АҠШ президентын һайлау был осорҙағы донъя шаулатҡан ваҡиғаларҙың береһе булды. Уға ун көнләп ваҡыт үтеп тә китте, әлбиттә, ләкин беҙ ошо темаға тәүге дөйөм шау-шыу һәм хис-тойғо аҫтында түгел, ә был факттың реаль ысынбарлығы менән килешеп йә килешмәйенсә лә уны ҡабул итергә мәжбүр булған донъя йәмәғәтселеге һәм сәйәси даирәләрҙә эмоциялар баҫыла төшкәс мөрәжәғәт итергә булдыҡ, сөнки тәүге шауҡым тәьҫирендә йыш ҡына фекер айыҡлығы юғалып ҡалыусан бит.
Шулай итеп, һайлаусылар тауышы иҫәпләнеп бөтөр-бөтмәҫтән үҙен АҠШ-тың 47-се президенты тип иғлан иткән Дональд Трамп икенсе тапҡырға власть башына килде. Тәүге тапҡыр ул ил менән 2017-2021 йылдарҙа, ул ваҡыттағы экс-дәүләт секретары Хиллари Клинтонды 77 тауышҡа артта ҡалдырып, 45-се президент булараҡ идара итте, ләкин ил халҡының әллә ни ихтирамын ҡаҙана алманы. Иң иҫтә ҡалғаны Трамптың 2020 йылда ҡасаҡтар һәм мигранттар өсөн Америкаға юлды ябыуы булды. Әйткәндәй, был ниәтен ул әле тағы ла ҡәтғиләштереү маҡсатында Мексика менән сик һыҙығында стена төҙөүҙе тиҙләтергә йыйына.
Трамптың 2017 йылда һалымдарҙы кәметеү һәм мәшғүллекте арттырыу буйынса законының аҙ килемле американдарға файҙа килтереүе ыңғай сараларҙың береһе булараҡ билдәләнә. Эске сәйәсәттә ыңғай ҡаҙаныштарынан суд системаһын реформалау, АҠШ-тың Космос көстәрен булдырыу, Һалым кодексын үҙгәртеү булһа, уңышһыҙ һәм хата булараҡ ҡылған ғәмәлдәренән Рәсәй менән Уртаса һәм бәләкәй аралыҡтағы ракеталарҙы юҡ итеү хаҡындағы килешеүҙе өҙөүе, Климат хәүефһеҙелеге буйынса Париж килешеүенән сығыуын әйтергә була. Дональд Трамп үҙенең тәүге президентлыҡ осоронда Рәсәй, Иран һәм Төньяҡ Кореяға санкциялар иғлан итә, өҫтәүенә, Рәсәй менән Ҡытай АҠШ-ҡа ҡаршы тороусы һәм уның милли хәүефһеҙлегенә янаусы илдәр тип нарыҡлана. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Трамп үҙен РФ Президенты менән яҡшы мөғәмәләлә тип иҫәпләй һәм 2017 йылда Владимир Путин менән осрашыуҙа мөһим темалар тикшерелә. Артабанғы йылдарҙа АҠШ Конгресы баҫымы менән Рәсәйгә ҡаршы 6 (2018) һәм 7 пакет (2019) санкциялар ҡабул ителә.
"Күренекле бизнесмен һәм миллиардер Дональд Трамптың ҡайтанан власҡа килеүе Рәсәйгә нимә бирәсәк?" тигән һорау күптәрҙе, шул иҫәптән, донъя күргән сәйәсмәндәрҙе һәм эксперт-күҙәтеүселәрҙе лә борсой һәм был шул нигеҙҙә төрлө фараздар ҡороуға килтерә. Иң беренсе, әлбиттә, Трамптың әле президентлыҡҡа кандидат булған сағында уҡ, әгәр һайлана ҡалһа, Рәсәй менән Украина араһындағы хәрби конфликтҡа 24 сәғәт эсендә сик ҡуйырға ниәтләүен бер нисә тапҡыр белдереүенә ҡараштар төрлөсә булды. АҠШ президентының: "Улар - рустар һәм украиндар - үләләр, мин уларҙың үлеүен теләмәйем һәм мин быны эшләйәсәкмен. Кеше ғүмерҙәрен юҡ итеүҙе туҡтатырға кәрәк", - тигән һүҙҙәренең һайлау алды "фишкаһы" ғына түгеллегенә ышанғы килә лә бит, асылда, эштең күпкә ҡатмарлыраҡ тороуын да оноторға ярамай.
Тышҡы сәйәсәттә иң беренсе үҙгәрештәр, шулай итеп, Украина менән Израилгә ҡағыласаҡ, ти күҙәтеүселәр. Һайлауҙарҙан һуң Трамп Зеленский менән телефондан һөйләшкән һәм Украинаға ярҙам итәсәгенә ишаралаған, ләкин бер ниндәй аныҡ саралар хаҡында һүҙ булмаған. 6 ноябрҙәге был һөйләшеүгә Трамптың яңы команда ағзаһы, күренекле эшҡыуар, SpaceX корпорацияһына нигеҙ һалыусы Илон Маск та ҡушылған һәм ул Украина армияһына Starlink терминалдары ебәреүҙе дауам итәсәген әйткән. Яңы властың килеүе Зеленскийға ҡарағанда Нетаньяху өсөн отошло, тиҙәр: Трамп бер нисә тапҡыр инде Израилгә ярҙам итәсәге хаҡында ҡабатланы. Үткән президентлыҡ осоронда уҡ ул Иранға даими баҫым яһап, Израиль яҡлы икәнен күрһәткәйне инде. Шул уҡ ваҡытта әле, үҙе белдереүенсә, президентлыҡ осоронда бөтөн хәрби конфликттарға ла юлды ябасағы хаҡында һөйләй. Бына шундай ҡапма-ҡаршылыҡлы хәл-хәбәрҙәр сәғәте-минутында интернет селтәрҙәренә яҙыла бара.
Хәйер, беҙ АҠШ-тағы яңы власть менән Рәсәй мөнәсәбәте хаҡында һүҙ башлағайныҡ. Эйе, Трампты сират тороп ҡотлаусылар исемлегендә тәүге сәғәттәрҙә үк Рәсәй Президентының исеме күренмәһә лә, Владимир Путин "Валдай" форумындағы сығышында бөтөн мир алдында Дональд Трампты еңеүе менән йылы ҡотланы һәм уны "ҡаһарман кеше" тип атаны; уның Украинаға ҡағылышлы тәҡдимдәрен иғтибарға лайыҡ, тине. Дөрөҫ, Трамптың власҡа яңынан килеүе Мәскәү тарафынан асыҡтан-асыҡ "ҡул сабып" ҡаршыланмаһа ла, Рәсәй сәйәсәтселәре даирәһендә Камала Харрисҡа ҡарағанда, Трампҡа өҫтөнлөк бирелеүе сер түгел ине, сөнки АҠШ-тың яңы лидеры белдереүҙәренән сығып, уның Киевты ҡорал менән тыңҡыслауҙы туҡтатыуына өмөт бар, ләкин уның хаҡына Трамп Рәсәйҙең Ҡытай менән хеҙмәттәшлектән баш тартыуын талап итеүе ихтимал, ти ҡайһы бер эксперттар.
Сәйәсмән Яков Кедми фекеренсә, Трамп Рәсәй менән мөнәсәбәттәр көсөргәнешлеген яйға һалырға тырышасаҡ. Бер яҡшының бер яманы, тигәндәй, билдәле америка журналисы Такер Карлсонға интервьюһында яңы лидер Байден арҡаһында "берләшкән" Рәсәй менән Ҡытайҙы "айырырға ниәтләнеүе" хаҡында асыҡ белдерә. Шул айҡанлы Владимир Путин был ниәттең барып сыҡмаясағы һәм Ҡытай менән беҙҙе үҙ-ара ныҡлы ышаныс, хеҙмәттәшлек һәм дуҫлыҡ нигеҙҙәре бәйләп тороуын белдерә. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй лидеры Америка властары менән диалогҡа асыҡ булыуын иҫкә төшөрҙө. 7 ноябрҙә Дональд Трамп Владимир Путин менән телефон бәйләнешенә сыҡты. Ике арала һөйләшеүҙә АҠШ-тың яңы һайланған президенты Украина конфликтының тиҙерәк тамамланыуын теләүе хаҡында белдерҙе. РФ Президентының матбуғат секретары әйтеүенсә, Трамптың инаугурацияһына тиклем үк ике ил президентының шәхсән аралашыу ихтималлығы бар. Ғөмүмән, Трамптың ҠХР-ға ҡарата "бер төрлө генә" булмаған мөнәсәбәте, әйткәндәй, яңы "иҫке" президенттың һайлау алды программаһында уҡ асыҡ күренә ине: ул ҠХР менән "сауҙа һуғышы" сәйәсәтен дауам итмәксе һәм шуның бер сараһы итеп Ҡытай тауарҙарына пошлина күләмен 60 процентҡа арттырыуҙы күҙаллай. Сөнки, ти ул, ҡытайҙар һәм башҡа илдәр АҠШ-ты үҙ тауарҙары менән тултырыуға өмөт итмәһендәр, был Америка иҡтисадының төп тармаҡтарын үҫтереүгә ҡамасаулай.
Трамптың эске сәйәсәт өлкәһендә ҡайһы бер ҡараштары, мәҫәлән, балаларға либераль идеология тағып, уларҙы "трансгендер аҡылһыҙлыҡҡа өйрәтеүсе" һәм башҡа төр юл ҡуйылмаҫлыҡ раса, енси һәм сәйәси-либераль йүнәлеш биреүсе идеологияға ҡаршы көрәш иғлан итеүе, бындай мәктәптәрҙе федераль йәһәттән финанслауҙы туҡтатыу ниәте айырым иғтибарға лайыҡ. Электән үк ул традицион ҡиммәттәр идеяһын алға һөрҙө, ти күҙәтеүсе сәйәсмәндәр. Был мәсьәләне Трамп, асылда, "динле һәм консерватив" Америка халҡы өсөн бик мөһим тип иҫәпләй. Шул уҡ ваҡытта яңы лидер американдарҙың ҡорал йөрөтөүгә хоҡуғын яҡлап сығыш яһай - быныһы инде аптыратып ҡуя. Һайлауҙар барышында ике тапҡыр һөжүм акты кисереүен иҫәпкә алып, ҡайһы бер күҙәтеүселәр Трамптың үҙенә ҡаршы көрәшкән бәғзе һайлаусыларҙан үс алыу ниәте, шулай уҡ НАТО альянсы һәм уның ағза-илдәре хаҡындағы һәм башҡа өлкәлә ҡәтғи ҡараштары өсөн үҙ-үҙен хәүефкә дусар итеү тип иҫкәртеүҙе кәрәк таба.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА