«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ - ӨФӨ БУРАНБАЙҘАРЫ
+  - 


Тыуған ауылыбыҙ, Баймаҡ районының Буранбай ауылы тураһында күпте һөйләргә булыр ине. Совет осоронда беҙҙең ауылды "муллалар ауылы" тип йөрөтһәләр, хәҙер "йырсылар ауылы" тиҙәр. Шуныһы ла мәғлүм булһын: беҙҙең ауылда тик боронғо халыҡ йырын башҡарыу ғына йырлай белеүгә иҫәпләнә.

2007 йылдың 7 декабрендә Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында ауылыбыҙ менән баш ҡалабыҙ халҡы өсөн концерт күрһәттек. Унда ауылыбыҙҙан барлығы 75 кеше ҡатнашты. Саранан алған тәьҫораттары тураһында тамашасылар һаман да һөйләйҙәр. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Хәсәнов "Сәхнәлә - Буранбайҙар" тигән шиғыр ҙа ижад итте. Күләмле мәҙхиәһе шундай юлдар менән башланып китә:
Сәхнә тулы Буранбайҙар,
Ҡурай уйнап йырлайҙар.
Ғәйетбаев,Ҡотоевтар,
Раевтар, Аралбайҙар.
Ут сәсрәтеп дәртле бейей,
"Еҙ үксә" малайҙары.
" Әрме" көйөнә йырлайҙар
Буранбай бабайҙары.
Аҡҡош кеүек һылыу ҡыҙҙар,
Гүйә күлдә йөҙәләр.
Бишек йырына апайҙар,
Эй, үҙәкте өҙәләр.
Рәйестең рух-шәрифенә,
Үтәбай шиғыр һөйләй.
Йөрәк әрней, күңел һыҡтай,
Тик Түләк үҙе белмәй...
Үткән быуаттың һикһәненсе йылдарына тиклем беҙҙең ауылдан баш ҡалабыҙҙа йәшәүселәрҙең һаны бер ҡулдың биш бармағы нисбәтендә генә ине. Уларҙың иң танылғандары: Башҡортостандың Юғары судында эшләүсе Дәминдәр Рамаҙан улы Хәмитов менән билдәле педагог Маһинур Мөхлис ҡыҙы Үтәбаева. Хәҙер инде Буранбай ауылында тыуып үҫеп, Өфө кешеләре булып киткән сәнғәт, мәҙәниәт, мәғариф, әҙәбиәт, нәшриәт, сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә хеҙмәт итеүсе ауылдаштарым йөҙҙән ашып киткән, йәғни баш ҡалабыҙҙың тотош ауылын тәшкил итерлек нисбәттә улар.
Ауылдашым, мәшһүр шағир Рәйес Түләк менән икебеҙҙең берлектә сыҡҡан "Буранбайҙың яҙған хатын уҡып" тигән шиғыр китабыбыҙға яҙған баш һүҙендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев: "Уларҙың сабый һуҡмаҡтары Баймаҡ еренә уйылған, тыуған ауылдары - Буранбай, йөҙөргә өйрәнгән йылғалары - Һаҡмар. Яҙмышыңда ошо өс һүҙҙең - Һаҡмарҙың, Баймаҡтың, Буранбайҙың бергә килеп үрелеүе - башҡорт балаһы өсөн ни тиклем оло бәхет", - тигәйне. Ауылдаштарым халыҡ шағиры әйткән был хәҡиҡәтте бик яҡшы аңлай, ниндәй ауылдан сыҡҡандарын белгәнгә күрә лә, үҙҙәре хеҙмәт иткән өлкәлә оло яуаплылыҡ тойоп эшләй. Буранбай сәсәндең вариҫтары булараҡ, уртаҡул була алмай ауылдаштарым. Ниндәй генә өлкәлә эшләмәһендәр, уларҙы фиҙаҡәрлек биҙәй. Беҙҙе баш ҡалабыҙ халҡы әллә ҡайҙан таный: Рәсих һәм Таһир Хәмитовтарҙы, Наил һәм Әхиәт Ғәйетбаевтарҙы, Марсель, Нух, Вилдан, Фәрүәз Ҡотоевтарҙы, Иҙел һәм Буранбай Аралбаевтарҙы, Гөлдәниә һәм Юнир Һағынбаевтарҙы, Ирғәле һәм Нурғәле Байрамғоловтарҙы, Алһыу Сирғәлина-Алтынбаеваны, Фәимә Ишморатова-Туйсинаны һ.б. Баш ҡалабыҙ Өфөлә ипотекаға фатир алып, уның тирәһендәге ауылдарҙа йорттар һалып, төҙөлөш, сауҙа өлкәләрендә үҙ эштәрен асып, ҙур уңышҡа өлгәшеп йәшәгән йәштәребеҙ ҙә ифрат күп. Ҡайһы берәүҙәренең үҙ предприятиелары бар. Улар хаҡында айырым мәҡәлә яҙырға мөмкин булыр ине.
Бер нисә ауылдашыма бер үк һорауҙы биреп, уларҙың яуаптарын уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итергә булдым. Һорауым түбәндәгесә яңғыраны: "Беҙ тыуған ауылыбыҙ Буранбайҙа тыуып үҫеп, ҡасандыр Өфө кешеһе булып китеүебеҙҙе күҙ алдыбыҙға ла килтерә алмай инек. Нисек Өфө кешеһе булып киттең, ниндәй ауырлыҡтар аша үтергә тура килде? Нимә генә тимә, Өфө ауылдан килеүселәргә ҡапҡаларын шар асып тормай..."

Рәсих Әғзәм улы ХӘМИТОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы кәңәшсеһе, БР-ҙың атҡаҙанған металлургы:"Ғүмеремә яңы һулыш биргән яратҡан Өфөм" тип башлар инем хәтирәләремде. Быйыл август айында Өфөгә килеп төпләнеүебеҙгә 31 йыл да булып китте. Әлбиттә, юлдар бик урау булды. Поезға ултырыпмы, автобус менәнме, машиналамы, ҡайҙа ғына йүнәлһәк тә, юлыбыҙ баш ҡалабыҙ аша үтеп, уның аша тыуған яғым Баймаҡҡа ҡайтырға тура килде. Һәр ваҡытта ла Өфөбөҙ үҙенә тартып торҙо. 1964 йылда, Беренсе Этҡол урта мәктәбендә алтынсы класта уҡығанда миңә "Артек"кә путевка бирҙеләр. Мине Өфөгә атайым алып килде. Ул ваҡытта Өфөлә яҡташтарыбыҙ һәм туғандарыбыҙ Зәкәриә Аҡназаров, Клара Төхфәтуллина эшләй ине, уларға ла барҙыҡ. Артабан поезға ултырып, Ҡырымдағы "Артек"кә юл алдым. 1969 йылда Өфөнө икенсегә күрҙем. Башҡорт АССР-ы ойошторолоуға 50 йыл тулыуҙы билдәләне республикабыҙ. Беҙ, Сибайҙан күп кенә профессиональ сәнғәт эшмәкәрҙәре менән үҙешмәкәр бейеү түңәрәгендә йөрөгәндәр ҙә килдек. Өфөләге ҙур байрам тантаналарында ҡатнаштыҡ. Иң ҙур тәьҫоратыбыҙ алыҫ-алыҫтарҙан күренеп торған Салауат батырыбыҙ ине. Аҙаҡтан Алыҫ Көнсығышта, әрме сафында йөрөгәндә, төрлө урындарҙа практика үткәндә лә, Калининградта, Норильскиҙа, Магаданда эшләгәндә лә юлдарыбыҙ Өфө аша үтте.
Мин һәр ваҡыт баш ҡалабыҙға һоҡланып ҡарайым. Ул алыҫтарҙан балҡып күренә. 90-сы йылдар башында Башҡортостандың иҡтисади үҙаллылыҡ алыуы, үҙенең нефть, тау сәнәғәтен үҫтереү буйынса закондар ҡабул итеүе егерме йыл һуҙымында Сибайҙа етештереү өлкәһендә эшләп йөрөгән кешене ошонда саҡырып килтерҙе. Тау геологияһы, нефть өлкәләрендә эшләр өсөн кадрҙар кәрәк ине. Ғаиләм менән кәңәшләштек тә ошонда күсеп килдек. Һис тә үкенмәйем, сөнки Өфө миңә, балаларыма, туғандарыма яңы һулыш бирҙе. Беҙ Өфөбөҙҙө, республикабыҙҙы үҫтереү өсөн фиҙаҡәр хеҙмәтебеҙҙе һалдыҡ.
Мин Өфөгә 450 йыл ғына тип иҫәпләмәйем. Тау геологияһы инженеры булараҡ, мин уның йәшен меңәр йылдан ашыу икәнлеген беләм. Был ерҙәрҙән үткән Ибн Фаҙлан һәм донъяның башҡа бик күп ғалимдары Өфөнөң меңәр йыллыҡ, быуаттарҙан-быуаттарға теркәлгән тарихы барлығын яҙған.
Һуңғы биш йыл эсендә баш ҡалабыҙҙа бик ҙур үҙгәрештәр күҙәтелде. Өфөбөҙ йәшәне, йәшәр һәм йәшәйәсәк!

Әхиәт Ғиниәт улы ҒӘЙЕТБАЕВ, ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ә.Исҡужин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбе директоры: Өфөгә мин ҙур әҙерлек менән килдем. Уға тиклем Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай бүлегендә, Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегендә, сәнғәт институтында уҡыным. Хеҙмәт биографиямды Баймаҡта башланым, Сибайҙа ла эшләнем. Әхмәр ағай осратҡан һайын: "Һин Ағиҙел, Ҡариҙел йылғаларында йөҙә торған карапһың, ә бында Һаҡмарҙы, Таналыҡты быуып ултыраһың", - тип мәрәкәләп Өфөгә саҡыра торғайны.
Өфө ҙур ҡала, ул кешене ҡапыл ғына ҡабул итмәй. Күп кенә кешеләр шул арҡала Өфөгә килмәй ҡалғандыр. Мин Өфөгә килһәм дә, урман эсендә яңғыҙ тороп ҡалмаясағымды, унда "Буранбай тигән ауыл" барлығын белә инем. Шуға күрә көндәрҙән бер көндө сумаҙанымды алып, Өфөгә табан атланым. Килгәс тә урамда эш эҙләп йөрөргә тура килмәне, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында директор урынбаҫары булып эшләй башланым. Артабан Әҙеһәм Исҡужин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбе директоры булып киттем. Әле шунда эшләүемә ун һигеҙ йыл булып киткән.
Өфөгә килгәс тә үҙемде иркен тоттом. Сөнки Сибайҙа йыһазландырылған фатирым бар ине. Шуға күрә сумаҙандар күтәреп, ҡуртымға фатир алып йәшәһәм дә, артыҡ борсолманым. Әгәр ҙә бында килеп сыҡмаһа, кире сигенерлек әмәлем дә булды. Ғөмүмән, кеше төшөнкөлөккә бирелмәһә, алдына ҡуйған маҡсатына барып етәлер, тип уйлайым. Минең бер дуҫым булды. Ул Өфөгә ғаиләһе менән килде, бар урында ла ярһып йөрөнө. Бар урындарға фатир, эш урыны һорап хаттар яҙҙы. Һөҙөмтәлә йыл ярым ярһып, ҡаңғырып йөрөнө лә, ҡайтып китте. Миңә эшкә урынлашҡанда күп кенә яҡташ ағайҙар ярҙам ҡулы һуҙҙы. Уларға сикһеҙ рәхмәтлемен. Шулай итеп, яйлап-яйлап Өфө кешеһе булып киттем.

Фәимә Ғибаҙулла ҡыҙы ИШМОРАТОВА, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тәрбиәсеһе: Бала сағымда Өфө ҡалаһында йәшәү тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял ғына ине. Бишенсе класты тамамлағас, Баймаҡ ҡалаһындағы интернат-мәктәпкә уҡырға барҙым. Унда ун беренсене тамамланым. Артабан ун туғыҙ йәшемдә кейәүгә сығып, Хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт итеүсе иптәшем Фәнис Ишморатов менән Мурманск өлкәһендәге хәрби ҡаласыҡта йәшәнек. 2000 йылда Фәнис һәләк булғас, кире тыуған яғыма ҡайттым. Әммә тыуған яғымда үҙемде кәрәкле кеше итеп тоя алманым. Бәлки, миллион кеше йәшәгән ҡалаға инеп юғалырға, һағыштарымды аҙаштырырға теләгәнмендер, Өфө ҡалаһына килдем һәм юридик институтҡа уҡырға индем.
Әлбиттә, Өфө ҡалаһындағы йәшәйештең үҙ ауырлыҡтары бар. Әммә үҙемдең тырышлығым, сабырлығым менән ҡаршылыҡтарҙы, ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, баш ҡалабыҙҙа үҙ йортомдо һәм үҙ урынымды таптым, тип иҫәпләйем.

Таһир Дидар улы ХӘМИТОВ, ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы: 1985 йылда урта мәктәпте тамамлағас, атайымдың кәңәше буйынса Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға индем. Мәктәптән яҡшы характеристика яҙып бирҙеләр. Әсәйем мине Ҡаратал ауылынан Хәмитов Рәфҡәт тигән ағайға эйәртеп, Өфөгә ебәрҙе. Йыр бүлегенә тип килгәйнем, ҡурай бүлегенә инеп киттем. 1986-1988 йылдарҙа әрме сафында хеҙмәт иткәс, уҡыуымды дауам итеп, училищены 1991 йылда тамамланым. Башҡорт дәүләт университетында Илгиз ағайым уҡыны, уға барып йөрөнөм. Дәминдәр олатайым Хәмитовтарға ла йыш барҙым. 1996 йылда инде сәнғәт институтын тамамланым. 1997 йылда училищебыҙҙа ҡурай бүлеге асылды, унда Ришат ағай Рәхимов менән бергә эшләй башланым. Хәҙер 35 йыл ҡурайға хеҙмәт итәм. Үҙемдең байтаҡ ҡына уҡыусыларым бар, хәҙер инде уҡыусыларымдың уҡыусылары ҡурайға уҡырға килә. Параллель рәүештә Өфө сәнғәт институтында ла эшләнем. 2000 йылда халыҡ музыка ҡоралдары оркестры асылғайны, унда солист булып эшләнем.
1997 йылда йәш белгес булараҡ фатир бирҙеләр. Шулай итеп, яйлап-яйлап Өфө кешеһе булып киттем инде. 1993 йылда өйләндем, ике ҡыҙым бар. Хәҙер улар үҙаллы йәшәй. Әле Өфө сәнғәт училищеһында бүлек мөдире булып эшләйем.

Шулай итеп...

Үҙем иһә 1977 йылдың йәйендә тәүге тапҡыр Өфө ҡалаһына аяҡ баҫтым. Ул саҡта яңы һигеҙенсене тамамлаған Әхиәт ҡустым Ғәйетбаев менән Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә уҡырға тип килгәйнек. Беҙ һуңланыҡ, училищеға барғанда имтихандар тамамланғайны. Яҡташыбыҙ, мәшһүр ҡурайсы Ришат ағай Рәхимов Ғата Сөләймәновтың өйөнә ебәрҙе. Ғата ағайҙың өйөнә "баҫып" барып индек. Ул беҙҙе ҡурай уйнатып ҡараны ла, миңә: "Һин унды бөткәнһең, уҡырға алһаҡ, әрмегә алып китәләр. Ҡустыңды алабыҙ, һин әрменән һуң килерһең", - тине. Мин уға: "Әрменән һуң килеп тә тормайым", - тип кеҙеләндем. Әхиәт әйтеүенсә, Ғата ағай һуңынан минең хаҡта гел һорашып торған. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң, әрмегә барҙым. Әрменән тура Өфөгә ҡайттым. 1991 йылда Магнитогорск телестудияһында башҡорт редакцияһын ойоштороу сәбәпле бер йыл Өфөнән айырылып торҙом, ә тормошомдоң ҡалған барлыҡ йылдары баш ҡалабыҙ менән бәйле үтте.
Беҙ, Өфө Буранбайҙары, йолаларыбыҙ, рухи булмышыбыҙ менән үҙ йырҙарыбыҙҙы йырлап, халҡыбыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итәбеҙ. Рухи йәһәттән ауылда нисек булһаҡ, шул килеш ҡалдыҡ. Шуныһы һөйөнөслө, яңы кешеләр менән танышҡан саҡта: "Баймаҡтан, Буранбайҙан", - тиһәк, беҙгә йылмаялар ҙа: "Йырсымы, ҡурайсымы, яҙыусымы?" - тип һорайҙар. Ауылыбыҙҙың исеме халҡыбыҙҙың сәнғәте, мәҙәниәте менән бер ҡатар икәнлеген аңлау, әлбиттә, күңелебеҙҙә шатлыҡ уята. Шулай ҙа беҙ, Өфө Буранбайҙары, тик сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт өлкәләрендә генә хеҙмәт итеп ҡалмайбыҙ, сәнәғәт, төҙөлөш, эшҡыуарлыҡ буйынса ла әүҙем эшләгән йәштәребеҙ бихисап.
Ғүмере иртә өҙөлгән мәшһүр Түләгебеҙҙең шиғыр-поэмалары башҡорт шиғриәтенең иң юғары өлгөләрен тәшкил итә - был ғорурлыҡ түгелме ни! Иҙелебеҙ опера сәхнәһендә Салауат батырыбыҙҙы һынландырып, уның легендар партияһын башҡара икән - был ғорурлыҡ түгелме ни! Марселебеҙ республикабыҙҙың, илебеҙ Рәсәйҙең генә түгел, донъя сәхнәләрен яулай - был ғорурлыҡ түгелме ни! Фәимәбеҙ өс тапҡыр Махсус хәрби операция барған ергә гуманитар йөк оҙатып барып ҡайтты, уның Клара, Алһыу, Фәғилә туғандары шулай уҡ Өфөлә йәшәй. Алһыу контракт буйынса Махсус хәрби операция барған ерҙә хәрби медик булып хеҙмәт итә - шул ғорурлыҡ түгелме ни! Ошондай уҡ һүҙҙәрҙе һәр беребеҙ хаҡында ла әйтергә булыр ине. Тағы ла шуныһы: беҙ үҙ баһабыҙҙы төшөрмәйбеҙ, маркабыҙҙы юғалтмайбыҙ. Нимә генә тимә, беҙ мәшһүр олатайыбыҙ, ҡартатайыбыҙ, атаҡлы сәсәнебеҙ Буранбай Ҡотосовтоң вариҫтары. Шуға күрә лә беҙ, Өфө Буранбайҙары, башҡа төрлө була алмайбыҙ!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.08.24 | Ҡаралған: 129

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru