«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛӘТ КИЛӘСӘГЕ ИКӘНЕН ОНОТМАҺЫН ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРЫБЫҘ
+  - 


Гәзитебеҙҙең "Шифа" битендә Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы үҙәк дауаханаһының акушер-гинекологы Светлана Айҙар ҡыҙы МАНСУРОВА менән әңгәмә барышында ҡатын-ҡыҙҙың һаулығына ҡағылышлы ҡайһы бер өлкәне яҡтыртырға тырыштыҡ.

Светлана Айҙар ҡыҙы, һеҙгә күпселек осраҡта ниндәй һорауҙар, проблемалар менән киләләр?

Ҡатын-ҡыҙ - донъяның үҙәге, тип әйтеү бик дөрөҫ булыр. Ул үҙ иңендә күпте күтәрә һәм шуларҙың иң мөһиме - бала табыу, нәҫелде дауам иттереү. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙ һәм уның һаулығын ҡайғыртыу - дәүләттең дә, аҡ халатлыларҙың да иң мөһим бурыстарының береһе.
Миңә төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ҡатын-ҡыҙҙар. Шуларҙың иң киң таралғаны: бәпес табыуҙы планлаштырыу, ауырға ҡалыуҙа килеп тыуған төрлө проблемаларҙы хәл итеү йәки, киреһенсә, ауырға ҡалыуҙан һаҡланыу юлдарын һайлауҙа ярҙам итеү, енси юл менән күскән ауырыуҙарҙы һәм башҡа төрлө гинекологик сирҙәрҙе дауалау, уларҙы иҫкәртеү һәм башҡалар.
Хәҙерге ваҡытта күрем килеү циклының боҙолоуы менән яфаланғандар күп, аналыҡ миомаһы, күкәйлек биҙҙәрендәге киста, организмдағы йәшкә бәйле үҙгәрештәр - барлыҡ был мәсьәләләр менән ҡатын-ҡыҙҙар табип-гинекологка килә. Шулай уҡ миңә ниндәйҙер кимәлдә психолог ролендә лә булырға һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив һаулығына бәйле мәсьәләләр килеп тыуған ваҡытта психологик ярҙам ҡулы һуҙырға ла тура килә. Оҙайлы ваҡыт ауырға ҡала алмайынса ҡайғырған, бала төшөүен ауыр кисергән йәки бала тапҡандан һуңғы депрессияға бирелгәндәр менән дә эшләйбеҙ. Ошондай ваҡытта табип ҡына түгел, ә иренең дә, яҡындарының да уларҙың янында булыуы, уны аңлауҙары, йыуатыуҙары, көслө терәк булыуҙары мөһим.

Һаулыҡҡа бәләкәй саҡтан иғтибарлы булырға кәрәклеген һәр кем белә, ләкин уны үтәйме? Мәҫәлән, әсәйҙәр кескәй ҡыҙҙарын йыш алып киләме ҡабул итеүгә?

- Ҡыҙғанысҡа күрә, әсәйҙәр бәләкәй ҡыҙҙарын гинекологка алып килеп, профилактик күҙәтеү үтеүҙе кәрәк тип тапмай. Хатта бала тыуғандан һуң бер йәшкә тиклем һәм унан һуң мотлаҡ үтеләсәк медицина күҙәтеүҙәре ваҡытында ла гинеколог ишеген урап үтергә тырышалар. Балалар табибын, невролог, лор, күҙ һәм башҡа табиптарға мөрәжәғәт итәләр, ә гинекологка - юҡ. Был бик насар күренеш. Һәм мин ҡаралырға килгән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡыҙ балаларын кескәй йәштән гинекологка күрһәтеп тороуҙың әһәмиәте хаҡында әйтәм, аңлатам.
Бөгөнгө ваҡытта ҡыҙ балаларҙың һаулығын ҡаҡшатыусы яңынан-яңы сирҙәр килеп сығып ҡына тора. Уларҙы ваҡытында дауаламағанда киләсәктә ҡыҙ баланың тағы ла ҡурҡынысыраҡ сирҙәргә юлығыуына, әсә булыу бәхетенән мәхрүм булыуына алып килергә мөмкин.
Табип медицина күҙәтеүе үткәреү ваҡытында гинекологик булмаған сирҙәрҙе лә табырға мөмкин. Мәҫәлән, шәкәр диабетының беренсе симптомдары күҙәтелмәгән ваҡытта ла гинекология буйынса үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Табип-гинеколог ошо үҙгәрештәрҙе күрә һәм төплөрәк тикшеренеү өсөн юлламалар бирә, анализдар тапшырта. Сирҙе алдан асыҡлау һәм дауалауҙы башлау уны еңеп сығыу мөмкинлеген бермә-бер арттыра. Шуға күрә, ҡатын-ҡыҙҙарға өндәшкем килә - бер нәмә лә борсомаған осраҡта ла йылына бер тапҡыр гинекологка үҙегеҙ ҙә күренеп, әгәр ҙә ғаиләлә ҡыҙ бала тәрбиәләнһә, уның һаулығын да тикшертеп тороғоҙ.

Ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй мотлаҡ тикшереүҙәрҙе үтеп торорға кәңәш итәһеҙ?

- Хәҙерге мәлдә күпселек ауырыуҙар симптомһыҙ үтергә лә мөмкин. Был, тимәк, уларҙы асыҡлауҙың бик һуңға ҡалыуына һәм дауалауҙың әһәмиәтһеҙ булыу мөмкинлегенә алып килә. Шуға күрә йылына бер тапҡыр мотлаҡ рәүештә акушер-гинекологка күренергә, флораға һәм онкоцитологияға мазок анализын тапшырырға, кесе янбаш (малый таз) һәм күкрәк биҙҙәрен УЗИ аппараты аша ҡаратырға кәрәк. Табипҡа күренеүҙән тыш, ай һайын үҙаллы күкрәк биҙҙәрен дә тикшереп тороу мөһим һәм ниндәйҙер үҙгәреш һиҙгәндә тиҙ арала белгескә күренеү мотлаҡ.
Табип шулай уҡ тикшереүҙән һуң өҫтәмә анализдар тапшырыуға һәм башҡа белгестәргә юллама ла бирә. Бындай осраҡта тикшереүҙәрҙе оҙаҡҡа һуҙмайынса үтергә кәрәк. Был аҙым ауыр эҙемтәләрҙән һаҡлап ҡалырға мөмкин. Ғөмүмән, табипҡа ышанырға һәм уның әйткәндәрен үтәргә кәрәк.

Йөклөлөк тураһында ла һөйләшеп үтәйек. Иртә йәки, киреһенсә, оло йәштә бала табыу ҡатын-ҡыҙҙың һаулығына нисек тәьҫир итә? Балаға уҙыу араһында ниндәйҙер оптималь арауыҡ бармы?

- Был осор ҡатын-ҡыҙ өсөн матур, иҫтәлекле мәл булыу менән бер рәттән, уның организымына ҙур көсөргәнеш тә һала. Йөклөлөк ваҡытында тыуасаҡ бала имен-һау үҫешһен өсөн организм үҙ эшмәкәрлегендә һиҙелерлек үҙгәрештәр кисерә. Йөклө йөрөү, бала табыу - ҙур яуаплылыҡ талап иткән процестар. Бындай мәлдә буласаҡ әсәнең физик һәм психологик торошо, уның "әсәй" роленә әҙер булыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡатын-ҡыҙҙың организмы физик йәһәттән 18 йәштәрҙә бала табыуға яраҡлашып, формалашып бөтә. Ул йәшкә тиклем иһә ҡатын-ҡыҙ анатомик яҡтан да, психологик йәһәттән дә бала табыуға әҙер булмауы бар. Бәлиғ булмайынса әсәй булыусы, асылда, үҙе лә балалыҡтан сығып бөтмәгән була бит әле. Шуға күрә бындай осраҡтарҙа йәш әсәйгә айырыуса ҙур иғтибар бүлергә, төрлө яҡлап ярҙам итергә кәрәк.
Хәҙер 30-35 һәм хатта 40 йәштә беренсе балаларын тапҡан ҡатын-ҡыҙҙар бер кемде лә аптыратмай. Шулай ҙа беренсе баланы һуң табыу йөклөлөк ваҡытында һәм бала тапҡан мәлдә буласаҡ әсәнең һаулығына бәйле хәүефлектәр килтереүе ихтимал. Тағы ла оло йәштәге әсәнән тыуған балаларҙа тыумыштан килгән ауырыуҙарҙың йыш осрауы тураһында ла иҫтән сығарырға ярамай.
Был һорауҙа тағы бер мәсьәләне күтәргем килә. Яңы организм яралһын өсөн сперматозоидтың инә күҙәнәге (яйцеклетка) менән ҡушылыуы кәрәк. Ә йәш олоғайған һайын инә күҙәнәктәрҙең һаны кәмей бара, тимәк, ауырға ҡалыу ҙа ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.
Йөклөлөк араһында кәмендә 18-24 ай үтергә тейеш. Был ваҡыт эсендә ҡатын-ҡыҙҙың организмы бала тапҡанда кисергән стрестан бер аҙ арына төшә, тән ауырылығы үҙ нормаһына ҡайта, гормональ фон тотороҡлана, кәрәкле туҡлыҡлы матдәләр запасы тулылана.
Шулай ҙа һәр ҡатын-ҡыҙ ҡасан әсәй булырға һәм күпме бала табырға икәнен үҙе генә хәл итергә тейештер. Был тулыһынса уның мөмкинлегенә, теләгенә, һаулығына бәйле. Шул уҡ ваҡытта бала ҡатын-ҡыҙға оло яуаплылыҡ та һалыуын оноторға ярамай.
Һәр ҡатын-ҡыҙ әсәй булыу бәхетенә өлгәшһен, сабыйына ҡарап һоҡланһын, уның үҫкәнен күреп шатланһын. Ә бының өсөн ҡатын-ҡыҙҙарға бала саҡтан үҙ һаулыҡтарына иғтибарлы булырға, сәләмәт тормош алып барырға, табиптәр кәңәшенә ҡолаҡ һалырға кәрәк.

Ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?

- Үҙегеҙҙе яратығыҙ, хөрмәт итегеҙ, һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ. Ҡатын-ҡыҙ ғаиләнең нуры, уны туплап тороусы үҙәге, өйҙөң йәме икәнлеген онотмағыҙ. Үҙ белдегегеҙгә дауаланмағыҙ, табипҡа күренегеҙ. Ауылда йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар, бигерәк тә һеҙгә әйтәм, көҙөн-ҡышын "Тиҙ генә сығам да инәм", тип, еңел генә кейенеп урамға сығып йөрөмәгеҙ. Шунда уҡ һыуыҡ үтеп ауырып китмәһәгеҙ ҙә, һыуыҡ төптән алырға һәм һуңғараҡ аяҡтан йығырға мөмкин. Дөрөҫ туҡланығыҙ, ит-май, тәмле-татлы ашауҙа сама белегеҙ. Һимереп киттем тип, ҡапыл ғына ҡаты диеталарға ултырмағыҙ. Саф һауала йөрөүҙең, әҙме-күпме физик күнекмәләр эшләүҙең файҙаһы тураһында ла онотмағыҙ.

Шулай итеп...
Гинеколог ҡатын-ҡыҙҙың һаулығын һаҡлауҙа ҙур роль уйнай. Уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу, билдәләгән дауалау курстарын теүәл үтәү, даими тикшереүҙәр үтеү гүзәл заттарға һаулыҡтарын һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам итә. Шулай ҙа, тәү сиратта һәр кем һаулығының үҙ ҡулында икәнлеген онотмаҫҡа һәм үҙенең хәл-торошона иғтибарлы булырға тейештер. Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге - милләттең киләсәге булыуын да хәтерҙән сығармайыҡ әле.

Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 24 – 30 ғинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.01.25 | Ҡаралған: 109

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru