«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР БЕРЕБЕҘ ЯРҘАМ ИТҺӘ ТЫУҒАН ТӨЙӘК ЙӘШӘЙӘСӘК
+  - 


Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, актер һәм режиссер Хөрмәтулла Үтәшевты байтаҡ йылдар инде Түңгәүер ырыуы ҡор башы тип беләбеҙ. Бынан тыш та ул бик күп йәмәғәтселек эшен алып бара һәм һәр эшендә һөҙөмтәгә өлгәшмәйенсә туҡтамай. Йылъяҙмалар яңы биттәр менән байытыла икән, бында, һис шикһеҙ, уның да тос өлөшө бар. Заман эсендә, йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәгән Хөрмәтулла ҮТӘШЕВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Хөрмәтулла Ғаззали улы, һөйләшеүҙе төп эшегеҙ, ижадҡа бәйле яңылыҡтар менән башлап китәйек әле. Былтырғы йыл һеҙҙең өсөн нимәһе менән иҫтәлекле булды?

- М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары, 2023 йылда Будапешт ҡалаһында үткән Х Халыҡ-ара театр олимпиадаһында "Джут" спектакле менән ҡатнашып, бик уңышлы сығыш яһап ҡайтып, тағы саҡырыу алғайны. Әйткәндәй, унда беҙҙең академтеатр Рәсәй данын яҡлаған берҙән-бер театр булды. Былтыр апрель айында беҙҙең коллектив тағы юлланды ул тарафтарға һәм XI MITEM Халыҡ-ара театр фестивале сиктәрендә Венгр Милли театрының төп сәхнәһендә "Ҡара йөҙҙәр" спектаклен күрһәтте. Венгрияға был икенсе тапҡыр барыуыбыҙ ҙа театр өсөн уңышлы булды, спектаклде бик яратып ҡаранылар. Боронғо венгрҙар менән беҙҙең тарихи бәйләнештәр бар, шуға ла венгрҙарҙың беҙгә айырым мөнәсәбәте һиҙелә. Ошо сәйәхәт, моғайын, иң иҫтәлеклеһе булғандыр, тимен.
и Башҡортостан Республикаһы Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә тәғәйен "Геройҙар тураһында хәтер үлемһеҙ" гранты сиктәрендә һеҙҙең өлөшкә лә "көмөш" төшкәйне...
- Эйе, шул грант аҡсаһына бер ҡыҫҡа метрлы фильм ( "Блогер") һәм ике ролик ("Фонтан янында" һәм "Хат" ) төшөрҙөк. "Фонтан янында" исемле социаль ролик (режиссеры Р. Юлтаев) шулай уҡ уңыш ҡаҙанды. Ул Магнитогорскийҙа үткән "Һинең ҡараш. Европа-Азия" V халыҡ-ара конкурста еңеүсе булды. Ул - "Бәйләнештә" селтәрендә иң күп ҡаралған ролик.

Республикала ырыуҙар хәрәкәте күптән ойошторолдо. Шулай ҙа әлеге ваҡытта иң һөҙөмтәле эштәрҙе түңгәүерҙәр алып бара һымаҡ. Һеҙ ҡасандан бирле ҡор башы?

- Был абруйлы йәмәғәт эшенә 2007 йылда егелдем. Түңгәүерҙәрҙең Беренсе съезы 1992 йылда Юлдыбайҙа булһа, икенсеһе 2007 йылда Өфөлә үтте. Шул йылда һайланһам да, тәүҙә бик әүҙемлек күрһәтмәгәйнем. Эште ҡапыл ғына ҡуҙғатып алып китеүе еңел булманы. Ләкин 2021 йылдан алып уның "сер асҡысын" таптым. Был йыйындарҙы ике, өс, йәки биш йылға бер тапҡыр урыҡ-һурыҡ үткәреүҙең мәғәнәһе юҡ. Шул йылдар арауығында халыҡты ҡуҙғатып алыуы еңелдән түгел барыбер. "Йөк" бер туҡтамай китеп барырға тейеш.
Шулай уйлап, 2021 йылда Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында түңгәүерҙәрҙең ҙур ҡорон ойоштороп ебәрҙек. Ни өсөн был районда? Сөнки түңгәүерҙәрҙең иң төпләнеп йәшәгән ауылдары - Йылайырҙа, түңгәүерҙәргә бәйле тарих та бик үҙенсәлекле бында. Шулай итеп, Ҡашҡарҙа ошо түңгәүер ауылдарын барлыҡҡа килтергән Мамыт Ҡашҡаровҡа арналған тирмә-стелла асылды. Түңгәүер старшинаһы батыр Көҫәп Солтанғоловҡа ҙур майҙанда бюст ҡуйҙыҡ (авторы Рафаэль Зиннуров). Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Фәрит Бикбулатов йәшәгән йортҡа тантаналы рәүештә таҡтаташ урынлаштырҙыҡ. Артабан ҡорҙоң ғилми өлөшө - "Түңгәүер ырыуы башҡорттарының үткәне һәм киләсәге" тигән темаға фәнни-ғәмәли конференция уҙғарҙыҡ. Шунда съезды йыл да үткәрергә тип ҡарар иттек. Күренекле ғалимдарыбыҙ Фуат Сөләймәнов һәм Азат Ярмуллин етәкселегендә "Урман түңгәүерҙәре" тигән китап баҫылып сыҡты. Унда Бөрйән, Әбйәлил, Белорет (Смаҡай) райондарынан йыйылған легендалар, риүәйәттәр, күренекле шәхестәр тураһында яҙмалар ингән. Китапты яҙғанда урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҙә ҡатнашты. Тимәк, китапты шул төбәктәге халыҡтың берҙәм хеҙмәте, тип әйтергә була.
Йылайыр районынан эстафетаны Әбйәлил районы түңгәүерҙәренә тапшырҙыҡ. Шулай итеп, 2022 йылда 4-се йыйын - Әбйәлилдә, 5-се йыйын 2023 йылда Баймаҡта үтте. Быйыл түңгәүер ырыуының 7- се йыйынын Бөрйән районында үткәрергә планлаштырабыҙ.

Былтыр Хәйбулла районында үткән алтынсы йыйын иң әһәмиәтлеһе булғандыр һымаҡ, ул үҙенең йөкмәткеһе менән дә айырылып торҙо...

- Эйе, башҡорт телен, мәҙәниәтен, милли рухты һаҡлау, үҫтереү маҡсатындағы ул сараға әҙерлек сиктәрендә күләмле эштәр башҡарылды. Район халҡынан һәм етәкселегенән фатиха алып, Азат Ярмуллин, Ҡәҙим Аралбаев һәм мин, өсәүләп, "Йомабай Иҫәнбаев" тигән ырыуҙың данлыҡлы вәкиле, мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев хаҡында китап нәшерләүгә ирештек. Иҫәнбаев исеменә йыл да конкурстар үткәрелеп килһә лә, быға тиклем данлы ҡурайсы тураһында хатта бер китапсыҡ та сығарылмаған. Ҡайҙа нимәләр бар, табып, мәғлүмәттәр туплап, һәлмәк кенә китап әҙерләнде. Йомабай Иҫәнбаев иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйылыуы иһә йылдың ҙур ваҡиғаһы тип баһаланды (һәйкәл авторы - билдәле башҡорт скульпторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахманов). Эксперт комиссияһы төҙөү, һәйкәлдең эскизын эшләшеү, макетын раҫлау кеүек эштәр минең иңгә йөкмәтелде. 2023 йылдың декабрь айында эш башланды. Был эштә Хәтип Фазылов, Азат Айытҡолов, Ҡәҙим Аралбаев, Азат Ярмуллин, Йомабайҙың ейәне Миңнулла Биҡҡолов бик әүҙем ҡатнашты. Аҙна һайын тигәндәй күрешеп торҙоҡ. Түңәрәк өҫтәлдәр үткәрҙек, бәхәс ҡорҙоҡ, фекер алыштыҡ. Оҫтаханаға эшкә йөрөгән шикелле йөрөнөм. Өс метрлыҡ ҙур һәйкәл әҙер булғас, августа Хәйбуллала алтынсы Түңгәүер йыйыны үтте. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә сыҡҡан "Йомабай Иҫәнбаев" китабының исем туйын да үткәреп, һәйкәлен дә астыҡ. Шулай уҡ йыйын атайым Ғаззали Үтәшев иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса "Дала батыры" турниры, "Түңгәүер мәргәне" бәйгеһен дә үҙ эсенә алды. Урындағы халыҡтың рухы күтәрелеп, түңгәүер ырыуы тарихына иғтибары бермә-бер артты. Башҡорт дәүләт академия драма теарында ла Й.Иҫәнбаев китабының исем туйын үткәрҙек. Ни өсөн театрҙа? Ул беҙҙең театрҙың музыканты, ҡурайсыһы булған, Европанан йөрөп ҡатҡас, театрҙа өс йыл эшләй. Аллаға шөкөр, бер йыл буйы Йомабай Иҫәнбаев менән йәшәнек, планлаштырылған бөтөн эштәр ҙә атҡарылды.
Тағы ла бер ҙур яңылыҡ: Хәйбулла районының Аҡъяр ауылындағы скверға ялан түңгәүерҙәренең һигеҙ метрға дүрт метр ҙурлығындағы шәжәрәһен эшләтеп ҡуйҙыҡ. Унда Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла түңгәүерҙәре - бөтәбеҙ ҙә бер ҡорҙабыҙ. Һигеҙ йөҙ йыл элекме, мең йыл элекме, беҙ бер ата балалары булып сығабыҙ.

Ошо әйтелгәндәрҙән сығып, ырыуҙар хәрәкәтенең әһәмиәтен нимәлә күрәһегеҙ? Бөгөн уның маҡсаты ниҙә?

- Был - тарихи хәтерҙе, тарихи шәхестәребеҙҙең исемен тергеҙеүҙең асыҡ миҫалы, һөҙөмтәле бер алымы. Мәҫәлән, ошоға тиклем Йомабай Иҫәнбаев шәхесен берәү ҙә күтәрмәгән. Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, шағир, телсе, фольклорсы Хәбибулла Ғәбитовты һаман да республика кимәленә сығарып булмай. Уның исемен мәңгеләштереү өсөн Баймаҡта уға бюст асырға һәм мәктәпкә уның исемен биреү хаҡында съезд ҡарары ла бар. Әле яңыраҡ З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала Х. Ғәбитовтың ижадына арналған кисә үткәрҙек. Сибайҙа, артабан академтеатрҙа ҙур сара ойошторҙоҡ. Былар бөтәһе лә - йәмәғәт эше. Минең был эштәрҙә бер ниндәй ҙә матди ҡыҙыҡһыныуым юҡ. Бары тик үҙебеҙҙең күренекле ағайҙарыбыҙҙы халыҡ белһен, улар тураһындағы хәтер халыҡҡа еткерелһен, тип кенә йөрөйөм. Йәш быуын ошондай шәхестәр исемен белеп, ғорурлыҡ тойғоһо кисерһә, уларҙан өлгө алырға тырышһа, был бит маҡсатҡа өлгәшеү була! Икенсенән, был һүҙҙе мин йыш ҡабатлайым, беҙ ҡайҙандыр килгән килмешәк халыҡ түгел, юҡтан бар яһап, тарихты уйлап сығармайбыҙ. Ана, шәжәрәләрҙә меңәр йыллыҡ тарихыбыҙ теркәлгән, улар төп документыбыҙ. Уралда йәшәгәнбеҙ, сыныҡҡанбыҙ. Юҡһа, йәштәр ниндәйҙер ситтән килтерелгән йәнһүрәт геройҙары битлеген кейеп, уйҙырма геройҙарға оҡшарға тырышып ята бит хәҙер. Улар үҙебеҙҙең тарихты яһаған шәхестәребеҙгә тиңләшергә тырышырға тейеш.

Маҡсатҡа өлгәшер, эште һөҙөмтәлерәк атҡарып сығыр өсөн ойоштороусыға ниндәй сифаттар кәрәк?

- Мин ҡайһы саҡ: "Ишектән ҡыуһалар, тәҙрәнән ин, йә тишектән ин", - тип шаяртып әйтеп ҡуям. Ә былай, "Юҡ" тип бер генә әйткәндән һуң да туҡтап ҡалырға, ҡул һелтәргә түгел, маҡсатҡа ирешеүҙең төрлө юлдарын эҙләргә кәрәк. Аҡса булмағанда ла, юлдарын табырға һәм хәл итергә, технологияларҙы үҙләштерергә, грант системаларын өйрәнергә, юрист та, дипломат та булырға кәрәк.
Ниндәйҙер файҙа-табыш эҙләргә кәрәкмәй йәмәғәт эштәрендә йөрөгәндә. Мин үҙем фәҡәт идея өсөн, эшебеҙ килеп сыҡһын өсөн эшләйем. Рәсми вәкилдәр менән һөйләшкәндә, бәлки, медиа кешеһе булыуым да ярҙам итәлер. Ғөмүмән, теге йәки был ҙурыраҡ мәсьәләне хәл итеүҙә ырыуҙың танылған шәхестәрен файҙаланыу бик дөрөҫ ул. Шөкөр, "Беҙ эшләмәһәк, кем эшләр?" тип тотонған ундай шәхестәребеҙ ҙә беҙҙең арала йөрөй. Араларында матди ярҙам күрһәтергә әҙер торған бағыусылар ҙа табыла. Атаҡлы ғалимыбыҙ, башҡорттарҙың тәүге тарихсыларынан булған Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың: "Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсеһе - үҙ ырыуыңды; икенсеһе - йондоҙҙарҙы һәм өсөнсөһө - хандар тураһындағы риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе", - тигән изге иҫкәрмәһе үҙ халҡының яҙмышына битараф булмаған һәр башҡорттоң йәшәү рәүешенә әйләнергә тейеш.
Беҙ, башҡорттар - республиканы булдырған, бар иткән милләт. Төбәктә барған һәр ваҡиға, тыныслыҡ, берҙәмлек, Башҡортостан халыҡтарының үҫеше өсөн беҙ ҙә яуаплыбыҙ. Һәм, әлбиттә, башҡорт ырыуҙары хәрәкәтен телгә алғанда, тәү сиратта уның берләштереүсе көс икәнлеген билдәләйбеҙ. Бөгөнгө заманда, глобалләшеү кеүек төшөнсәләр алғы планға сыҡҡанда, тамырҙарыңды, туған телеңде, тарихыңды белеү ныҡлы рухи нигеҙ булдыра һәм төрлө тарафтан тәьҫир иткән мәғлүмәти баҫымға ҡаршы тороу мөмкинлеген бирә.

Республикала хәҙер "Атайсал" тигән бик шәп проект киң ҡолас алды. Йәнтөйәген яратҡан кешеләр үҙ тыуған төйәгендә төрлө социаль әһәмиәтле объекттар төҙөшөп, тәбиғәтте һаҡлаусы саралар үткәреп, ауылдаштарын изге эштәргә әйҙәп, уның йәшәйешенә булышлыҡ итә...

- Эйе, ошо проектҡа ярашлы, көҙҙән яҙғаса республика төбәктәрендә "Атайсал - кесе Ватан" зона форумдары үтә. Ҡатнашыусылар үҙ-ара фекер алыша, тәжрибә уртаҡлаша, изге эштәре менән башҡаларға өлгө күрһәткән яҡташтар тәбрикләнә. Унда мин "Ғаилә ҡиммәттәре" секцияһында модератор булараҡ ҡатнашам. Үҙем дә, был проектҡа тәүгеләрҙән булып ҡушылып, тыуған ауылымда ҡайһы бер эштәр атҡарҙым, атҡарасаҡмын. Беҙ тыуған төйәктең бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә битараф ҡалмаҫҡа, уны тағы ла яҡшыраҡ, матурыраҡ итеү маҡсаты тирәләй берләшергә тейешбеҙ. "Атайсал" проекты ошо берләштереү бурысын үтәй ҙә инде...

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 24 – 30 ғинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.01.25 | Ҡаралған: 310

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru