Халыҡ мәнфәғәте өсөн халыҡ менән бергә эшләү мөһим. Октябрь аҙағында Бөрйән муниципаль хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнгән Рәмил Абдуллин үҙенә шундай маҡсат ҡуйған. Быға тиклем Ишембай районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләгән замандашыбыҙ менән ҡыҫҡа әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
Рәмил Миңлеәхмәт улы, беренсенән, һеҙҙе яңы вазифағыҙ менән ихлас ҡотлайым, икенсенән, үҙегеҙ менән яҡындан таныштырып үтһәгеҙсе?
- Ысынлап та, 25 октябрҙән алып мин Бөрйән районы хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләндем. Беренсе нәүбәттә, депутаттарға ҙур рәхмәт, сөнки улар минең ошо яуаплы эште атҡара алыуыма бер тауыштан ышаныстарын белдерҙе. Үҙем сығышым менән Ишембай районы Яр-Бишҡаҙаҡ ауылынан, әммә Бөрйән районы менән күптән яҡындан танышмын: хәләл ефетем ошо төбәктән, бөрйәндәр мине кейәү тип белә. Бынан тыш, 2000-2010 йылдарҙа бында эшләп киттем, балаларыбыҙ ҙа бында тыуып-үҫте. Шуға ла мин үҙемде кейәү генә түгел, ә хатта Бөрйән егете тип хис итәм.
Тимәк, һеҙҙе ошо район кешеһе тип әйтһәң, хис тә арттырыу булмаҫ. Оҙаҡ йылдар Бөрйәндәге эш тәжрибәһенән сығып, бөгөн төбәктең киләсәген, уның үҫеш мөмкинлектәрен нисек күҙаллайһығыҙ?
- Бөрйән районын "Башҡортостандың йөҙөк ҡашы", тип бушҡа ғына әйтмәйҙәрҙер ул. Республика төбәктәренән айырмалы, үҙенә генә хас үҙенсәлеклеге бар райондың. Тәбиғәте менән генә түгел, бында халыҡ та башҡаса. Шуға Бөрйән районының үҫеше ошо үҙенсәлектәр, нескәлектәре менән айырым урын алып тора. Тәү нәүбәттә бында туризм тармағына ҙур иғтибар бүлергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Әлеге ваҡытта туристар йәй миҙгелендә бөтә Рәсәйҙән килә, айырыуса йылға буйлап ағып төшөү хуш килә ҡунаҡтар күңеленә. Туристарҙы бер миҙгелдә генә түгел, йыл әйләнеһенә йәлеп итерлек итеп эште йәнләндереү кәрәк. Бында йәштәрҙең әүҙемлеген көтәбеҙ: эштән ҡурҡмайынса, ең һыҙғанып тотонайыҡ ошо эшкә, тип саҡырам уларҙы. Сөнки Хөкүмәттән төрлө яҡлап ярҙам саралары тәҡдим ителә: субсидия, гранттар алырға була. Эшләйем тигән кешегә бөтә ысулдар, юлдар асыҡ, тик теләк кенә кәрәк.
Бөрйән районы хакимиәте яғынан да туризм өлкәһен үҫтерергә теләгән йәштәребеҙ яҡлау таба ала. Республика район-ҡалаларындағы кеүек, беҙҙә лә "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" даими ойошторола һәм унда һәр кем үҙенең идеяһы, бизнес-проекты менән таныштыра ала. Төрлө өлкәгә ҡағылышлы маҡсатлы эштәр менән мөрәжәғәт итергә мөмкин. Хакимиәт белгестәре уларҙы тыңларға, кәрәк икән, субсидия, грант ярҙамдары алыу буйынса кәңәш бирергә әҙер. Сөнки ойошҡанлы эшләгәндә генә был йүнәлеште үҫтерергә, уның һөҙөмтәләрен күрергә мөмкин.
Республика программалары тигәндән, бөгөн төбәктә уңышлы тормошҡа ашырылған ҡайһы проекттарҙы айырым билдәләп үтергә мөмкин?
- Башҡортостанда бөгөн төрлө мөһим проекттар тормошҡа ашырыла. Йәшәйеште арттырыуға, көнкүреште яҡшыртыуға йүнәлтелгән төрлө программаларыбыҙ бар. Әле "Мәктәп мәғариф системаларын модернизациялау" программаһының уңышлы тормошҡа ашырылыуын билдәләргә мөмкин. Киләһе йыл заявкалары буйынса Брәтәк ауылы мәктәбе капиталь ремонт эшләнергә тейешле исемлеккә ингән. Бынан тыш, мәғариф учреждениеһын йыһазландырыу, уҡыу әсбаптары менән тулыландырыу ҙа мөһим эштәрҙең береһе булып ҡала. Был программа сиктәрендә районға Хөкүмәттән ярайһы уҡ кимәлдә ярҙам алына.
Әйтергә кәрәк, "Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен модернизациялау" проекты буйынса ла заманса медицина ҡорамалдары алына, яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктары төҙөлә. Киләһе йылға ла саралар планы ҡабул ителгән. Халыҡ һорауы буйынса райондың тағы бер нисә ауылында модулле медицина объекттары файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Юл инфраструктураһы ла ыңғай хәл ителә, тип әйтергә кәрәк. Артабанғы пландарыбыҙҙа социаль объекттарға капиталь ремонт яһау, юлдар төҙөлөшөнә иғтибар бүлеү ҡарала. Һәм дә республика, федераль программаларҙа артабан да әүҙем ҡатнашырға уйлайбыҙ. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында эштәр көйлө. Быйыл "Беларус" һәм экскаватор кеүек яңы транспорт сараларын алыуға өлгәштек. Киләһе йылға ике берәмек техникаға заявка бирҙек.
Бөрйән районы хакимиәтендә хеҙмәттәштәрегеҙ, урындағы халыҡ һеҙҙе етди етәксе тип белә. Ә ғаиләлә һеҙ ниндәй ир-уҙаман, ниндәй ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ бар?
- Ғаиләгә килгәндә, хәләл ефетем менән өс балаға ғүмер биреп, уларҙы аяҡҡа баҫтырып бөттөк, тиһәң дә була. Кемеһе уҡый, кемеһе эшләп йөрөй. Ҡатыным әле Бөрйән үҙәк район дауаханаһында теш табибы булып эшләй. Беҙ ғаилә менән ял итергә яратабыҙ, балаларҙы бәләкәй саҡтарынан гел үҙебеҙ менән тәбиғәт ҡосағына йөрөттөк, уларға тыуған яҡтың хозурлығын, ошо ергә ҡарата һөйөү һалырға тырыштыҡ. Әле лә бергәләшеп республикабыҙҙың төрлө төбәктәренә сәйәхәт ҡылып торабыҙ. Байрамдарҙы ла ғаилә менән бергә үткәрергә тырышабыҙ. Әлбиттә, балалар үҫкән һайын үҙаллыраҡ була, ҡыҙыҡһыныуҙары үҙгәрә, мөһим эштәре арта бара. Шулай ҙа бергә сәйәхәт итеүҙән баш тартмайҙар.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Башҡорт мифологияһы үҙәгендә торған Бөрйән районы, ысынлап та, республиканың башҡа төбәктәренән көнитмеше менән айырыла. Аҫаба башҡорттарҙың бөрйән, ҡарағай-ҡыпсаҡ, түңгәүер кеүек өс ырыу вәкилдәрен берләштергән төбәк тарихында һайланған яңы етәкселекте урындағы халыҡ яңы, танһыҡ кеше булараҡ ҡабул итә. Заманында Рәмил Абдуллин Бөрйән районы урман хужалығында хоҡуҡ белгесе, унан судья ярҙамсыһы, судья, суд рәйесе вазифаларын башҡарған. Эш тәжрибәһенең булыуы - бер, ә бына аныҡ маҡсаттар билдәләнеүе - икенсе мәсьәлә. Уңыштар теләйек!
Азат ҒӘЛИУЛЛИН әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА