
Борон-борондан башҡорт яугиры тыуған ерен яҡлап дошман менән алышҡанда, оҙайлы походтарға сыҡҡанында сая башҡорт ҡатындарының ирҙәренә ҡалҡан булып, йәрҙәрен ҡурсылап-хәстәрләп, ни күрһәләр ҙә улар менән бергә күреп, иңгә-иң терәп, дошманға ҡаршы көрәшкә сыҡҡандары уйлап сығарылған риүәйәт тә, матур әкиәт тә түгел, ә реаль ысынбарлыҡ, тарих хәтере. Ана шул тарихыбыҙҙан ир йөрәкле бик күп ҡаһарман ҡатын-ҡыҙҙарҙың фиҙаҡәрлеге һәм батырлыҡтары хаҡында мәғлүм беҙгә. Шул реаль тарихтарҙың береһен, мәҫәлән, 1847 йылда Өфө Дини семинария уҡытыусыһы Василий Зефиров 1812-1814 йылғы Ватан һуғышы ветераны Йәнтүрә йәйләүенә махсус килеп, уның хәтирәләрен яҙып ала. Йәнтүрәнең ҡатыны ла ул саҡ иҫән була әле. Был яҙмаларҙан белеүебеҙсә, Наполеонға ҡаршы яу сыҡҡас, ҡатыны Йәнтүрәһе менән бергә һуғышҡа китә һәм Мәскәүҙән Парижға барып ингән башҡорт атлылары сафында була. Батырлыҡтары өсөн Йәнтүрәнең ҡатыны ла, башҡа яугирҙар менән бер ҡатар, хәрби миҙалға лайыҡ була.
Бына шундай ҡаһарман йөрәкле ҡатындар беҙҙең көндәрҙә лә бихисап. Уларҙың байтағы бөгөн Махсус хәрби операция ғәскәре сафында табиптар, шәфҡәт туташтары, элемтәселәр, снайперҙар һәм башҡа хәрби һөнәрҙәр буйынса ирҙәр менән бергә дошманға ҡаршы көрәшә. Ә бына ире менән яуға бара алмаһа ла, өйҙә йорт-хужалыҡты бағып, балаларын тәрбиәләүсе һәм шуға ҡарамайынса, даими рәүештә МХО барған зоналарға гуманитар ярҙам ойоштороусы, хатта ташыусы ҡатындар шул уҡ Йәнтүрә ҡатыны ише түгелме ни!
Әлиә Мәсәлимова атлы ана шундай ҡатындарҙың береһе Учалы районы Ҡоҙаш ауылында йәшәй. Ире - "Мәсәлим" ҡушаматы йөрөтөүсе МХО яугиры ике йыл инде дошманға ҡаршы көрәшә. Уның бер туған ҡустыһы "Шәйех" тә МХО сафында. Ә Әлиә йорт-хужалыҡты тәртиптә тота, ете бала тәрбиәләй, урындағы совет депутаты, район башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы, ирекмән. Тағы ла ул студент - ситтән тороп вузда юрист һөнәренә уҡый һәм ... ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының футбол командаһы капитаны ла!
Был ғәжәп өлгөр, уңған, батыр йөрәкле ҡатын үҙ машинаһында, үҙе рулгә ултырып, яугирҙарға гуманитар ярҙам ташый. МХО зонаһына Әлиә хәҙер алты тапҡыр барып ҡайтҡан. Әлиәнең ата-әсәһе Рәмил Рәүеф улы менән Фәнүзә Вәкил ҡыҙы борсолоп тороп ҡалһалар ҙа, ҡыҙҙарының алыҫ та, хәүефле лә сәфәрҙәренә ҡаршы килмәйҙәр, киреһенсә, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарап, йорт-хужалыҡҡа күҙ-ҡолаҡ булып торалар. Ҡоҙаш ауылынан 20 ир-егет МХО-ла ҡатнаша, уларға кәрәкле бөтөн әйберҙәрҙе йорт-ил менән бергәләп йыйып-төйнәп, Әлиә ана шулай алыҫ сәфәргә юллана. Был юлы 98 меңлек "Булат" дронын тотоп алыусы детектор алып барып тапшыра. Был йәһәттән ил яҙмышына битараф булмаған район халҡы, шулай уҡ "Тәүге тирмә" проекты ҡатнашыусылары ут эсендә алышҡан яугир яҡташтарына һәм Әлиәгә ҙур ярҙам күрһәтә.
"Тәүге тапҡыр Луганскиға улы һәм ире шулай уҡ МХО яугиры булған ҡатын менән бергәләп барҙыҡ. Таныш түгел яҡтар, алыҫ юл тәүҙә ҡурҡыта төштө, шуға юлда хатта йүнләп йоҡламаныҡ та тиерлек. Ил сиген үтеү менән беҙҙең телефондарҙан интернет юғалды. Киске ундан бында комендант сәғәте башлана икән. Юлда осраған ауылда бер кеше беҙгә ҡағыҙға тирә-яҡ биләмәнең планын һыҙып биргәйне, шуның буйынса үҙебеҙгә кәрәкле пунктҡа саҡ барып еттек. Ирҙәребеҙ махсус заданиела булып сыҡты, уларҙы бер тәүлек көтөргә кәрәк булғас, тәүҙә шәхси секторҙа фатир ялларға уйлағайныҡ та, урында йәшәүселәр быны хупламаны: был хәүефле, унан кире сыға алмауығыҙ ҙа ихтимал, тип иҫкәрткәс, Рәсәй техникаһы туҡталҡаһында, үҙебеҙҙекеләр янында туҡталырға булдыҡ.
Сит-ят яҡтарҙа тыуған йортоңдан килеп еткән яҡындарыңды күреү, ата-әсәләренән, ғаиләләренән исемле посылкалар, хат-хәбәр алыу -һалдаттар өсөн әйтеп аңлатҡыһыҙ шатлыҡлы күренеш, уларҙың ҡыуанысын күреү - миңә лә ҙур һөйөнөс. Егеттәр ышаныслы тыл барлығын тоя, был еңеүгә ышанысты ла нығыта һәм тиҙләтә. Шуға ла унда бер тапҡыр булһаң, шат йөҙҙәрен күреүҙән арыу-талсығыуҙар онотола, улар янына тағы-тағы ла барғы килеп тора. Йыл миҙгеленә ҡарап, яугирҙарыбыҙ төрлө әйберҙәргә мохтажлыҡ кисерә. Бына әле, мәҫәлән, уларға резина итектәр һәм йылы эске кейем кәрәк. Ул яҡтарҙа йүнле ҡыш булмай икән, ямғырҙар яуа, тирә-яҡ бысраҡ һәм батҡаҡ. Иремдең полкы Донецкиҙа тора, ул сержант, танк командиры", - тип һөйләй Әлиә Рәмил ҡыҙы.
"Ул яҡтарға барырға ҡурҡытмаймы һуң?" - тигән һорауыма ул: "Юҡ! - тип ҡырт яуап бирҙе. - Әгәр мөмкинлегем булһа, Махсус хәрби операцияла үҙем дә ҡатнашыр инем".
Дөрөҫ, төрлө хәлдәр булып тора юлда. Ғинуарҙа барғанында ирекмәндәрҙең ҡыйратылған машинаһын күреү күңелгә бик ауыр тәьҫир итһә лә, Әлиә был изгелекле сәфәренән баш тартырға йыйынмай: "Минең төп бурысым - яңы быуын, үҙебеҙгә алмаш үҫтереү. Бөгөн беҙҙең башҡарған ғәмәлдәребеҙ киләсәк өсөн эшләй бит, - ти ул. - Изгелек ғәмәлдәрен балаларыбыҙ дауам итергә тейеш. Ғүмерҙәрен аямай илебеҙ азатлығын яҡлаусыларыбыҙға беҙ һәр ваҡыт ышаныслы ҡалҡан була алырға тейешбеҙ".
Әйткәндәй, Мәсәлимовтар тәрбиәһен алып үҫеп килеүсе балалары - Альберт, Эльза, Альфред, Наҙгөл, Эмиль, Нурлан һәм Айрастың киләсәктә ошондай атай һәм әсәй өлгөһөндә илһөйәр һәм ныҡлы рухлы шәхестәр булып өлгөрөүҙәренә шик юҡ. Йәнтүрә һәм уның айырылмаҫ тормош юлдашына тиң батыр һәм изге йөрәкле легендар башҡорт ҡатындары барҙа, беҙҙе бер кем дә еңә алмаясаҡ!
Гөлназ ВӘЛИУЛЛИНА.
"Учалы гәзите"хәбәрсеһе.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 7 - 13 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА