(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)
Граф В.А. Перовский
(1833-1842 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған).
Перовскийҙың һуңынан Ырымбур генерал-губернаторҙарына бирелгән аныҡ билдәләнгән хоҡуҡтары булмай, ул үҙенең ҡарамағына нимәне файҙалы тип таба, шуны төҙөтә һәм булдыра, йәмғиәткә бер нисек тә ҡағылмаған әйберҙәргә лә аҡса тотона.
Йәйләүҙә башҡорттар араһында йәшәп, ул үҙен тулы власлы батша наместнигылай итеп күрһәтә; уның тормошонда һәм тотҡан штатында кәрәгенән артыҡ нәмәләр күп булды: башҡорттар өсөн байрамдар, ат сабыштары уҙғарыла, башҡорттарҙы рус хөкүмәтенә ыңғайлатыр өсөн һый-хөрмәт күрһәтелә, улар әүәлге һәм Перовскийҙан һуң кисерелгән кәмһетелеүҙәр урынына хәс-тәрлек тоя башлай.
Ул идара иткән саҡта ике йәмиғ заводы булдырыла. Ҡортсолоҡ заводы башҡорттарҙы умартасылыҡтың яңы, яҡшыртылған алымдары менән таныштырыу маҡсатында асыла, бының өсөн йәш үҫмерҙәр Чернигов губернаһындағы умартасылыҡ мәктәбенә билдәле ҡортсо Прокоповичҡа ебәрелә. Әммә был башланғыстан бер нәмә лә килеп сыҡмай: башҡорттар үҙҙәренә хас булған солоҡсолоҡ һәм түмәр умарталар ҡуйыу алымын ғына ҡуллана. Килем килтермәгән завод ябыла.
Икенсеһе - Ырымбур өйәҙе Иҫәнғол ауылы янында, Ташлы йылғаһының Ыҡ йылғаһына ҡойған тамағында нигеҙләнгән ат заводы. Дәүләт заводтарынан айғырҙар алына, ә бейәләрҙе бай башҡорттар хәйриә ярҙамы итеп бирә. Әммә заводта аттарҙың яҡшыртылған тоҡомон сығара алмайҙар: һуңғы ваҡытта айғырҙарҙы үҙҙәренең бейәләре булмаған башҡорттарға ҡарарға бирә башлағайнылар; хужалар, уларға бирелгән айғырҙарҙы эш өсөн файҙаланмаҫҡа тейеш булһалар ҙа, быны үтәмәнеләр, уларҙы насар ашаттылар, һәм айғырҙар тиҙҙән көсһөҙләнәләр. Хәрби идаралыҡ бөтөрөлөү менән завод ҡаҙнаға алына, уны тотоу өсөн күп аҡса талап ителә, 70-се йылдарҙа ул да ябыла.
Перовский төбәк менән тәүге тапҡыр идара иткә-нендә үҙенең ҡарамағында булған иҡтисади аҡсаларҙы башҡа бер файҙалы эштәр өсөн дә тотона. 1835 йылда Ырымбурҙа һыу үткәргес (водопровод) эшләнә башлай, ул Урал йылғаһы ярында әлегә тиклем һаҡланып ҡалған. Һыу ҡала майҙанындағы бассейнға ағыҙыла, ул хәҙер ҙә бар, әммә өйҙәргә үткәрелмәй; уны мискәләр менән бушлай алалар. Һыу һурғыс ҡоролмаһын (водокачка) йылытыу өсөн утынды хужалыҡҡа әҙерләнгәндән бушлай бирәләр. Һыу үткәргес төҙөү менән инглизме, немецмы шөғөлләнә. Ул офицер булған, ваҡытына ҡарата ҙур түләү - 5 мең һум ассигнация алған. Һыу үткәргес ҡәнәғәтләнерлек булмай, ә генерал Обручев, ул идара иткәндә утын әҙерләү дауам иткән хәлдә лә, уның өсөн ҡаҙна утынын бик аҙ бирә.
Перовский үҙенең йәшәү рәүеше, йомарт булыуы менән, унан һуң килгәндәрҙең береһе лә шундай сығымдар талап иткән нәмәләргә аҡсаны мул тотоноуға баҙнат итмәгән бер халәттә, төбәктең уға тиклемге төп начальниктарынан юғарырыҡ торҙо, үҙенең янында эшләгәндәр араһынан талантлы кешеләрҙе хеҙмәткәрлеккә йәлеп итә алды, уларға аҡсалата бүләктәр бирҙе, әммә уға кәрәкле суммаларҙы ҡайҙан алғанын бер кем дә белмәне.
Килгән ҡунаҡтарҙы ул һәр даим киң күңеле һәм йомарт һыйы менән ҡабул итте. Билдәле сәйәхәтселәрҙе, мәҫәлән, 1840 йылда бында килгән Мурчисон кеүектәрҙе, ул ихлас сәләмләп ҡаршы алды, улар бында губернатор ҡурсалауында һәм булышлығында йәшәне.
Бында йәй көндәрен тәбиғәт ҡосағында йәшәп, ҡымыҙ эсеп, үҙҙәре өсөн яңы тормошто, икенсе халыҡты, шишмәләрҙең һәм йылғасыҡтарҙың мул һыуҙарын, ҙур урмандарҙы, төрлө ҡырағай йәнлектәр байлығын һәм уларға һунар итеүҙе күреп, ошо хаҡта эске губерналарҙа бер ни белмәгән халәттә, Башҡортостан үҙенең Урал тауҙары һәм ул саҡтарҙа ярайһы уҡ хәлле мал көтөүсе күсмә халҡы менән аҡсалы, етеш тормошта йәшәгән кешеләрҙе үҙенә йәлеп итте.
1841 йылда, үҙенең тәүге идаралығының һуңғы йылында, Перовскийҙың йәйләүендә үҙҙәренең ижтимағи хәле буйынса күренекле кешеләр - граф Алексей Толстой (билдәле яҙыусы һәм Перовскийҙың бер туған һеңлеһе буйынса энеһе), камергер Скарятин һәм тағы ла 10-дан ашыу башҡа кешеләр ҡунаҡ булды. Был кешеләр, башҡорттар һағы аҫтында Белғош йылғаһы буйындағы йәйләүҙән Урал йылғаһы аша сығып, ул саҡта сайгак өйөрҙәре күп булған ҡырғыҙҙар яғына һунар итергә йөрөнө.
Ҡунаҡтарҙы аҫрау, уларҙы башҡорттар ярҙамында һаҡлап йөрөтөү һәм уларға бүләктәр биреү ҙур сығымдар талап итә, һәм Перовский уларҙы үҙ иҫәбенә ҡаплай.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА