
Бөтә Ислам донъяһы һағынып көтөп алған Рамаҙан айы ла килеп етте. Уны "Йылына бер тапҡыр ғына килеп китер ҡунаҡ" тип тә атайҙар. Йыл һайын ураҙаға бәйле төрлө һорауҙар менән беҙҙең редакцияға ла мөрәжәғәт итәләр. Беҙ, ғәҙәттә, күпселек һорауҙарҙы дөйөмләштереп, уларға яуап бирергә тырышабыҙ. Ураҙаның кеше организмына файҙаһы һәм уны кемдәр тота ала - ошо турала табип фекерен еткерәбеҙ.
• Башта ошо биш файҙалы кәңәште иғтибарға алығыҙ: ихлас тәүбәлә булығыҙ; Рамаҙан айында ураҙа тоторлоҡ көс һорап, йышыраҡ доға ҡылығыҙ; тотош бер айға эштәрегеҙҙе теүәл планлаштырығыҙ, сөнки был ай бүтән айҙарҙан айырыла; ураҙала йоҡо һәм ашауҙың сифаты бик мөһим икәнен иҫтә тотоғоҙ; был гонаһтар кисерелә торған бөйөк ай, шуға ла ҡыуаныста булығыҙ һәм күберәк изге эштәр эшләргә тырышығыҙ, сауаптары насип булһын!
• Ихтимал, кемдер сире менән бәйле ураҙаны ҡалдырып торорға мәжбүрҙер, был осраҡта нимә эшләргә тигән һорау ҙа ҡуялар. Ислам күҙлегенән ҡарағанда, балиғлыҡ йәшенә етмәгән балаларға, ҡарттарға, ауырлы һәм бала имеҙеүсе ҡатындарға ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Медицина күҙлегенән иһә, сирҙең ҡатмарлы формалары - шәкәр сире, ашҡаҙан сей шеше (язва), хроник йөрәк сире, ишемия, ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән яфаланған кешеләр ураҙа тоторға тейеш түгел. Ураҙа тоторға мөмкинлеге булмаған, сәләмәтлеге насар кеше һәр көн өсөн бер фәҡирҙе ашата, йәғни фиҙиә саҙаҡаһы бирә ала.
• Кеше көнөнә кәм тигәндә ике литр һыу эсергә тейеш. Ураҙалағы кеше ауыҙ асҡас, шул тиклем үк һыу эсһен. Сәхәрҙә лә кеүберәк һыу эсергә кәрәк. Организм һыуға туйһа, хәл бөтмәй. Ҡыҙыу көндәрҙә һыуҙы күберәк тә эсергә кәрәк. Минераль һыуҙар айырыуса файҙалы. Сөнки эҫелә тир аша тоҙҙо күп юғалтабыҙ. Һыу-тоҙ алмашыныуҙы баланста тотоу өсөн ураҙа ваҡытында минералдар һәм витаминдар комплексы эсергә була. Организмдың һыуһауы айырыуса йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлегендә сағыла: ҡан ҡуйыра, тромбтар хасил булыуы бар. Эсемлектәргә килгәндә, ураҙаға тиклем нимә эскән булһағыҙ, шуны уҡ ҡулланығыҙ. Быға тиклем ҡара сәй эсеп, ураҙа ваҡытында йәшел сәйгә күсеү, йәки киреһенсә эшләү кәрәкмәй.
• Беҙҙең баш мейеһе һәм мускулдарға глюкоза кәрәк. Шуға күрә углеводлы ризыҡтар ашағыҙ. Әммә ул тиҙ яна торған шәкәр, кәнфит булмаһын, былар зыянлы ғына. Глюкозаға бай еләк-емеш ашау кәрәк. Хөрмә, йөҙөм кеүек кипкән еләк-емештәр менән ауыҙ асырға була. Иң мөһиме, ауыҙ асыр ваҡыт еткәс, ризыҡҡа кинәт йәбешмәҫкә кәрәк. Был - организмға стресс һәм аш һеңдереү ағзаһына ла ауырлыҡ тыуҙыра. Бер хөрмә йәки бер йотом һыу менән ауыҙ асҡандан һуң намаҙға бүленеү юҡҡа түгел бит. Иртәнгә, сәхәргә тиклем әҙ-әҙләп ашауҙы ғәҙәткә индерегеҙ.
Мин үҙем ураҙа башланғанда отпуск алырға тырышам. Быйыл да отпускыға китәм. Кемдеңдер, бәлки, тап шул көндө ял алыу мөмкинлеге барҙыр.
Ысынлап та, ураҙаның беренсе көнө - организмдың күнегеү осоро, стресс. Әмма ул файҙалы стресс. Күптән түгел АҠШ-тың ҡартайыу проблемаларына ҡағылышлы милли институтының нейробиология лабораторияһы етәксеһе Марк Мэттсондың һүҙҙәрен уҡыным. Ул: "Ҡыҫҡа ваҡытлы ас тороу нерв күҙәнәктәре өсөн файҙаға", - тип яҙған. Күҙәнәктәр был ваҡытта стресс кисерә, ас торған саҡта кетондар формалаша, былар күҙәнәктәрҙә күп күләмдә энергетик митохондриялар эшләп сығара. Улар иһә үҙ сиратында нерв күҙәнәктәре менән күберәк элемтәләр булдыра һәм хәтерҙе яҡшырта. Әлеге доктор Альцгеймер ауырыуына ҡаршы тороу маҡсатынан да ҡыҫҡа ваҡытлы ас тороуҙар файҙаға, ти. Шулай уҡ күптән түгел Массачусетс университеты биологтарының фекерҙәрен дә уҡырға тура килде. Улар 24-48 сәғәтлек ҡыҫҡа ваҡытлы ас тороу эсәктәр өсөн файҙалы, тип яҙа.
Эйе, теләһә ниндәй стресс файҙалы ла була ала. Беҙҙең олатай-өләсәйҙәр беҙ хәҙер ашаған кеүек туҡланмаған. Ә ғүмер оҙайлыҡтары - сөбхан Аллаһ! Улар бит йыш ҡына ризыҡҡа ла туймаған, тимәк, организмдары ла стресс халәтендә булған. Ураҙа ул - ашҡаҙан, ашҡаҙан аҫты биҙе, эсәктәр өсөн дә ял. Бындай ялдар организм өсөн бик кәрәк.
Рөстәм ФӘХЕРТДИНОВ,
табиб.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 28 февраль - 6 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА