
Ошо көндәрҙә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында билдәле яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың әҫәре буйынса "Бер ғүмер етмәй икән..." илһөйәрлек поэмаһы тәүге тамашасыларын йыйҙы һәм... барыһын да хайран итте! Яңы спектакль тураһында беҙ ҙә бер кәлимә яҙып үтергә булдыҡ.
Бынан теүәл 3 йыл элек Украиналағы Махсус хәрби операция башланғас, кем ниндәй тойғо кисереүен һәр беребеҙ үҙе генә беләлер. Илдә нисә кеше булһа, фекерҙәр ҙә шул ҡәҙәре төрлө ине, ахыры. "Бер ғүмер етмәй икән..." спектакле лә нәҡ шул осорҙо һүрәтләүҙән башлана: Ватанды һаҡларға йүнәлгән ир-егеттәр, уларҙы оҙатып ҡалған яҡындары араһында ла төрлө уй-ниәттәрҙә булғандары байтаҡ. Кемдер тормош иптәшенән ялҡып, кемдер тормошонда толҡа тапмай, кемдер осраҡлы рәүештә, кемдер Ватанды һаҡлау - изге бурыс, икәнлеккә инанып, ҡыҙыу нөктәгә юллана. Һәм тамашасы алдында һәр сәхнә күренеше һайын ошо ҡырҡ ата балаһын берләштергән яҙмыш йомғағы һүтелә башлай. Уның менән бергә тамашасы ла үҙенең күңелендәге төйөндәрҙе сискәндәй була: сөнки сәхнәләге образдарҙың барыһында ла үҙеңде, таныш-тоноштарыңды күрәһең, улар менән бергә борсоған һорауҙарға яуап табып маташаһың. Был спектакль Махсус хәрби операцияның маҡсаттары, унда юлланған яугирҙарҙың асылдарынан алып, кешелеклек һәм миһырбанлыҡ кеүек мәңгелек төшөнсәләр тураһында ла уйландыра.
Замандаштарыбыҙ "Ҡаһарман", "Хакер", "Тарихсы", "Сәсән", "Иман", "Носорог", "Комбат" һәм "Малыш" ҡушаматлы яугирҙарҙың яҙмышы аша тамашасының күҙ алдына килеп баҫа. Пьеса авторы, яҙыусы Мөнир Ҡунафин уларҙы "тупланма образдар" тип атай һәм сәхнә геройҙарының аныҡ бер генә прототибы булмауын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Шулай ҙа тамашасы Украина нацистарын үҙе менән бергә шартлатҡан Рәсәй Федерацияһы Геройы Илдар Суфияровты танымай ҡалманы. Ә инде "Ҡаһарман" ҡушаматлы дыуамал егеттә Батырлыҡ ордены кавалеры, дошман БТР-ын ҡулға төшөргән Фәнис Хөсәйеновты күрҙе. Әйткәндәй, премьерала батырыбыҙҙың әсәһе лә булды һәм был образды сәхнәгә сығарған йәш актер Байегет Мөхәрләмовты оҙаҡ ҡына ҡосаҡлап торҙо. Әсә йөрәге нисек һулҡылдап типкәндер инде был минуттарҙа...
"Атыш ныҡ булһа, беҙ бында һуғышып, аҡса эшләп тик ятабыҙ ул", - "Хакер" ҡушаматлы яугир ауыҙынан яңғыраған был һүҙҙәр ҡапыл һиҫкәндереп ебәрә. Ватан азатлығы өсөн ғүмерен ҡыл өҫтөнә ҡуйып йөрөгән ир-егеттәребеҙ араһында, ысынлап та, шундай уйлылар бармы икән ни? Мөнир Ҡунафин билдәләүенсә, ундайҙар бар, әммә бик һирәктәр һәм тәүге яуҙан һуң уҡ донъяға ҡараштары, ҡиммәттәре бөтөнләй үҙгәрә. БР-ҙың атҡаҙанған артисы Вадим Ҡылысовтың "Хакер"ы тап шундай кешеләрҙән булып сыҡты: беҙ спектакль дауамында уның менән бергә күп нәмәгә ҡараштарыбыҙҙы үҙгәрттек.
- Был - һүҙҙәрен ятлаһам, эшләп сығарам ул, тип еңел генә ҡул һелтәп атҡара торған эш түгел. Спектакль буйынса эшләгән саҡта күңелдә ниндәйҙер бер шом да, рух күтәренкелеге лә тойҙоҡ, кисерештәр төрлө булды. Халыҡ аңлармы, әллә боролоп сығып китерме, беҙ уларҙы туплар көскә әүерелә алырбыҙмы икән, тип тә уйландыҡ, - ти спектаклдә "Комбат"ты сәхнәгә сығарған БР-ҙың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов.
- Беҙ был спектакль менән бергә йәшәнек. Уны үҙебеҙ ҙә һаман тулыһынса аңлап етмәйбеҙҙер, бәлки, әммә тырышып эшләнек. Беҙҙең алда шундай бурыс тора ине: иртәгә ошо залда яугирҙарыбыҙ ултырасаҡ һәм беҙ уларҙы алдарға тейеш түгелбеҙ. Улар ошонда килеп үҙҙәрен күрергә тейеш. Спектаклде тыуҙырғанда бына ошо иң ауыры булды беҙҙең өсөн, - тине спектаклдең режиссеры Рөстәм Хәкимов. Ул шулай уҡ: "Тиҙерәк тыныс тормош тураһында ғына спектаклдәр ҡуйғыбыҙ килә", - тип тә өҫтәне.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Кеше өсөн үҙ-үҙен, тимәк, замандаштарын аңлау иң ауыры. Шуға ла ул барыһын да ваҡыт хөкөмөнә ҡалдыра, йәнәһе, ваҡыт үҙе хәл итер һәм дөрөҫ баһа бирер. Әммә арабыҙҙа ваҡыттан да, заманынан да алда барған шәхестәр була - улар беҙгә үҙебеҙҙе һәм замандаштарыбыҙҙы аңларға ярҙам итә. Тап бына шундай шәхестәрҙең дөйөм ижад емеше булып сыҡты ла инде "Бер ғүмер етмәй икән..." спектакле. Был - катарсис тыуҙыра торған әҫәр.
Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 28 февраль - 6 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА