«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
+  - 

(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

Граф В.А. Перовский
(1833-1842 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған).

Йәмәғәт ерҙәрен һөрөп эшкәртеү тәүҙә удел крәҫтиәндәре ауылдарында индерелә һәм, һис шикһеҙ, унан алынып, Ырымбур казактарына күсерелә. Удел имениеларында ашлыҡты нисек итеп һәм ниндәй күләмдә сәскәндәр, билдәһеҙ; быны индереү өсөн ҡаралған ҡағиҙәләр баҫылмаған; удел ведомствоһы һәр яҡтан өлгөлө тип һаналғас, башҡорттарҙы уның идаралығына буйһондороу тәҡдим ителә. Генерал Перовскийҙың энеһе, Лев Алексеевич, һарай һәм уделдар министрының иптәше (товарищ) вазифаһында хеҙмәт итә, тейешле күрһәтмәләр унан алынған булыуы ихтимал.
Бынан Ырымбур хәрби губернаторының яңыса эш тәртиптәренең ҡайһы береһен казактарға ҡарата ҡулланырға теләүе хаҡында һығымта эшләргә була, һәм ул ер һөрөп эшкәртеүҙең казактар өсөн һис шикһеҙ файҙалы булыуына ныҡ ышана. Проектты капитан Агапьев төҙөй һәм ул батша ғали йәнәптәре тарафынан хуплана; проектҡа ярашлы, йыл һайын һәр казакҡа берәр бот иген сәсеү һәм ошоға ҡағылған барса эштәрҙе - ер һөрөү, сәсеү, урыу һәм һәм ашлыҡ һуғыуҙы казактар башҡарырға тейеш була. Урылған ашлыҡ билдәле бер күләмдә йот килгән йылдарҙа казактарҙың запасы булһын өсөн алып ҡалынған, ә ҡалған өлөшө ғәскәрҙе ашатыу өсөн билдәле бер даими хаҡҡа, ботона 25 йә иһә 26 тингә ҡаҙна провиант магазиндарына ебәрелергә тейеш була.
Йыйылған аҡса билдәле бер проценттарҙа запас аҙыҡ-түлек капиталына, урындарҙа эш барышын күҙәтеүселәргә һәм губернатор канцелярияһы ҡарамағындағы, әммә уның дөйөм составына индерелмәгән ер эшкәртеү буйынса айырым үҙәк идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренә бүленә. Был бүлек етәкселәрен ышаныслы тип иҫәпләнгән кешеләрҙән хәрби губернатор үҙе тәғәйенләй; ҡалған хеҙмәткәрҙәр казак урядниктары писарҙарынан тора. Ҡуйылған маҡсаттан - йот йылдарҙа казак халҡын аҙыҡ менән тәьмин итеүҙән башҡа, ул ваҡытта булмаған тиерлек, әммә ғәскәрҙе үҙгәртеп ҡороу өсөн кәрәкле ғәскәри казак капиталын ҙурайтыу күҙаллана.
Ашлыҡты ҡырғыҙҙарға түбәнерәк хаҡҡа һатырға уйлайҙар: уларҙың үҙҙәрендәге ашлыҡ сәсеүгә ҡамасаулыҡ итергә теләйҙәр, сөнки был яҡын киләсәктә казактарҙың ер эшкәртеүе өсөн һәм сәйәси яҡтан да хәүефле була; ашлыҡ сәсеүгә тотонған ҡырғыҙҙар, рустарҙан бойондороҡһоҙ булған халәттә, уларға диндәш Хива һәм Бохара менән тығыҙыраҡ бәйләнешкә инерҙәр ине.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №44, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.11.24 | Ҡаралған: 308

Киске Өфө
 
Ҡатындарҙы мөхәббәтле күрһәтәсәк нәмә матурлыҡ түгел, гүзәл холоҡтор. Күп ҡатындарҙың матурлығы камил булмаһа ла, һәр кем алдында һөйкөмлө күренә һәм хөрмәтләп телгә алына. Шуның өсөн гүзәл холоҡло һәм миһырбанлы булығыҙ. Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Асыулы йөҙ менән бер кемгә лә күренмәгеҙ. Асыуланған ваҡытта һөйләшмәгеҙ, бигерәк тә башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки асыуланғанда яуап биреү асыуҙы көсәйтә.

Ризаитдин нәсихәттәренән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru