
Ай Аллаҡайым, был Дәүләт Думаһының да эше күп, әйтәгүр! Әле бына ошо көндәрҙә генә Рәсәйҙәге берәҙәк эттәрҙе һанап сыҡҡандар икән һәм шундай асышҡа юлыҡҡандар: берәҙәк эттәр беҙҙә законһыҙ килеп йәшәп ятыусы мигранттарға ҡарағанда ла күберәк, имеш. Һәр сағыштырыу "сатанлай", тигәндәре шулдыр инде.
Эйәһеҙ эттәр илдә 750 мең булһа, Рәсәй Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, законһыҙ мигранттар - 650 мең. Дөрөҫөн әйткәндә, ике аяҡлы "берәҙәктәр" байтаҡҡа күберәктер ҙә әле, ләкин полиция статистикаһына ышанырға тура килә инде. Әйткәндәй, был ике "лагерь" ҙа ил халҡының йәшәйешенә хәүеф тыуҙырыусы факторҙар. Легаль булмаған юлдар менән Урта Азиянан Рәсәйгә килеп тулған мигранттар милли хәүефһеҙлеккә янаусылар тип танылды ла ул танылыуын, ә бына нисәмә баланың башына етеп, өлкәндәрҙе лә хатта талап, кимереп үлтереүсе ҡойроҡло берәҙәктәр зооһөйөүсе бәғзе бер тиҫкәреләр арҡаһында һаман бер ни булмағандай иректә йөрөп яталар. Улай ғына ла түгел, ҡырағайланған был эйәһеҙ эттәр кешеләргә ташланып, улар ғүмеренә үлемесле хәүеф тыуҙырыуҙы дауам итәләр. Хәҙер инде улар тарафынан ҡайҙа, кем талап үлтерелгән - иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел һәм, ғөмүмән, эт темаһынан тамам ғарыҡ булынды. Ил төбәктәрендә бындай фажиғәләр көн дә тейерлек ҡабатланып тора.
Үҙҙәре таланмаһа ла, был турала, ниһайәт, парламентарийҙарға ла хәүефле сигналдар, халыҡ мөрәжәғәттәре һәм талаптары килеп еткән, ахырыһы, һәм улар үтә кешелекле булып ҡыланған һәм ана шул агрессив хайуандарҙы яҡлап сығыш яһаған "Йәшелдәр" партияһының ғауғалашыуҙарына ҡарамай, берәҙәк эттәрҙе эвтаназиялау хаҡында КПРФ депутаты Нина Останина әҙерләгән закон проектын ошо көндәрҙә ҡарарға йыйына. Тик баяғы "Йәшелдәр" тынғы бирмәй һаман: юғары палатаның Конституция комитеты етәксеһе Андрей Клишас агрессив эттәрҙе юҡ итеү буйынса депутаттар башланғысына тиҫкәре баһалама яҙҙы. "Эттәрҙе ҡартайып үлгәнсә ситлектә тотҡон итеп тотоу, улайһа, кешелекле буламы ни?"- тип ғәжәпләнеүен белдерә проект авторы Нина Останина.
Мәсьәләнең башҡа яғы ла бар. "Берҙәм Рәсәй" депутаты Николай Валуев иҫәпләп сығарыуынса, бер этте ай буйына аҫрау өсөн 10 мең, ә ҙур ҡалаларҙа 20 мең һум аҡса китә. Ярай, эт приютта 10 йыл йәшәһен дә, ти. Тимәк, йыллыҡ сығымдарҙы илдәге эттәр һанына ҡабатлаһаң, берәҙәк эттәрҙе ҡарау өсөн йылына 140 млрд (!) һум аҡса сарыф ителә. Депутаттар тағы бер сағыштырыу менән таң ҡалдырҙы: эттәргә ҡарағанда, пенсионерҙар ҡаҙнаға арзанғараҡ төшә икән дә! "Эт мәсьәләһендә беҙгә бер ниндәй ҙә демократия кәрәкмәй, балалар ҡәҙерлерәк"! - тип ярһыны зооһөйөүсе депутаттарға ҡаршы асыу белдереп "Берҙәм Рәсәй" партияһы депутаты Владимир Новиков. Эйе, дөрөҫ ярһый депутат: кеше ғүмерҙәре хаҡында һүҙ барғанда, уны нисек итеп кеше үлтереүсе ҡырағайланған берәҙәк эт ғүмеренә алыштырмаҡ, уның менән сағыштырмаҡ кәрәк! Әммә ҡайһы бер экологик проблемалар шаршауына ышыҡланып, үҙ һүҙҙәрен һүҙ итергә күнеккән "Йәшелдәр" әле булһа "кешелеклелек" өсөн көрәшә һәм Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володинға берәҙәк эттәрҙе эвтаназиялау тураһындағы закон проектын ҡарауҙан алыуҙы талап итә. Ә ысын ҡиммәттәрҙе - кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу "Йәшелдәр" өсөн кешелеклелек түгелме икән, улайһа?
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 21- 27 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА