Йыл башынан "Бәрәкәтле ашъяулығым биҙәге" тигән сараны планлаштырып, район мәҙәниәте бүлегенең эш планына ла индереп ҡуйғайныҡ. Ниһайәт, ноябрҙең егермеһендә, күҙ нуры түгеп, йөрәк йылыһын ҡушып сигелгән ашъяулыҡтарын алып, оҫтабикә ағинәйҙәр Һөйөндөк ауылы мәҙәниәт йортона йыйылды. Аллы-гөллө биҙәкле ашъяулыҡтар мәҙәниәт йортон йәйғор нурҙарына күмде.
Эйе, райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары ихлас ҡушылды был эшкә лә. Шулай булмай ни, ошо йылдар эсендә улар халҡыбыҙҙың ниндәй генә кәсептәрен, оҫталыҡ серҙәрен тергеҙмәне! Был юлы ла улар башҡорттоң борондан килгән һәм ныҡ үҫешкән сигеү сәнғәте өлгөһөнә, заманында өләсәй-әсәйҙәребеҙҙең шәм яҡтыһында сиккән, нағышлаған ашъяулыҡтарына яңы һулыш өрөргә йөрьәт итте.
Бына Мулдаҡайҙан сигеү оҫтаһы Лейә апай Һағынбаева үҙе сиккән ике ашъяулығы менән бергә инде 120 йыл дауамында быуындан-быуынға күсә килеп, шкафында ҡәҙерләп һаҡланған ҡомартҡыны ла тотоп сыҡҡан. Был ашъяулыҡтың биҙәктәре шул тиклем тигеҙ итеп, этнографтар билдәләгәнсә, иҫәпле сигеү (счетная вышивка) алымы менән һалынған. Әйберҙең ике яғында ла тигеҙ булып ятҡан был биҙәкләү алымы бик борон замандарҙа уҡ ҡулланылған. Тауарҙың ептәрен һанап ҡына һалып барылған биҙәкләү алымына "сүпләм" һүҙен ҡулланыу уңай булмаҫмы икән, тигән фекер ҙә тыуҙы әле миндә.
Көсөк-Маяҡ ауылындағы музейҙа һаҡланған ашъяулыҡты үткән быуат урталарында Нәғимйәнова Файза апай сигеп ҡалдырған. Төҫлө ебәк еп менән элмә сигеү (тамбурная) алымын ҡулланып һалынған биҙәкле ашъяулыҡтың тиҫкәре яғында бер генә төйөн-маҙары булмауы бигерәк аптыратты. Ауылдың ағинәйҙәре етәксеһе Гөлсирә Ғарипова ошо ашъяулыҡтың күсермәһен эшләп килтереп, быуындар бәйләнешенең дауам итеүенә матур ишара яһаны.
Балбыҡ ауылы ағинәйҙәренең дә һандығында һаҡланған ҡомартҡы бар икән. Яңыртылғанын да, ҡомартҡыны ла тотоп сыҡты оҫтабикәләр. "Был ҡомартҡының биҙәктәре шыма сигеү алымын ҡулланып һалынған. Борон ҡунаҡ йыйғанда еҙ ҡомған, еҙ тас йөрөтөп, ҡунаҡтарҙың ҡулдарын йыуҙырып, ҡоротоп алғандан һуң, уртаға ҡәҙерләп кенә ошондай ашъяулыҡтар йәйелгән. Беҙ ҙә бергә йыйылып, күмәкләп ултырып сиктек ашъяулығыбыҙҙы", - тип һөйләп алды улар.
Рысай ауылынан килгән ағинәйҙәр ҙә күмәкләп ҙур ашъяулыҡ сигеп килтергән һәм: "Ашъяулыҡҡа ҡарата халыҡ бик иғтибарлы булған. Аш-һыу теҙелә бит уның өҫтөнә. Тамаҡҡа ашап алғас та уны ҡәҙерләп йыйып алып ҡуйғандар", - тип балбыҡтарҙы йөпләп ҡуйҙылар.
Эйе, боронғо ашъяулыҡтар ыҡсым, урындыҡҡа йәйелә торған итеп тегеп-сигелгән. Беҙҙең оҫтабикәләрҙең ҡайһылары, хәҙерге өҫтәлдәргә ярарлыҡ итеп, ҙур итеп тегеп-сигеп килтергән ашъяулыҡтарын. "Аят аштарына, ҡунаҡ саҡырғанда ҡәҙерләп тотонорлоҡ булһын өсөн шулай итеп тектек",- ти улар.
Ашъяулығын яҙып тотоп сығыш яһарға сыҡҡан Римма апай Байрамғолова үҙенең матур мәғлүмәттәре менән уртаҡлашты: "Ашъяулыҡты, ғәҙәттә, ҡыҙылдан алғандар. Мин дә шул төҫтө һайланым да, оло өҫтәлемә йәйерлек итеп, ситтәренә лә суғын ҡуйып әҙерләнем. Биҙәктәрен ҡуш элмә менән, ҡусҡарлап һалдым. Ҡуш элмәне интернет селтәренә инеп өйрәнеп алдым. Әммә энәне сәнсеп алыуын саҡ ҡына үҙемсә үҙгәрттем. Интернет өйрәткәнсә сәнсеп, мосолмандар мәйет күлдәген тегә. Үҙебеҙгә ҡулайлы итеп сәнсергә өйрәнгәс, ҡуш элмәне төркөмдәге башҡаларға ла өйрәттем. Ҡуш элмәне борон беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ оҫта ҡулланған. Әйткәндәй, ашъяулыҡтың ҡәҙере ҙур ине. Аша атларға ярамағанлығын һәр саҡ иҫкә төшөрөп ултыра ине өләсәйҙәр", - тип йомғаҡлап ҡуйҙы һүҙен. Уның баҙрап торған ҡыҙылға зауыҡ менән һалынған биҙәкле ашъяулығы барыһын да һоҡландырҙы. Сараның төп еңеүсеһе лә ул булды.
Ибраһимова Рәзилә апай менән Раҡипова Гөлйемеш тә ашъяулыҡтарын ҙур өҫтәлгә йәйерлек итеп эшләп алғандар. Үҙҙәре әйткәнсә, бер эшләгәндә берәгәй һәм ҡулланырлыҡ булһын, тигәндәр. Рәзилә апай биҙәккә өлгөләрҙе Камалиеваның "Магия башкирского тамбура" китабынан алған. Ҡулы оҫтаның эше лә уңып тора бит ул. Ҡыйып ҡарағыһыҙ ҡул эшенең биҙәктәре лә йым-йым килеп торғандай. Гөлйемеш инде ашъяулығына, аяҙ күк йөҙөндәй булһын тип, зәңгәрһыу төҫтө һайлауын аңлатты. Биҙәктәрен дә, ептәрҙең төҫтәрен дә күңеленә хуш килгәнен һайлап сиккән. Затлы, бик затлы ашъяулыҡ килеп сыҡҡан. Был оҫталар икеһе лә ҙур баһаға лайыҡ булдылар.
Сарала ҡатнашҡан һәр кем маҡтауға лайыҡ, һәр кемдең ашъяулығы үҙенә генә хас биҙәк менән балҡыны һәм һоҡландырҙы. Ашъяулыҡтарына ниңә теге йәки был төҫтө һайлауҙарын, миләүшә һәм томбойоҡ сәскәләрен, бешкән ҡарағат тәлгәштәрен ни өсөн һалыуҙарын эске бер йылылыҡ һәм ғорурлыҡ менән төшөндөрә барҙылар. Боронғоса итеп ҡусҡар, йөрәк, башҡорт тамғалары формаһындағы кеүек милли биҙәктәр һалынғанына ла тейешле аңлатма биреп, халҡыбыҙҙың ихласлығын, ҡунаҡсыллығын билдәләп киттеләр.
Ҡул эштәренән, оҫталарҙың үҙ эшен яратып һөйләүҙәре-нән рухланып, Римма апай Байрамғолова тағы күңелендә ҡайнаған хис-тойғолары менән уртаҡлашыуҙы кәрәк тапты:
- "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһына ҙур рәхмәтемде еткерәм. Нимә генә эшләмәнек ошо ваҡыт эсендә. Милли кейемде дөрөҫ итеп тегергә, кейергә өйрәндек. Онотолоп барған ҡораманы иҫкә төшөрөп, нимә генә ҡораманыҡ. Кейеҙ баҫырға өйрәнеп, камзулына тиклем баҫып кейҙек. Үткән ҡыш кейеҙ баҫып, олтораҡмы, ултырыу өсөн яраҡлы монаятмы итһәләр ҙә тип, һалдаттарыбыҙға оҙаттыҡ. Ер-һыу атамаларын да, туй йолаларын да йыябыҙ. Йола тигәндән, күпме йола өйрәндек тә башҡаларға күрһәттек. Бына хәҙер ҡыҙҙарыбыҙға, ейәнсәрҙәребеҙгә ҡомартҡы итеп ҡалдырырлыҡ ашъяулыҡлы ла булдыҡ. Ашъяулыҡтарыбыҙ йорттарыбыҙға йәм, ҡот, бәрәкәт биреп торһон. Ер шарында, илдә тыныслыҡ урынлашып, именлектә йәшәргә яҙһын! Өйҙә генә ултырһаҡ, ойоштороп, әйҙүкләп тороусыһы булмаһа, беҙ тергеҙгән был ҡомартҡы-хазиналарыбыҙҙың барыһы ла һиҙелмәй генә онотолоп, ваҡыт саңында күмелә барыр ине... - тине Римма апай. Рәхмәтле булдыҡ был зыялы ағинәйгә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, "Әүеш йәшмәләре" төркөмөнөң уртаһында ҡайнап йәшәй ул, башҡаларҙы ла үҙе тирәләй әйләндерә, матур эштәргә әйҙүкләй.
Ниндәйҙер сара үткәрергә йыйынһаң да, ҡулайлы урыны ла, ҡатнашыусыларҙы дәртләндереү өсөн бүләктәре лә кәрәк бит әле. Бындай ҙур сараны үҙендә үткәрергә баҙнат иткән Һөйөндөк мәҙәниәт йорто мөдире, ошо ауылдың "Ағинәй" ойошмаһы етәксеһе Гөлсара Ғилман ҡыҙына һәм ауыл хакимиәте башлығы Зөлфиә Азамат ҡыҙына рәхмәтебеҙ ҙур. Бағыусыларын да тапҡандар, шәп бүләктәрен дә әҙерләгәндәр. Ашъяулыҡлылар ҙа, тәмле бөйөрөктәрен бешереп килтергәндәр ҙә тәғәйен бүләктәрен, Рәхмәт хаттарын алып ҡыуандылар.
Бындай күмәк сараларға бөгөн башҡа күҙлектән ҡараусылар ҙа юҡ түгелдер. Илдә тыныс булмағанда, нисек күңелдәре төшә икән, тигәнде лә ишеткеләп ҡуяһың. Минеңсә, ваҡыты-ваҡыты менән күңелдәге юшҡынды йыуып төшөрөү өсөн кәрәк бындай саралар. Юғиһә, күңелдәрҙең ҡатып китеүе лә бар. Әйткәндәй, ошо сарала ҡатнашыусыларҙан аҡса йыйып, Шайморатов исемендәге волонтерҙар клубына тапшырҙыҡ. Әлеге мәлдә һәр ауылда маскировка селтәрҙәре үрәләр, йылы ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләйҙәр, кәрәк икән, аҡса йыйыуҙы ла ойошторалар. Ошондай сараларҙа ҡатнашҡан ағинәйҙәребеҙ ошо йәһәттән дә әүҙемлек күрһәтә. Сөнки һәр беребеҙҙең күңелендә бер үк теләк: һуғыш тиҙерәк туҡтап, яу ҡырында йөрөгән ир-егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Илебеҙгә именлек килеп, йорттарыбыҙҙа тыныс йәшәргә яҙһын!
Мәрзиә СОЛТАНБАЕВА, Учалы районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА