«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ир балала нисек ир-егетлек сифаттары тәрбиәләргә, нисек уның күңеленә Атайсалға тоғролоҡ, төп йорт хужаһы, ырыуҙы дауам итеүсе тойғоларын һалырға?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ҠАРА АЛТЫН"ДЫҢ ШИШМӘ БАШЫ...
+  - 


Быйыл15 ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин Ишембайға "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" тигән почетлы исем биреүҙе кәрәкле указға ҡул ҡуйып раҫланы. Ишембайҙың хеҙмәт ҡаһарманлығы уның нефте менән бәйле. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ҡына ла Ишембай нефте илдә сығарылған бөтә нефттең дүрттән бер өлөшөн тәшкил иткән бит. Ишембай нефте, Ишембайға Хеҙмәт ҡаһарманлығы исеме бирелеү ваҡиғалары тураһында һөйләгәндә бына ошо тарихты ла телгә алыу ғәҙеллекте аяҡҡа баҫтырыу буласаҡ икәнен онотмайыҡ әле. Беҙҙең ата-бабалар Ишембайҙа вышканан тәүге нефть фонтаны атылғанға тиклем йөҙәр йылдар элек үк белгән был "ҡара алтын" - ер майы тураһында. Уны дауаланыу өсөн дә, арба майлау өсөн дә ҡулланғандар, тип һөйләй торғайны ҡарттар беҙҙең яҡтарҙа. Ә был ер майын нефть тип белгән яңы тарихи осор Ишембай ауылы кешеләренән башланған...

Һигеҙенсе Бөтә Рәсәй рәүиз саралары мәғлүмәттәре буйынса, 1834 йылда Ишембай Аҡбирҙиндың улы Әйүпкә 16 йәш була. Бәлиғ булыу йәшенә еткәс, атаһы уны Зәғибә Йәнбирҙинаға өйләндерә. 1840-1841 йылдарҙа уларҙың Мостафа исемле улдары тыуа. Мостафанан Сәғиҙулла (1862 - 1942 йй.) тыуа. Бәлиғ булғас, ул Мырҙаш ауылы муллаһы Сәйфетдин хажиҙың 13-14 йәштәр тирәһендәге ҡыҙы Бибиғәзизәгә өйләнә, айырым йорт һалып, атай йортонан башҡа сыға. 1900 йылда Бибиғәзизә тәүге балаһы Абдулланы ҡулына ала, шунан һуң ғаиләлә Камила, Фатима һәм Хәжәр исемле ҡыҙҙар тыуа.
Сәғиҙулла күп итеп мал аҫырай, иген, катруф сәсә. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ишембай ауылынан 18 генә саҡрымда урынлашыуы ла бик уңайлы була: ул итен-майын, игенен һәм башҡа төрлө ауыл хужалығы продукттарын Стәрле баҙарында һатып, ғаиләһен аҫырай.
Малы күп булғанға күрә, Сәғиҙулла яҙ етеү менән бөтә ғаиләһе, малдары менән Ҡәрләмә урманындағы йәйләүенә сыға, ә йортона ваҡытлыса йәйге осорға Стәрлетамаҡта йәшәгән отставкалағы полковник М.Г. Срословты ғаиләһе менән индерә. 1909-1910 йылдар тирәһендә Сәғиҙулла Ағиҙелгә ағып төшкән бер шишмәнең өҫтөндә май таптары йөҙөп йөрөүенә иғтибар итә. Һыуҙан кәрәсин еҫе аңҡып тороуы ла уны аптырата. Срословтарға һөт, ҡымыҙ һәм башҡа ауыл хужалығы продукттарын алып барғанында Ағиҙелгә ағып төшкән бер шишмәлә кәрәсингә оҡшаш шыйыҡлыҡ сығып ятыуы тураһында һөйләй. Был хәбәр полковникта ҡыҙыҡһыныу уята. Күрәһең, ул И. И. Губкиндың, Волга буйында эре нефть ятҡылығы булырға тейеш, тигән фаразы менән таныш булғандыр. "Сәғиҙулла, һин миңә ул шишмәнең һыуын һәм балсығын алып кил. Мин уларҙы Санкт-Петербургҡа тикшертергә ебәреп ҡарайым", - ти ул. Икенсе Бакуҙың нефть эпопеяһы бына шулай Ағиҙелдең бәләкәй генә шишмәһенән башланып китә.
1911 йылдың йәйендә Срословтың ғаиләһе тағы ла Ишембай ауылына йәйләргә килә. Санкт-Петербургтан хәбәр алғас та ул нефть эҙләү маҡсатында Ишембай ауылынан Көҫәпҡол ауылына тиклемге ерҙәрҙе ҡуртымға алған була. Сәғиҙулла, уның улы Абдулла һәм ошо ауылдың биш-алты үҫмер егете менән Срослов Ағиҙел буйында шахта ҡаҙа башлай. Ерҙең ике ҡатламында нефть эҙҙәре була. Әммә нефть табылмай.
Ҡалабыҙҙың Ишембай нефте тарихы һәм хеҙмәт батырлығы музейындағы документтарҙа түбәндәге юлдар бар: "... улар ҡаҙған 12,7 метр тәрәнлектәге шахта ике тапҡыр нефть тоҡомло ҡатламды үтә. Ә 1912 йылда тағы ла Фәтҡлислам һәм Вәлиулла Ишембаевтар менән Срослов 16 метр тәрәнлектәге шахта ҡаҙа, һәм унан ике биҙрә шыйыҡ саф нефть алына".
Шулай итеп, Ағиҙелдең бәләкәй генә шишмәһе оло нефткә юл аса. Сәғиҙулла Ишембаев һәм уның "знакумы" полковник Г. М. Срослов Волга буйындағы бай нефть ятҡылығын асыуға юл һала. Ә Ишембай ауылының үҫмер егеттәре 16 метр тәрәнлектән тәүге нефтте ҡаҙып сығарыусылар булып тарихҡа инеп ҡала.
Артабанғы йылдарҙа "ҡара алтын" эҙләү эше туҡтап ҡала, сөнки 1-се донъя һуғышы башлана. Ул бөтөп тә өлгөрмәй, революция, Граждандар һуғышы, 1921 йылғы аслыҡ... Халыҡ хатта кәрәсин сыҡҡан шишмә, йәғни нефть тураһында онотҡандай була.
Ә бына 1929 йылда Ишембай ауылына ғалим А.А. Блохин етәкселегендә геологик эҙләнеүҙәр партияһы килеп төшә. Ул Срословҡа ярҙам иткән Сәғиҙулла Ишембаевты ауылдан эҙләп табып, теге "кәрәсинле" шишмәне лә, Срослов етәкселегендә ҡаҙылған шахталарҙы ла ҡарап сыға. Шулай итеп, Ишембай ауылы янында нефть эҙләү башлана. Йөҙ башы Ишембай Аҡбирҙиндың ейәндәре, бүләләре: Ишембаевтар, Вилдановтар, Әйүповтар, Хәлиловтар, Яҡуповтар, Исхаҡовтар тәүҙә ярҙамсы эштәргә ылыҡтырыла.
Байтаҡ ҡына ағас вышкалар эшләнә. Ишембай ауылы тирәһендә ағас вышкалар "урманы" хасил була (хәҙерге ваҡытта ул ерҙәрҙә ИТЭМ заводы ултыра). Шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә алыу урынлы булыр: быраулау эштәре алып барылған һәр скважинаның үҙенең генә персональ көндәлеге тултырылған. 90 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә беҙ шул көндәлектәрҙән ул көндәрҙәге ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерә алабыҙ.
Әлбиттә, тәүге скважиналарҙы Бакуҙан һәм Грозныйҙан килгән мастерҙар М. Коровников менән Д. Лебедев бригадалары быраулай. Улар үҙҙәренең белемдәрен, оҫталыҡтарын йәштәр менән уртаҡлаша, урындағы кадрҙарҙы әҙерләй. Шуларҙың береһе - башҡорттарҙан иң тәүге быраулау мастеры, һуңыраҡ инженер булып киткән Вәлийән Юлдашбаев (Ишембай ауылына күрше генә урынлашҡан Юрматы ауылынан).
1932 йылда нефттә эшләгән ауыл кешеләрен Пермь өлкәһенең Верхне-Чусовой ҡалаһына быраулау һөнәренә уҡырға ебәрәләр. Был турала Али Карнайҙың 1933 йылда баҫылып сыҡҡан "Ишембай" исемле очерк китабында ярайһы уҡ тулы мәғлүмәттәр бирелә. "Нефть эшенә тәүҙә Ишембай ауылының 17 ир-егете ылыҡтырыла. Улар, Ағиҙел ярын ҡырҡып, йылғаға табан юл һала. Ишембаевтар 115 километр алыҫлыҡта ятҡан Раевка станцияһынан, аттар, дөйәләр менән һөйрәтеп, буровойҙар өсөн пар ҡаҙандары ташый, шулай уҡ пар машиналары өсөн котловандар ҡаҙый, сөнки быраулауҙа пар көсө ҡулланыла", - тип яҙа ул. Уның яҙмаларында: "Беренсе сәнәғәт нефтен биргән 703-сө скважинаның котлованын 1931 йылдың ҡышында, сатлама һыуыҡта ҡаҙҙыҡ", - тип хәтирәләре менән уртаҡлашҡан Ленин ордены кавалеры Миңлебай Хәлилов.
Ул 701, 702, 703-сө скважиналарҙы быраулағанда ярҙамсы эшсе булып ҡатнашһа, артабан Ишембай ауылы янында ғына урынлашҡан 707-се скважинала верховой булып эшләй башлай (Али Карнайҙың "Ишембай" повесынан).
Ишембай ере тиҙ арала ғына үҙ байлығын бирергә теләмәй. Бер-бер артлы бырауланған скважиналарҙан йә һыу, йә газ фонтаны атыла, йә булмаһа, скважина һыулы батҡаҡ "сөскөрә". Шуға күрә геология партияһының ҡайһы бер белгестәре: "Әле бындағы нефть өлгөрмәгән, тик 20-30 йылдан ғына нефть алырға мөмкин булыр", - тип, кире Мәскәүгә ҡайтыу юлын ҡарай башлай. Уларҙың һүҙенә Мәскәүҙәге етәкселәр ҙә ҡолаҡ һала, шуға Ишембайҙағы геология партияһына аҡса бүлеүҙе туҡтатырға ниәтләйҙәр. Ләкин геология партияһы етәксеһе А. А. Блохин Ишембай ерендә нефттең булыуына ышана һәм финанстар бүлеүҙе туҡтатмауҙарын талап итә.
1932 йылдың 12 майында Ағиҙелдең уң яҡ ярындағы Бурансы ауылы янында урынлашҡан 702-се скважинанан бик үк көслө булмаған нефть фонтаны ата, әммә 50 тонна сығарғандан һуң, ул газ фонтанына әүерелә.
1932 йылдың 15 майынан 16-һына ҡарай төндә Ағиҙелдең һул яҡ ярында ятҡан Ишембай ауылы янындағы 703-сө скважина яғынан хатта ҡолаҡтарҙы ярып килгән көслө геүелдәү яңғырай башлай. Шул мәл Ишембай ауылында фатирҙа йәшәгән бурмастер Лебедевҡа төнөн 703-сө скважина янында дежурҙа торған егеттәр килеп инә һәм скважинан кәрәсин еҫе сыҡҡан ҡара шыйыҡлыҡ атыла башлауы тураһында хәбәр итә.
Был хәбәр йәшен тиҙлегендә бөтә ауылға тарала. Йоҡо ҡайғыһы китә, бөтә ауыл халҡы 703-сө вышкаға табан йүгерә һәм нефттең тәүге йылы ағымында ҡойона. 16 майҙа 41 метрлы вышка башында дежурҙа торған верховой Бәхтиәр Ишембаев беренсе булып йылы нефттең тәмен тоя. Аҡырыу тауышы сығарып һауаға атылған фонтан уны саҡ-саҡ вышка башынан осороп төшөрмәй.
Ул фонтан шул тиклем көслө була, хатта белгестәр 10 көн буйы уны ябып, торбаларға тоташтыра алмайҙар. Бөтә тирә-яҡтағы күлдәр, бөтә ер өҫтө шыйыҡ нефть менән ҡаплана. Ҡара күлдән һуң, йырын табып, нефть ағымы Ағиҙел йылғаһына ағып төшөп, саҡ ҡына Өфөгә барып етмәй туҡтай...
Шулай итеп, йөҙ башы (сотник) Ишембай Аҡбирҙиндың ейәндәре, бүләләре еребеҙҙең быға тиклем арба тәгәрмәстәрен майлау, быуындар ауырыуын дауалауҙа ҡулланылған "ер майын" тотош ил мәнфәғәтендә ҡулланыуға юл яра. Нәҡ улар - Ишембаевтар, шатлыҡтары эстәренә һыймай, йып-йылы ғына булған "ҡара алтын" фонтаны аҫтында ҡойона. Бына улар - ысын нефть батырҙары: 1912 йылда полковник Срослов менән бергә ер аҫтынан ике биҙрә таҙа нефть сығарған Фәтклислам һәм Вәлиулла Ишембаевтар. Тәүге нефть фонтанын атҡан 703-сө скважинаның тормознойҙары Бәхтиәр һәм Кәлимулла Ишембаевтар. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Әхмәт Ишембаев. Шулай уҡ 707-се скважинаның верховойы Миңлебай Хәлилов, артабан ул быраулаусы булып, Туймазы нефть ятҡылығын үҙләштерергә ярҙам итә һәм Ленин ордены менән бүләкләнә. Шулай уҡ Миңләхмәт Яҡупов һәм Ғабдулхаҡ Ишембаев, ударник Ғүмәр Вилданов ("Башҡорт вышкаһы" гәзитендә уның тураһында мәҡәлә баҫыла). Армиянан ҡайтыу менән Быраулау контораһының төрлө промыслаларында эшләп, министрлыҡтың һәм идаралыҡтың бихисап юғары наградаларына лайыҡ булған Йәһүҙә Ишембаев, Насырйән, Фазылйән һәм Вәлийән Ишембаевтар. Вәлиулла Ишембаевтың улы Насибулла Ишембаев, оҙаҡ йылдар төрлө нефть промыслаларында эшләп, артабан Ишембай һөнәрселек училищеһында буласаҡ нефтселәргә белем бирә. Ул СССР-ҙың Хеҙмәт резервтары отличнигы, 1965 йылда Ленин ордены менән бүләкләнә.
Нефть сәнәғәте батырҙары исемлеген артабан да бик оҙаҡ дауам итергә була. Һәм улар быға лайыҡ. Бурансы ауылы янында бырауланған 702-се скважина "Әбей вышка" тип танылды. Тарихи вышка эргәһендәге таш стелаға Ишембайҙа беренсе булып нефть асҡан кешеләрҙең исемлеге яҙылған. Тик унда геология партияһы етәксеһе А. А. Блохинға Ишембай ерендә "ҡара алтын" сығарыуҙы ойоштороуға ихлас күңелдән ярҙам иткән, ҡаты һыуыҡтарға, күҙ асҡыһыҙ бурандарға ҡарамайынса скважиналар котловандарын ҡаҙыған, аҙаҡ тәүге нефть фонтанында ҡойоноп шатланған Ишембаевтарҙың береһенең дә исем-шәрифе яҙылмаған...
Ваҡыт һыу кеүек аға. Ишембай нефтенең тарихы йөҙ башы Ишембай Аҡбирҙин тоҡомдарының күңел түренә ырып яҙылған, һәм улар был тарихты түкмәй-сәсмәй быуындан-быуынға тапшырып килә. Әммә ҡалабыҙҙа һуңлап булһа ла, ошо төбәкте үҙ итеп һаҡлаған һәм яҡлаған сотник Ишембай Аҡбирҙиндың, шулай уҡ нефть тармағында фиҙаҡәр эшләгән батырҙарыбыҙҙың рухын ихтирам итеп, уларҙың эшен, тырышлығын дөрөҫ баһалаһаҡ ине. Юғиһә, тарих беҙҙе ғәфү итмәҫ.

Хаят ЙОСОПОВА,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
Ишембай ҡалаһы.
(Мәҡәләне яҙғанда Минеғәле Яҡуповтың "Сотник Ишимбай" китабына һәм Али Карнайҙың "Ишембай" очерктар китабына һылтанмалар яһалды).

"Киске Өфө" гәзите, №8, 28 февраль - 6 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.02.25 | Ҡаралған: 107

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru