
Танылған шағир Рәйес Түләк, үҙенең исемһеҙ бер шиғырын 1958-ҙә, 1959-ҙа, 1960-та тыуыусыларға бағышлап, шулай ти:
- Быуындаштар! - Илле һигеҙҙәр һәм
Илле туғыҙҙар һәм алтмыштар!
Заман бүлде беҙҙең яҙмыштарҙы,
Ҡап урталай бүлде, яртышар.
Теге(не)һенә күнеп бөткәйнек тә,
Быныһына күнеп булмай һис.
Беҙ яртышар социалистар хәҙер,
Беҙ яртышар хәҙер капиталист.
Һәр кемебеҙ барыбыҙ өсөн тинек,
Барыбыҙ берәү өсөн тинек беҙ,-
Алмаштырҙыҡ, гүйә, илебеҙҙе,
Һәм алмашты, гүйә, динебеҙ...
Ошо уҡ шиғырында Рәйестең:
Беҙҙең быуын тәңгәленән һынды
Тотош ҡоролош ил эсендә,
тигән юлдары ла бар. Бөгөн беҙ ошондай заман һынылыштары осоронда тыуған тағы бер әҙибә - танылған прозаик, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге хикәйәләр конкурсы лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА менән әңгәмә ҡорабыҙ.
Бер интервьюһында Рәйес прозаиктарҙың тыныс халыҡ булыуҙары хаҡында фекер йөрөтә. Ә шулай ҙа һин ике ҡоролош алмашынған, донъя түңкәрелгән осорҙо нисек кисерҙең?
- Ҡоролоштар алмашынған ваҡытта беҙ үҙебеҙ ҙә йәш инек бит. Ә йәшлеккә һәр саҡ хәрәкәт хас. Ул үҙе үҙгәрештәр теләй. Шуға күрә миндә оптимистик рух еңгәндер тип уйлайым. Советтар Союзы бик ҡыбырлай алмаған, хәле ауырлашҡан бер кейек халәтенә ингәйне бит инде. Шуға ла "торғонлоҡ осоро" тигән термин да барлыҡҡа килгәйне. Үҙгәртеп ҡороуҙар осоро беҙҙең халыҡта ла ҙур өмөттәр уятты. Күпме тарих биттәре асылды. Мин быны бик мөһим тип уйлайым. Тарихи хәҡиҡәтте белеү беҙҙең милләткә донъяла үҙ урынын тойорға, ғөмүмән, үҙен тойорға ныҡ ярҙам итте. Юғиһә, беҙ бер төрлө генә идеологияла тәрбиәләнгән быуын инек бит. Үҙгәртеп ҡороу осоронда башланған ҙур эштәрҙең емештәрен татыныҡ һәм әле лә беҙ уны тәләфләп бөткәнбеҙҙер, тип уйламайым. Шул саҡта тиңдәр араһында тиңдәр булып йәшәү тигән лозунг ҡалҡып сыҡты. Элекке союздаш республикалар был мөмкинлек менән файҙаланды, хәҙер күрәбеҙ - һәр республиканың үҙ юлы бар. Мин Союз тарҡалғас та үҙем менән бергә Мәскәүҙә уҡыған курсташтарыма ҡунаҡҡа барып йөрөнөм. Ил сиктәре асыҡ ине. Күп нәмә күрҙем, аҡыл тупланым. Был минең өсөн донъя байлығынан ҡиммәтерәк ине. Үҙебеҙҙең ижадта ла ошо азатлыҡ рухы ныҡ тойолдо. Тап шул әҫәрҙәр киләсәктә лә уҡылыр тип уйлайым. Тик телебеҙ генә йәшәһен, ысын дәүләт теле булып ҡеүәтләнһен.
Нимә генә тимәйек, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙар көслөрәк, нығыраҡ шул. Аллаһҡа шөкөр, барығыҙ ҙа бөгөн ныҡҡа арҡа терәгән. Ошо йәһәттән үҙеңдең ҡәләмдәш әхирәттәрең тураһында нимә әйтер инең?
- Ҡәләмдәш әхирәттәремдең һәр береһенең үҙ багажы бар, шуға ла уларҙың үҙҙәре һайлаған юлдан барыуы ҡиммәт, тип кенә әйтер инем. Дуҫтарымдың күпселеге һүҙ сәнғәтенең юғары стилендә ижад итә, йәғни шиғриәттә. Һоҡланам мин уларға. Шиғри һүҙ фекер тупланмаһы, уның үҙенсәлекле ҡуйыртмаһы - бындай оҫталыҡҡа һәр кем өлгәшә алмай. Һәр шағирәнең үҙ образдар йондоҙлоғо. Шуның ярҙамында беҙгә донъяны асалар, күңелебеҙгә тәьҫир итәләр, дауалайҙар. Береһенең дә исемен атап тормайым, сиратҡа теҙгем килмәй.
"Атай икмәге" хикәйәһе һәм китабың менән әҙәбиәт донъяһына килеп индең. Әгәр ҙә ошо хикәйәңде бөгөн, хәҙерге заман ысынбарлығы күҙлегенән яҙырға тура килһә, ул әҫәреңдең сюжеты, идея-тематик йөкмәткеһе нисегерәк булыр ине тип уйлайһың? Ул хикәйәңде мәктәп программаһына ингән классик әҫәр тип беләм.
- "Атай икмәге" - минең студент саҡта яҙылған тәүге хикәйәләремдең береһе. Әле әҙәби телгә тәрән итеп инеп китмәгән, тимәк, ҡалыплашмаған бер осором. Ябай, аңлайышлы халыҡсан тел менән яҙылған ул. Ә образдарҙы яҙған саҡта күҙ алдымда барыбер үҙемдең яҡын кешеләрем торҙо. Улар персонаждарҙың характерын тыуҙырырға ярҙам итте, тип әйтә алам. Фронттан ҡайтҡан Ғәлләм минең атайымдың образынан яҙылды. Бәләкәй Мотаһарҙы тасуирлаған саҡта кинйә Фәттәх ҡустым күҙ алдында ине. Хикәйәне үҙгәртеү, хәҙерге заман ысынбарлығы күҙлегенән яҙыуҙы күҙ алдына килтерә алмайымсы... Ул минең ҡулымдан осоп киткән бер ҡошсоҡ бит инде. Бер нәмәне генә әйтә алам, хәҙер яҙһам, шундай уҡ ихласлыҡ менән ижад итә алыр инемме икән? Бер үк йылғаға ике тапҡыр инеп булмай бит, мин йырған теге һыу күптән инде ағып киткән.
Фәрзәнә, беҙ һинең менән бер үк йылда, бер үк йондоҙлоҡ аҫтында донъяға килгәнбеҙ. Дини инаныу буйынса йондоҙҙарға ҡарап эш итеү хилафтыр, шулай ҙа сысҡан йылының һыуғоярҙары китаптарҙа "яҙыусы фантастар" тип нарыҡланған һәм икебеҙ ҙе фантастик әҫәрҙәр яҙабыҙ. Был осраҡлы тап килеүме, әллә бында ниндәйҙер аңлатма бармы, нисек уйлайһың?
- Мин ғүмерҙә лә фантастик әҫәрҙәр яҙырмын, тип уйламай инем, хатта башыма ла инеп сыҡҡаны булманы. Сөнки башҡорт традицион әҙәбиәтендә ул бөтөнләй юҡ ине, тиерлек. Һин, Әхмәр, үҙең "ғәйепле". Бер мәл ниндәйҙер фантастик әҫәрең донъя күрҙе. Шунан Матбуғат йортонда фойела күрештек, теге әҫәр тураһында фекеремде еткерҙем. Ә һин тот та: "Фәрзәнә, әйҙә һин дә фантастика яҙ әле", - тинең. Минең яуап асыҡ: "Юҡ, минән булмай!" Тәҡдимең шаҡ ҡатырғыс тойолдо. Әммә күңелгә шик инеп ултырҙы бит. Үҙемде һынап ҡарамаҡсы булдым. Шул рәүешле "Остаз менән Нәркәс, йәки фанилыҡтағы хыял" тигән фэнтези яҙылды. Йылы ҡабул иттеләр, мин дә инде фантастик әҫәрҙәр яҙыу һәләтенән мәхрүм түгеллегемде аңланым. Бөгөнгө көндә фантастика, фэнтези - минең иң яратҡан жанрым. Быға бәләкәйҙән әкиәттәр яратыуым да сәбәпселер. Һәр әкиәт хыял осошона саҡыра ине бит, әкиәттең тәьҫир итеү көсө бөтөнләй икенсе. Бөтә кешенең күңелендә лә бәләкәй бала йәшәй. Беҙ уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Мөғжизәләр беҙҙе һәр саҡ үҙенә әйҙәй. Мин Йәннәтте әкиәт һымаҡ мөғжизәле тип уйлайым, йәғни мөғжизәле ысынбарлыҡ. Әкиәткә һөйөүҙә лә Йәннәткә ынтылыш ятмаймы икән?..
"Ҡорбанлыҡ йәки былай ғына алыш-биреш", "Тәгәрмәс ҡала йәки донъя кендеге" тигән фантастик повестарыңдың да ысынбарлыҡ менән хыял арауығын ялғарға тырышаһың? Ә тормошта һин үҙең хыялдар ҡороп йәшәйһеңме, әллә "Барыһы ла Аллаһ ҡулында, Ул нисек теләһә, шулай буласаҡ" тип күңелеңде йыуатаһыңмы?
- Күбеһенсә, Аллаһ ҡушҡанса, тием. Хәҙистә әйтелгәнсә, һәр кемгә ризыҡ алдан уҡ яҙылған бит. Тәҡдиргә ышанам. Мин булмышым менән прозаик, ғәҙәттә, шағирҙәр - хыялға бирелеүсән хисле кешеләр. Шиғыр яҙа алмауым хисләнеп китеп хыялға бик бирелеп бармауымдан, моғайын.
Хәйбуллала, Урал аръяғында, Башҡортостанда һинең атайың менән әсәйеңде, башҡа туғандарыңды алдынғы ҡарашлы зыялы заттар итеп беләләр. Уларҙың һиңә ниндәй йоғонтоһо булды?
- Эйе, атай-әсәй уҡытыусы булғас, уларҙың тәрбиәһе лә көслө булды. Беҙҙе артыҡ иркәләүсе булманы, һәр ауыл балаһы кеүек, эш-хеҙмәт менән үҫтек. Әсәй - ғаилә усағын дөрләтеүсе. Беҙ ғаиләлә алты бала үҫтек. Баш бала Әлмира апайым атай-әсәйгә ныҡлы терәк булды. Һәм, әлбиттә, беҙгә шәп апай. Әле лә яҡлаусы ла, ҡурсалаусы ла, ярҙам итеп ебәреүсе лә.
Ҡәрсәйем Камила тураһында айырым әйтергә кәрәк. Көслө ихтыярлы, тәүәккәл, эшһөйәр ҡәрсәйемдән күп нәмәгә өйрәндек беҙ. Ул Бүребай атлы байҙың иң өлкән ҡыҙы булған, һәм хужалыҡты алып барыуҙа атаһына ныҡ ярҙамсы була. Йәш сағында бәйгеләрҙә, ат сабыштарында ярышҡан, алдынғылыҡты бирмәгән. Ҡәрсәйем һәр саҡ беҙҙең эргәлә булды (атай-әсәй көнө буйы эштә). Сит йоғонтоларға бирешмәгән, милләтте һаҡлаған боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙының символы һәм ҡаҡшамаҫ ысын ҡалҡаны тип күҙ алдына килтерәм мин уны. Бәләкәй саҡта мәңгелек төшөнсәһе менән генә эш итәһең бит инде. Беҙ - туғыҙ кешенән торған ғаилә, мин уны тулы бер бөтөнлөк, тип ҡабул иттем, һәм һәр саҡ шулай булыр һымаҡ ине. Минең өсөн әле лә "туғыҙ" һаны тылсымлы бер көскә эйә кеүек.
Беҙҙең өйҙә иң ҙур урын биләгәне китаптар булғандыр, моғайын. Атайым химиянан уҡытһа ла, күңел талабы буйынса ул тарихсы ине. Бик эҙләнеүсән журналист та сығыр ине унан. Сөнки ҡиммәтле, заманға кәрәк материалдарҙы таба белә ине. 1921 йылда "Вокруг света" журналында баҫылған Лизюковтың "Комбриг Мортазин" тигән очеркын да ул иң беренсе булып тапты. Артабан уны Ғ. Шафиҡовҡа, Д. Мәһәҙиевҡа ебәрҙе. Шулай яйлап комбриг тураһында материалдар донъя күрә башланы. Атайым миңә лә ҡыҙыҡ факттар, кешеләр табып бирә ине. Өй китапхнаһында атайымдың тарихҡа, тарихи шәхестәргә арналған китаптары күп булды. Белемле кеше булараҡ, уға аралашыр кеше етмәүен дә беҙ тоя инек. Ләкин ул ата-бабаларының күп быуындар йәшәп, ҡаны тамған ерҙе ташлап китмәне. Улар аманатына тоғро ҡалам, тип ҡысҡырып әйтмәһә лә, үҙенең тормош принцибы шулай ине.
Әсәйем башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡас, тәбиғи, башҡорт әҙәбиәтенә бай инек. Ғилми хеҙмәттәр ҙә ҙур урын биләне. Мин бишенсе класта уҡығанда Ә. Харисовтың "Башҡорт әҙәбиәте тарихы"н йотлоғоп уҡып сыҡтым. Ул миңә беҙҙең фолклорҙың, рухи ҡомартҡыларҙың шул тиклем күп һәм бай булыуын асты. Бынан ары үҙ тарихыңа битараф ҡалыу мөмкин түгел ине. Атай-әсәй менән ҡуша беҙҙе китаптар ҙа тәрбиәләне.
Шуны ла әйтергә кәрәк, минең әсәйем - Ишембай районы ҡыҙы. Үҙенең тыуған ауылы Аҙнайға мөкиббән киткән кеше булды. Ауылын, ауылдаштарын, туғандарын һағынмаған, һөйләмәгән көнө булмағандыр. Ул яҡтың үҙенсәлеген, матурлығын беҙ ҙә күңелебеҙгә һеңдереп үҫтек, тип раҫлай алам. Мин бәләкәй саҡта, әлбиттә, бөтә ғаиләләрҙең дә китапханалары бар, һәм тиңдәштәрем минең шикелле үк унда ҡаҙына, тип уйлай торғайным. Йылдар күҙлегенән генә тормош кимәленең төрлө булғанын аңлайһың.
Беҙ Тураттан күсеп киткәс, атай менән әсәйҙең уҡыусылары йылдар буйы уларға хат яҙып, открыткалар ебәреп торҙо. Килгән хаттар менән комод тартмаһы тулып китте. Ә бит атай-әсәй уларға яуап яҙғаны ла булманы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, әсәйем Ғәлиәхмәт мәктәбендә түңәрәк алып барҙы, Йомабикә Аҡъюлова ла, мин дә тәүге ижад емештәрен шунда яҙҙыҡ. Бер уҡытыусыла белем алған буласаҡ ике профессиональ яҙыусы - был насар күрһәткес түгел. Һәр хәлдә, минең әҙәбиәткә килеүемдә осраҡлылыҡ юҡ, тип әйтәм.
Әсәйем вафат булғас, төрлө тарафта йәшәгән уҡыусылары оҙатырға килде. Олпат ағайҙар. Ә беҙ әсәйҙең вафатын хәбәр ҙә итмәгәйнек. Бына шундай һөйөү һалып киттеләр улар уҡыусылары күңеленә, бындай һөйөүҙе бер нәмә менән һатып алып булмай.
Кесе туғандарым һәр береһе тормошта үҙ урынын тапҡан. Беҙ уҡытыусы ғаиләһенән булғас, уның ауыр хеҙмәт икәнен белеп-күреп үҫтек. Бәлки шуғалыр ҙа, беребеҙ ҙә ул юлдан китмәнек. Ә бына атай-әсәйҙең ейәндәре араһында династияны дауам итеүселәр бар. Һөнәр һайлағандан һуң, атайымдың иғтибары мине үҫтерҙе. Атайым минең өсөн бөтәһе лә - остаз да, арҡа терәр кешем дә, ғорурлығым да, алға әйҙәр рухташым да, кәңәшсем дә, идеолог та булды. Уның тураһында мин сәғәттәр буйы һөйләй алам. Ул ысын мәғәнәһендә атай булып ҡалды. Атайым был донъянан киткәс, минең өсөн ер шары яртылай кителеп төшкәндәй тойолдо.
Хажға сәфәр ҡылыуың тормошҡа, йәшәйешкә ҡарашыңды ниндәй кимәлдә үҙгәртте? Барырҙан алда күҙ алдына килтерелгән хаж менән ысынбарлыҡтағыһы араһында ниндәй айырма бар?
- Хаж минең томошҡа булған ҡарашымды ҡырҡа үҙгәртте, тип әйтә алмайым. Ә инаныуымды нығытты, ниндәйҙер икеләнеүҙәргә урын ҡалдырманы. Хажға әҙерлек, ғәҙәттә, алдан башлана, шул уҡ ваҡытта күңелде шик ҡорто ла кимерә ине: миңә хажға юл асылырмы-юҡмы? Сөнки юлдың асылыуы Хаҡ Тәғәләнең ихтыярынан бит. Аллаһыма шөкөр, оло хажға юл асылды. Еңел түгел оҙон юл үтеүҙәре, унда ла һынауҙар көтөп кенә тора.
Әхмәр, был һорауҙы юҡҡа бирмәгәнһеңдер, һинең атайың Ғүмәр хәҙрәт менән бер сәфәрҙә булдыҡ бит. Баймаҡтар күп кенә ине ул йылды. Һуңынан да ошо хажиәләр менән күрешеп торҙоҡ. Кисерештәргә килгәндә, минең өсөн иң тулҡынландырғыс мәл Ғәрәфә тауы менән бәйле. Мөхәммәт (с.ғ.с.) бәйғәмбәрҙең һуңғы хажы тураһында мин тетрәнеп уҡығайным. Шул мәлдәрҙе үҙемсә күҙ алдына килтереп баҫып торҙом. Бәйғәмбәребеҙҙең юлынан ошонда килеп етеүем менән сикһеҙ бәхет тойғоһо кисерҙем, һәм уның үҙе өсөн һуңғы хаж икәнен белеп вәғәз әйтеүен иҫкә төшөрөп, тәрән һағыш кисерҙем. Дөйөмләп әйткәндә, Ғәрәфә тауында баҫып тороуым - иң бәхетле мәлдәремдең береһе.
Яҡташтарың хәйбуллаларҙың йомшаҡ мөғәмәле, эскерһеҙ һәм ярҙамсыл булыуының тамырҙары нимәлә тип уйлайһың?
- Үҫәргәндәр борон-борондан халҡыбыҙҙың йоларына тоғролоҡ һаҡлаған, ата-бабаларының аманатын тотҡан. Мотлаҡ үтәлә торған яҙылмаған ҡанундар ҙа бар бит. Бигерәк тә урман яғы башҡорттарының шул ҡанундарға тоғролоҡ һаҡлауын әйтергә кәрәк. Сәйәсәт йоғонто яһамай ҡалмаған. Дәһрилек, унан инде сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү, ауылдарҙы эреләтеү кеүек йылдар халыҡ менталитетына ниндәйҙер үҙгәреш индергәндер, был бигерәк тә башҡорт мәктәптәренең кәмеүенә килтергән. Әлбиттә, хәҙер ҙә туған тел мәсьәләһендә шаҡтай ҡатмарлыҡтар бар. Ләкин иманын һаҡлаған, үҙ тарихын белгән халыҡ бөтмәҫ, тип, үҙебеҙҙе йыуатабыҙ.
Һин 1991 йылдан алып Башҡортостан радиоһына тоғролоҡ һаҡлайһың. Һине был эштә нимә тота, әллә комфорт зонаһынан сығырға ҡурҡаһыңмы?
- Бында ла яҙмыш ҡушыу буйынса эшкә килдем. Университетты тамамлағас, мине бит туп-тура "Башҡортостан" гәзитенә эшкә алғайнылар. Гәзиттең ул саҡтағы баш мөхәррире Мансур Әйүпов практика үткәндә үк әле: "Һине эшкә алам", - тип әйткәйне. Яратҡан гәзитемдә биш йыл эшләнем. Бер тапҡыр телестудияның генераль директоры Салауат Килдиндан интервью алырға ебәрҙеләр. Һөйләшеп-әңгәмәләшеп ултырғандан һуң Салауат Әмирхан улы мине компанияға эшкә саҡырҙы. Бына шулай радиоға барып индем. Унда ла, Аллаһы Тәғәлә шулай ҡушалыр, тип уйлағайным. Әлхәмдүллиләһ, өс тиҫтәнән ашыу осор һөҙөмтәле булды - күпме зыялы заттарыбыҙ менән тапшырыуҙар әҙерләнем, уларҙың күпселеге радионың алтын фондында һаҡлана. Барлыҡ китаптарым ошонда эшләгән мәлдәремдә тыуҙы, нәшер ителде. Әле лә фондты байытыу өҫтөндә тырышлыҡ һалабыҙ. Эфирҙы тыңлаусылар кәмегәне юҡ - заман менән ҡуша атлайбыҙ, шул уҡ ваҡытта, тарихыбыҙҙы тауыштар аша һаҡлауға өлгәшәбеҙ.
Журналистикаға арналған ғүмер, тигәндә, нимәләр иң элек күҙ алдына баҫа?
- Дипломымда яҙылғанса, мин журналист. Һәм ошо һөнәргә тоғролоҡ һаҡлайым. Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетында ниндәй генә милләт вәкилдәре уҡыманы! Үҙемдең дуҫтарым араһында журналист булып эш башлап, аҙаҡ һөнәрҙәрен алмаштырғандары ла байтаҡ. Төркмәнстандағы Гөлҫөн дуҫым заманында ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Афғанстанда алыштар барған ерҙәрҙән репортаждар эшләне. "Танк өҫтөндә лә ултырып йөрөргә тура килде", тине миңә. Шул командировка өсөн Төркмәнбашы уға фатир бүләк иткәйне. Бөгөн Гөлҫөн үҙе йәш журналистарҙы әҙерләй, университетта уҡыта. Һирәк-һаяҡ булһа ла мәҡәләләрен ебәрә, улар беҙҙең матбуғатта баҫылып сығып тора. Бына шулай, элекке төркөмдәштәр менән аралашып торабыҙ.
Алда әйткәнемсә, практика үткән саҡта уҡ Мансур Әнүәр улы мине төрлө жанрҙа еңел эшләй алған, аналитик фекер йөрөтә белгән журналист тип таныны һәм мине эшкә алып ҡаласағын әйткәйне. Ысынлап та, һүҙендә торҙо. Университетты тамамлап ҡайтыу менән "Башҡортостан" гәзите редакцияһында эшкә сумдым. Мансур Әнүәр улы үҙе лә был гәзиттә сағыштырмаса яңы эш башлаған мөхәррир ине. Үҙгәртеп ҡороу менән бәйле илде, республиканы төрлө яҡҡа тартҡылаған бер осорға тура килде ул һәм бына шундай ҡатмарлы ваҡытта үҙенең ысын лидер икәнен күрһәтте. Республика матбуғатында ла "Башҡортостан" гәзитен лидер итеп күтәрҙе. Гәзит "Совет Башҡортостаны"нан "Башҡортостан"ға әйләнде. Уға исем уйлау тарихы ла бик бәхәсле барҙы. Тотош илдә тартҡылашыуҙар, ығы-зығы, болғансыҡ мәлдә баш мөхәррир гәзиттең йүнәлешен асыҡ билдәләне, республика бөтөнлөгөн һаҡлауҙа гәзиттең роле ифрат та ҙур ине. Тәрән масштаблы фекер йөрөткән баш мөхәррирҙе "идеялар генераторы" тип атанылар. Шул саҡта әллә күпме тарихтың билдәһеҙ биттәре асылды. Александр Матросовтың кем булыуы тураһында ҙур мәҡәләләр "Башҡортостан"да баҫылды, ә быларҙы эшләргә Рәүф Насыровты Мансур Әйүпов рухландырҙы, көс биреп торҙо. Барлай башлаһаң, ундай мәлдәр бихисап булды. Ул саҡта командировкаларға ла йыш сыға инек. Хаттар эҙенән миңә лә йөрөргә тура килде. "Йәшмен, аңлап бөтмәйем", тигән аҡланыу юҡ. Һин журналист, тикшерергә, проблеманы өйрәнергә, анализ, һығымта яһарға тейешһең - бына шундай сынығыу мәктәбен үттем мин. Ойоштороусы, киң фекер эйәһе Мансур Әнүәр улын артабан Аҡ йортҡа алдылар. Шул саҡта редакцияла эшләгән апайҙарҙың нисек итеп илағанына шаһит булырға тура килде. Мансур Әнүәр улы үҙенең ҡул аҫтында эшләгәндәрҙе онотманы. 1996 йылда миңә Ш. Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы бирелгәс, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт секретары М. Әйүповтан ҡотлау телеграммаһы килеп төштө. Мин уны ҡәҙерләп һаҡлайым. Гәзиттә биш кенә йыл эшләһәм дә, ул минең ғүмеремдең оҙон бер осоро кеүек тойола. Бәрәкәтле йылдар булды. Радиола эшләһәм дә, матбуғат баҫмалары менән араны өҙгәнем юҡ. Һәр хәлдә, "Киске Өфө"лә мәҡәләләрем йыш сығып тора.
Шулай итеп...
"Яҙғандарың араһында иң төп әҫәреңде ҡайһыһы тип атар инең?" тип һораныҡ яҙыусынан әңгәмә аҙағында. "Һәр әҫәр йөрәктән сығып яҙыла, - ти ине әҙибә.- Һинең йәнеңдең, күңелеңдең бер өлөшө булып ҡойола. Шуға ла "Төп әҫәрем шул!" тип береһен дә атағаным юҡ. Ә бына уҡыусылар ҡайһыныһын минең төп әҫәрем тип һанай икән? Быныһы ҡыҙыҡ. Иң уҡымлылылар иҫәбенә "Атай икмәге"н индерә алам. Шул уҡ ваҡытта, элек яҙған ҡайһы бер хикәйәләремде "Бөгөнгө көн ҡаҙағына һуға бит!" тип шылтыратып әйтеүселәр бар. Бына шул шаҡҡатыра мине. Һәр заман өсөн дә көнүҙәк булып ҡалыр әҫәрҙәр була, уны махсус рәүештә яҙмайһың. Был мөмкин дә түгел. Бер ваҡыт шул әҫәр "Бына мин һеҙҙең йөрәгегеҙгә бөгөн тәьҫир итәм, шуның өсөн алдан яҙылып ҡуйғайным", тигән кеүек ҡалҡып килеп сыға. Әҫәрҙәр тере йән кеүек икән ул..."
Әйткәндәй, Фәрзәнә Аҡбулатованың "Таш ҡәлғә" исемле фэнтэзи-хикәйәһе гәзитебеҙҙең киләһе һандарында донъя күрәсәк.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 14 – 20 февраль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА