Яңы йыл Америка Ҡушма Штаттарына йәшен уғы булып килде: Яңы йыл төнөндә илдең ике символы иҫәпләнгән архитектура бинаһы - Вашингтондың Капитолий көмбәҙе менән Американың тәүге президенты Джордж Вашингтон иҫтәлегенә 169 метр бейеклектәге (91 мең тонна) Вашингтон монументына, шулай уҡ Нью-Йорктағы 102 ҡатлы 443 метр бейеклектәге күккә олғашҡан Эмпайр-стейт-билдинг бинаһына йәшен атты.
Бөтә был объекттарҙың да йәшен ҡайтарғыс системалары булыуға ҡарамаҫтан, стихия уғының тап уларҙы һайлауы төрлө юрауҙар һәм фараздар тыуҙырҙы. Капитолий эш һәм кәңәшмә ултырыштары урыны булған АҠШ Сенатының Республикандар партияһы сенаторы Майк Ли үҙенең социаль селтәрендә был хаҡта "иҫкәртеү" тип яҙып сыҡһа, ябай американдар үҙ комментарийҙарында быны, киреһенсә, яҡшыға юраны, икенселәре власҡа яңы президент килеү менән бәйле үҙгәрештәргә, яңырыуға өмөт билдәһе тип ҡабул итте. Әллә инде...
Тик тап бына шул көндәрҙә АҠШ-та ике теракт ҡылынды: Лас-Вегастағы Дональд Трамп отеле янында Илон Маск етәкселек иткән Tesla компанияһының Cybertruck автомобилендә үлемесле шартлау яңғыраны: водитель һәләк булған, ете кеше йәрәхәтләнгән. Бынан тыш, 2 ғинуарҙа Яңы Орлеан ҡалаһында АҠШ гражданы, 42 йәшлек террорсы Джаббар машинаһы менән халыҡ төркөмө өҫтөнә барып менә: 10-дан ашыу кеше һәләк була, 35-е йәрәхәтләнә. Социаль селтәрҙәрендә Америка комментаторҙары был теракттарҙың күрәләтә, асыҡтан-асыҡ башҡарылыуы тураһында яҙа. Ни тиһәң дә, Трамптың "үгеҙҙе мөгөҙөнән алып", илгә традицион ҡиммәттәрҙе ҡайтарыу, миграция менән ҡәтғи көрәш ниәттәре АҠШ-та күптәргә оҡшап етмәй, тиҙәр. Ә дәүләт аппаратын ҡыҫҡартыу һәм хәрби-сәнәғәт комплексындағы (ЦРУ,ФБР һ.б. махсус хеҙмәттәрҙе әйтеп тә тормайынса) үҙгәрештәр Американың юғары ҡатлам элитаһында асыу һәм нәфрәт тыуҙыра, тип яҙа Комсомольская правда сайты күҙәтеүсеһе. Өҫтәүенә, хатта тәбиғәт тә нимәгәлер ризаһыҙлыҡ белдереп кенә тора кеүек: 5-6 ғинуарҙа 10 йыл буйы күрелмәгән ҡеүәтле ҡар бураны айҡанлы илдә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде: ҡайһы бер штаттарҙа аэропорттар ябылды, 2,5 меңләгән рейс тотҡарланды, электр энергияһы, һыу менән тәьминәт өҙөлдө, транспорт туҡтаны. Көслө буран арҡаһында юлда меңәрәләгән кеше ҡар "тоҙағында " ҡалған, үлеүселәр бар, тип хәбәр итә Российская газета сайты. Өҫтәүенә, Калифорния штаты менән Лос -Анджелес тирәһендә көслө урман янғыны сәбәпле, эвакуация иғлан ителде.
Бәлки, ысынлап та, Юғары көс, кемдер әйтмешләй, Америка властарына үҙҙәренең эске эштәре һәм проблемалары менән булышыу хәйерлерәк, тигән ишара яһарға итәлер? Юғиһә бит, һаман властан китә алмай йонсоған Байден Украинаға ярҙамдың "хушлашыу пакеты"н әҙерләй, тип хәбәр итә Ассошиэйтед пресс агентлығы. Ярҙамдың аныҡ суммаһы әлегә сер итеп тотола, ә бына Байден хакимлыҡ иткән осорҙа Украинаға йәмғеһе 174 млрд доллар аҡса һәм 71 пакет хәрби ярҙам ебәрелгән. Ә Пентагон ярҙам программаһын 2027 йылғаса дауам итергә ниәтләй. Ошо көндәрҙә генә мәғлүм булыуынса, Германияның Rheimetall хәрби предприятиеһы Украинаға техник йәһәттән камиллаштырылған өр-яңы гусеницалы БМП машинаһының һынау партияһын ебәргән.
Уның ҡарауы, дошман күпме генә көсәнмәһен һәм баштан-аяҡ ҡоралланмаһын, Украина армияһының тере көстәре берҙәм рәүештә сафтан сығарыла бара. Яңы йылдың тәүге аҙнаһында ғына ла МХО зонаһында дошман ҡораллы көстәре пленға бирелгән, үлгән һәм яраланған 13 мең кешеһен юғалтты, шуларҙың 2975-е - Курск йүнәлешендә. Шулай уҡ дошмандың 46 танкы юҡ ителде, тип хәбәр итә Рәсәй Оборона министрлығының Telegram-каналы. 8 ғинуар иртәһенең МХО белешмәһенә ҡарағанда, Рәсәй ғәскәрҙәре Украина Ҡораллы көстәренең Краснолиманский йүнәлешендәге оборонаһын өҙҙө һәм Ивановканан Колодцыға табан уҡталды. Йәнә лә беҙҙең ғәскәр Курск өлкәһендә үткәргән контрһөжүм һөҙөмтәһендә бер нисә мөһим райондан дошман бәреп сығарылды. Рәсәй Ҡораллы көстәре бер тәүлек эсендә 164 районда Украина армияһының хәрби аэродромдарын, склад һәм техника тупланған урындарҙы авиация, ракета ғәскәрҙәре, артиллерия һәм пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында көслө утҡа тотто. Украина һалдаттары Курскиҙың һуғыш яланынан яраланған иптәштәрен ташлап ҡаса.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 9 – 16 ғинуар 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА