Бына Нәйләнең атаһы Мәүләмбирҙе ағай күрмәлекһеҙҙең күрмәлекһеҙе, йәмһеҙҙең-йәмһеҙе: йоҡа, бирән ҡорһаҡлы төпөш, кәрлә кәүҙәгә ҡыҫҡа ҡамыт аяҡтар ялғанған, юғарыла инде, ит ҡунмаған ҡаҡ сөрәкә башта, суртандыҡына тартым тәңкә күҙҙәр, ни өсөн беҙҙе бындай бейеккә килтереп ялғанығыҙ әле, тигәндәй торбалай ҡурылдайлы нәҙек тарамыш муйынға үпкәләгәндәй таҫырайғандар, ҡырылмаған һирәк һаҡал-мыйыҡ уратаһындағы алаптай, тешһеҙ ауыҙҙан сыҡҡан тауыш та сәрелдәк бисәләрҙекенә тартым, бер һүҙ менән әйткәндә һыйыр фермаһында төнгө ҡарауылда йөрөгән Мәүләмбирҙе был донъяға кемдеңдер хатаһы арҡаһында тыуып, хәҙерге көндә яңылыш йәшәп ята һымаҡ.
Ферма мөлкәтен ҡарауыллаһа ла ҡомағай холоҡло, бер күҙе мәғрипте, икенсеһе мәшриҡте күҙәткән ҡылый Мәүләмбирҙе сәлдереүгә, уғрылыҡҡа хирес, арҡыры, ҡырын ятҡанды кәрәкме ул уға, әллә юҡмы, ҡарап тормай, нәпсе сәүектәй ҡуңалтаҡ йорто эргәһендәге келәткә ташый. Өҫтөнә лә һәр саҡ керҙән йышылып ҡатҡан фуфайка, эшлектән сыҡҡан, ҡырҡ ямаулы һырма салбар кейә, аяҡтарында инде, майлауҙың ни икәнен белмәгән ҡоба итектәр, үҙе гәзиткә төрөп "кәзә тояғы" әүәләп, береһен тартып бөтөүгә икенсеһен тоҡандырып махорка борхота, ян-тирәһенә өҙлөкһөҙ төкөрөп-ҡаҡырып ҡаж да ҡож килеп йүтәлләй. Ни тиклем генә яманлап һүрәтләһәм дә берҙән-бер ҡыҙына ғүмер биргән ир кеше бит әле ул. Бер бөртөк ҡыҙҙары, тигәндән, ауылдағы балаларҙың һаны өй һайын тиерлек ете-һигеҙҙән дә кәм түгел, ә Мәүләмбирҙе менән Хәлимәнеке бер бөртөк кенә, уныһы ла үтмәҫ балта менән ашыҡ-бошоҡ юнылған ҡурсаҡ һындай; йә төҫө юҡ, йә һыны, йә һыйышһыҙ холҡо. Йорттағы бер бала - юҡ бала, ти торғайны мәрхүм өләсәйем, шуғалыр ҙа Мәүләмбирҙеләрҙең бәрәкәтле үрсем ҡунмаған ҡотһоҙ йорто башҡа ауыл өйҙәренән бер яҡ ситкә тайпылып текә түң башында ҡарасҡылай һерәйгән. Һәм һуңғыһы, Мәүләмбирҙе ни тиһәң дә кәпәс кейеп йөрөй, ә кәпәс кейгәндәр айырым иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡтар, йәштәшем илаҡ Нәйлә лә яйы сыҡҡан һайын: "Атайыма әйтәм, ә ул һиңә күрһәтер күрмәгәнеңде!" тип янай, ҡурҡыта. Мине яҡлар, туҡмалған саҡта аралар, кәрәккәндә, ҡышҡыһын һырғалаҡ шыуырға сана, тау түбәһенән ҡоштай осоп төшөргә саңғы, боҙҙа елдәй елдерергә ағас конькиҙар, йәй көндәре инде шатырҙаҡ тауыш сығарған эткес әтмәләп биреп ҡыуандырырлыҡ бер кемем дә юҡ, был йәшемә еткәс булмаҫтыр ҙа инде. Һуғышҡанда, туҡмарҙан алда туҡмалғанда, еңеүсегә үс итеп һис ҡасан иламайым, тештәремде ҡыҫып түҙәм, ауыҙыма ҡан тулһа ла яттар алдында төкөрмәйем, эсемә йотам. Үткән йәй көнө әле, минән өс-дүрт йәшкә олораҡ Хәммәт менән ерле-юҡта сәкәләшеп киттек тә, теге өҫ-башымды туҙанға болғап, аунатып, танауымды ҡанатып ауырлыҡһыҙ бәргесләп ташланы, еңелгәнлектән ғәрләнеп башымды эйеп ҡайтып килә инем, барыһын да ситтән күреп күҙәтеп баҡса ултырғысына һаҡҡан инәйҙәр үҙ-ара һүҙ сыбалттылыр: "Атайлы йорт, нурлы йорт, атайлы бала - арҡалы бала! Был бахырҙы кем генә әпәүләһен дә яҡлаһын тиһең, шулай үҫер инде тинтерәп... Уҡып әҙәм дә бумаҫ, йәлсемәҫ тә, йөрөр хәйерселәй ил гиҙеп төрлө эштә..." Хәммәт менән ҡырталашҡанда хәлем самаһында түҙгәйнем, ә бына "бахыр", "хәйерсе" һүҙҙәре тамағыма тығылған төйөрҙө һыттылар, күҙҙәремдән йәштәр аҡты...
- Айҙар, ә Айҙар? - артымдан эйәреп килеп еткән Лида ҡулымдан тартты.
- Ә, нимә тиһең?
- Төкөр барыһына ла, эшһеҙлектән иреккән, урам буйлап ғәйбәт таратыуҙан ары китмәгән Хәлимә Йәнбикә апайҙы көндәшеләй күреп яратмай, шуға һинән яйы сыҡҡан һайын үсен ала, белдеңме?!
- Белдем. Һин әйткәс төкөрәйем һуң! - Тештәрем араһынан сертләтеп ситкә төкөрҙөм.
- Улайһа мин дә! - Миңә эйәреп төкөрөп ауыҙын һөртөп ҡуйған Лида дауам итте. - Ғауғасыл Хәлимә шул тиклем дә һөймәлекһеҙ, алама, ибет, әйткән һүҙҙәре лә, үҙе лә.
- Һүҙҙәренә икәүләп төкөрҙөк тә у, тик бер һүҙе генә йәнгә тейҙе.
- Ниндәй һүҙ?
- Атайһыҙ, имеш, тимәк тоҡомһоҙ, ырыу-затһыҙ тимәксе.
- Һәр әйтелгәнде йөрәгеңә яҡын алма, әсәйем, ауырыуҙарҙы дарыуҙар менән түгел, иң башта яҡшы һүҙ менән дауаларға кәрәк, ти.
- Кеше һүҙе кеше үлтерә, ти торғайны өләсәйем дә. - Килешкәндәй итеп һынап йәнәшәмә ҡарашымды аттым. Лида һылыу ҡыҙ, беҙҙең класта ғына түгел, мәктәптә иң сибәре: оҙонсараҡ ап-аҡ йөҙ, күк ярсығылай ҙур зәңгәр күҙҙәр, бөҙрәләнеп һибелгән етендәй һары сәстәр, өрһәң осоп китерлек нәҙекәй билле буй-һын.
Тишеп текәләүем ҡыҙға оҡшаманы, ул үпкәләгәндәй итеп уймаҡ ирендәрен турһайтты:
- Нимә улайтып, тәү күргәндәй итеп тупайтып ҡарайһың у?
- Ҡарамайым, сағыштырам ғына.
- Минеме, кем менән?
- Теге, ҡара асман Һайыҫҡан Хәлимә менән.
- Йә?
- Ул - сутырҙығы сыҡҡан йолҡош ҡош йораты, ә һин йылы, яҡты ҡояш, юҡ ҡояш та түгел әле, Айҙағы көйәнтәле ҡыҙ!
Әйткәндәрем Лиданың күңеленә майҙай яғылды булыр, ул һыулы көйәнтә аҫтында бөгөлөп-һығылып барғандай итеп ҡулдарын йәйеп еңел кәүҙәһен бейетеп алды, шунан балитәкле күлдәгенең итәген бармаҡ остары менән семтеп көйәҙләнде:
- Ҙурайғас мин кем булам, йә әйт?
- Таня апай һымаҡ враштыр.
- Әсәйем дарыу еҫтәрен әллә ҡайҙарға тарата, ә минән һәр саҡ тәмле хушбый еҫе генә киләсәк!
- Хәнифә апай һымаҡ уҡытыусылыр.
- Унан мәктәп, аҡбур, китаптар еҫе килә.
- Улайһа, буянырға, һыланырға-һыйпанырға, уныһын-быныһын һөртөнөргә ярата бит һатыусы Фәһимә, кибетсе һөнәрен һайламаҡсыһыңдыр.
- Күбәләй итеп кейенеп алып, ҡыш оҙоно таш кибеттә өшөп торғом килмәй. Белмәнең.
- Ыҙалатма, үҙең генә әйт тә ҡуй!
Лида бер ҡулын биленә ҡуйҙы, икенсеһен юғарыға сөйҙө:
- Барса халыҡ белгән, яратҡан билдәле әртис!
- Ниндәйерәк әртис инде?
- "Маладая гвардия"лағы иң һылыу ҡыҙҙан да сибәрерәк.
- Ҡайһы ҡалала йәшәргә йыйынаһың?
- Мәскәү инде, йәшәгән йортто ла тәҙрәләренән Кремль күренеп торған ерҙән һайлармын!
- Бигерәк хәтәр икән хыялың, әртис булып ҙур ҡалала йәшәһәң, мине күрмәҫһеңдер инде?
- Күрмәгән ҡайҙа, беҙ айырылмаҫ дуҫтар ҙа баһа, һине абайлап ҡалыу менән йүгереп килә һалып етеп, етәкләп алырмын, йәме? - Ҡулын ҡабаттан ҡулыма ялғап йәнәшәмә баҫты. - Хәлимә һине ҡараҡ тине, ышанмайым!
- Ышанма шу, кемдеңдер баҡсаһын утарға мин алйот штули! Былай ҙа Васильевка ауылының мәрйәләре һеҙгә йәй буйы кишер, һуған, кәбеҫтә, ҡыяр ташыйҙар, шуларҙы ашай торғас бүгеп кителде хатта, тураһын ғына әйт әле, ҡасан да булһа һинең берәй уйынсығыңа һорауһыҙ ҡағылдыммы, йә урлап алып ҡайттыммы?
- Ҡайһылайтып урлайһың ти, беҙҙең бөтә нимә уртаҡ та баһа!
- Тап шулай.
- Тағы, теге йомортҡа ҡарағы Һайыҫҡан, һине бетле, тип кәмһеткән булды.
- Былай сәбәпһеҙ башым ҡысымай шикелле! - Ҡырып алынған сәсле түбәмде тырнағандай, елкәмде еңелсә ҡашығандай иттем.
- Һин бетле икәнһең, тимәк, мин дә бетле, ә бетлеләр ҡайҙа ла бергә, әйҙә, бөгөндән бергә йоҡлайыҡ, һин Йәнбикә апайҙы еҫкәп ятырһың, ә мин һине! Мунсала ла элеккеләй бергә йыуынырға, эләүкәлә хәл бөткәнсе сабынырға мөмкин, күҙҙәребеҙҙе сытырҙатып йомоп!
Лиданың уңайлы мәлдән файҙаланырға тырышҡанын һиҙеп ҡалып ҡәтғи итеп тыйҙым:
- Ә бына быныһы инде артыҡ. Беҙгә күптән айырылышырға ваҡыт.
- Нисек айырылышырға, бөтөнләйгәме? Айырылышҡандар айырым, яңғыҙ үҙҙәре йәшәйҙәр ҙә баһа, аралашмайҙар ҙа, һөйләшмәйҙәр ҙә, һаулыҡ һорашмайынса үтәләр.
- Аңлап етеңкерәмәнең, айырылышмайбыҙ, айырымланабыҙ бары, аралыҡ һаҡлайбыҙ: мунсала бергәләп ултырмайбыҙ, икебеҙ ике урында йоҡлайбыҙ.
- Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла айырылмаҫ дуҫтарбыҙ, тигән булаһың үҙең... - Лида уймаҡ ауыҙын остайтты.
- Әҙәпле, тыйнаҡ дуҫ булайыҡ, һин - почти ҙурайған ҡыҙ, ә мин - класта староста, ә староста башҡаларға һәр саҡ өлгө.
- Бергә йыуынып, ҡосаҡлашып йоҡлағаныбыҙҙы кем белер ҙә, кем күрер, ишетер тиһең, Йәнбикә апай, шунан һин дә мин, тағы мунса урман эсендә, яттар күҙенә эләгеп бармай.
- Барыбер ярамай, ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, не палужено.
Лиданың әсәһе икенсе милләт кешеһе икәнлегенә һуҡтырып руссалап ебәрҙем.
- Тағы беҙҙең бөтә нимә уртаҡ буғас, әйҙә, атайымды, эсештерергә яратһа ла, ғәп-ғәҙел итеп бүләйек, ул бер юлы һинең дә атайың буһын. Атайым һине ярата, моғайын да, ҡаршы килмәҫ. Силсәүит дакумент яҙып тотторһа, атайлы була ла ҡуяһың, шу саҡта Хәлимәнең өнө тығылыр.
- Байлыҡты бүлешеп була, ә атайҙарҙы юҡ!
- Улайһа, улар байлыҡтан да былайыраҡтармы?
- Уны мин генә беләм. Бар ҡайт!
- Мужыт бөгөнгә бергә йоҡларбыҙ, ә, һине еҫкәп ятмағас, йоҡом йоҡо түгел. - Лида өмөт менән төбәлде. Ризалаш ҡына, хәҙер ыҫмалалай килеп һылашасаҡ. Был баш-баштаҡлыҡҡа хәҙерҙән юл ҡуйырға ярамай.
- Мәжит ағай бисәһе менән айырылышты бит әле, хәҙер икеһе ике ауылда көн итәләр, так што беҙҙең айырымланыу ҙа кәнкритне, бер ҡырҡылған икмәк яңынан бөтәшмәй!
- Мине яңы ғына бешкән, киҫелмәгән ҡалас һымаҡ ҡабул ит, рус халыҡ әкиәтендәге калабук ише.
- Ҡайт, тинем бит, ҡайт та, барҙың ҡәҙерен белеп, атайыңды еҫкәп йоҡла.
- Әй, унан мазут еҫе килә...
- Әсәйеңдән дарыу, атайыңдан мазут еҫе килә, һиңә ай ҙа ярамай, ҡояш та.
- Минең менән ятһаң һеркә-бетемдең тиҙ арала һиңә күсеүе бар, шул саҡта мин бетле Айҙарға, ә һин бетле мәрйәгә әүерелерһең. - Ҡабаттан түбәмде тырнап, бармаҡтарым осона ниҙер эләктергәндәй итеп ҡыландым. - Юҡ, тиһәм дә, һинең менән ҡайымлаша торғас, бетләп тә кителде.
Ышанды бер ҡатлы Лида:
- Улайһа, пока... - шулай тине лә өйҙәре яғына теләр-теләмәҫ кенә ыңғайланы, шунан ҡайырылды. - Бер ауыҙ русса белмәгәс, мин мәрйә түгел, башҡорт ҡыҙы, ҙурайғас та башҡорт ҡыҙы булып ҡалам...
Икәү-ара һөйләшеү бар ауырлыҡтарҙы оноттора, әүрәтә икән ул, яңғыҙым ҡалғас, быуындарым тотмағандай, баҡса ултырғысына һаҡтым. Баяғы һүҙҙәр яңынан күңелемде иңрәттеләр: "Атайһыҙ... атайһыҙ... атайһыҙ..."
Этебеҙ Алғыр асыҡ ҡапҡанан килеп сыҡты ла ике тәпәйен тубыҡтарыма һалып, аҡыллы күҙҙәре менән төбәлде.
- Хәлдәрең нисек?
Эт ялбыр башын болғағандай итеп яланып ҡуйҙы.
- Был донъяла ышаныслы, тоғро ике дуҫым бар: һин дә Лида, яңғыҙ түгелмен, шулай булғас, бирешмәҫбеҙ!
Әйткәндәремде сыйнау тауышы раҫланы.
Киске сәйҙе эскән мәлдә тамағыма аш үтмәне, йоҡларға ятҡас та күҙҙәрем алдынан зәһәр ҡарашлы Хәлимә китмәне, ул ҡара йыландай ыҫылдап, бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай төҫлө: "Атайҫыҙ-ҙ-ҙ, атайҫыҙ-ҙ-ҙ, ы-ы-ы-ыҫ-ҫ-ҫ..."
Йоҡоһоҙ әсәйем урынында ҡымғырлағандай итте:
- Айҙар, һин нишләп йоҡламайһың?
- Ә һин ништәп?
- Минең башымда ҡырамалай ҡырҡ уй, хәстәр.
- Минең дә...
- Ниндәй хәсрәткә баттың улайһа?
- Бөгөн Хәлимә апай әрләне.
- Ни өсөн?
- Нәйләһенә яңылыш бәргән ҡар йомарламы эләкте. Иртәгә үк һиңә килеп етер әле, мәктәпкә лә барып ошаҡлар.
- Өй тирәһендә урын етмәйме, гел шул яҡҡа тартыла ла тораһың.
- Инде унда ике аяғымдың береһен баҫмайым. - Әңгәмәне ялғай торғас, төп хәсрәтемә күстем. - Атайһыҙ балалар тыуамы у?
Әсәйем урынында тороп ултырҙы:
- Тыумай. Ниңә улай тип һорайһың әле?
- Мына мин атайһыҙ тыуғанмын бит, ызнашит тыуаларҙыр. Үткәндә лә шул һөймәлекһеҙ Хәлимә миңә тыума, тине, тыума һүҙе нимәне аңлата?
- Иғтибар итмә юҡ-барға.
- Шулай ҙа әйт, ниндәй һүҙ у?
- Башҡа бер кемдән дә өҫтәп белешмәһәң, башҡаса төпсөнмәһәң генә әйтәм.
- Төпсөнмәйем. Әпсен-төпсөн, башҡаса белешһәм, бармағымды, теге, шүрәленекеләй бүрәнә ҡыҫһын! - Ант иткәндәй итеп әйттем.
- Ул һүҙ тыуыуҙы, ары бер кемгә лә бирешмәй тырышып үҙ аллы көн итеүҙе аңлата... - Һис ҡасан алдаша белмәгән әсәйемдең яуабы нәҙегәйгәндән-нәҙегәйә барып бөтөнләй өҙөлдө, тимәк ялғанлай.
- У һүҙ барыбер миңә оҡшамай, тыумаған, һымағыраҡ ишетелә.
- Бынан бүтән башҡаларға насар һүҙҙәр әйтмә, нахаҡ әйтелгәнде ишетмә, йәме, шулай яҡшыраҡ та, тынысыраҡ та.
- Башҡалар тураһында насар уйларға ла ярамаймы?
- Ярамай. Уларҙың барыһын да Алла яратҡан, һәр кемдең үҙ иманы, шулай булып тыуғандар, ары ла шулай йәшәйәсәктәр. Аҡҡошто ни тиклем генә яманлаһаң да ул ҡараға әүерелмәй, һәм, киреһенсә, ҡара йылан аҡ булып китмәй.
(Дауамы. Башы 41-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №42, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА