«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  | 18  | 19 | 20

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЕР УБЫЛА ТОРА...
+  - 

Яңыраҡ Өфөнөң Интернациональ урамында ер убылып, Лада Калина машинаһының 8 метр тәрәнлеккә төшөп китеүе тураһында һәр кем ишетеп беләлер. Әйткәндәй, ваҡыты-ваҡыты менән төбәктең баш ҡалаһында бындай күренештәр күҙәтелеп тора. Бындай осраҡтар ниндәй йышлыҡта ҡабатланырға мөмкин, күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәргә хәүефләнергә урын бармы, ер убылыуы мөмкинлеген алдан белергә мөмкинме? Ошо һәм был темаға ҡағылышлы башҡа һорауҙарға 20 йылдан ашыу эш тәжрибәһе булған инженер-эҙләнеүсе Павел Челпанов яуап бирә.

- Өфөлә карст соҡорҙары тураһында ишетмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Ҡаланың бөтә биләмәһе лә карст йоғонтоһона дусар. Карст соҡорҙары - улар таштарҙың һыу менән иретелеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән бушлыҡтар. Интернациональ урамындағы соҡор нәҡ ошондай карст күренеш менән бәйле. Ләкин бындай соҡорҙар башҡа сәбәптәр арҡаһында ла килеп сығырға мөмкин, мәҫәлән, техноген сәбәптәр йәки торба үткән урындарҙа. Бушлыҡтарҙың ҡасан һәм ҡайҙа барлыҡҡа килеүен алдан аныҡ ҡына әйтеп булмай. Тик ниндәйҙер бер биләмәлә был процестың ни тиклем әүҙем булыуын күҙалларға мөмкин. Ғәҙәттә, бындай бушлыҡтар төҙөлөш башлар алдынан алып барылған тикшереүҙәр ваҡытында асыҡлана. Тикшереүҙәр карстланған тоҡомдар барлығы, һыу хәрәкәте һәм ул тоҡомдарҙың иреү мөмкинлеген асыҡлауға ҡайтып ҡала. Әгәр ҙә бындай тоҡомдар булып та, уларҙы иретеүсе һыу юҡ икән, тимәк, процесс әүҙем түгел. Ләкин яуым-төшөм йәки коммуналь авариялар һөҙөмтәһендә һыу китеүе хәлде үҙгәртергә мөмкин. Ҙур ҡалаларҙа, ғәҙәттә, бындай авариялар тау тоҡомдарын йыуған һыуҙың яҡынса 50 процентын тәшкил итә.
Тотош Өфөнө алып ҡарағанда, Инорс биҫтәһендә был йәһәттән хәл бер ни тиклем яҡшыраҡ, ә ҡаланың башҡа урындарында хәл төрлөсә. Ҙур хәүеф янаған биләмәләр ҙә бар. Ундай урындар тураһында тулы мәғлүмәт йыйылған һәм ул мотлаҡ рәүештә төҙөлөш эштәре барышында иҫәпкә алына.
Күп ҡатлы йорттар һәм биналар бындай осраҡтарҙан һаҡланған. Төҙөлөш башлар алдынан төрлө эҙләнеүҙәр үткәрелә, һаҡлау саралары ойошторола. Карстарҙан һаҡланыу өсөн бушлыҡтарҙы махсус иретмәләр менән тултырыу (инъекциялау), йорт нигеҙҙәрен төҙөүҙе проектлы хәл итеү йәки был ике ысулды берләштереү ҡаралған. Был ысулдар, әгәр ҙә карст соҡоро барлыҡҡа килә ҡалһа, йортто һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итергә һәм соҡорҙо юҡ итеү мөмкинлеген булдырырға ярҙам итә. Хәҙерге ваҡытта төҙөлөш технологиялары һәм алымдары алға киткән, шуға күрә карст хатта метро төҙөүгә лә ҡамасау итә алмай. Бында башлыса мәсьәлә иҡтисади йәһәттән маҡсатҡа ярашлы булыуға ҡайтып ҡала. Шулай ҙа Көнсығыш сығыу юлы миҫалында карст проблемаһын хәл итеү мөмкин икәнлеген күрергә була.

"Киске Өфө" гәзите, №11, 21- 27 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.03.25 | Ҡаралған: 343

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru