
(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)
Генерал Владимир Афанасьевич Обручев
(1842 - 1851 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған)
Ошондай бер осраҡты күрһәтеп китәйем. Эске Бүкәй урҙаһы ханы Йәнгир (Джангер) Бүкәев, батша ғали йәнәптәре Николай Павловичтан үҙенең ғаилә ағзаларын да ханлыҡ дәрәжәһендә тотоуҙы үтенә һәм уға улдарының да ошондай баһала ҡалдырылыуы хаҡында ышаныслы итеп яуап ҡайтарыла.
1849 йә иһә 1850 йылда Йәнгирҙең улы Сәхиб-Гәрәй паж корпусы курсын тамамлай һәм үҙенә тоғро булған кешеләр аша, батша ғали йәнәптәренең вәғәҙәһенә ярашлы, урҙала ошоға тиклем вафат булған атаһы урынын алыу теләге хаҡында хәбәр итә. Сәхиб-Гәрәйгә кенәз дәрәжәһе һәм лейб-гвардия гусар полкы корнеты званиеһы бирелгәс, ул күпмелер ваҡытҡа үҙенең буласаҡ бурыстары һәм урҙа хәлдәре менән танышыу өсөн Ырымбурға килергә тейеш була. Уны аҡса менән тәьмин итеү мәсьәләһе килеп тыуа. Әйтергә кәрәк, Йәнгир хан йылына ҡырғыҙҙарҙан йыйылған 300 мең һумдан ашыу ассигнацияларҙы, бер кем алдында ла отчет бирмәйенсә, тулыһынса үҙ ҡарамағына ала һәм ошо килем иҫәбенә эске идаралыҡты тота. Уның вафатынан һуң был тәртип үҙгәртелә: йыйылған зәҡәт, ҡаҙна һалымы рәүешендә хөкүмәт ҡарамағына тапшырыла һәм билдәле бер сығымдар өсөн тотонола башлай; шуға күрә Обручев Сәхиб-Гәрәй кенәзгә уның дәрәжәһенә лайыҡлы түләү тәғәйенләү менән бер нисек тә ризалашмай. Лебедевтың икенсерәк фекерләүен иғтибарға алмай, үҙенекен итә һәм кенәзде 1 мең һумдан да артыҡ булмаған, бәлки, унан да аҙыраҡ сумма менән тәьмин итеү хаҡында ҡарар сығара. Эш эске урҙа буйһонған дәүләт милеге министерлығына барып етә, һәм унан беренсе бите "биш йөҙ һум" тигән һүҙҙәр менән тамамланған ҡағыҙ килеп төшә. Обручев Лебедевты саҡыртып ала һәм уның менән килешмәйенсә дөрөҫ эшләүе хаҡында белдерә. Лебедев, конвертты губернаторҙан элегерәк асып уҡығанлыҡтан, ошолай тип яуап ҡайтара: "Һеҙ уҡып бөтөрмәгәнһегеҙ, икенсе битте асһағыҙ, башҡа нәмәне күрерһегеҙ". Обручев ҡараһа, 500 һум аҡсаның бер йылға түгел, бер айға тәғәйенләнгәнен күрә. Ошонан һуң шикле осраҡтарҙа ул Лебедев әйткәндәргә ҡолаҡ һалып эш итә башлай.
Ниндәй ҙә булһа эштәргә тотонғанда һәм уларҙы үҙе белгәнсә йүнәлтеп ебәргәндә Обручев үҙен бәйһеҙ тота, быны Ырымбур казак ғәскәренең дежур штаб-офицеры, подполковник Иван Иванович Кориндың эше яҡшы күрһәтә.
Ырымбур линияһы булдырылыу менән унда почта йөрөтөүҙе тәьмин итеү, хеҙмәти йөкләмә булараҡ, барса башҡорт халҡының бурысы итеп ҡарала. Башҡорттар билдәле бер станцияларға барса сбруйы һәм оҙатып йөрөүселәре менән талап ителгән тиклем арбалы, ҡышын саналы аттар биреп, аттарҙы һәм кешеләрҙе үҙ иҫәбенә тоторға тейеш була. Ысынында башҡорттар почта сабыуҙы урындағы халыҡҡа тапшыра, ошо эшкә ризалашҡандарға аттарын биреп тороп, уларҙы ҡарау хаҡын да түләгәс, өйҙәренә ҡайтып китә.
Ошондай тәртип 1835 йыл уртаһына тиклем ғәмәлдә ҡала. Почтаны һәм юлаусыларҙы ялланып эшләгән ямщиктар ташый; почта станциялары (өйҙәре) булмай; почта ташыу эше, ямщиктарҙың формаһы һәм йөк арба-саналарының үлсәмдәре буйынса билдәле бер ҡағиҙәләр ҡабул ителмәгән була - кем нимәһе бар, нисек етте, шулай ташый.
1835 йылда Перовскийҙың юллауы буйынса почта аттарын натураль рәүештә алып тороу бөтөрөлә, уның урынына башҡорттарға йән башына 80 тин ассигнация (23 тин) түләү индерелә. Почта ведомствоһы Ырымбур линияһында ла дөйөм ҡағиҙәләр индерергә теләй, әммә был осраҡта, башҡорттарҙан йыйылған барса сумма ла туранан-тура тәғәйенләнеше буйынса тотонолмағанлыҡтан, ҡыйынлыҡтарға осрай: күп кенә аҡса башҡорт ғәскәренең эске идаралығына китә.
Идаралыҡ өсөн почта станцияларын иң түбән хаҡҡа биреү отошлораҡ була, һәм ул махсус чиновниктар аша почта тотоусыларға түләнә; почта ведомствоһының шундай ниәте арҡаһында был ҡағиҙәләр урындарҙа үтәлә алмай, әммә ул линия станцияларын тотоусыларға ҡарата талаптарын үҙгәртмәй, почта сабыуын теүәл үтәтеү маҡсатында уларҙы төрлө яҡтан ҡыҫымға ала. Эш шуға барып етә, сауҙалашыу (торги) юлы менән дә, ҡарарҙар буйынса ла почта станцияларын бер кем дә түбән хаҡҡа алырға теләмәй; урындарҙағы кешеләргә станцияларҙың ысын хаҡын билдәләү мөмкин булмай: мәҫәлән, билдәле бер үлсәмле йөк арба-саналары талап ителә, урындарҙа шундайҙары булмағас, уларҙы ситтән килтерергә кәрәк була һәм башҡалар.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №11, 21- 27 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА