Сәскә үҫтерергә яратҡан баҡсасыларҙың беҙҙең ярайһы уҡ ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында раузаны ла шау сәскәгә күмелдереп үҫтергәнен беләбеҙ. Ә бына был эшкә тотона алмай торған уңғанбикәләргә ошо йәһәттән бер нисә файҙалы кәңәш еткермәксебеҙ.
Себер һәм Уралда ашланған (привитый) раузаларға өҫтөнлөк бирергә кәрәк, сөнки улар ауырыуҙарға һәм һыуыҡтарға ҡаршы ныҡ тора. Ул сыҙамлы үҫемлек. Бынан тыш, ашланған раузаларҙың үрсетмәләре тиҙерәк тамырланып китә.
Ялғанған үҫентене дөрөҫ ултыртҡанда, ул 15-30 көн эсендә тамырлана һәм ботаҡтарға ныҡлыҡ бирә, ә тамырландырып ултыртҡан рауза үҫентеһе яҡынса 3-5 йылдан һуң ғына нығынып үҫеп китә ала.
Ҡырыҫ шарттарҙа үҫтереү өсөн сәскәләрҙең сорттарына ла иғтибар итергә кәрәк. Раузаның парк һәм флорибунда төрҙәре тәрбиәләүҙә лә артыҡ көс талап итмәй, һыуыҡҡа ла тиҙ бирешеп бармай. Ә бына сәй-гибрид төрҙәре ауыр ҡышлай, ҡышҡыһын уларҙы баҙ аҫтында тотоу хәйерле. Үрмәле раузалар яҡшылап ҡаплаған осраҡта ҡышлай ала, әммә уларҙы тәрбиәләү ҙур тәжрибә талап итә.
Раузаны ҡайҙа ултыртырға? Һыуыҡ тәбиғәт шарттарында сәскәләр өшөп, юҡҡа сыҡмаһын өсөн ҡояш күп һәм оҙайлы төшкән урын булырға тейеш. Раузаны саф һауа әйләнеше насар һәм ҡояш йылытмаған нигеҙ, текмә буйҙарына, шулай уҡ ер аҫты һыуҙарының тәрәнлеге 1 метрҙан кәм булған урынға ултыртырға ярамай. Һыуыҡ елдәрҙә ышыҡ урынды һайлау ҙа мөһим. Шулай уҡ башҡа дөйөм кәңәштәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмау кәрәк.
Нисек һәм ҡасан ултыртырға? Раузаларҙы асыҡ тупраҡҡа ултыртҡанда ашланған урынды 5-7 см-ға тәрәнәйтеү кәрәк, әммә ҡайһы бер сорттар ҡышҡы һыуыҡтарҙы ауыр күтәреү сәбәпле, үҫентеләрҙе махсус пластик һауыттарға ултыртыу кәңәш ителә. Бындай сәскәләрҙе көҙгөһөн тамырҙарына зыян килтермәй генә ҡаҙып алып, ҡышҡыһын һаҡларға индерергә була.
Раузаны яҙғыһын да, көҙгөлөккә ултыртып ҡалдырырға ла мөмкин. Яҙ тупраҡ 8-10 градус йылынғас уҡ ултыртырға мөмкин: апрель аҙағы - май башында. Раузаны ултыртырҙан алда тамырҙарын ураған ҡапты ипләп кенә алып ташларға, ботаҡтарын парафин һәм балауыҙҙан таҙартырға, тамырының зәғифләнгән урындарын ҡырҡып ташлап, һыуға тығып торорға. Шулай уҡ тамыр йәйҙерткес матдә һалынған һыуҙа бер нисә сәғәт тотоу ҡамасауламаҫ. Тышҡа сығарып ултыртыр ваҡыттан алдараҡ һатып алынған рауза үҫентеләрен һалҡын баҙ аҫтында, йәки һыуытҡыстың йәшелсәләргә тәғәйенләнгән бүлегендә һаҡлап торорға була.
Көҙгөһөн ултыртып ҡалдырырға теләһәгеҙ, һыуыҡ төшөрҙән алда әҙерләнергә кәрәк. Ҡыш еткәнсе рауза нығынырға тейеш. Шулай ҙа ашыҡмағыҙ, үҫенте "көҙгөлөккә әҙерләнеп", һулыбыраҡ барған булырға һәм көндөҙ һауа температураһы 4 градус тирәһе торорға тейеш. Шунан да һыуығыраҡ булһа, раузаларҙы яҙ ултыртыу өсөн һаҡларға һалыу хәйерле.
Ҡышҡылыҡҡа әҙерләп. Ҡышҡыһын ҡар - раузалар өсөн иң шәп "юрған". Шулай ҙа ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгәндә рауза ҡыуағына тәүҙә баҡыр купоросы һибергә, шунан ҡыуаҡты яҡшылап ҡырҡып, төбөн 25-30 см бейеклек тирәһе тупраҡ менән күмергә һәм ылыҫлы ағас ботаҡтары менән ҡапларға кәрәк. Бысҡы онтағын ҡулланырға ла була, тиҙәр, әммә онтаҡтың температура кимәле төшөп-менгәндә янып сереүе ихтималлығын хәтерҙә тотоғоҙ. Күмелгән ҡыуаҡты башта ылыҫлы ағас ботаҡтары, аҙаҡ рубероид менән ҡаплап, өҫтөнән пленка менән ябалар. Бындай ҡыуаҡты ҡаплағансы көрт ятһа, рауза өшөр тип шикләнмәһәгеҙ ҙә була.
Тағы ла ҡырҡылған рауза ҡыуағына ҡатырға ҡап түңкәреп, өҫтөнән махсус япма менән урап, полиэтилен пленка ябып ҡуйырға мөмкин. Ҡатырға ҡап урынына махсус эшләнгән каркас, дуғалар ҡулланырға ла ярай. Көндәр йылытҡанда бындай нығытмаларҙың бер осон ғына күтәреп елләтеүе уңайлы.
Яҙға сыҡҡас, рауза ҡыуаҡтарының өҫтөнә ятҡан ҡарҙы ул ауыраймаҫ элек үк яйлап таҙарта башларға кәрәк. Ирегән ҡар ҙа полиэтилен япма аҫтына үтеп, артыҡ еүешләтергә һәм бәшмәк ауырыуҙарына сәбәпсе булыуы ихтимал. Төбөнә һалынған бысҡы онтағын, ылыҫлы ағас ботаҡтарын әйләндереп, елләтеү мөһим. Ә бына магазиндан махсус материал ҡулланған булһағыҙ, уға тейеү мотлаҡ түгел, көн йылынғас алып ташларға ярай.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА