
Эске хеҙмәт полковнигы, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Максим Родионов, баш ҡала журналистары менән осрашып, телефон аша мутлашыуҙарға ҡаршы көрәш тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты. Ул республикала мутлашыусылар тоҙағына эләккән ҡорбандар һанының кәмемәүен, көн һайын миллиондар менән иҫәпләнгән аҡсаның бурҙар кеҫәһенә инеп ятыуын һәм, нимәһе бигерәк аяныслы, күп осраҡта оло быуын кешеләренең алданыуын билдәләп үтте.
Еңел аҡса табыу юлын эҙләүселәр бер урында тормай, әленән-әле уғрылыҡтың яңы ысулдарын уйлап сығара. Эске эштәр министрлығының яуаплы хеҙмәткәре телефон аша мутлашыуҙың киң таралған бер нисә алымы тураһында һөйләне.
Беренсеһе. Заман енәйәтселәре үҙҙәрен Күп функциялы үҙәк белгесе тип таныта йыш ҡына. Зыян күреүселәрҙең береһенә, кемдәрҙер Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша уның исеменә 2-НДФЛ белешмәһе эшләтеп алып, кредит юллаған, тип шылтыраталар. Артабан "икенсе белгес" менән тоташтыралар, уныһы ҡорбанының персональ мәғлүмәттәрен һорап ала, беҙ кешеләрҙе кредит алдыртырға, аҡса урларға маташыусыларҙан аралайбыҙ, урланған аҡсаны кире ҡайтартабыҙ, ти ул. Икенсе көнөнә шул уҡ "белгес"тең әйтеп тороуы буйынса зыян күреүсе банктың мобиль ҡушымтаһына инә һәм алдан хупланған кредитты биреүҙәренә риза икәнен раҫлай. Шулай итеп, 280 мең һум аҡсаны икенсе банк иҫәбенә күсерә, был аҡсалар аҙаҡ сит ҡалалағы банкомат аша ҡулаҡсаға әйләндерелә.
Икенсе миҫал. Ҡатын кешегә таныш түгел номерҙан ҡустыһы булып шылтыраталар. Йәнәһе, уның улы ауыр хәлгә тарыған, уға ашығыс 300 мең һум аҡса кәрәк икән. Зыян күреүсе үҙенең банк картаһынан был сумманы күсерә. Икенсе көнөнә "ҡустыһы" тағы шылтырата, тағы ла бурысҡа 200 мең һум аҡса биреүен үтенә. Ҡатын туғандарынан, күршеләренән был сумманы бурысҡа ала һәм алдаҡсылар әйткән банк иҫәбенә күсерә. Торараҡ ул ҡустыһына элек гел аралашҡан телефон номеры буйынса шылтыратып, хәлен белешә, бурысын ҡасан ҡайтарасағын һорай. Туғаны бер ниндәй ҙә аҡса һорамағанын әйтә...
Өсөнсө осраҡ. "WhatsApp" мессенджеры аша таныш булмаған номерҙан шылтыратып, үҙҙәрен Дәүләт хеҙмәттәре буйынса белгес тип таныталар, персональ мәғлүмәттәрегеҙ юйылған, ә алдаҡсылар, бынан файҙаланып, һеҙҙең исемгә кредит алыуы бар, тиҙәр. Быға юл ҡуймаҫ өсөн уны Үҙәк банк белгесе менән тоташтырырға тәҡдим итәләр. Зыян күреүсе ризалаша. Үҙәк банк "белгесе"нең өйрәтеп тороуы буйынса ул мобиль ҡушымта аша "Ренессанс Кредит" банкында кредит документтары тултыра, телефонға килгән барлыҡ пин-кодтарҙы әйтә, шулай итеп, яуыздар уның банк иҫәбенән 450 мең һум аҡсаһын урлай.
Икенсе бер ҡатынға коллегаһынан 13 фотоһүрәт һәм беркетелгән файл менән "Асып ҡара әле" тигән хәбәр килә. СМС асылғандан һуң экранда "загрузить" тәҙрәһе барлыҡҡа килә. Зыян күреүсе уға баҫа һәм телефонын һалып ҡуя. Бер нисә сәғәт үткәс, банктың онлайн ҡушымтаһын тикшерә һәм үҙенең иҫәбенән 250 мең һумдан ашыу аҡсаның юғалыуын асыҡлай. Хәбәрҙе асып, ул вирус программаһын үҙенә ҡуйған, был иһә енәйәтселәргә, банк ҡушымтаһына инеп, аҡса урларға мөмкинлек биргән.
Йыш ҡына электр селтәрҙәре компанияһы вәкиле булып шылтыраталар һәм электр иҫәпләгес приборҙы алмаштырыу кәрәклеге тураһында белдерәләр. Хеҙмәттең бушлай булыуын, тейешле документтарҙы үҙҙәре еренә еткереп эшләйәсәктәрен, бының өсөн иҫәпкә ҡуйыу мотлаҡ икәнен әйтәләр. Хәҙер һеҙгә смс килә, ундағы һандарҙы беҙгә хәбәр итеүегеҙ ҙә етә, тиҙәр. Асылда, ул һандар - Дәүләт хеҙмәттәрендәге һеҙҙең битегеҙгә инеү өсөн ебәрелгән пин-код. Артабан енәйәтселәргә һеҙҙең исемдән кредит юллауы бер ни тормай.
Рәсәй почтаһынан, кеҫә телефоны операторҙарына булышлыҡ итеү хеҙмәтенән, тип тә шылтыратыуҙары ихтимал. Хатта коммуналь түләүҙәрҙең ялған квитанцияларын тараталар.
- Ни өсөн шундай ҙур сумманы хатта кредит алып бурҙарға күсерҙең, нисек алданылар һуң? - тип алданған оло йәштәге ирҙән һорайым, - ти Максим Родионов.
- Юғалып ҡалдым шул, улар бит "ФСБ"нан тип шылтыратты, һинең аҡсаны ниндәйҙер бурҙар сит илгә күсерергә йыйына икән, был бит һинең иҫәптәге аҡса, тимәк, һиңә енәйәт эше асыуҙары ихтимал, тип аңлаттылар. Шуға ашығыс рәүештә банктағы аҡсамды улар күрһәткән икенсе иҫәпкә күсерҙем, - тип яуаплай ул.
Мутлашыусылар 1 мартта үҙ көсөнә ингән Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша кредит юллауҙы тыйыуҙы ла алдашыу өсөн ҡуллана башлаған. Шылтыратып, улар үҙҙәрен Дәүләт хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре итеп таныта һәм, порталдағы шәхси кабинетта үҙ-үҙеңә кредит алыуҙы тыйыу дөрөҫ башҡарылмаған, ти. Ғаризаны төҙәтер өсөн енәйәтселәр һылтанма ебәрә - ул фишинглы: кеше уның аша үткәндән һуң, "Дәүләт хеҙмәттәре"н имитациялаған сайтҡа эләгә, битте асыу өсөн үҙенең мәғлүмәттәрен индерә һәм мутлашыусыларға эләгә. Аккаунтҡа ингәндән һуң, енәйәтселәр ситтән тороп банк ҡушымталарында авторизация үтә һәм банк иҫәптәрен ҡулға төшөрә.
Енәйәти был ысулдың икенсе варианты ла бар: ебәрелгән һылтанма буйынса гаджетҡа зарарлы программа ҡуйыла. Уның ярҙамында енәйәтселәр банк иҫәбенә ингәндә ҡулланылған смс һәм кодтарҙы уҡый.
Нишләп һуң кешеләр мутлашыусылар тоҙағына эләгә, үҙе күрмәгән, белмәгән кешегә ышана һәм ҙур суммала аҡсаны билдәһеҙ иҫәптәргә күсерә? Алдашыусыларҙың алымдары өс нигеҙгә ҡоролған. Улар һөйләшеү башлағанда уҡ кешелә ҡурҡыу хисе тыуҙыралар; ҡарарҙы уйлап ҡабул итеү өсөн ваҡыт ҡалдырмайҙар; ҡорбанға башҡалар менән аралашырға, кәңәш һорарға мөмкинлек бирмәйҙәр. Шуға уяу булырға, шикле телефондан шылтыратыуҙарҙы алмаҫҡа, алған хәлдә лә, сәйер тойолған тәҡдимдәр ишетһәгеҙ, һөйләшеүҙе дауам итмәҫкә кәрәк. Шуны беләү мотлаҡ: Эске эштәр министрлығы, Дәүләт хәүефһеҙлеге һәм башҡа дәүләт органдары бер ҡасан да телефон аша мәсьәләне хәл итмәй.
Бер кемгә лә бер ҡасан да телефонға килгән кодтарҙы әйтмәгеҙ - ошо ябай ҡағиҙәне тотоу һеҙҙе ҙур бәләләрҙән ҡотҡарыр.
Байгилде МОТАЛЛАП.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 21- 27 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА