«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ир балала нисек ир-егетлек сифаттары тәрбиәләргә, нисек уның күңеленә Атайсалға тоғролоҡ, төп йорт хужаһы, ырыуҙы дауам итеүсе тойғоларын һалырға?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛ ЯҘЫУСЫҺЫ. ӘҘӘБИӘТТЕҢ ҠАҘАНЫ ӨФӨЛӘ БУЛҺА ЛА...
+  - 


Башҡорт АССР-ның халыҡ шағирҙары бар. Күп түгел. Дүртәү генә: Мәжит Ғафури, Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш. Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағирҙары арыуыҡ. Әлегә ун ете. Халыҡ яҙыусылары ла шул сама - ун алты. Был исемлектәрҙә Хәйҙәр Тапаҡовтың исем шәрифе әлегә юҡ. Әммә ул ижадының башынан уҡ ауыл яҙыусыһы булып танылып, шул тирмәнгә ижади һыу ҡойоуын дауам итә, бай телле сәсмә әҙәрҙәрҙән яңынан-яңы өлгөләр тыуҙыра. Асылы, эскерһеҙ булмышы шундай. Яҙыусының рәсми танылыуға илткән юлы, ҙур тырышлыҡ аша тапалмаған юлдан барыуы һоҡландыра. 70 йәшлек юбилейы уңайынан "Киске Өфө" гәзитенең әүҙем авторы Хәйҙәр Ниғәмәт улы ТАПАҠОВҡа тормошо һәм ижады тураһында бер нисә һорауға яуап биреүен һораныҡ:

Борон танышҡанда, ҡайһы ырыуҙанһың, ниндәй һыуҙы эскәнһең, атың-затың кем, тип белешкәндәр. Һүҙ башында беҙ ҙә һеҙгә шул һорауҙы юлламаҡсыбыҙ.

- Үҫәргән ырыуынанмын, һыулаған һыуым - Һаҡмар. Һүҙҙе тыуған яғымдан башлайым әле. Иҫ китмәле, ожмахҡа тиң гүзәл бит ул беҙҙең яҡтар: бихисап төрлө ағастар һылашҡан ташлы ҡаялар, сәскәле болон-туғайҙар, өҫкә осоп ҡалҡҡан ҡара урман, әле әйтеп үткән суйын ҡаяларҙы урталай ярып, иретеп Һаҡмар ағып ятыр булыр. Шуғалыр ҙа Йылайыр яҡтарын юҡҡа ғына "икенсе Швейцария" тип атамағандарҙыр. Бына ошо хозур тәбиғәттә тыуып та яҙыусы, шағир булмау, ғәйеп һыналыр ине! Ауылдаштарым да йор һүҙлеләр, киң күңеллеләр, мәрәкәселдәр, йыр-моңға, ижадҡа әүәҫтәр. Ауыл мәктәбен тамамлаусылар араһында бер фән кандидаты, ике фән докторы бар, бихисап атҡаҙанғандар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Атым-затыма килгәндә... Ғаиләлә ике апайым һәм мин әсәйем тәрбиәһендә үҫтек. Ҡатын-ҡыҙ мөхите минең ҡылыҡ-фиғелгә лә ыңғай йоғонто яһаған, әйләнә-тирәмә күп осраҡта гүзәл, хисле зат күҙе менән ҡарайым, ҡырыҫ йәшәйеште ҡабул итеүем дә башҡасараҡ, мәрхәмәтлерәк, миһырбанлыраҡ, тип әйтәйем микән. Әсәйем участка дауаханаһында ашнаҡсы булып эшләне, иртә таңдан эшенә китеп, ҡараңғы төшкәс кенә арып-талып ҡайтып инде гелән. Шуға хужалыҡ мәшәҡәттәренә бик иртә егелдем, өй тирәһен ҡарау, малды бағыу шәхсән минең өҫтә ине. Ун йәшем тулыр-тулмаҫтан бесән эшләргә төштөм, маҡтанып әйтмәйем, өйрөлтә һелтәп, ыҙанды киң итеп алып ҡырып саптым бесәнде, күбә тарттырыуға, күбәләүгә, кәбән ҡойоуға иң әүәл оҫталыҡ, таһыллыҡ кәрәклеген дә бик иртә үҙләштерҙем. Мал бағыу, бесән сабыу, трактор менән һөйрәтеп килтерелгән утынды ҡырҡып-ярыу, яҙғы сәсеү осоронда туҙанға батып сәскес артына баҫыу, йәй көндәре өмәләрҙән ҡалмай бүлексә бесәнен әҙерләү, күлдәк-ыштаның йәшел һутҡа ҡатҡансы силос һалыу, көҙ етте иһә, төн уртаһына ҡәҙәр ырҙын табағында ашлыҡ таҙартыу, комбайнер ярҙамсыһы булыу... Теҙеп хисаплай китһәң эшләмәгән эштәрем дә ҡалманы шикелле. Тағы ла бер тормош хәлемде ситләтеп үтеү мөмкин түгел - атайһыҙ, ярты етем үҫтем. Атайым, Ниғәмәт Яппар улының өс ауылда өс ҡатыны булды. Әсәйем шуларҙың уртансыһы. Һис кемде ғәйепләмәйем, заманы шулай булған, ҡәһәрле һуғыш касафаты. Атайымдың белеме дүрт класс ҡына булһа ла, һуғыш ветераны, яҡшы ойоштороусы, оҫта оратор булараҡ, ғүмере буйы етәксе эштәрендә, атап әйткәндә, колхоз рәйесе, ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаларында эшләне, өҫтөнә һәр саҡ орденлы китель, гәләфи салбар, аяҡтарына хром итектәр кейҙе, егеп йөрөгән ажар айғырының дуғаһына зеңгер ҡыңғырау тағылған, шул ҡыңғырау сыңлап китһә: "Ана, Ниғәмәт-түрә килә ята!" - тип халыҡ шундуҡ клубҡа йыйылған, йәнәһе лә. Хәреф танып гәзит-журналдар уҡыһа ла, яҙыу-һыҙыуҙы белмәгәс, ике-өс сәғәткә һуҙылған докладын һәммәһен ауыҙына ҡаратып, аптыратып, һоҡландырып сығыш яһаған.
Ә өс әсәйемә килгәндә, улар өс әхирәт ише татыу йәшәнеләр, тупһаға саң ҡундырмай береһе икенсеһенең хәлен белешеп, ҡунаҡҡа йөрөштөләр, һис ҡасан мир алдында көндәштәренең ғәйбәтен һатманылар, йөҙөн йыртманылар. Тар күңелле уҫал яңы быуат ҡатындары көндәштәренә хәҙер ниндәйерәк мөнәсәбәттә, ҡарашта булырҙар ине икән, әйтә алмайым, ауыр, сетерекле һорау. Әсәйем үлем түшәгенә ятҡас, кесе әсәйем һуңғы мәлгә тиклем уның янында ултырып күҙҙәрен йомдорҙо. Бик күп ағайҙарым-апайҙарым араһында мин иң кесеһе һәм иң иркәһе инем, ҡулдарынан төшөрмәй яраттылар, әпәүләнеләр. Әле лә мин уларға шул сифатта ҡалдым һәм ҡалам. Мостай Кәрим Сибайға ҡунаҡҡа килгәс, миңә уның менән бер өҫтәл артында ултырырға тура килде. Шунда, әңгәмә мәлендә, әйтә ҡуйҙым: "Мостафа Сафич, һеҙҙең ике әсәйегеҙ булған, ә минеке бит өсәү ине!" Ул һәр ваҡыттағыса мәрхәмәтле йылмайҙы ла былай тине: "Тимәк, Хәйҙәр, һин миңә ҡарағанда өс тапҡырға бәхетлерәк булғанһың!"

Фельдшер, уҡытыусы, ауыл хакимиәте башлығы, район хакимиәте башлығының урынбаҫары, яҙыусылар ойошмаһының яуаплы сәркәтибе, гәзит мөхәррире... Үҙ ыҙаныңды эҙләүме был, әллә яҙмыш елдәренең шулай иҫеүеме?

- "Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ!" тиҙәр бит әле, юғарыла башҡарған ауыл эштәрен теүәлләп үттем, тормошта ла шулай килеп сыҡты. Һабыр урта мәктәбен яҡшы билдәләргә тамамланым. Шулай тиһәм дә, аттестатымда бер "өслө"м бар. Уны алгебраны уҡытҡан өс туған ағайым Ғәней Исҡужа улы "сәпәне". Уға һис тә үпкәләмәйем, тимәк, белемем шул кимәлдән ары китмәгән. Уның әйткәндәре бөгөнгөләй хәтерҙә: "Һин ҡара хисаптан арыны белмәнең, белмәҫһең дә, әммә киләсәктә яҙыусы булып китһәң, һис тә аптырамаҫ инем".
Мәктәпте тамамлағас, тура Сибай медицина училищеһына йүнәлдем, кесе апайым да минән алда шунда уҡып сыҡҡайны. Теләгем - бик йыш сырхаған әсәйемә ярҙам итеү, уны дауалау. Уҡыу йортона кереү өсөн тәүге имтихан химия фәненән ине. Ауыл балаһы рус телен ҡайҙан ғына белһен инде, билет алғанмын да иң алғы партала аптыранып китеп ултырам. Сиратым етте. Имтихан алыусы ир "Отвечайте по билету", ти минең яҡҡа уҫал ҡарап. "Не магу!" тип яуапланым. "Если не можешь, выходи!" "Әгәр мин һорауҙарға саф башҡортса итеп яуап бирһәм, мөмкинме?". "Очень плохо знаю свой родной язык, ну попробуйте!" ти был юғалып ҡалып. Сатнатып яуап бирҙем һорауҙарға. Ир йылмайҙы ла зачеткама "бишле"не ҡуйҙы һәм былай тине: "Спасибо, парень, за урок башкирского языка, теперь точно буду изучать родной язык, и впредь буду знать его в совершенстве!"
Уҡыу еңел бирелмәне, теманы шиғыр һымаҡ ятлап бара инем дәрескә, яуап бирер мәл етһә, юғалып, телдән ҡала ла ҡуям, тотош төркөм көлә ине яуабыма һәм һуңғы сиктә сираттағы "ике"лене алам. Журналда биш "ике"ле, алтау булһа, училищенән ҡыуалар. Бер көн аптырғас, училище директоры Ирмөхәмәт Мырҙағәле улы Һибәтуллинға киттем. "Уҡыуҙы ташлап ҡайтырға хәл иттем", тинем. "Сәбәбе ниҙә?" "Йәшәргә аҡса еткереп булмай, степендияны алдынғыларға ғына бирәләр". "Һуң, алдынғы бул!" "Башҡорт булып алдынғы булып булмай икән, шуны белдем әле..." "Буш хәбәр. Бер айға һиңә күпме аҡса кәрәк!" "Әҙәмсә туҡланыу өсөн 30 һум етә!" Директор кеҫәһенән теүәл мин һорағанды сығарып, өҫтәл ҡырына һалды ла былай тине: "Бына һин һораған аҡса! Ә училищенән ҡасырға хыялланма ла, журнал тулы насар билдә алһаң да мин һине уҡыуҙан ебәрмәйем, кеше фатирында көн итәһең шикелле, бөгөндән ятаҡтан урын табам!" Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Ирмөхәмәт Мырҙағәле улы Һибәтуллинға һаман да булһа рәхмәтлемен, йәне йәннәттә булһын! Һуңынан уҡыуым яйға һалынды, һалынып ҡына ҡалманы, ары гел "бишле" билдәләренә генә өлгәштем.
Армиянан һуң Калининград өлкәһендә сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем, санчастә эшләнем. Ябай курсанттар, офицерҙар мине "доктор" тип атап йөрөттө. Офицерҙарҙың ҡатындары, балалары ҡала поликлиникаһына түгел, мотлаҡ миңә ҡабул итеүгә киләләр ине. Шул һалдат осорона бағышланған "Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә" тип аталған повесым да бар. Хәрби медицина академияһына йүнәлтергә булып киттеләр бер заман, яңғыҙ әсәйемде ҡалдырып, ҡайҙа ғына китеп олағайым инде, тормошҡа ашмаҫ хыял ине был. Ҡайттым. Ҡайтҡас, Ейәнсура район дауаханаһының "Тиҙ ярҙам" станцияһына эшкә төштөм, бер йыл тирәһе эшләнемме-юҡмы, райондан сапҡынсы ебәреп, тыуған ауылымда асылған табип амбулаторияһына етәксе итеп ҡайтарып алдылар.
Ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға индем, уны уңышлы тамамланым, мәктәпкә, директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары сифатында эш башланым, ойоштора алыу, халыҡ менән эшләй белеү һәләтемде иҫәпкә алып, ары ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлап ҡуйҙылар. Өйләнгәндән һуң районда йәшәп, эшләп алдыҡ, шунан Сибайға күсеп килдек. Күсеп килдек, тип әйтеүе генә анһат, йөк машинаһына булған әйберҙәрҙе тейәп, кабинаға ҡатынымды, ете йәшлек малайымды ултыртып, билдәһеҙлеккә китеп барабыҙ, морон төртөр ер ҙә, төбәп барыр эш тә юҡ. Ят ҡалала сит кеше итеп ҡабул иттеләр башта, ҡала зыялыларының ҡорона инеп китеү ҙә еңелдән булманы. Артыҡлап сурытмайым инде, улары айырым бер тарих. Сибайҙа "Ирәндек" лицейында уҡытып йөрөгәндә мине ҡайҙандыр табып алып, Рауил Бикбаев шылтыратты: "Ҡасып-боҫһаң да эҙеңә төштөм тәки, иртәгә үк Сибай яҙыусылар ойошмаһына бараһың!" Унда ла ун йылға яҡын йөрөлдө.
Күп һөнәрҙәргә килгәндә, яҙыусы булараҡ, улар минең файҙаға ғына, күп күренештәрҙе "бармаҡтан һурып" ултырмайым, тормоштан алып, күргән-кисергәндәрҙе яҙам. Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева бер саҡ аптырап миңә шундайыраҡ баһа ла биргәйне: "Ауыл тормошон, ҡатын-ҡыҙҙар психологияһын, медицина тармағын биш бармағыңдай беләһең бит һин!" Улайға уҡ китһә, ауыл халҡының еңел булмаған көнитмеше, шөғөлө, холоҡ-фиғеле, балалар психологияһы ла миңә ят түгел...

"Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәгеҙҙә донъя күргән "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклы яҙмалары тормошоғоҙға байҡау яһаумы, әллә үткәндәрҙе йомғаҡлаумы?

- Әйҙәгеҙ, ниндәйҙер сик ҡуйып, йомғаҡ яһарға ашыҡмайыҡ. Улайға уҡ китһә, һәр яҙыусы был донъяға тик бер әҫәр яҙыу өсөн генә килгән һымаҡ. Әгәр "Евгений Онегин", тиһәк, А.С. Пушкин, "Горе от ума", тиһәк, А. Грибоедов, "Тихий Дон", тиһәк, М. Шолохов, "Йәмилә", тиһәк, Сынғыҙ Айытматов, "Ырғыҙ", тиһәк, Һәҙиә Дәүләтшина, "Бөртөкләп йыйыла алтын", тиһәк, Яңыбай Хамматов, "Бөйрәкәй", тиһәк, Таңсулпан Ғарипова күҙ алдына килеп баҫа. Ә минең күңелдә йөрөткән әҫәрем һаман да булһа яҙылмаған һымаҡ. Бәлки, яҙылмауы хәйерлерәктер ҙә, яҙылмаған әҫәр алда күренгән нурлы маяҡ менән бер бит ул, шуға ҡарай бараһың, шуға ҡарай ынтылаһың. Ә "Хәтерҙәге хәтирәләр"гә килгәндә Мөнир Ҡунафиндың әйткәне лә бар: "Хәтирәләрең"де киңәйтеп ебәрһәң уларҙың һәр береһенән ҙур әҫәр әүәләргә мөмкин!" Эйе, йәшермәйем, ҡыҫҡа кәлимәләрҙе мин дә күңелемдәге ижади орлоҡтар һымаҡ ҡабул итәм, ысынлап та, бер килеп тамыр ебәрһәләр, уларҙан яңы повестар, хикәйәләр тыуыуы бик тә ихтимал. Уймаҡ кәлимәләрҙең һәр береһендә әҫәрҙе әҫәр иткән фекер, идея ярылып ята.

Һеҙҙең әҫәрҙәрҙәрегеҙҙең геройҙары башлыса ауыл кешеләре. Улар тормоштан алып яҙыламы, әллә башта тыуған персонаждармы?

- Әйтеремде тағы ла ситләтеңкерәп башлайым әле. Бәлки, күптәргә әҙәбиәткә нисегерәк килеп инеүем ҡыҙығыраҡтыр. 80-се йылдарҙа шиғырҙар яҙыуға хиресләнеп киттем. Уларҙы район гәзитенә ебәрә торам, тегендәгеләр шунда уҡ тотҡарлыҡһыҙ баҫып та сығара. Билдәле журналист Әмир Моратовтың, яҙыусы Мөслим Әбсәләмовтың, шағирә Фәүзиә Юлдашбаеваның иғтибарына юлыҡтым. Аралашып йәшәй башланыҡ. Әмир ағай шиғырҙарымды килеп тороп маҡтай, һинең йәшеңдә беҙ былай уҡ шәп яҙмай инек, тип, шыттырып та ебәрә, ә мин шул ҡапаҡлауҙы ысынға алып, танау сөйөп йөрөгән булам. Район гәзите янында ай һайын сыға килгән "Шишмәләр" әҙәби битен ойоштороп ебәрҙек. Тыуған көнөмә район редакцияһы "Башкирия" тип аталған көс тә етмәҫ ауыр яҙыу машинкаһы бүләк итте. Шөкөр, район редакцияһы бәҙрәф ҡағыҙына оҡшаш һары ҡағыҙҙы тартыныуһыҙ бирә ине, ә бына "копировальная бумага"ны еткереп булмай. Бер битте ауырлыҡ менән баҫып, уҡып ҡараһаң, унда хата киткән була, ҡабаттан ултыраһың. Шулай итеп, Шәйехзада Бабичтың яҙмышына арналған "Яра" поэмаһын баҫыу өсөн генә лә, шаштырып әйтмәйем, арба самаһы ҡағыҙ киткәндер.
Бер көн, баҫылып сыҡҡан шиғырҙарымды бер урынға туплап, Өфөгә юлландым, маҡсатым - өфөләрҙе шаҡ ҡатырыу. "Йәшлек" гәзитенә барып инһәм, унда Хәсән ағай Назар ултыра. Шиғырҙарҙы тегенең алдына алып барып һалдым. Ағайым оҙаҡ ҡына уҡып ултырҙы яҙмаларымды, шунан әйтә ҡуйҙы: "Тураһын әйтәм, шиғырҙар насар түгел, әммә урта ҡулдар, шаҡ ҡатырырлыҡтарын, тетрәндергәндәрен күрмәйем. Башҡорт әҙәбиәтенә лә килерһең, бәлки, әммә, шул урта тирәлә йөрөрһөң инде, үҙең дә йонсоп, башҡаларҙы ла йонсотоп. "Башҡортостан" гәзитендә яңыраҡ бер шәп новеллаң күҙгә эләкте. Әгәр яңылышмаһам, һин һәләтле яҙыусы шикелле. Хәҙер үк Аксаков урамында урынлашҡан "Ағиҙел" журналына бар, Рәшит Солтангәрәевты күр. Ул һине, моғайын да, үҙ кешеләй күреп ҡабул итер!" Барып күренеүем булды, Рәшит ағай һөрәнләп тә ебәрҙе: "Нишләп улайтып йөрөйһөң әле, миңә килмәй, аҙашып!" Бер нисә йылдан Рәшит ағайҙың булышлығы менән ҡаты тыш менән "Ғүмер бүләк итәм" тип аталған тәүге хикәйәләр йыйынтығым донъя күрҙе.
Шулай булһа ла, шағирлығымды ла бөтөнләй бөтөрөп ташламайыҡ әле, балалар өсөн "Мин - баһадир!" исемле шиғырҙар китабым нәшриәттә баҫылып сыҡты, балалар уны яратып ҡабул итте, һаман да булһа сәхнәнән һөйләп йөрөйҙәр. Ә айырып әйткәндә, яҙыусымын, шағир йәнле, шағир рухлы яҙыусымын. Проза ла һәр ваҡыт лирика ише балҡып, үҙенә уҡыусыны йәлеп итергә бурыслы.
Элек әҙәбиәттә "ауыл прозаһы" тип аталған бер йүнәлеш була торғайны. Шул йүнәлештең ике генә вәкилен атап үтәм: Валентин Распутин, Василий Шукшин. Улар баш-аяҡтары менән ауыл балалары, улар менән бер рәткә баҫырға ҡыймаһам да мин дә төпкөлдөң төпкөлөндә тыуғанмын. Ауыл тормошон яҙыуы миңә шул тиклем дә еңел, еңел генә түгел, ошо хаҡта ижад итеүем - күңел байрамым, йән тантанам. Ҡалала тыуып, ауыл хаҡында яҙып булмай, Әхмәр Үтәбай әйтмешләй: "Ҡалаларҙың ҡылыҡтары сәйер..."
Тик бер кешенән образ тыуҙырыуы мөмкин булмаған эш, яҙғанда берәүҙең яҙмышын алам, икенсенең төҫ-башын, өсөнсөнөң кейгән кейемен, дүртенсенең телен... Шул саҡта ғына тулы ҡанлы ышандырырлыҡ образ килеп тыуа. Ҡайһы саҡ әйткәндәре лә бар: "Мине яҙғанһың да баһа!". Бер саҡ автовокзалда торғанда, бер ҡойто ғына кейенгән әҙәм килеп ҡосаҡлап алып былай тине: "Һине бер эре кешегә иҫәпләп йөрөһәм, һин беҙҙең брат та баһа!". "Яңылыштығыҙ саҡ ҡына, мин нишләп һеҙҙең брат булайым тағы?". "Һуң, булмай ни, Йылайыр төрмәһендә ултырған-һың да баһа, ултырып ҡына ҡалмағанһың, мин ултырған камераға бикләгәндәр һине: ҡаҡ һике, һике аҫтындағы ҡылысһыҙ биҙрә, ау япҡан рәшәткәле тәҙрә, бөтәһе лә тап килеп тора бит!" Минең "Эт күҙендәге ҡояш" тип аталған повесым бар. Унда, йәнәһе лә, мин, яңылышлыҡ арҡаһында Йылайыр төрмәһенә, әлеге камераға барып юлығам... Ҡайһы саҡ фантазия ысынбарлыҡҡа тап килеп тә ҡуя, тик шул ысын күңелдән фәстереүгә, хатта өҫтәп әйтер инем, керһеҙ, хәйләһеҙ алдашыуға уҡыусы мөкиббән китеп ышанырға тейеш. Әҫәр уҡыусыны ышандырғанда ғына әҫәр ул!

Баш ҡаланан ситтә ятып ижад итеүҙең ыңғай һәм кире яҡтары нисек? Улар бармы?

- Әгәр һин ижад кешеһе икәнһең, ҡайҙа ла ижад итергә мөмкин. Әммә, һаман да булһа бер яңылыш тенденция йәшәп килә: баш ҡалала йәшәгәндәр генә шағир, йәки яҙыусы! Йәшермәйем, ауыл тупрағында йәшәп ижад иткәндәр миңә ҡайһылыр кимәлдә яҡыныраҡтар ҙа әле. Айырып әйткәндә, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Мәрйәм Бураҡаева, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаевалар... Ҡайһы саҡ уйлап та ҡуям, таш ҡала стенаһынан, шаулы ҡала мөхитенән ижад һығып алып була микән? Ерҙең йылыһын тойоу өсөн ергә ныҡлы баҫып торорға ла кәрәк бит әле. Бына мин Сибайҙа йәшәһәм дә, үҙемде башкөллө ауыл балаһы итеп тоям, ауылдарға, ауыл халҡына, уларҙың көнитмешенә яҡыныраҡмын ни тиһәң дә. Икенсе яҡтан, ни тиһәң дә "өф" итеп тормаһа ла, Өфө, Өфө инде, әҙәбиәттең ҡаҙаны шунда, шул ҡаҙанға яҡындар иң башта күҙгә эләгә, улар иғтибар үҙәгендә. Көнләшеүҙән түгел, нисек бар, шулай әйтәм.

Максим Горький ҙа, беҙҙең Рәшит Солтангәрәев тә журналистика менән яҙыусылыҡ бер-береһенә ҡамасау, гәзиттә оҙаҡ эшләргә ярамай, тигән. Һеҙ инде 15 йыл "Атайсал"гәзитен етәкләйһегеҙ...

- Был тәңгәлдә бөйөк әҙиптәр менән килешмәйем: түш кеҫәмдә ике - яҙыусылыҡ һәм журналистика ҡәләмдәре, ҡайһыныһы әлеге мәлдә мөһимерәк, шуға тотонам. Ижад һәр ваҡыт минең менән, атлап китеп барғанда, әңгәмәләшеп ултырғанда, хатта бәхәсләшкәндә лә. Бер көн "Хөкөм" повесын башымда яҙып, ашыҡмай ғына эштән ҡайтып киләм. Ҡаршыма атаҡлы бейеүсе, халыҡ артисы осраны ла, бейеү хәрәкәттәре яһап, минең тирәлә өйрөлә башланы, баҡтиһәң, уның филармонияға репетицияға китеп барыуы икән... Ни тиһәң дә, ижад кешеләрен аҙаҡҡаса аңлау, уларҙың шауҡымлы ҡылыҡ-фиғелдәренә тейешле баһа биреү мөмкин түгел. Мостай Кәримдең шаяртып әйткәне лә бар бит әле: "Аҡылға бер төрлөләрҙең, исмаһам, билеттары бар, ә беҙҙеке - юҡ!".
Мин ял көндәре ижад итәм. Әгәр эш өҫтәлендәмен икән, ҡатыным Вәсилә Фәйзулла ҡыҙы, Хәйҙәр эшләп ултыра, тип, ҡунаҡҡа саҡырылыуҙан баш тарта. Иртә таң менән ижад итеү ғәҙәтем бар. Рәхәт, бер кем дә ҡамасауламай, бар донъя йоҡлай...

Хәйҙәр Ниғәмәт улы, һеҙ хәҙер башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалдары ҡорона инер йәштәһегеҙ, башҡорт әҙәбиәтенең хәлен нисек баһалайһығыҙ?

- Бынан бик күп йылдар элек бер аҡыл эйәһе былай тип һандыраған имеш: "Заманалар ныҡ боларып китте, бындай барыш менән барһа, тағы ла 10-15 йылдан дәүләтте тоторлоҡ аҡыллы кешеләр ҙә ҡалмаясаҡ!" Хәҙер килеп яңы быуатта йәшәйбеҙ, шөкөр, һин дә мин йәшәйбеҙ, аҡыллы кешеләр ҙә кәмемәгән беҙҙең арала. Һис бер кемгә ярамһаҡланмай, бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтенә ыңғай баһа бирер инем. Республикабыҙ Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров һәр саҡ ижад кешеләренә яҡын, уларҙың эшен күрә, күтәрмәләргә, ярҙам итергә әҙер. Республикала йыл һайын үткәрелә килгән "Китап" байрамын ғына алып ҡарайыҡ, иҫ китмәле яҡшы, яҡшы ғына түгел, юғары аҡыл менән атҡарылған эш бит был! Тимәк, республика Башлығы китаплы булырға, китапҡа әйләнеп ҡайтырға саҡыра. Шунан, бөгөнгө көндә, Яҙыусылар союзының йортонда ремонт эштәре барҙы, уны тантаналы асыу шул "Китап" байрамында үткәреләсәк. Яҙыусыларҙы йортло итеү, уларҙың аллеяһын булдырыу, минең генә түгел, барлыҡ ҡәләмдәштәремдә ҡәнәғәтләнеү тойғоһо уята. Ошондай юғары иғтибар барҙа ижад итмәү үҙе үк гонаһ.
Шулай ҙа Яҙыусылар союзының составындағы күп кенә әҙиптәрҙең түш кеҫәләрендә танытма йөрөтөп тә ижад итмәүҙәре, ижад итмәһәләр ҙә шаулы ижад кисәләрен үткәреүҙәре кәйефте ҡыра. Яҙыусылар союзын үҫтерергә, нығытырға кәрәк, әммә, 60-70-се йылдарҙағы һымаҡ, әҙәбиәткә эркелеп килеүселәр күренмәй әлегә. Яҙылған әҫәрҙәрҙең дә кимәле ныҡ төштө, шул иҫәптән бөгөнгө уҡыусының да ҡабул итеү ыҙмаһы түбән. Яҙыусылар ифрат күбәйҙе, һәм шул уҡ ваҡытта тетрәнеп уҡырлыҡ, теленә ләззәтләнерлек яҙмалар юҡ. Замана шауҡымылыр, интернет ҡазаһылыр был, тип ҡуяһың, ҡайһы саҡ. Был да бер килеп үтер әле, тип өмөтләнергә ҡала, ә эшләнгән ыңғай эштәрҙе ҡабаттан иҫкә төшөргәндә киләсәккә ышаныс менән ҡарарға мөмкин. Таланттар аҙым һайын осрап тормай бит, улар һирәк тыуа, шул үтә һирәк тыуғандарҙы күреп алырға, күтәрмәләргә һәм яҡларға кәрәк.

Яҙыусылыҡтың тотҡаһы ҡатын-ҡыҙҙар түгелме бөгөн? Яҙыусылар союзына ҡабул ителгән йәштәрҙең 90 проценты гүзәл заттарҙың булыуы уйландырмаймы? Егеттәребеҙ ҡайҙа ул?

- Әҙәбиәттә генә түгел, тормошта ла ҡатын-ҡыҙҙар бөгөн алғы планда. Мәктәптәргә йыш саҡыралар. Шунда иғтибар иткәнем бар: класта лидер - ҡыҙ кеше, осрашыуҙар мәлендә лә малайҙар мөйөшкә ҡыҫырыҡланған. Ни хәл итәһең, мәктәптәрҙә ир-ат юҡ кимәлендә. Бәләкәй малайҙарҙы балалар баҡсаһында, башланғыс класта, урта һәм өлкән звенола фәҡәт ҡатын-ҡыҙ тәрбиәләй. Һәм бына һөҙөмтә! Ир ҡулы, ир аҡылы кәрәк бөгөн! Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров республика кимәлендә "Атайҙар ҡоро" ойоштороп, бик тә урынлы, кәрәкле, мөһим эш эшләй, сөнки донъя күсәре - ир-ат, ә ҡатын-ҡыҙ донъяны йәмләүсе, ашты бәрәкәтле һәм тәмле итеүсе, йортто йылытыусы зат. Киләсәктә лә шулай булып ҡалһын ине. Әҙәбиәткә килгәндә, тотош донъя йөгөн тартып та ижад менән шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарайым да һоҡланам. Ә ижад менән шөғөлләнеүсе ир-ат ҡайҙа, тиһегеҙме? Бар улар ҙа, һис шикһеҙ, бар, уларҙы күреп, ижадҡа йәлеп итергә генә кәрәк. Ә Союзға ҡабул итеүгә килгәндә, уларҙы бер юлы тиҫтәләп, ҙур төркөм менән ҡабул итергә кәрәкмәйҙер, минеңсә. Союзға 90 процент ҡабул иткәнбеҙ икән, шуларҙың шунса саҡлыһы ижад итһен ине, шул саҡта ниндәйҙер һөҙөмтә лә буласаҡ.

Яҙыусының өҫтәлендә бөгөн ниндәй әҫәр тыуа?

- Алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта, тиҙәрме әле? Яҙылған, яҙылып эшкәртелеп ятҡан әҫәрҙәрем бар, ваҡыты еткәс, улар уҡыусыға барып етер, әйҙә, шулай булырына ышанайыҡ һәм өмөт итәйек. Юбилейымды эш өҫтәле артында ҡаршылайым, шаулап-гөрләргә артыҡлап теләк тә юҡ һымаҡ. Ижад кисәһендә түргә ултырып, үҙемде маҡтатыуҙан, ҙурлатыуҙан шәберәк тә, һәләтлерәк тә булып китмәйем дә баһа. Шул, Хоҙай Тәғәлә биргән һәләтем сиктәрендә киләсәктә лә ижад итермен, мине ҡабул иткән, яратҡан уҡыусыларымды ҡыуандырырмын. Юбилейға килгәндә, республика баҫмаларында өс-дүрт повесым, тиҫтәгә яҡын хикәйәләрем баҫыуға планлаштырылған, ошо ижади отчет менән дә үтә ҡәнәғәтмен.
Әҙәби багажыма килгәндә, нәшриәттә 12 китабым баҫылып сыҡты, 40-лап повесть, 400-гә яҡын хикәйәләр авторымын, әммә эш һанда түгел, сифатталыр, шуға уларҙың һәр береһенә күңел йылымды һалырға тырышам. Форсаттан файҙаланып, тағы ла шуны өҫтәмәксемен: халыҡ гәзите иҫәпләнгән "Киске Өфө"нө алдырыусыларға сәләмәтлек, эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете, донъяларының бөтөн, теүәл булыуын теләйем, иң мөһиме, боларған донъялар тынысланһын, ситтә йөрөгән ир-егеттәребеҙ йорттарына әйләнеп ҡайтһындар, шул саҡта барыһы ла һәйбәт булыр!

Радик ӨМӨТҠУЖИН
әңгәмә ҡорҙо.

"Киске Өфө" гәзите, №8, 28 февраль - 6 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.02.25 | Ҡаралған: 71

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru