
Һуғыш күп ҡорбандар талап итә. Иң аҫылдар, иң батырҙар арабыҙҙан китте, һәр яуҙан һуң беҙҙең үҫеш оҙаҡ йылдарға туҡталды, тормош гел артҡа тәгәрәне. Ҡалаларыбыҙ, ауылдарыбыҙ бушаны. Бушаған урындарға ҡунаҡтар өҫтәлде. Яңынан аяҡҡа баҫыр өсөн ваҡыт кәрәк ине. Ә ваҡыт беҙҙең файҙаға булмай сыҡты... Ваҡытты бүтәндәр файҙаланды. Беҙ быны бик һуңлап аңланыҡ, сөнки тәү ҡарамаҡҡа илебеҙҙә яңы мөнәсәбәт барлыҡҡа килгәне һиҙелмәй ине. Ҡунаҡтарыбыҙ, элеккесә, беҙҙе йылмайып ҡаршыланы, элеккесә ихтирамын белдереп баш эйҙе.
Ә һуң үҙебеҙсе? Ғәрәсәт ҡупҡанда ғәйәт ҙур берҙәмлек һәм татыулыҡ күрһәткән халҡым тыныс тормошҡа ҡайтыу менән самаһыҙ ғәмһеҙ һәм бошмаҫҡа әйләнә ине. Еңеү байрамдары көндәр түгел, айҙарға һуҙыла, бындай мәлдәрҙә ил хәстәрлеге артҡараҡ күсә. Үҙ-ара тартҡылашыу, элекке үпкәләрҙе иҫкә төшөрөү... Иртәгәһен ҡайғыртыр ил ағалары дан йырлауға иреп, самаһыҙ хушкүңеллегә әүерелә... Ватан, халыҡ яҙмышы тураһында уйланыу бер генә миҙгелгә лә туҡталырға тейеш түгел! Бүтәнсә - һәләкәт.
Һуңғы алыштарҙың береһе бик ҡаты барҙы. Бихисап батырҙарыбыҙ ҡорбан булды. Беҙ йәшәү менән үлем араһында ҡалдыҡ, һәм шул саҡта ҡунаҡтарыбыҙға ярҙам һорап мөрәжәғәт иттек. Беләһеңме, ниндәй яуап алдыҡ?
- Беҙ ҡунаҡ түгел! Беҙ төп халыҡ! Беҙ был ерҙең ысын хужаһы!
Беҙ ҡабатлап һорарға мәжбүр булдыҡ.
- Беҙ ҡунаҡ түгел! Бөткән килеш үҙегеҙҙе хужа итеп һанайһығыҙмы? Беҙ күп, тимәк, беҙ хужа! Һеҙ беҙгә бары буйһонорға тейеш! Етте, күп түҙҙек. Йәшәгегеҙ килһә, беҙ һеҙҙе ил сиге һаҡсылары итеп ҡуябыҙ, бүтәненә өмөт итмәгеҙ!
Беҙҙең нәфрәт ташып сыҡҡас, улар ҡурҡып шулай тине:
- Ниңә ысынбарлыҡ менән иҫәпләшергә теләмәйһегеҙ?
Беҙ, аңыбыҙға килеп, тирә-йүнгә күҙ һалдыҡ. Урман-яландарыбыҙ улар ҡулында, ҡала-ауылдарыбыҙ тулы улар. Унда йәшәгән халҡыбыҙ ҡайҙа?
- Беҙ уларҙы әкренләп йоттоҡ. Был өлкәлә тәжрибәбеҙ ҙур. Һеҙ йәшәргә теләп, үҙегеҙсә көрәштегеҙ, ә беҙ - үҙебеҙсә. Тормош ҡануны шулай: кемдер ота, кемдер отола. Хәҙер беҙ күпселек. Кем күп, шул идара итергә тейеш. Был донъяла хәйлә һәм файҙа ғына бар. Тыуған ер, ватан тигән төшөнсә юҡ ул, бөтәһе лә үҙгәреүсән... Һеҙ ҙә, иҫән ҡалғандар, бөгөндән үҙгәрергә тейеш. Беҙ ҡоралһыҙ, ҡоралһыҙға кем ҡул күтәрер?
Ысынлап та, ирмен тигән ир ҡоралһыҙға ҡул күтәрерме? Һәм уларға беҙ үҙебеҙ үк ошонда йәшәргә фатиха бирмәнекме? Ҡанһыраған, хәлһеҙләнгән халыҡ был осраҡта нимә эшләй ала? Беҙ ҡапҡанға эләккән йәнлек хәлендә инек... Был афәткә ҡаршы көрәшә белмәй инек. Ниҙер эшләр, уйлар өсөн ваҡыт кәрәк, ә ваҡыт беҙгә ҡаршы эшләй! Шул саҡ ҡасандыр ата-бабаларыбыҙ һалған таш ҡәлғәне иҫебеҙгә төшөрҙөк. Бер аҙ ғына көс йыйғансы, был һәләкәткә ҡаршы торорға өйрәнгәнсе тип, таш ҡәлғәгә инеп бикләндек... Ләкин... тора-бара был таш ҡапсыҡ күптәрҙең күңеленә, шул иҫәптән Алып батырҙың күңеленә, хуш килде. Тышҡы донъянан бикләнеү - күп мәсьәләләрҙән, ауырлыҡтарҙан ҡасыу ул, ә аҙағы - ғәмһеҙлек, ялҡаулыҡ һәм һаман түбән тәгәрәү... Күпселек ҡәлғәнән сығырға ашыҡмай.
- Нишләп?.. - Мин үҙем дә һиҙмәйенсә ярһып ҡысҡырҙым. Таштарға ҡаҡлығып, тауышым әллә ҡайҙарға яңғыраны: "Ә-ә... ә..."
- Ҡараһаҡал! Тарих ике тапҡыр ҡабатланмай бит!..
Ҡараһаҡал яуап бирергә ашыҡмай, ә минең, ниңәлер, теҙ быуындарым ҡалтырай, күңелем түҙеп торғоһоҙ рәүештә үҙ ваҡытыма, үҙ илемә саҡыра.
- Ни өсөн ошондай үкенесле хаталар... - Мин әйтеп бөтмәйенсә тотлоғам.
- Ниңә улай тиһең әле? - Ҡараһаҡал тауышында мин хәүеф, борсолоу тоям. - Ниңә?
"Ниңә? Ниңә? Ниңә-ә-ә?.." Таш ҡәлғә яңғырауы был һорауҙы әллә мең мәртәбә ҡабатланы. Мәңгелеккә иҫтәлек итеп һалынған ҡәлғә үҙ-үҙенә бирә ине, ахырыһы, был һорауҙы, һәм яуап таба алмайынса, йәнә геүләп үкһене: "Ниңә-ә-ә..."
- Һәр халыҡтың үҙ тәҡдирелер. Халыҡтарҙың ер йөҙөнә килеп-китеүенең үҙ ваҡытылыр. Шул мәлде ул тотҡарлай ҙа, ашыҡтыра ла алмайҙыр.
- Рух - үлемһеҙ!
- Рухты ҡотҡарырға кәрәк. Һин таш ҡәлғәләге халҡымды күрҙең инде. Таш ҡәлғә беҙҙең йәшәү рәүешен, ғөрөф-ғәҙәтебеҙҙе, донъяға ҡарашыбыҙҙы, иманыбыҙҙы үҙгәртте. Беҙ, үҙебеҙ ҙә һиҙмәйенсә, бөтөнләй икенсе кешегә әүерелдек. Йоҡоға талған хәтеребеҙ ҡайсаҡ уяна ла түҙеп торғоһоҙ рәүештә намыҫыбыҙҙы ғазаплай башлай. Беҙ уны тиҙерәк кире йоҡлатырға ашығабыҙ. Бының өсөн бөтә шарттарҙы булдырғанбыҙ - кәңәштәр берлеге тип аталған шау-шыулы табын, йылға булып аҡҡан араҡы, бер-беребеҙгә дан йырлау, яңы Алла...
Ҡасандыр ирек һөйгән ғорур халҡым азатлыҡты күрә алмаҫ булды. Ил азаматтарының айы-рылмаҫ юлдашы ат булған, ә таш ҡәлғә үҙ талаптарын ҡуйҙы. Был талаптарға иң әрһеҙ, бысраҡ һөйөр хайуан - сусҡа ғына бирешмәне. Ҡасандыр ат башын данлаһалар, беҙ хәҙер сусҡа башын ҡосабыҙ...
- Ә һин? Һинсе, Ҡараһаҡал?
- Беҙҙең цивилизация, үҙ балҡышын тамамлап, инде офоҡҡа табан боролдо. Сәғәте һуғыу менән ул һүнәсәк. Үҙебеҙгә күрһәтелгән юлдың ахырына тайпылышһыҙ яҡынлашабыҙ. Юҡҡа сыҡҡан цивилизация урынына яңыһы ҡалҡыр. Һәм мәңгегә шулай...
- Рух үлемһеҙ, Ҡараһаҡал!
- Мин һиңә үҙ яҙмышымды теләмәйем. Рухты ҡотҡарығыҙ!
Мин уны үҙем менән алып китер инем... Алып китеп, мин уға нимә вәғәҙә итә алам? Вәғәҙә иткән хәлдә лә, кешене тыуған иленән, улай ғына ла түгел - үҙ дәүеренән айырып алып китеү ҡәбәхәтлек һәм тәбиғәткә ҡаршы яһалған енәйәт түгелме?..
Миңә ҡайтыу юлы бикләнһәсе? Был уйҙан тыным ҡыҫыла, һауа етешмәй башлай...
Ҡояш үҙ сағыулығын юғалтты, һиҙҙермәй генә эңер төшә ине. Мин өҫкә ҡараным. Шул уҡ ҡояш... Мәңгелек ҡояш. Бөтәһенә лә шаһит ҡояш. Ҡаршы ал мине үҙ илемдә, үҙ дәүеремдә, үҙ цивилизациямда!
Алыҫта өйөрмә. Ашығырға кәрәк.
- Бир ҡулыңды, дуҫым!
Ниңәлер яуап юҡ. Ҙур, моңһоу күҙҙәрҙә ғазап, һәр замандың үҙ ҡанундары була. Мин ҡул бирешеүҙең нимә икәнен аңлатырға теләйем.
- Дуҫтар бер-береһенә терәк икәнен белдереп, бер-береһенә йөрәк йылыһы тапшырып, ҡул ҡыҫыша. Был кешеләрҙең бер-береһенә һүҙһеҙ генә белдергән ихтирам вә хөрмәте. Бир ҡулыңды, дуҫым!
Мин уның, һыҙланыуын йәшереп, ашыҡмай ғына әйткән яуабынан тертләнем.
- Мин ҡулһыҙ, мәһриман ҡунағым. Юҡ минең ҡулдар.
Шул саҡта ғына уның ни өсөн япма ябынып йөрөгәне аңыма барып етте.
- Мин ил батыры инем. Һәр саҡ ғәскәр башында барыр инем...
Мин ғәфү үтенеп тә, хушлашып та, башымды уның иңбашына терәйем.
- Рух үлемһеҙ! - ти ул. - Ә һин ашыҡ! Өйөрмә яҡынлаша. - Иңенә аҡ плащ һалған Ҡараһаҡал ҡуйыра барған болоттар, көсәйгән ел фонында ҡанаттарын йәйеп күкте айҡаған бөркөттө хәтерләтә ине.
Түбәнгә төшә-төшә йәнә өҫкә күтәрелеп ҡарайым. Таш ҡәлғә тәү күргәндәге мөһәбәтлеген юғалтҡан төҫлө. Хәҙер ул эңер һарҡыуында ҡарайып күренә. Мин уға ҡурҡыу ҙа, йәлләү ҙә ҡатыш күҙ һалам. Оло ҡапҡа төбөндәге яҡты йондоҙҙо хәтерләткән аҡ һынға һуңғы тапҡыр ҡул болғайым, һуңғы тапҡыр...
* * *
Мин бөгөн иланым. Ни өсөн? Ҡайһы берәүҙәр тураһында ул ваҡытынан алда йә һуң тыуған тигәнде ишеткәнем бар. Нимәнән сығып шулай тип әйтәләр икән? Был - кешегә ҡот осҡос хөкөм ҡарары сығарыу түгелме?
Мин бөгөн үҙ цивилизациямда, үҙ дәүеремдә, үҙ ваҡытымда тыуғаныма ҡыуанып һәм үкенеп иланым. Мин уға кәрәк булғаным өсөн дә, кәрәкмәгәнлегем өсөн дә иланым.
Ҡыуаныс һәм көйөнөс йәштәре... йәнәш тама икән.
(Аҙағы. Башы 8-9-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №10, 14 - 20 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА