаным, һүҙҙәрем дә бар ине. Спектаклдән һуң тамашасылар алҡышлай, ә гастролдәр тамамланғас, хатта күпмелер аҡса ла түләнеләр. Күңел "ағыуланды". Унан һуң, атайымды сәхнәлә күреп йөрөүебеҙ ҙә тәьҫир иткәндер беҙгә. Сөнки атай кеше малайҙарға үрнәк бит ул, уға оҡшағың килә һәр ваҡыт. Шулай ҙа беҙ үҙ юлыбыҙҙы һайланыҡ: мин балет бейеүсеһе, хәҙер балетмейстер, ағайым актер һәм режиссер. Барыбер сәхнә, спектакль, театр эргәһендәбеҙ.

Беҙ һеҙҙең атайығыҙ Әхтәм Әхәт улы Абушахмановты сәхнәләге ролдәре аша бөйөк артист тип беләбеҙ һәм ғорурланабыҙ. Ә һеҙҙең өсөн ул ниндәй шәхес?

- Бала саҡта атайыбыҙҙың артист булыуын, уның бөйөклөгөн аңлап та етмәй инек. Был шулай булырға тейеш, тип уйлағанбыҙҙыр инде. Ә хәҙер, үҙемдең дә ғаиләм һәм балаларым булғас, атайым һабаҡтарын иҫкә төшөрәм. Киров урамындағы хәҙерге сиркәү урынында "Йондоҙ" кинотеатры ине һәм шуның тирәһендә бәләкәй генә паркка ҡышҡыһын атай икебеҙҙе лә санала йөрөргә алып сыға торғайны. Әйткәндәй, был кинотеатрға әсәйем яғынан өләсәйем менән һинд киноларын ҡарарға йыш бара инек. Өләсәй русса бөтөнләй аңламай ине, шуға мин уға тәржемә итеп ултырам да, онотолоп китеп тынып ҡалһам: "Нимә тип әйттеләр? Нимә тинеләр?" - тип ипләп кенә төртөп ала торғайны. Бирелеп ҡарай торғайныҡ шул һинд киноларын. Атай менән йәйгеһен бергәләшеп балыҡҡа ла йөрөнөк, ә баҡса биргәстәр, шуны ҡараныҡ һәм ундағы өйҙө нигеҙенән алып ҡыйығына тиклем үҙебеҙ һалдыҡ. Ул беҙҙе, үҙе әйтмешләй, ҡул эшенә өйрәтте. Шуға һаман да үҙем оҫталар эшен башҡарырға яратам, үткән аҙнала ғына балаларға карауаттарҙы үҙем ҡороп ҡуйҙым. Һәм шулай дөрөҫ тә, сөнки ир кешенең ҡулы эш белергә тейеш. Йыш ҡына осраҡта "Ир-егет йорт һалырға, ағас ултыртырға, ул үҫтерергә тейеш", тигән ҡағиҙәне ҡулланабыҙ, әммә мәғәнәһен тулыһынса аңлап та етмәйбеҙ кеүек. Бәлки, ир өй һалғанда һәм ағас ултыртҡанда улы менән бергә эшләргә, шул рәүешле нәҫеленә үрнәк күрһәтергә тейештер. Был йәһәттән дә атайым беҙгә үрнәк.

Ул заманда бик һирәк ғаиләләрҙә балаларына башҡорт телен өйрәтеп үҫтергәндәр, һеҙҙең ғаиләлә был мәсьәлә нисек ҡуйылғайны? Хәҙер үҙегеҙ балаларығыҙҙы шулай уҡ туған телде өйрәтеп тәрбиәләйһегеҙме?

- Атай-әсәйем өйҙә тик башҡортса һөйләште, Башҡорт академия драма театрында ла барыһы ла туған телебеҙҙә аралашты, балаларын башҡорт мәктәбенә уҡырға бирҙеләр. Ләкин хореография училищеһына уҡырға ингәндән бирле башҡортса тик өйҙә генә һөйләшергә тура килде. Эйе, балаларыбыҙға ла туған телде өйрәтергә тырышабыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, был ауырыраҡ бирелә. Әлбиттә, өйҙә улар туған телдә аралаша, әммә был ғына етмәй. Улар башҡорт телен мин белгән ҡәҙәре лә белмәҫ, тип борсолам хәҙер. Бында интернет заманының балаларҙы ылыҡтырғыс һәр төрлө ысулдары булыуы, унда башҡорт телендә ҡыҙыҡлылары етешмәүе лә үҙ ролен уйнамай ҡалмай. Ғөмүмән, йәш быуынға туған телде өйрәтеү мәсьәләһе хәҙер ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла көнүҙәк: Әбйәлилгә йыл да ҡайтабыҙ һәм ауылдаштар минең балалар менән башҡортса һөйләшеүемә аптырай, "Ҡаланан килеп, ҡарасәле, башҡортса һөйләшәләр", - тиҙәр. Ауылдарҙа ла туған телен белмәй үҫеп килгән балалар бар, ҡыҙғанысҡа күрә.

Рудольф Нуриев "Сыңрау торна" балетын ҡарап, был сәнғәткә ғашиҡ булған, тиҙәр. Ә һеҙ ниңә балетты һайланығыҙ?

- Мин тәү күреүҙән үк балетҡа ғашиҡ булманым. Уның ниндәй ауыр һөнәр икәнен аңлап та етмәй инем уҡырға ингәндә. 20-се мәктәптәге дуҫтарыма: "20 йыл эшләйем дә, хаҡлы ялға сығам", - тип маҡтанғанмын. Ул ғына пенсия хаҡына йәшәп булмаҫын кем белгән инде! Хореография колледжына халыҡ бейеүе курсында уҡырға теләп индем, ләкин мин барған йылда был курсҡа йыйманылар, аҙаҡ күсергә булыр, тинеләр. Өс йылдан күсергә мөмкинлек булғайны ла, БАССР-ҙың халыҡ артисы Юлай Ғиниәт улы Ушанов уҡытырға килде һәм... күңелдәргә ҡуҙ һалды - уҡытыусы ла үрнәк булырға тейештер. Уға ҡарап, беҙҙең дә данлыҡлы балет бейеүсеһе булырға теләгебеҙ уянды. Балет донъяһына минең юлым шулай башланды. Ҡәҙимге театрҙағы кеүек, балетта яңы спектаклдәр йыш ҡуйылмай, ә дәүләт заказы буйынса ғына эшләнә. Сөнки балет - ҡатмарлы әҫәр, ул күп кешеләрҙең хеҙмәт емеше, күп сығымдар талап итә. Шуға, йылына бер яңы спектакль ҡуябыҙ, йәки ике йылға бер спектакль. Драма театрында спектакль ҡуйылғандан һуң бер нисә йыл уйнала ла репертуарҙан төшөп ҡала, ә беҙҙә улай түгел. Мәҫәлән, "Аҡҡош күле" ике йөҙ йыл бара һәм шулай дауам итәсәк тә. "Сыңрау торна"ны ла бөтә донъя башҡорт классикаһы тип белә, ул да репертуарҙа бар.
Шулай ҙа беҙ ҙә тик ултырмайбыҙ, бынан бер нисә йыл элек Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында "Таштар нимә тураһында өндәшмәй" тигән һәм Йөрәктау легендаһы буйынса "Һүнгән йондоҙ яҡтыһы" тигән спектаклдәр ҡуйғайным, әле бына "Ете ҡыҙ" балеты буйынса эшләйбеҙ. Һуңғыһын ул ваҡытта театрыбыҙҙың директоры Илмар Әлмөхәмәтов һәм Галина Йыһанова ижад итеп, миңә тәҡдим иттеләр. "Ете ҡыҙ" буйынса бер йыл эшләйбеҙ, ҡайһы бер үҙгәрештәр ҙә индерҙек. Спектаклдең премьераһын Өфө ҡәлғәһенең 450 йыллығына арнап, тамашасы иғтибарына август айында тәҡдим итергә ниәтләгәйнек тә, балет труппаһын концертҡа саҡырыуҙары сәбәпле, октябрь айына күсерҙек. Шулай уҡ баш ҡалаға ла, Республика көнөнә лә арнап, 10 һәм 12 октябрҙә күрһәтәсәкбеҙ. Башҡорт халыҡ легендаһына нигеҙләнгән тағы бер балет буласаҡ.

Әңгәмә һуңында баш ҡала темаһына тағы бер ҡайтып, һеҙҙән йылдан-йыл үҙгәреп торған Өфөнөң күңелегеҙгә ятҡан һәм бик үк оҡшап етмәгән яҡтары ниндәй икәнен дә ишетке килә?

- Өфө йылдан-йыл заманса ҡалаға әүерелә бара. Бының һәйбәт яҡтары күп, шулай ҙа күңелһеҙ күренештәре лә юҡ түгел: бейек һәм ялтырап торған яңы йорттар, биналар ҡалҡып сыға ла, быға тиклем эргәләренән үткәндә хәтирәләрҙе яңыртып, һырлы ҡапҡаслы тәҙрәләре күңелдәрҙе йылытып ултырған өйҙәр юҡ була. Ә элекке шул өйҙәрҙең ҡайһы берҙәрен тыштан да, эстән дә яңыртып, тарихи йөҙөн һаҡлап ҡалһалар, ҡайһылай матур булыр ине. Бындай өйҙәр торған урамдарҙан балалар менән йәйәү йөрөргә мөмкин булыр ине. Бына Октябрь революцияһы урамы йәйәүлеләр өсөн генә тәғәйенләнәсәк, тип ишеткәйнем. Бик шәп буласаҡ был. Баш ҡалаға килгән ҡунаҡтарға Салауат Юлаев һәйкәле һәм Совет майҙанынан тыш, күрһәтер, хайран итер матур урындарыбыҙ күберәк кәрәк. Юғиһә, ҡунаҡтарҙы башҡорт донъяһы, республиканың тәбиғәте менән таныштырыу өсөн ҡаланан ҡайҙалыр ситкә, Инйәр буйҙарынамы, Бөрйәнгәме алып барырға тура килә.
Һуңғы йылдарҙа баш ҡалала күңелгә ятҡан үҙгәрештәрҙән - велосипедсылар өсөн айырым юл һыҙаттары эшләнде. Мин эшкә лә, магазинға ла самокатта йөрөйөм һәм айырым һыҙат булыуы бик уңайлы. Әммә әлегә барыһы ла был яңылыҡҡа күнегеп бөтә алмаймы, машиналарҙа ла ошо һыҙаттан йөрөүселәр, хатта махсус юл һыҙатын туҡталҡаға әүерелдереүселәр күп. Тротуарҙарҙа ла машина менән үтеп йөрөүселәр, йәйәүлеләргә юлды ҡаплап, машиналарын ҡуйып китеүселәр байтаҡ. Ҡалабыҙ тағы ла уңайлыраҡ, бала-сағаға һәм өлкәндәргә хәүефһеҙерәк булһын өсөн бына ошондай мәсьәләләрҙә тәртип урынлаштырып бөтөү талап ителә бөгөн.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Өфө йылдан-йыл матурлана, яңы юлдар һалына, яңы йорттар төҙөлә, йәмәғәт урындары төҙөкләндерелә, әммә баш ҡала кешеһе үҙе үк шуны бысратып, тәмәке төпсөгөн ташлап, төкөрөп китеүе ихтимал. Тыуған йортобоҙға һаҡсыл ҡарашта булһаҡ һәм был эште һәр кем үҙенән башлаһа ине. Миллионлы ҡалала һәр беребеҙ бер яҡшылыҡ эшләһә, ул ниндәй ҙур көскә әүереләсәк", - тине Ринат Әхтәм улы, өфөләргә әйтергә теләгән һүҙҙәре хаҡында һорағас. Ысынлап та, бер бағ кеүек гүзәл, уны килеп күргән һәр кемдең күңелендә яҡты иҫтәлектәр ҡалдырыр, бай тарихлы Өфөбөҙҙө "өф" итеп кенә йәшәтәйек!

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.08.24 | Ҡаралған: 77

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru