«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫУҒАН ЕРЕБЕҘҘЕ САЛАУАТ КЕҮЕК ЯРАТАЙЫҠ!
+  - 


Былтыр ЮНЕСКО-ның "Янғантау" геопаркы биләмәһенә ҡараған Салауат районы Лағыр ауылы эргәһендә үткәрелгән археологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә яңы ҡомартҡылар табылыуы тураһында хәбәр ителгәйне. Шул уңайҙан файҙаланып, геопарктың ғилми хеҙмәткәре, археолог Айнур Ринат улы СИТДИҠОВ менән әңгәмәләштек.

Һөйләшеүҙе башлап, Лағыр ауылы тапҡырынан Әй йылғаһының һул яҡ яры буйлап Ҡарайылға шишмәһе тамағына тиклем йәйрәп ятҡан, дөйөм оҙонлоғо 15 км тәшкил иткән урынды өйрәнергә ҡарар итеүегеҙҙең сәбәптәрен аңлатып үтһәгеҙ ине.

- Был территорияны быға тиклем береһе лә ентекләп тикшермәгән, үткән быуын тикшеренеүселәре, йылға буйлап ағып төшөп, еңел табылған ҡомартҡыларҙы ғына йыйып алған. Ә был урын аруҡ ҡына ҡатмарлы: киң һыубаҫар туғай, һаҙмат. Шуға тикшеренеүселәр уны ситләберәк үткән. Икенсенән, был минең беренсе "асыҡ бит" - уны ҡулға алыу менән мин дәүләт күҙендә профессиональ археологҡа әүерелдем. Тимәк, ялан эштәрен кемдеңдер етәкселегендә, экспедициялар сиктәрендә генә түгел, ә үҙаллы атҡарыу хоҡуғына эйә булдым. Быны үҙемдең тыуған ауылым Лағырҙан, миңә йәшәү бүләк иткән ерҙән, башлауҙы дөрөҫ тип таптым.
Һәм яңылышмағанмын да: тикшеренеүҙәр барышында Лағыр-2 - боронғо кешеләр йәшәгән ултыраҡ табылды. Әйткәндәй, был ауылым өсөн икенсе ҡомартҡы: башҡорттарҙың иртә быуаттарҙағы тарихына бәйле булған, академик Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов үҙе өйрәнгән Лағыр-1 боронғо ҡәберлеге лә бар. Ә мин тапҡан ҡомартҡы ябайыраҡ, боронғо ултыраҡ, кешеләр йәшәгән ерҙән ғибәрәт. Шулай ҙа Лағыр-1 ҡурғанына ҡарағанда мең йыл, ә беҙҙең көндәрҙән 2 мең йыл элек, тимер быуат осоронда йәшәгәндәр бында. Әммә беренсе "асыҡ бит" тулы масштаблы ҡаҙыу эштәре алып барырға рөхсәт итмәгәс, ҡомартҡыны теркәргә генә ярағас, тупраҡтан үҙҙәре килеп сыҡҡан әйберҙәрҙе генә таптыҡ. Улар араһында биҙәкһеҙ керамика киҫәге, эре малдарҙың һөйәктәре, тимер әйберҙәр бар ине. Былар барыһы ла борон ошо урында йәшәгән кешеләрҙең мал аҫрау, тимерселек менән шөғөлләнеүен раҫларға мөмкинлек бирә. Теүәлерәк мәғлүмәттәр, тулы күләмдә ҡаҙыу эштәре ойошторған ваҡытта, алыныр, тип көтәм.
Бындай археологик ҡомартҡылар - Әй йылғаһы буйындағы ерҙәр өсөн ҡәҙимге күренеш, шуға ултыраҡтың урынын кеше тарафынан емертеүгә юл ҡуймау өсөн сиктәрен билдәләү эшен генә атҡарырға кәрәк булыр, тип уйлайым. "Янғантау" геопаркы хеҙмәткәре булараҡ, минең төп маҡсатым - Салауат районын өйрәнеү һәм яңы ҡомартҡыларҙы табыу.
Әйткәндәй, районыбыҙ биләмәһендә башҡорт халҡының тарихын байытҡан ҡомартҡылар байтаҡ. Улар араһында Лағыр-1, Ишембай һәм Иҙелбай ҡурғандарын, Тарналин ҡаласығын атарға була. Һуңғыһы башҡорт ырыуҙары тарихына туранан-тура бәйләнгән. Бына шулай, был территорияла төрлө дәүерҙәргә ҡараған ҡомартҡылар бергә тупланған, сарматтар һәм скифтар заманынан алып, башҡорт халҡы формалашҡан осорға, Салауат Юлаев йәшәгән йылдарға тиклем дә әйберҙәргә юлығырға була. Бынан тыш, таш быуат осорона ҡараған ҡомартҡылар ҙа күп, боронғо кешеләрҙең һүрәттәре һаҡлана Әй һәм Йүрүҙән йылғалары буйында урынлашҡан ерҙәрҙә. Бишәр-алтышар быуат ваҡыт арауығы менән айырылған әйберҙәрҙе бер урында табыу, уларҙы өйрәнеү ҡыҙыҡлы.

ЮНЕСКО-ның "Янғантау" геопаркын ойоштороу ниндәй әһәмиәткә эйә булды, һеҙгә ниндәй яңы мөмкинлектәр асты?

- Ватаныбыҙ һәм тыуған республикабыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү мөмкинлегенән тыш, был беҙгә матди-техник тәьминәт йәһәтенән айырыуса ныҡ ярҙам итте. Сөнки археология - ул хеҙмәткәрҙәрҙән күп көс талап иткән тикшеренеү өлкәһе, төрлө ҡорамалдар, транспорт кәрәк. Геопарк был йәһәттән барлыҡ кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә, рәхәтләнеп эшләргә барлыҡ шарттар булдыра. Ул үҙе лә яйлап археологик тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә алырлыҡ ойошмаға әүерелә бара, ә республикала ғына түгел, хатта Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә бындай геопарктар юҡ. Шуға беҙ тарихи-мәҙәни мираҫты өйрәнеүҙә алдынғылар рәтендә булыуҙы маҡсат иткәнбеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, "Янғантау" геопаркы ойошторолоу менән Салауат районында фәндең алға китешен үҙенең күҙәтеүенә алған бер "хужа" килеп сыҡты. Бында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе ошо районда тыуып үҫкән белгестәр булыуы ла шатлыҡлы күренеш.

Археолог һөнәрен үҙләштереүселәр күп түгел, ни өсөн һеҙ был өлкәне һайланығыҙ?

- Эйе, әлеге ваҡытта геопаркта ла мин бер бөртөк археолог, әммә яңғыҙ түгелмен. Эшемдә уҡытыусыларым, коллегаларым гел ярҙам итеп тора. Тәү сиратта "Боронғо Өфө" музей-ҡурсаулығында эшләгән дуҫтарыбыҙ гел ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр. Археолог һөнәрен үҙләштереүселәр һирәк булыуына ҡатмарлы һәм оҙайлы юл үтергә кәрәклеге лә сәбәпселер, минеңсә. Сөнки юғары тарихи белем алырға, экспедицияларҙа ҡатнашыуҙа кәмендә ике йыллыҡ тәжрибәң булырға тейеш, фәнни хеҙмәттәр яҙыуың, анализдар яһауың, башҡа археологтарҙың ғилми хеҙмәттәрендә исемең күрһәтелеүе шарт. Бынан тыш, археология үҙе лә ҡатмарлы фән, тарихтан тыш, теүәл фәндәрҙе лә яҡшы белеү мөһим, яртышар йыл ҡырҙа йәшәп, ер ҡаҙып эшләүе лә күптәр өсөн еңел түгел.
Шулай ҙа эшем бик ҡыҙыҡлы, романтизм менән һуғарылған. Башҡа тарихи фәндәрҙән айырмалы рәүештә, археологияның бер ҡасан да тиерлек алдашмауы ла оҡшай миңә. Ерҙән берәй ҡылыс табып алдың икән, ул ҡасан һәм нимә өсөн ҡулланылғанын асыҡ әйтә алаһың, ә бына, мәҫәлән, ҡағыҙ сығанаҡтарҙың барыһында ла дөрөҫлөк яҙылыуына ышаныуы ауыр. Археолог - үҙенә күрә бер детектив та бит ул, тик һин кисәге булған ваҡиғаны түгел, алыҫ осорҙағыһын тикшерәһең. Бәләкәй генә бер киҫәк әллә ниндәй мәғлүмәттәр биреүе ихтимал. Тәбиғәт ҡосағында фекерҙәштәрең менән тупланып эшләйһең һәм әллә ниндәй серҙәргә асҡыс табаһың.
Һуңғы йылдарҙа археология өлкәһенә, тарихи үткәндәребеҙгә республикабыҙҙа иғтибар бермә-бер артыуын күреүе ҡыуаныслы. Үткән йылда ғына ла күпме матур яңылыҡтар булды, әйтәйек, Шишмә районында Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейы, "Салауат ере" тарихи-мәҙәни комплексы ла археологтарҙың хеҙмәт емештәрен сағылдыра. Киләсәктә эшләйһеләр күп булһа ла, дөрөҫ юҫыҡта тейешле темп менән барыуыбыҙ өмөт уята.

Яҡын киләсәккә һеҙ ҙә пландар ҡораһығыҙҙыр?

- Яҡын киләсәктә эшләргә теләгән эштәр бик күп. Тәү сиратта шәхсән үҙемдең тулы ҡаҙыу эштәре һәм "Янғантау" геопаркы биләмәһендә экспедиция ойошторорға тигән теләгем бар. Артабан республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш өлөшөн: Салауат, Ҡыйғы, Дыуан, Балаҡатай һәм Мәсетле райондары территорияһын ентекле өйрәнә башларға ине иҫәп. Был төбәк Өфө ҡалаһының тирә-яғы йә Урал аръяғының башҡорт райондарына ҡарағанда аҙыраҡ өйрәнелгән. Әлбиттә, Советтар Союзы осоронда уҡ тикшеренеү үткәрелгән, әммә асыҡлыҡтар индерәһе урындар байтаҡ.

Туризм йәһәтенән ниндәй бурыстар ҡуйылған һеҙҙең алдығыҙға?

- Геопарктың төп бурыстарының береһе - үҙ территорияһын тикшереү һәм урындағы халыҡты мәғлүмәтләндереүҙән тыш, уның тотороҡло үҫешен тәьмин итеү, ә бында туризмдың әһәмиәте ҙур. Беҙ өйрәнгән археологик табыштарҙы ла туризмда әүҙем ҡулланалар, был үҙ сиратында райондың үҫешенә һәм урындағы халыҡ мәнфәғәтенә ыңғай йоғонто яһай.
Ял итеүселәр араһында Иҙрис мәмерйәһе, йә Салауат Юлаев мәмерйәһе бик билдәле - уны йыл һайын йәйге осорҙа унар меңләп кеше килеп ҡарай. Ғөмүмән, 2017 йылда геопарк булдырылғандан алып Салауат районының туристик потенциалы 3-5 тапҡырға артты, эшҡыуарлыҡ үҫә. Урындағы халыҡ был мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаҫҡа тырыша: яңыраҡ ҡына йорт хайуандары урынлаштырылған контактлы зоопарк асылды, бер йәш эшҡыуар тәбиғәт шарттарында пинбол уйыны биләмәһен төҙөргә ниәтләнә тип беләм. Әлбиттә, туристик үҫештең төп локомотивы - ул "Янғантау" шифаханаһы, барыһы ла уның тирәләй тупланған.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Айнур Ринат улының туристарға һәм Салауат районы халҡына әйтергә теләгән һүҙҙәре ошо булды: "Туристарға бер генә үтенес - тәбиғәтте һаҡлағыҙ, ә яҡташтарыма тыуған еребеҙҙе Салауат Юлаев кеүек яратығыҙ, тип мөрәжәғәт итер инем", - тине ул. Бына шундай бар күңеле менән үҙ эшенә мөкиббән киткән, рухлы, тырыш йәш белгестәр бар милләттәштәребеҙ араһында һәм улар йәмғиәтебеҙгә, фәнгә үҙ өлөшөн индереп, лайыҡлы хеҙмәт итә.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 24 – 30 ғинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.01.25 | Ҡаралған: 81

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru