«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ир балала нисек ир-егетлек сифаттары тәрбиәләргә, нисек уның күңеленә Атайсалға тоғролоҡ, төп йорт хужаһы, ырыуҙы дауам итеүсе тойғоларын һалырға?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАШ ҠӘЛҒӘ - 2
+  - 


Тиңдәшем, башын түбән эйеп, кире урынына ултырҙы. Самаһыҙ йәл тойолһа ла уны яҡлап һүҙ әйтергә, ер өсөн килмәгәнемде аңлатырға ҡыйманым. Мин бындағы ҡанундар менән таныш түгел, тимәк...
Алып батыр кемгәлер эйәге менән ымланы. Бәй-бәй, был ни хәл, батмусҡа оло сусҡа башы һалған әҙәм миңә табан килә түгелме?
Бер нисә минуттан мин күҙҙәремде сылт-сылт йомған килеш батмус тотоп тора инем инде. Батмусты өҫтәлгә ҡуям. Өҫтәлдәге ризыҡ-ниғмәттәр күҙгә салына. Бешерелгән, ҡурылған, арҡыры ла буй һалынған сусҡалар!
- Ҡап, өҙөп ҡап! - ти кемдер.
Ит киҫәге өҙәм, ләкин ҡулым ауыҙыма яҡын килергә теләмәй. Мин, ғәйепле йылмайып, артҡараҡ сигенәм.
- Беҙҙә сусҡа башы иң хөрмәтле ҡунаҡҡа ғына!..
Аңлайым, тик нишләп үҙ-үҙемде мәжбүр итә алмайым?
- Эй, һин, иманыңды беләһеңме? - тип һорай Кико ҡалҡына биреберәк, Алып батыр менән баш ҡағып ни тураһындалыр кәңәшләшеп алғас.
Бына ҡыҙыҡ, үҙ ғүмеремдә миңә берәү ҙә бындай һорау биргәне юҡ ине! Бер нисә секундҡа ғына уйланам. Ниңә, яуап бирергә була! Һәр хәлдә, был сусҡа башы кимереү түгел. Хәҙер әйтәм, шаҡ ҡатырам! Әйтер һүҙҙәрҙе барлайым. Дөрөҫ, мин һуғышсан атеист түгел, шулай булгас... Ә дин, иман тигән нәмәләрҙе ишеткән бар. Әйҙә, күңелдәре булһын!
- Лә илаһи илалла Мөхәмәт рәсүлүлла!
Ҙур таш өй эсе тып-тын булды. Был тынлыҡта арғы оста ултырған башлыҡтың да ҡалайтып тын алғаны ап-асыҡ ишетелә. Һындар хәрәкәтһеҙ. Минең мәғлүмәтле булыуыма һоҡланалар! Ләкин тишерҙәй итеп ҡараған тиҫтәләгән күҙ ҡарашын тойғас, үҙем дә һиҙмәй, ҡоршаям. Ниндәйҙер хата яһалды...
Дуҫым, мине ҡурсаларға теләгәндәй, алдыма килеп баҫты.
- Йәшәһен Зевыс һәм сусҡа башы!
- Йәшәһен Зевыс һәм сусҡа башы!.. - тип бер тауыштан ҡабатланы табындағылар.
- Йәшәһен!.. Йәшәһен!.. - Тауыш алыҫтарға яңғырап ишетелде.
Бына нәмә була икән ул иман тигәнең!
Бүтәндәр һөрәнләгән саҡта ялп итеп эргәмә Кико килеп баҫты һәм ҡалғандарға һиҙҙермәй генә ыҫылданы.
- Ахмаҡ! Асығауыҙ!.. Хәйләләшә лә белмәгәс, нишләп килдең бында? Ситтән икәнеңде һиҙәм... Мин үҙем дә бында... - Ул әйтеп бөтөрмәйенсә күҙ ҡыҫты. - Кәңәшем шул, ят бауыр, ҡәлғәнең хужаһы булғың килһә, әлегә улар һөйләгәнде һөйлә, улар маҡтағанды маҡта. Шунда уңыш та килер! Ярҙам итермен... Ҡәлғә барыбер беҙҙеке буласаҡ!..
Ул ҡайҡая баҫып үҙ урынына, башлыҡ янына китте.
Минең эргәлә һөйәк мөнйөп ултырған бәлйерәп бөткән ҡарт ҡалтыранды.
- Тағы әйт! - тине ул, һаҡалын дерелдәтә-дерелдәтә миңә төбәлде.
- Тағы әйт... - тип бышылданы ул. Ярым һуҡыр күҙҙәренән йәш тамсыһы тәгәрләне. - Мин бәләкәй саҡта... - Ул тотлоҡто. - Һуңынан бөтәһен дә үҙгәрттек. Бөтәһенән дә ваз кистек. Тағы әйт... Мин, мин яҡты үткәнемә ҡайтырға теләйем. Тағы нимәләр беләһең, әйт! Беҙ бөтәһен дә онотҡанбыҙ... Иҫкә төшөр!
- Алйыған ҡарт! - тип ҡысҡырҙы уға Кико. - Иманыңа ҡайт, юҡһа!
- Ул алйыған! - тип ҡабатланы бер нисә кеше.
Ҡарт бөкрәйҙе.
- Мин оноттом. Ысынлап, үткәндәр нимәгә кәрәк, ти? Кәрәкмәй. Үткәндәр - зарарлы.
Шул уҡ минутта ҡарт бар донъяһын онотоп, башын ҡырын һалып, баяғы һөйәген таларға кереште, һәр кем үҙ дәрәжәһенә ҡарап, сусҡа башын, түшен, тояғын кимерә. Мин тағы ла һораулы ҡарашымды Ҡараһаҡалға төбәйем.
- Дуҫым, батырҙарыбыҙ яңыраҡ ҡына ил сигенән дошмандарҙы ҡыуып ҡайтты. Был шул байрамдың дауамы.
- Ил? Ҡәлғәгә дошман килдеме?
- Юҡ. Ҡунаҡтарыбыҙ йәшәгән үҙ илебеҙҙән... Ҡунаҡтар "Илегеҙҙе ҡотҡарығыҙ!" тип мөрәжәғәт итеү менән ҡулға ҡорал алабыҙ, сөнки еребеҙҙән беҙ мәңгегә китмәгән! - Ҡараһаҡал бер аҙға шымды, унан, тотлоғоңҡорап, өҫтәне. - Беҙ был ҡәлғәлә ваҡытлыса...
Ил! Ил яттар ҡулында? Ниндәй "ҡунаҡтар" улар? Шул саҡ Алып батыр һүҙҙәре ҡолаҡта сыңлап китә: "Ер бирегеҙ ҡунаҡҡа!.. Ҡәлғәнән урын бирегеҙ!.."
- Беҙ бында ваҡытлыса... - тип ҡабатлай Ҡараһаҡал, ләкин әкренәйгән тауышынан аңлайым, үҙе һөйләгәнгә ул үҙе ышанмай.
Ә төптә Кико шарап һалынған мөгөҙҙө көсләп тигәндәй Алып батыр ауыҙына терәй. Уҫал янған күҙҙәре миңә төбәлә, ҡарашынан уҡыйым: "Ят бауыр, уларҙы ҡалай еңергә икәнен күрәһеңме? Ҡәлғә беҙҙеке буласаҡ!.."
Ә батырҙар, яуҙа еңеп ҡайтҡан батырҙар... Берәүҙәре сусҡа моронон шашып үбә, икенселәре, тамам иҫереп, өҫтәл аҫтына һуҙылып төшә. Баяғы бәлйерәгән ҡарт: "Миңә лә әсерегеҙ!.." - тип иҙән буйлап имгәкләй. Был ниндәй кәңәштәр берлеге булһын? Аҡылдан яҙғандар йорто ла баһа! Ҡараһаҡал, ҡыйыу, айыҡ Ҡараһаҡал, ошоларҙың бөтәһен дә күрә тороп, ниңә өндәшмәй? Ниңә түҙә? Кемдер иҫкәртергә, кемдер уятырға тейештер бит уларҙы был үлем алды туйынан! Әйт, Ҡараһаҡал! Ҡараһаҡал өндәшмәй...
- Туҡтағыҙ! Эй һеҙ, сусҡаға табыныусылар! - Мин үҙ-үҙемде белештермәй ҡысҡырып ебәрҙем. - Илегеҙҙән, ерегеҙҙән, иманығыҙҙан яҙып, был таш ҡәбер эсендә әле нимәгә ҡыуанаһығыҙ? Үләһегеҙ икән, ата-бабаларығыҙ ҡаны һеңгән ерегеҙҙә үлегеҙ, бында түгел! Намыҫ менән үлегеҙ! Китегеҙ бынан! Ҡояшҡа сығығыҙ!.. Йәшәр өсөн сығығыҙ!
Геүләп торған өй эсе тып-тын ҡалды. Әле яңыраҡ ҡына миңә ҡарап әшнәһен тапҡандай ҡыуанған Киноның күҙҙәрендә зәһәр ут балҡый ине.
- Йәрәс! - тип аҡырҙы ул, уртын сәйнәй-сәйнәй.
- Алығыҙ уны! Утҡа! Тура утҡа!..
- Йәрәс! - тигән тауыштар тағы ла ишетелде. - Утҡа!
Мин был ят һүҙҙе шундуҡ аңланым. "Ересь, еретик..." Ләкин миңә төбәп әйтелгән был һүҙ урта быуаттар тарихынан түгел ине! Бүтән бер ни ҙә уйлап өлгөрмәнем, Ҡараһаҡал уҡтай алға атылды. Уның көслө тауышы залды яңғыратты.
- Был ҡунаҡ Ҡараһаҡалдыҡы!
Берәү ҙә беҙҙең яҡҡа килергә ҡыйманы.
- Ҡунаҡ? - тип йәнә аптыраны Алып батыр. - Ҡунаҡтарҙың беҙгә яңғыҙ килгәне юҡ. Өйөр-өйөр, көтөү-көтөү килә ине улар. Ә был егеткәй бер үҙеме? Нисек улай?
Берәү ҙә өндәшмәне.
Алып батыр урынынан ҡалҡынды:
- Туҡтатығыҙ шау-шыуҙы! Беҙҙең ҡунаҡ әле нимә тине? Ҡабатлағыҙ миңә. Мин ул әйткән һүҙҙәрҙе аңларға теләйем! Күмәкләп ҡабатлағыҙ!
"Һиңә китергә ваҡыт!" тигән тауыш ишетелә. Эйе, ваҡыт. Миңә һуңларға ярамай. Минуттар һанаулы.
Сығырға йүнәләбеҙ. Ғәжәп, берәү ҙә беҙгә иғтибар итмәй. Берәү ҙә күрмәй һәм туҡтатмай. Әйтерһең, был табында беҙ бөтөнләй булмағанбыҙ.
Таҡ-тоҡ, таҡ-тоҡ... Нишләп өндәшмәй Ҡараһаҡал? Таҡ-тоҡ? Таҡ-тоҡ.... Нишләп башын түбән эйҙе Ҡараһаҡал?
- Хушлашыу сәғәте яҡынлаша. Мин күңелеңде борсоған һорауҙарға яуап бирергә әҙер. Күп нәмәне былай ҙа аңланың, шикелле. Шулай ҙа кәрәк!.. Кәрәк һөйләргә. Тыңла һәм хәтереңдә ҡалдыр. - Ҡараһаҡал миңә уйсан ҡараш ташлай. - Борон заманда бер күрәҙәсе шулай тигән: ҡайҙан, кем тарафынан булыр, асыҡ түгел, халыҡҡа һәләкәт киләсәк. Ни ҡәҙәр ҡөҙрәтле булһам да мин унан ҡотолоу сараһы бармы-юҡмы икәнен әйтә алмайым... Күрәҙәсенең юрағаны һәр саҡ юш килгәнгә, ата-бабалар тәрән хафаға ҡалған, һәләкәттең ҡайҙан килерен белмәһә лә, улар таш ҡәлғә төҙөү эшенә керешә. Күп ҡорбандар биреп һалынған ҡәлғә - мәңгелектең үҙенә һәйкәл ул. Ерҙе дошман баҫҡан хәлдә лә был ҡәлғәгә үтеп инә алмаҫ, ҡәлғә беҙҙе ҡотҡарыр, тип уйлаған халыҡ. Ә ҡаза көтөлмәгән яҡтан килде. Халыҡ яуға, утҡа ҡаршы торорга әҙер ине. Һәләкәт утһыҙ, яуһыҙ килде. Халыҡты йотоуҙың яңы ысулына кешеләр әҙер булмай сыҡты. Уға ҡаршы нисек көрәшергә белмәгән халҡым был афәттән ҡотолоу юлын эҙләр өсөн ҡәлғә эсенә инеп бикләнде. Ләкин һин күрҙең инде, унда ла ҡунаҡтарға урын бүлеү башланды...
Йөрәгем жыу итеп китте. Күңелемде хәүеф баҫты.
- Ниндәй яңы ысул тураһында һөйләйһең әле, Ҡараһаҡал? Нишләп ул ысул тураһында минең ишеткәнем юҡ?
- Бер халыҡ яҙмышы, уның фажиғәһе тураһында ишетеү, бәлки, бүтәндәрҙе хаталаныуҙан һаҡлар... Халҡым иге лә, сиге лә булмаған ерҙең хужаһы булған. Ул оло биләмәлә һауалағы бөркөттәй, йылғалағы суртандай ирекле йәшәгән. Шул уҡ ваҡытта ошо байлығына ҡыҙығыусыларҙан һаҡланыр өсөн һәр саҡ хәрби әҙерлектә торған һәм бирешмәгән. Ир баланы өс йәшенән атҡа мендереп, ҡулына ҡорал тотторған. Ул азат һәм ҡаһарман булған. Ул үҙе бер халыҡҡа янамаған, үҙенә янаусыларға иһә ҡаты яуап ҡайтарыр булған. Элек-электән беҙгә, ярҙам һорап, үлемгә дусар ителгәндәр килгән. Хәтеремдә, бер саҡ шулай дошмандар тарафынан иле-ере баҫып алынғандар ҡасып килде. Улар бик күп килде: "Беҙҙе ҡыралар, һуялар, ҡотҡарығыҙ, туғандар!" Беҙ ҡотҡарҙыҡ. "Еребеҙгә аяҡ баҫҡанһығыҙ икән, һеҙ беҙҙең ҡунаҡ. Беҙ хәҙер һеҙҙең өсөн дә яуаплы, дошманығыҙ һеҙгә бында янай алмаҫ. Йәшәгеҙ, әйҙә!" Ер бирҙек, мал бүлдек. Улар шатлыҡтан иланы. "Ошо изгелегегеҙҙе быуындан-быуынға аманат итеп һөйләп ҡалдырырбыҙ, туғандар!" Аҙмы-күпмелер ваҡыт үткәс, ҡунаҡтарыбыҙҙың ер-һыуын баҫып алған дошмандар беҙҙең ил сигенә килеп етте.
- Бирегеҙ ҡолдарыбыҙҙы! Беҙ уларҙы яулап алдыҡ!
- Һеҙ был мәхлүктәрҙе бөтә нәмәнән мәхрүм иттегеҙ. Тағы нимә талап итәһегеҙ уларҙан?
- Ҡасандыр беҙгә ҡылған яуызлыҡтарын уларҙың үҙҙәренә ҡайтарырға теләйбеҙ! Индермәгеҙ илегеҙгә, кире ҡыуығыҙ!
- Еребеҙгә тыныслыҡ менән аяҡ баҫҡандар - беҙҙең ҡунаҡ! Китегеҙ, юҡһа, ҡанға - ҡан!
Беҙҙән ҡырҡа яуап ишеткәс, баҫҡынсылар былай тине:
- Һеҙ был ҡәһәрләнгән халыҡты ҡотҡарып, кәрәкмәгән изгелек ҡылаһыгыҙ! Улар, тамырға үтеп ингән ҡорт булып, һеҙҙе ҡоротасаҡ әле! Үҙегеҙгә үҙегеҙ хөкөм сығарҙығыҙ!
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, беҙ ҡысҡырып көлдөк. Сөнки изгелектең бер ҡасан да яуызлыҡ булып ҡайтҡаны юҡ. Аҡылдан яҙғандарҙың ғына ошондай һүҙ һөйләүе мөмкин! Ә ҡурҡыуға төшкән ҡунаҡтарыбыҙға шулай тинек:
- Еребеҙҙә күпме теләйһегеҙ, шул тиклем йәшәгеҙ, һеҙҙе лә үҙ халҡыбыҙ кеүек һаҡларбыҙ!
Уларға беҙҙең ҡунаҡтарса булған мөнәсәбәтебеҙ бик оҡшаны, шуға ла улар үҙҙәрен "ҡунаҡ" тип кенә атауыбыҙҙы һораны.
Ә ситтән килеүселәр ағымы туҡталманы. Ят халыҡ беҙ белмәгән, ишетмәгән ят ауырыуҙар ҙа килтерҙе. Йәнебеҙ һәм тәнебеҙ был ауырыуҙарға ҡаршы торорға өйрәнмәгән ине. Халҡыбыҙ ҡырылды. Аяуһыҙ ҡырылды. Был ауырыуҙарға ҡаршы торорға өйрәнгәндә беҙ ныҡ хәлһеҙләнгәйнек инде. Ә халыҡтың хәлһеҙ икәнен белһәләр, уны тибергә теләгән ҡоҙғондар күбәйә. Баҫҡынсылар өйөрө илебеҙгә йыш юлланды. Ләкин беҙ - көрәшергә өйрәнгән халыҡ. Милләтебеҙҙе генә түгел, ҡунаҡтарыбыҙҙы ла яҡлап, бихисап мәртәбәләр изге яуға күтәрелдек. Ҡунаҡтарыбыҙҙы яу сабырға мәжбүр итмәнек. Беҙ ундай халыҡ түтел.

(Дауамы. Башы 8-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №9, 7 - 13 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.03.25 | Ҡаралған: 52

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru