
Ҡайҙа һеҙ,
ҡайҙа һеҙ,
һай, башҡорт егеттәре?
Ҡайҙа һеҙ,
ҡайҙа һеҙ,
Уралым бөркөттәре?
Тәүәккәлләнем. Ваҡыт өйөрмәһе мине үҙе менән өйрөлтөп алып китте. Ваҡыт упҡыны мине үҙ эсенә йотто...
Өйөрмә шып туҡтаны. Сәйер тынлыҡҡа күҙемде асам... Ысын замок күрермен, тигән уй башыма инеп тә сыҡҡаны юҡ ине. Хыял тормошҡа ашты, тиер инем, был турала хыялланғаным да булманы. Бына ул замок! Һүрәттәрҙә, бигерәк тә тарих китабында, киноларҙа күргән замоктар һымаҡ уҡ. Һәм мин күҙ алдына килтергәнгә ҡарағанда күпкә мөһәбәт тә, ҡурҡыныс та. Бейек ҡаяла урын-лашҡан замокка ҡарап тора биргәс, теҙ быуындарым ҡалтырап китте. Аҫта упҡын. Мин баҫҡан ер менән ҡаяны ел-ямғырҙан ҡарайып бөткән баҫма тоташтыра. Уның аша үткәс тә ҡалайтып ҡурҡмайынса өҫкә менмәк кәрәк? Ғөмүмән, ниңә унда менергә әле?..
Беҙҙең ғәзиз еребеҙҙә мин бығаса белмәгән, ишетмәгән замок... Ниндәй серҙәр һаҡлай ул? Ниңә уның тураһында бер ерҙә лә яҙылғаны ла, һөйләнгәне лә юҡ? Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тигәндәй, йөрәкте ҡурҡыу солғаһа ла, аяҡтарым таш баҫҡыстар буйлап һаман өҫкә үрләне.
- Рәхим ит, йәш егет, башҡорт ҡәлғәһенә!
Көтөлмәгән был тауышҡа һиҫкәндем. Башымды юғары күтәрәм. Ҡаршымда сәсе тигеҙ итеп ҡырҡылған, күлдәге өҫтөнән еңһеҙ елән һымаҡ нәмә ҡаплаған ҡырҡ йәштәрҙәге ир-егет баҫып тора.
- Был... был замок... ғәфү итегеҙ, һеҙ бында йәшәйһегеҙме? - тим мин тамағыма тығылған төйөрҙө саҡ йотоп.
- Дуҫҡайым, башҡортом! - тине ҡаршы алыусы, баяғылай асыҡ йылмайҙы. - Ҡәлғәбеҙгә шикләнмәй үт! Һорауҙарыңа, теләһәң, мин юлда яуап бирермен, һин юлаусы - беҙҙең ҡәҙерле ҡунаҡ. Был күптән килгән башҡорт йолаһы!
Тамам яҡынлашҡас, мин уны тағы ла ентекләберәк күҙҙән үткәрәм. Матур, дөрөҫ йөҙ һыҙаттары, бигерәк тә ҙур, муйылдай ҡара күҙҙәре уның шәфҡәтле кеше булыуы тураһында асыҡ һөйләй ине. Шулай уҡ ҡара һаҡалы ла йөҙөнә әйтеп бөтөргөһөҙ күркәмлек өҫтәй.
- Һинең исемең Ҡараһаҡал бит? - тип һорайым унан. Бының шулай икәненә тамсы ла шигем юҡ.
Ул ынйылай тештәрен күрһәтеп йылмая.
- Әйҙә, һинеңсә булһын, ҡунаҡ! Рәхим ит!
Мин был һүҙҙәрҙең ысын йөрәктән әйтелгәненә ышанам. Өндәшмәй генә уның артынан эйәрәм. Ҡан-ҡәрҙәшемдең сәйер кейеме лә, замок та хәҙер ғәжәпләндермәй һымаҡ.
- Был ҡәлғә йөҙҙәрсә йылдар элек һалынған, ышанаһыңмы шуға һин, юҡмы? Әйтерһең, ата-бабаларыбыҙ уны мәңгелеккә төҙөгән. Тағы ла оҙаҡ хеҙмәт итер әле ул бәрәкәтле ерҙең бәрәкәтле халҡына.
Уның тауышы көсәйә һәм, таштарға шаңҡып, ҡабат-ҡабат яңғырап ишетелә.
Ҡаршы алыусым миңә сыра яндырып тоторға ҡуша. Үҙе өҙөлгән һүҙен дауам итә.
- Ошо ҡәлғәне төҙөр өсөн нисә мең кеше башын һалған. Тарих быны беҙгә еткергән...
Оло таш стеналар араһында беҙ үтә лә бәләкәй күренәбеҙ. Мине тағы ла ҡурҡыу солғап ала. Ниңә барам әле? Бынан сығыу юлын табырмынмы? Беҙ белмәгән ниндәй замок һуң ул әле? Ниңә был әҙәм ғүмерҙә лә күрмәгән мине, танышын тапҡандай, ҡыуана-ҡыуана үҙенә ҡунаҡҡа саҡыра? Ниңә минең кем икәнемде лә һорашмай? Мине ниндәй уйҙар борсоғанын аңлағандай, юлдашым һүҙен дауам итә.
- Был оҙон, бормалы калидурҙар буйлап миңә көнөнә тиҫтәләрсә тапҡыр үтергә тура килә. Минең хәҙер төп һәнәрем ҡаршылау һәм оҙатыу... - Һуңғы һүҙҙәрҙе әйткәндә уның тауышы ҡалтырап ҡуя. Сәбәбен мин белмәйем, һорашырға ла ҡыймайым. - Был калидурҙар буйлап күҙҙе йомоп үтһәм дә бер яңылыш аҙым яһамайым. Өйрәнгәнмен инде. Ә һин сыраңды юғарыраҡ тот, һөрлөгә күрмә.,.
Бормалы-бормалы оҙон юл. Таҡ-тоҡ, таҡ-тоҡ... Мин йәнә һағаям. "Ҡайҙа эйәрен китеп барам? Унда нимә көтә мине? Бындай замокта башҡорттар йәшәүе мөмкин түгел!"
- Ҡараһаҡал! Кем һеҙ, ҡайҙан һеҙ? Беҙ һинең менән ниндәй телдә һөйләшәбеҙ?..
- Һинең һәм минең телдә - туған телебеҙҙә, - тип яуаплай ул. - Йөрәгеңде ҡурҡыу |ялмаһа, беҙ ошонда туҡталабыҙ. Ары бер аҙым да яһамаясаҡбыҙ, һин ирекле, туғаным.
Тыныс, бәрхәт тауышты ишеткәс, миңә йәнә хәл инә.
- Кисер мине, Ҡараһаҡал. Мин бары тик ҡайһы дәүергә килгәнемде белергә теләйем. Бик белергә теләйем.
- Дәүер... дәүер!.. - ти Ҡараһаҡал. "Дәүер, дәүер..." тип яңғырай тауыш.
- Һеҙ нишләп был замокта? Нишләп һеҙҙең турала берәү ҙә белмәй? Киләсәкме әллә һеҙ?.. Был замок кемдеке?
- Беҙҙеке. Мәңгелек ҡәлғәне ата-бабаларыбыҙ төҙөгән, - тип ҡабатлай ул баяғы һүҙҙәрен. - Был ҡәлғәгә килгән һәр халыҡ уны үҙенеке тип ҡабул итер. Ҡәлғә яҙмышы уны төҙөгән халҡына ҡарағанда бәхетлерәк булыр.
- Ләкин минең бер ерҙә лә, бер халыҡ тарихында ла был ҡәлғә тураһында ишеткәнем юҡ!
Ҡараһаҡал башын түбән эйгән килеш оҙаҡ һүҙһеҙ баҫып тора. Бына ул башын ҡалҡыта. Ҙур моңһоу күҙҙәре ҡайҙалыр алыҫҡа төбәлә.
- Дуҫым, ер йөҙөндә бик күп донъялар булып киткәне һәм буласағы һиңә мәғлүмдер...
Сыра үҙенән-үҙе ҡулымдан төшөп китте.
- Бер цивилизация тураһындағы мәғлүмәт икенсеһенә килеп тә етмәй. Бәлки, был кәрәк тә түгелдер. Сөнки һәр цивилизацияла тормош өр-яңынан башлана... Һин беҙҙе эҙләмә... Ә хәҙер - күтәр сыраңды.
Мин ҡысҡырып ебәргәнемде үҙем дә һиҙмәй ҡалдым.
- Мин һиңә ышанмайым, Ҡараһаҡал!
- Һәр халыҡ, дөйөм кешелек, айырым кеше кеүек үк, бала, йәшлек һәм ҡартлыҡ осорон кисерә, ләкин йәшәү өҙлөкһөҙ дауам итә. Һин быға ла ышанмайһыңмы?
- Һәр цивилизация һайын башҡорттоң яңынан тыуыуы мөмкин түгел!
- Һәр халыҡ үҙ тәҡдиренә яҙылғанын күреп бөткәс кенә юғала ер йөҙөнән, һин бер нәмәне хәтереңдә тот - рух үлемһеҙ. Рух йәшәгәндә халыҡты һис ҡасан да юҡҡа сығарып булмай. Юҡ ундай көс! Бер цивилизацияла беҙ күп һанлы булып йәшәйбеҙ икән, икенсеһендә - аҙ һанлы. Был да тарихи шарттарға бәйләнгән.
- Һеҙ беҙҙән бер нәмәгеҙ менән дә айырылмайһығыҙ!
- Айырылмайбыҙ? Бармы һеҙҙә бындай ҡәлғә?
- Юҡ, - мин башымды ҡалҡытып, тирә-йүнде байҡайым. - Мөһәбәт! Юҡ беҙҙеке.
- Булмаһын да!
Мин Ҡараһаҡал тауышында ярһыу тоям, тик ни өсөн икәнен аңламайым. Аңламағас, бәхәсләшмәйем.
Тора-бара тирә-йүн яҡтыра башланы. Ҡулымдағы сыра үҙенән-үҙе һүнде. Беҙ ниндәйҙер майҙанға килеп сыҡҡайныҡ. Мин ҙур ҡыҙыҡһыныу менән бындағы ҡоролмаларға ҡарайым. Халҡым өсөн үтә ят стиль! Осло ҡыйыҡтар, тар оҙон тәҙрәләр, ниндәйҙер киң тимер ишектәр. Архитектурала ла халыҡтың фекерләү, йәшәү үҙенсәлеге, доньяға ҡарашы, фәлсәфәһе сағыла бит. Ниңә әле мин ошоларҙы инҡар итеп, Ҡараһаҡалға оҡшашлығыбыҙҙы иҫбат итергә тырыштым, һис бер дәлилһеҙ!
Аҡ плащҡа уранған Ҡараһаҡал аяҡтарын айырып кирелеп баҫты. Был ҡиәфәте уның баһадир, көслө кеше икәнлеген ап-асыҡ һөйләй ине. Ә ул "мин ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, оҙатыусы ғына" тигән булды...
- Дуҫым, беҙ маҡсатыбыҙға, һин барып етергә тейешле урынға яҡынлашабыҙ. Мин һине ил яҙмышын хәл итеүселәр янына - Оло йортҡа алып инәсәкмен. Үтенесем шул: ғәжәпләнеүеңде белдермә, һинән бары тик йылмайыу, баш ҡағыу ғына талап ителә, сөнки унда иң ҡыҙған мәл...
"Иң ҡыҙған мәлдең" мәғәнәһен һорарға итәм, тик өлгөрмәйем.
- Һин ундағылар өсөн - ҡунаҡ, ә ҡунаҡҡа мөнәсәбәтте үҙең беләһең...
Беләм, әлбиттә. Беҙ ҙә ҡунаҡ яратабыҙ. Ата-бабанан килгән ҡәҙер-хөрмәт итеүҙе яҡшы бе-ләбеҙ. Туҡта! Әллә мин бында ҡәҙер-хөрмәт күрер өсөн килдемме? Ниңә ҡыуанам? Маҡсатым бит...
Ябыҡ оло ишек артынан ишетелгән тауыштарға һиҫкәндем. Ҡараһаҡалдың күҙ ҡарашынан мин ул әйткән ергә килеп еткәнебеҙҙе төшөнәм.
Башта мин бындағы кешеләрҙең ни менән мәшғүл икәнен аңлай алмай торам. Шау-шыу, ҡулдар, баштар... Һәр төрлө аш-һыу еҫе. Бәй, был бит мәжлес! Иң ҡыҙған мәле! Оҙон-оҙон өҫтәлдәр артындағы һанһыҙ әҙәмдәр. Кемдер көлә, кемдер өҫтәлгә башын һалып әүен баҙарына киткән...
- Ҡараһаҡал! Түргә уҙ!
Ләкин Ҡараһаҡал урынынан ҡуҙғалмай. Ауыҙ асып сәләмләргә лә өлгөрмәнем, бер кеше сайҡала-сайҡала яныма килеп баҫты. Ҡулында - әҙәм көсө еткеһеҙ оло мөгөҙ.
- Тот! Эсеп бөт!
Мин артҡараҡ тайпылам. Ҡарашым менән Ҡараһаҡалды эҙләйем. Ҡараһаҡал эйәге менән ымлауы була, теге эргәмдән китеп, мөгөҙҙө үҙ ауыҙына йүнәлтә. Мин шытырлатып күҙҙе йомам: хәҙер шартлай инде! Юҡ, һис ни булманы. Бер нисә минуттан был әҙәм буш мөгөҙҙө юғары күтәрә:
- Ха-ха-ха!.. Йәшәһен Зевыс һәм сусҡа башы!
Мине оло һауытты бушата алыуы түгел, ә ул ҡысҡырған ят һүҙ аптырашта ҡалдыра. "Алла", тип бышылдай Ҡараһаҡал. Ә-ә-ә, Зевс! Былар бит ул һүҙҙе бөтөнләй үҙ теле законына яраҡлаштырғандар, баҫымды һуңғы ижеккә төшөрәләр: Зевыс. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе үҙ тел закондарына буйһондора алғас, телдәре беҙҙекенә ҡарағанда ла көслөрәк булып сыға түгелме? Тик ни өсөн Зевс? Оло өйҙө күмәк тауыш гөрһөлдәтә:
- Йәшәһен Зевыс!.. Йәшәһен!..
Өҫтәлдең төпкө яғында ултырған икәү иғтибарымды йәлеп итә. Баһадир кәүҙәлеһе аҫҡа ҡараған килеш баш ҡаға-ҡаға йәнәшәһендәге йоҡа кәүҙәле, ерән сәсле берәүҙең хәбәрен тыңлай.
- Башлығыбыҙ - Алып батыр, ә эргәһендә - уң ҡулы. Бында пәйҙә булғанына, башҡортҡа әйләнгәненә күп түгел, шулай ҙа тиҙ генә ышаныс яуларға өлгөрҙө, - тип һөйләй Ҡараһаҡал. - Исеме Килмешәк ине. Хәҙер Кико булып китте.
"Сәйер исем..."
- Башлығыбыҙға был яңылыҡ оҡшаһа, исем алмаштырыуҙар башланасаҡ.
Йылғыр әҙәм Кико! Башлыҡтың эргәһендә орсоҡ кеүек өйөрөлә. Ҡулынан килһә, хатта ауыҙына инеп китер ине!
Шул саҡ мин ике пар күҙҙең дә үҙемә төбәлгәнен тоям. Ҡараштарынан тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китә.
- Һин кем булаһың әле? - тип һорай Алып батыр аҫтан һөҙөп ҡараған килеш.
- Ҡунаҡ, ҡунаҡ!.. - тип күмәкләп яуап ҡайтарҙылар уға табындағылар.
- Ҡуна-а-аҡ? - Шаҡтай ҡыҙмаса булған Алып батыр күҙҙәрен йомған килеш йылмайҙы. - Беҙ ҡунаҡтарҙы яратабыҙ. Беҙ уларҙы ихтирам итәбеҙ. Иң бай һый-хөрмәт - уға. Ата-бабаларыбыҙ шулай иткән... Тфү, Зевыс ҡушҡан! О, Зевыс!..
- О, Зевыс! - тип күнегелгән ғәҙәт буйынса ҡабатланы халыҡ.
- Килтерегеҙ ат ҡунаҡҡа! - тип өҫтәлгә һуҡты Алып батыр. - Ер бирегеҙ!
Халыҡ шымып ҡалды. Күптәр башын эйҙе. Алып батыр эштең нимәлә икәнен үҙе лә төшөнгәйне.
- Ах, ер... Эйе... - тине ул бошонҡо ғына, шунан ялп итеп башын ҡалҡытты. - Ҡәлғәнең бер өлөшө буш, бирегеҙ шуны! Уға ла, батшаға ла, сит-яттарға ла!
- Батшаға ла, башҡаларға ла, - тип төҙәтте уны Кико.
- Ҡунаҡ, ал ҡәлғәнән урын! Йәшә һәм үрсе! - тип тантаналы тамамланы һүҙен Алып батыр.
- Йәшә, үрсе! - тип ҡабатланы бүтәндәр.
Шул саҡ бәлйерәп бөткән бер ҡарттың эргәһендә ултырған йәш егет, ҡаршы әйтергә типмелер, һикереп торҙо.
- Ултыр урыныңа, йәш-елкенсәй! - тип екерҙе уға Кико. - Ололар һөйләшкәндә ҡыҫылма! Ҡаршылашһаң, кәңәштәр берлегенә бүтәнсә аяғыңды ла баҫмаясаҡһың!
Шулай итеп, мин был табындың кәңәштәр берлеге икәнен аңланым.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №8, 28 февраль - 6 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА