«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨ - ӘБДЕЛНАСИР АРАҺЫ ЙҮГЕРЕП КЕНӘ БАРАҺЫ...
+  - 


Тамырҙары Хәйбулла районының Әбделнасир ауылынан булған был быуын вәкилдәре һәр ҡайһыһы төрлө юлдар менән баш ҡалабыҙ Өфөгә килеп яҙмыш бәйләгән, юғары уҡыу йортонда белем эстәгән, хеҙмәт юлын тапҡан, ғаилә ҡорған, балалар үҫтереп, тамыр йәйгән.
Альмира Рәдиф ҡыҙы ҠОЛДӘҮЛӘТОВА-ЮЛДЫБАЕВА - бизнес леди, "IQ -лидер" уңышлы балалар мәктәбе етәксеһе, Айнур Мансур улы ҒҮМӘРОВ - химия фәндәре кандидаты, Республика инженер лицей-интернаты уҡытыусыһы, Башҡорт дәүләт медицина университетының дөйөм химия кафедраһы доценты, Башҡортостан Республикаһы Олимпиада хәрәкәте наставниктары ассоциацияһы наставнигы, Илдар Морат улы ҒӘБИТОВ - инженер механик, Гөлсәсәк Айҙар ҡыҙы ХӘЙРУЛЛИНА-ФӘЙЗУЛЛИНА - Шамонино ауылының "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында музыка етәксеһе, Айгөл Риф ҡыҙы МИҢНУЛЛИНА - ультрамарафонсы, марафонсы. Уларҙы берләштереүсе, үҙҙәре әйткәнсә, баш ҡалабыҙҙың "Әбделнасир" ауылына туплаусы, бер маҡсатлы итеүсе көс, моғайын да, халҡыбыҙ яҙмышы өсөн борсолоуҙыр. Хәйер, быларҙың барыһы ла улар менән ҡорған әңгәмәлә.

Егеттәр, ҡыҙҙар, тыуған ауылығыҙҙан ҡасан сығып киттегеҙ, нисек Өфөгә килеп төпләндегеҙ, баш ҡалабыҙ һеҙҙе нисек ҡаршы алды? Ниндәй ауырлыҡтар аша үтергә тура килде?

Альмира:
Мин Әбделнасирҙа тыуҙым. Алты йәшкә тиклем шунда йәшәнек тә, Целинный ҡасабаһына күстек. Унда балалар баҡсаһы, ҙур мәктәп бар ине. Артабан, 2003 йылда, Сибай институтын тамамлап, ҡулға диплом алғас, Өфөгә килдем. Өфөлә мин билдәле йәмәғәт эшмәкәре һәм эшҡыуар, отставкалағы милиция полковнигы Риф Шәрифрахман улы Иҫәнов етәкләгән "Трал" муниципиаль-унитар предприятиеһының кадрҙар бүлегендә белгес булып эш башланым. Ул минең беренсе директорым, уҡытыусым да булды. Тәүге осорҙа Өфө миңә шул тиклем ҙур, кешеләре бихисап күп булып күренде. Әммә бәхетемә күрә Риф ағай һымаҡ кешеләрҙең осрауы Өфөнө яулауҙа ҙур терәк булды.
Ике йылдан Риф ағайҙы "Урал" башҡорт халыҡ үҙәгенә рәйес итеп һайланылар һәм мин Үҙәктең Ленин урамындағы офисында эш башланым. Ике йыл "Урал" үҙәгендә эшләгәс, "Халыҡтар дуҫлығы" йортона директор урынбаҫары булып эшкә күстем һәм унда ун алты йыл хеҙмәт иттем. Унда эшләгәндә биш директор алмашынды. Бигерәк тә Шәрифулла Алсынбаев, Вилмир Аҙнаев, Азат Ибраһимов кеүек шәхестәр менән ижтимағи эштә ҡайнау мине Өфө стихияһына йылдам алып инде, унда эшләгәндә бихисап кешеләр менән таныштым. Шул йылдарҙа күп проекттар тормошҡа ашырылды һәм беҙҙең командабыҙ төп ойоштороусылар булды. Мине уратып алған һәм илһамландырған кешеләргә рәхмәтлемен.
2009 йылда Рушан менән өйләнештек, беҙҙең ике ҡыҙыбыҙ бар. Шамонино ауылы буйынса матур ғына программа тормошҡа ашырыла башлағас, шунда эләгеп, уйламағанда өйлө лә булдыҡ. Бер генә урамлы бәләкәй генә Әбделнасир ауылынан сыҡҡан кеше өсөн был ҙур уңышҡа өлгәшеү булды.
Ауылда тыуып үҫкән кешегә ҙур ҡалала үҙ кеше булып китер өсөн иң тәүҙә үҙеңде күрһәтә белеү фарыздыр, икенсенән, ҡурҡмаҫҡа өйрәнеүең дә кәрәк. Был йәһәттән атайымдың һәм әсәйемдең кәңәштәре ярҙам итте. Сөнки улар беҙ бәләкәй саҡта: "Бер нәмәнән дә ҡурҡмағыҙ, кешеләргә кешелекле булһағыҙ, улар һеҙҙе ситкә тибәрмәҫ", - тип өйрәтә торғайны. Хәҙер үҙем педагог-психолог булараҡ, атайымдың кәңәштәренең мөһимлеген ныҡ аңлайым. Тап шул кәңәштәр ярҙамында беҙ Өфө кешеләре булып киттек.
Хәҙер үҙебеҙҙең бизнесыбыҙ бар, матур итеп балалар менән эшләйбеҙ. Кеше үҙен, ниндәйҙер ауырлыҡтарҙан ҡурҡып, сикләргә тейеш түгел.
Айнур: Мин 1999 йылдан алып Өфөлә йәшәйем. Целинныйҙа алтынсы класты тамамлағандан һуң Республика башҡорт-төрөк лицей-интернатына уҡырға индем. Целинный мәктәбендә отличник инем, лицей-интернатта ла тик отличниктар уҡый ине. Һигеҙенсе класта уҡығанда химия фәненең үҙемдеке икәнен аңлап ҡалдым. Ҡайһы предметты үҙеңдеке итеп ҡабул итеүең уҡытыусыңа бәйле, әлбиттә. Минең ҡыҙыҡһыныуыма ла химия уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы Әғәҙуллина Лиза Ҡыям ҡыҙы сәбәпсе булды. Уҡытыусым ул саҡта 42-се лицейҙа эшләп, беҙҙең лицейға дәрес бирергә генә килеп йөрөнө. 2004 йылда мин республика олимпиадаһында 3-сө урын яулап, тәүге еңеүгә өлгәштем. Ул саҡта медицина университетына уҡырға инеүе бик ауыр ине һәм лицейҙы тамамлағас, атай-әсәйемдең өгөтләүе буйынса Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына имтиханһыҙ уҡырға индем. Уны тамамлағас, 2009 йылда, тыуған лицейыма химия уҡытыусыһы булып эшкә ҡайттым.
Шул саҡта, лицейҙа уҡытыуҙан тыш, параллель рәүештә Өфө ғилми үҙәгенең Органик химия институтына аспирантураға индем. 2016 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мин үҙемде барыбер ҙә мәктәптә эшләгән химия уҡытыусыһы итеп һанайым. Күп кенә уҡыусыларым медицина буйынса юғары уҡыу йорттарына, классик вуздарҙың химия факультеттарына уҡырға инде. Араларында Мәскәү дәүләт университетында, Мюньхенда, Америкала диссертация яҡлаусылар бар.
Бер саҡ башыма идея килде: беҙгә уҡыусыларыбыҙҙы ситкә ебәрергә түгел, ә Өфөнө фән үҙәге итеп төҙөп, уларҙы үҙебеҙҙә ҡалдырырға кәрәк. Был идеяға юғары уҡыу йорттары ҡушылды, улар үҙҙәренең стипендияларын булдырҙы. 2018 йылда олимпиадала еңгән күп кенә уҡыусыларым Өфө нефть университетына уҡырға инде. Улар араһында Халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһында Алтын миҙал яулаған Учалы егете Тимур Маннанов та булды. Шул саҡ технология факультеты деканы Рәхимов мине лә уҡыусыларым менән бергә уҡытырға саҡырҙы. Базовый һаналған был факультетты ваҡытында Мортаза Рәхимов тамамлаған. Мин ул кафедрала өлкән уҡытыусы булып өс йыл эшләнем. Шул уҡ ваҡытта параллель рәүештә үҙем уҡыған лицейҙа хеҙмәт иттем. Әле булһа шунда эшләйем.
Шул уҡ 2018 йылда олимпиадалар хәрәкәтенең ассоциацияһын төҙөнөк, мин уның учредителе булып сығыш яһаным. Лиза Ҡыям ҡыҙының өлгөһөндә студенттар командаһын барлыҡҡа килтерҙек. Унда хәҙер минең уҡыусыларымдың уҡыусылары ҡатнаша, улар араһында Вадим Харисов та бар. Ул Башҡортостан йыйылма командаһы өсөн яңы таланттар әҙерләй. Үткән йыл медицина университеты ла таланттар әҙерләү буйынса көрәшкә ҡушылып, эшкә саҡырҙы. Хәҙер мин химия буйынса республика йыйылма командаһының баш тренеры булып торам. Был йүнәлештә беҙ Татарстан һәм башҡа төбәктәр менән конкуренциялабыҙ.

Айнур, әгәр ҙә тормош юлыңда Лиза Ҡыям ҡыҙы осрамаған булһа, яҙмышың башҡасараҡ булыуы мөмкин инеме?

- Моғайын да, барыбер уҡытыусы булыр инем, әммә шундай тиҙлектә уңыштарға өлгәшә алмаҫ инем. Асылда, педагогик династиялар ҡан принцибы буйынса тапшырыла, дауам ителә. Ә беҙҙең Лиза Ҡыям ҡыҙы менән рухи принципта ҡоролған династия килеп сыҡты. Уның уҡыусылары күп булды, әммә методик китапхана асҡысын ул шәхсән миңә тапшырып ҡалдырып китте. Ул үткән йыл 83-сө йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Уға үҙен алмаштыра алмауым хаҡында ла әйткәйнем. Шуға күрә уны алыштырыр өсөн бер нисә уҡыусым менән команда барлыҡҡа килтерҙем. Тимәк, уның эше әле лә дауам итә.
Илдар: Целинный урта мәктәбен тамамлағас, атайым: "Һин Өфөгә уҡырға бараһың, ағайың да унда уҡып йөрөй", - тип, мине баш ҡалаға ҡоҙаланы. Ауыл хужалығы институтының механика факультетына уҡырға индем. Ҡулға диплом алғас, ауылға ҡайтып китергә теләк булһа ла, Өфөлә тороп ҡалдым. Өсөнсө курста уҡ баш ҡалала ауыл хужалығы техникаһын хеҙмәтләндереү буйынса эш урыны тапҡайным инде. Ике йыл эшләгәс тә, районға ҡайтып, шул уҡ йүнәлеш буйынса эшләп алдым. Яҙмыш кире Өфөгә алып килде һәм ҡалала тыуып үҫкән ҡыҙға өйләндем. Ҡыҫҡаһы, Өфөгә кейәү булып төштөм. Институтта уҡыған йылдар менән бергә иҫәпләһәм, Өфөлә сирек быуат ғүмер һөрәм. Әллә ҡаланың ситендә торғанғамы, эштәрем ҡала урамына түгел, баҫыуҙарға бәйле булғас, үҙемде ҡала кешеһе тип һанамайым да. Күп эштәрем тыуған яҡтарыма, Хәйбуллаға, Урал аръяғына бәйле. Ул яҡтарға күп йөрөргә тура килә.
Гөлсәсәк: Мин дә Әбделнасирҙа тыуып үҫтем. Бейеү маһирҙары Фәйзуллиндар затынанмын. Олатайым Фәйзуллин Айытбай Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт бейеү ансамблендә солист булып эшләгән, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Хәҙер ул да Шамонино ауылында йәшәй. Туғандарым араһынан Өфөгә иң һуңғы килгәне миндер, баш ҡалаға килеүемә 7 йыл ғына әле. Стәрлетамаҡта мәҙәни-ағартыу техникумын тамамлағандан һуң мине Целинныйға эшкә ебәрҙеләр. 2005-2006 йылдарҙа мәктәптә сәнғәт ойоштороусыһы булып бер йыл эшләгәндән һуң, Целинныйҙың үҙем өсөн бәләкәй икәнлеген тоя башланым, конкурстарҙа ҡатнашҡы, уңыштарға өлгәшке килә. Балаларға бер бейеү өйрәтеп, Аҡъярға барып сығыш яһап ҡайтыу ғына миңә әҙ тойола ине. Күңелем оло сәнғәт көҫәй. Артабан Сибайҙа параллель рәүештә өс урында: профессиональ белем биреү лицейында, медицина лицейында, сәнғәт йортонда йәштәрҙе бейергә өйрәттем. Бейеү коллективтарым республика, Рәсәй кимәлендәге төрлө конкурс-фестивалдәрҙә еңеүсе, лауреат булды.
Артабан кейәүгә сыҡҡас, Әбйәлил районының Әхмәт ауылында йәшәнек. Ике балабыҙ булғас, кире Сибайға күсергә булып, ипотекаға фатир алырға уйланыҡ. Документтар тапшырһаҡ та, нишләптер, банктар хупламаны. Баҡтиһәң, бындай ҡаршылыҡ беҙгә Өфөгә килергә сәбәп булған икән. Сөнки Өфөгә килгәс, банктар ипотекабыҙҙы хупланы. Ирем ауылда йәшәүҙе хуп күргәс, йортто Шамонинонан алдыҡ. Ҡыҫҡаһы, ауылдан ауылға күстек. Ауылдағы балалар баҡсаһына ла бейеү өйрәтеүсе кәрәк булып сыҡты. Шул мәлдән алып "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында эшләп йөрөйөм. Балаларыбыҙ ҙа шул балалар баҡсаһына йөрөп, хәҙер мәктәптә уҡыйҙар.
Айгөл: Минең әсәйем сығышы менән Әбделнасирҙан. Целинныйҙа йәшәнек. 1997 йылда Өфөгә Pеспублика иҡтисад лицейына уҡыpға килдем. Унда ике йыл уҡып сыҡҡас, Өфө нефть теxник унивеpситетының инженер-механиктар әҙерләү факультетына уҡырға индем. Унивеpситеттан һуң нефтехимия тармағына ҡараған фирмала менеджер булып эшләй башланым. Буласаҡ тopмoш иптәшемде университетта oсраттым, хәҙер өс бала үҫтеpәбеҙ.
Бала саҡтан спортҡа ылыҡтым. Мәктәптә уҡығанда йүгереү, санғы буйынса призлы урындар алып, район үҙәге Аҡъярҙа Целинный мәктәбе өсөн сығыш яһаным. Артабан Баймаҡҡа зона ярыштарына ла бара башланым. Унда ла алдынғылаpҙан булдым. Өфөлә лицейҙа уҡығанда ла команда өсөн йүгерҙем, санғыла шыуҙым.
Балаларым тыуғас, 20 йылға йүгереүем туҡталып торҙо. Өсөнсө балама бер йәш тулғанда кире йүгерә башланым. Тәүҙә 5 саҡрымға йүгерһәм, яйлап арттыра барып, 21 саҡрымға еткерҙем. Иң яратҡан дистанциям да - 21 саҡрым. Тәүге тапҡыр Өфө xалыҡ-аpа маpафoнында ҡатнашып, 42 саҡpым йүгереп, өсөнсө урынды яуланым. Был араны 3 сәғәт тә 28 минутта үттем һәм 2-се разрядлы спортсы булып киттем. Шәxси тpенеpым булмаһа ла, үҙаллы әҙеpләнеп, төpлө дистанциялаpҙа пpизлы уpындар алып тopам, Аллаға шөкөp. Үткән йәй Өфөлә үткән ҙуp масштаблы яpышта ҡатнашып, 34 гpадуслы эҫелә 64 саҡpым үттем. 5 йүгеpеүсе араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙан мин генә инем. Финишҡа өсәү генә килеп еттек. Алдағы йылдаpҙа Мәскәү, Санкт-Петеpбуpг, Сoчи ҡалаларында һәм Төpкиәлә маpафoн дистанцияһында ҡатнашырға ниәт баp, Аллаһ бойорһа.

Айгөл, һиңә шундай һорау: йүгергән саҡта башыңда ниндәй уйҙар ҡайнай, ғөмүмән, ул саҡта нимәлер хаҡында уйлап буламы

- Нәҡ шуның өсөн дә яpатам мин йүгеpеүҙе. Үҙ-үҙең менән диалoг башлана. Уйҙаp үҙ уpынын таба. Төpлө һopауҙаpға яуап табырға мөмкинһең.

Ирең, балаларың йүгереүеңә нисек ҡарай?

- Башта улар мине ситтән генә күҙәтһә, тәүҙә балаларым, аҙаҡ ирем дә миңә эйәреп йүгерә башланы. Күнекмәгә бишәүләп сығып китәбеҙ. Яpыштаpҙа ла бишәүләшеп ҡатнаша башланыҡ. Мәҫәлән, 2023 йылда Өфөлә уҙған xалыҡ-аpа маpафoнда ҡатнашып, бишебеҙгә 47 саҡpым үттек.

Барығыҙға ла шундай ҡыҙыҡлы һорау: бына һеҙ бишәүләшеп Өфөнән тыуған ауылығыҙ Әбделнасирға тиклем йүгереп ҡайта алыр инегеҙме?

Айнур:
Быны тормошҡа ашырыу анһат. Бының өсөн иң тәүҙә маршрут төҙөп, юлда туҡланыу, йоҡлау урындарын билдәләп сығырға ғына кәрәк.
Айгөл: Яндекс буйынса ҡарағанда Өфөнән Әбделнасирға 467 километр. Әгәр ҙә 6 көндә үтәм тиһәң, көнөнә 77 саҡрым йүгерергә кәрәк буласаҡ.
Илдар: Донъяла бит эшләй алмаҫтай эштәр булмай, маҡсат ҡуйһаҡ, булдырабыҙ.
Гөлсәсәк: Ҡайҙалыр уҡығайным: атаҡлы бейеүсебеҙ Мөхәмәт Иҙрисовтың сәхнәлә бейегән аҙымдарын ғына иҫәпләгәндә лә, Башҡортостандан Парижға барып етергә мөмкин булыр ине. Йүгереүгә килгәндә, аяҡтар һау булһа, үтмәҫлек аралар булмайҙыр ул.
Альмира: Мөжәүир хәҙрәт Өфөнән Баймаҡҡа йәйәүләп бер аҙнала ҡайтҡан, тиҙәр. Беҙ, күмәкләһәк, биш көндә ҡайтып етербеҙ, тимен.

"Теләһә ниндәй талант үҙ кимәлендәге аралашыу мөхитендә йәшәмәһә, һулый", тигән Флобер. Һеҙ Өфөгә килеп, үҙегеҙҙең тамырығыҙҙан айырылдыҡ, тип иҫәпләмәйһегеҙме?

Илдар:
Киреһенсә булды шикелле. Мин ун бер йыл ауыл мәктәбендә уҡып, туған әҙәбиәтте дәрестә өйрәнеп, аңлауын аңлаһам да, башҡортса һөйләшә лә белмәй инем. Өфөгә килеп, саф башҡортса һөйләшкән егеттәр менән аралашып, улар менән бергә йәшәп, башҡортса һөйләшергә өйрәндем.
Хәҙер бына Сибайға, Хәйбуллаға, Баймаҡҡа командировкаға ҡайтһам, минең һөйләшкә ҡарап күптәр: "Һинең диалектың бер кешенекенә лә оҡшамаған, ҡайһы яҡтың башҡорто булаһың?" - тиҙәр. Мин "Целинный" тигән һүҙ урынына "Сиҙәм" тиһәм, бер Хәйбулла кешеһе: "Беҙҙең хәйбуллалар улай һөйләшмәй", - тип аптырай. Күрәһең, мин Өфөгә килеп, әҙәби башҡорт телендә һөйләшергә өйрәнгәнмендер инде.
Альмира: Мин дә Өфөгә килеп башҡортса һөйләшә башланым. Төҫөмә ҡарап, мине татар милләтенән тип әйтеүселәр ҙә осрай. Саф башҡортса һүҙ ҡушһам, тағы аптырайҙар.
Илдар: Еңгәйҙәр, ҡайынбикәләр, ҡайынеңгәләр, ҡоҙалар, ҡоҙасалар тигән һүҙҙәрҙе лә тәүге тапҡыр ауыҙ тултырып Өфөлә әйтә башланыҡ.
Гөлсәсәк: Мөхит тигән һүҙегеҙ менән тулыһынса килешәм. Халыҡ та бит юҡҡа ғына: "Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың", - тимәгән.

Айнур, һиңә химик булараҡ һорауым бар. Тургеневтың "Атайҙар һәм балалар" романы геройы Базаров "Уртаса химик һәр бер шағирҙан егерме тапҡыр файҙалыраҡ", тигән. Беҙ ауыл мәктәбендә хатта химия дәрестәрен дә башҡортса уҡыныҡ. Бына һин химия дәресен башҡортса үткәрә алыр инеңме?

- Башҡортса үткәрә алмайым, ә бына төрөксә, инглиз телендә үткәрер инем. Сөнки мин үҙем дә ун йыл элек Бөрйән районы һылыуына өйләнгәндән һуң ғына башҡортса һөйләшергә өйрәндем. Совет осорондағы химия дәреслектәренең авторҙары башҡорттар булмаған, шуға күрә лә уларҙы башҡорт теленә тәржемә генә иткәндәрҙер. Әгәр ҙә революцияға тиклем иҫке төрки телендә химия дәреслектәре сыҡҡан булһа, химия дәресен башҡортса үткәреү күпкә еңелерәк булыр ине. Шуға күрә яһалма рәүештә терминология булдырһаҡ, ул камил булмаҫ ине.
Интернетта һис юғы бер класс өсөн химиянан башҡортса контент бармы? Юҡ. Мин был мәсьәләне күтәреп матбуғат баҫмаларына барып ҡараным, миңә 90-сы йылдарҙа был йәһәттән проблема булмауы, хәҙер улай түгеллеге хаҡында зарландылар ғына. Минең ҡарсәйемдең яратҡан һүҙе булған: "Минең менән минеңсә, нимес менән нимессә һөйләш", тигән ул. Үкенескә күрә, минең химиянан башҡортса белемем "баҡыр-көкөрт комбинаты" тигәндән ары уҙмай. Әгәр ҙә ихтыяж булһа, мин бар тырышлығымды һалып, химиянан бер курс башҡортса дәрестәр үткәрер инем. Беҙ бер ваҡытта ла ризыҡты десерттан башлап ҡабул итмәйбеҙ. Иң тәүҙә базовый аҙыҡты ҡабул итәбеҙ ҙә, һуңынан ғына десертҡа тотонабыҙ бит.

Химия дәресен башҡортса үткәреү бер нәмә, ә ниңә бөгөн башҡорт балаһының теле урыҫса асыла һуң?

Айнур:
Был ата-әсәләрҙең позицияһылыр, уларҙың кәмһенеү комплексынан килеп сығалыр. Бала - ул һығылмалы пластик материал. Уны ниндәй мөхиткә урынлаштыраһың, ул шуға әүерелә.
Альмира: Беҙ Шамониноға күскәндә "Росинка" тигән балалар баҡсаһы эшләй башланы. Унда бер башҡорт төркөмө лә булманы. Беҙҙең Сәлимә ҡыҙыбыҙ башҡортса белә ине, балалар баҡсаһында теле урыҫсаға күсте. Ырымбур башҡорто булған ирем Рушан менән исемлек тотоп алып, адрестар буйлап йөрөргә тотондоҡ. Шунда атаһы ла, әсәһе лә башҡорт булған йәш ғаилә башлыҡтары: "Беҙҙең балаларыбыҙ русса һөйләшәсәк, сөнки үҙебеҙ акценттан азат түгелбеҙ", - тинеләр. Һәр бер йортта түгел, әлбиттә, өй аша беҙгә ошо һүҙҙе әйттеләр. Беҙгә, бигерәк тә Ырымбурҙа тыуып үҫеп, башҡорттарҙы эҙләп Башҡортостанға килгән иремә был һүҙҙәрҙе ишетеүе бик ауыр булды. Ул хатта уларҙың шулай тип әйтеүҙәренә ғәрләнде. Беҙ барыбер ҙә юғалып ҡалманыҡ, ике башҡорт төркөмөнә балалар туплай алдыҡ. Һәм был төркөмдәр әле лә яҡшы эшләй. Шуға күрә мин Айнурҙың һүҙҙәре менән килешәм: ата-әсәләрҙең кәмһенеү комплексы арҡаһында балалар манҡорт булып үҫә.
Илдар: Балаға ниндәй китапты уҡытһаң, ул шул китап телендә һөйләшә башлай. Тимәк, беҙгә балаларыбыҙҙың зауығына тура килгән, уға ҡыҙыҡлы булған китаптар, йәнһүрәттәр сығарырға кәрәк.
Гөлсәсәк: Мин балалар баҡсаһында бишенсе йыл эшләйем. Мин килгән йылда балалар башҡортса матур һөйләшәләр ине. Һуңғы ике йылда ата-әсәһе башҡорттар булған ғаиләнән дә балалар русса һөйләшеп киләләр. Өс йәшлек балаларға йыр өйрәткәндә ҡайһы бер һүҙҙәрҙе русса аңлатырға тура килә. Яңыраҡ ауылдан күсеп килеүселәрҙең балалары башҡортса яҡшыраҡ һөйләшә барыбер ҙә.
Айгөл: Мин беp нисә яpышта беҙҙең башҡopт милли биҙәүесе булған селтәp кейеп йүгеpҙем. Xәҙеp ҙурыраҡ араға, 42 саҡpымға йүгеpә башлағас, махсус рәүештә селтәp төшөpөлгән футбoлка эшләтеп алдым. Xатта башҡортса интервью биргәнем дә бар яpыш баpышында, сөнки ул ваҡытта милли биҙәүесле кейемдә ҡатнашыусылар һирәк ине. Яңыраҡ бер проектта вoлoнтеp булып ҡатнаштым. Унда шуны аңланым: хәлдәребеҙ ул тиклем үк хөрт түгел икән. Хәҙер башҡортса интонацияларҙы дөрөҫ ҡуйып, балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтер өсөн йәнһүрәттәр төшөрөүселәр барлыҡҡа килде. Шундай программа ла бар бит: ниндәй генә текст булмаһын, ютобта шул һүҙҙәр башҡортсаға тәржемә ителә. Иҫ китмәле проект!
Альмира: Беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында уҡый. Нурания ҡыҙыбыҙ былтыр "Шаяниум"да ҡатнашты һәм башҡортса һөйләшергә, аралашырға теләге ныҡлап уянды. Апаһы Сәлимә быйыл сығыш яһарға әҙерләнә. Балаларға шундай ҡыҙыҡлы проекттар кәрәк, бындай саралар аша улар туған теленә тағы ла нығыраҡ ылыға.
Гөлсәсәк: Ике туған һеңлемдең ире икенсе милләттән. Һеңлем малайҙарын балалар баҡсаһының башҡорт төркөмөнә бирергә булғас, ире быны теләмәне һәм малайҙары рус класында уҡый башланы. Бер ай уҡығас, малайҙары өйҙәренә ҡайтып һүгенгән. Әсәһе: "Ҡайҙан өйрәндең?" - тип һораһа, теге балалар баҡсаһында бер малайҙан отоуын әйткән. Һүгенеүе икенсе, өсөнсө тапҡыр ҡабатланғас, малайҙарын башҡорт төркөмөнә бирҙеләр һәм ул һүгенеүҙән туҡтаған.

Беҙ барыбыҙ ҙа ауылдарыбыҙҙы ҡалдырып, Өфө кешеһе булып киттек, әммә ауылдарыбыҙ яйлап юҡҡа сыға башламаҫмы? Иң тәүҙә ауылдарҙан йәштәр китә, улар киткәс, балалар һаны кәмеү һөҙөмтәһендә мәктәптәр ябыла. Ауылдарыбыҙҙы нисек итеп һаҡлап ҡалырға мөмкин тип иҫәпләйһегеҙ? Әллә был хәл кире ҡайтарып булмаҫлыҡ күренешкә әүерелдеме?

Илдар:
Беҙ был мәсьәлә буйынса егеттәр менән йыш һөйләшәбеҙ. Туғанлыҡ принцибы буйынса ҡоролған ауылдарыбыҙҙың юҡҡа сыға барыуында иҡтисади сәбәптәрҙән тыш, башҡалары ла бар. Шул уҡ ике, өс туғандарҙың да аралашмауы, араларҙың һыуыныуы, балаларының хатта бер тапҡыр ҙа осрашмауы хафалы күренеш. Әгәр ҙә бер ауылда торһаҡ, ҡайнашып йәшәһәк, бәлки, улай булмаҫ ине.
Минең ауылда ҡалырға ниәтем бар ине, әле лә юҡ түгел. Мәҫәлән, минең ҡала эсендә бер эшем дә юҡ, үҙем ҡалала йәшәһәм дә. Ауылда йәшәп тә әлеге эштәремде башҡарырлыҡ мөмкинлектәрем бар. Бәлки, ҡасандыр, бәлки, яҡын арала ҡайтып та китермен, кем белә.
Дөрөҫөн әйткәндә, мине ауылдан үҙем теләп түгел, көсләп сығарып ебәрҙеләр. Әммә шул саҡта ла ситтә белем алып, һөнәр үҙләштереп, ауылыма кире ҡайтып, ауылдаштарыма, туғандарыма, йәмәғәтселеккә, мәхәлләгә файҙалы кеше булырға тигән ниәтем дә бар ине.
Ауылда фермерҙар мыжый, эшләрлек кеше юҡ, тиҙәр. Мин уларға: "Ауылда эшләрлек кешеләр булһын өсөн нимәләр эшләнегеҙ, ни өсөн ундайҙарҙы үҙегеҙ тәрбиәләмәйһегеҙ?" - тигән һорау бирәм. Ә бит Башҡорт дәүләт аграр университетында ауылда эшләрлек кешеләрҙе йәлеп итергә өйрәтәләр, уҡыталар. Бының өсөн фәндең иң һуңғы ҡаҙаныштарын файҙаланалар. Тимәк, был йүнәлештә ауылда бер нәмә лә эшләнмәй. Ә беҙ иһә, үҙебеҙ бер нәмә лә эшләмәйенсә, "ауылда эшләрлек кеше юҡ" тип кенә әйтәбеҙ ҙә, белгестәрҙе күктән төшөр тип көтөп ултырабыҙ. Элек ҡала балалары икмәкте ағас башында үҫә тип белһә, хәҙер иһә ауыл балаларының күбеһе икмәктең ҡайҙа үҫкәнен әйтә алмай. Шулай уҡ һыйырҙың нисек һауылғанын да ауыл балаларының күбеһе белмәй. Ауыл малайҙарының утын яра белмәүенә лә хәҙер аптырарлыҡ түгел.

Айнур, фәнде үҫтереү юлы менән хәҙерге ауылды һаҡлап ҡалып буламы?

Айнур:
Бында, киреһенсә, фәндең үҫеше урбанизация процесын шәбәйтә генә. Техник прогресс фән артынан эйәреп бара. 1954 йылда Хәйбулла далаһында энтузиаст-коммунистар Целинный ауылына нигеҙ һалған. Совхоз үҙәгендә йәшәүселәрҙең һаны бер мәл ике меңгә яҡын кешегә барып еткән. Хәҙер иһә ауыл хужалығы техникаһы менән компьютер аша идара итәләр, ерҙе һөрөү, сәсеү, уңыш йыйыу техникаларының заманса моделдәренең гектар ҡеүәте йөҙҙәрсә тапҡыр артты һәм ауыл хужалығында эшләр өсөн кеше күп талап ителмәй. Прагматик яҡтан ҡарағанда, элек ауыл ҡаланы туйындырыу өсөн кәрәк булды. ХХ быуатта иһә ауыл хужалығы индустриялаштырылды, әммә был процесс оҙайлы барыуы һөҙөмтәһендә ауылдар һаҡланып килде.
Әле килеп техник прогресс шундай тиҙлектә бара: бер нисә йылдан шул уҡ Хәйбуллаға ике-өс сәғәттә капсулаға ултырып, поезд менән осоп барып етергә мөмкин буласаҡ. Ул осраҡта мин мотлаҡ рәүештә Хәйбуллала, шул уҡ Әбделнасирҙа йәшәйәсәкмен. Мин ауылдан Өфөгә өс-дүрт көнгә килеп, ял көндәренә тыуған яғыма ҡайтасаҡмын. Был көн ҡотолғоһоҙ рәүештә киләсәк. Хәҙер деурбанизация процесы башланды. Элек кешеләр Урал аръяғынан, Ирәндек буйынан белем алыр өсөн, тормош кимәлен күтәрер өсөн ҡалаларға юлланһа, хәҙер кире ағым башланасаҡ. Ул сағында шул уҡ концерт, спектакль премьераһын ҡарарға Өфөгә генә түгел, Ирәндек буйҙарынан шул уҡ Мәскәүгә лә барып, шул уҡ көндә кире әйленеп ҡайтыу мөмкин буласаҡ. Ул сағында, һеҙ әйткәнсә, фән үҫеше ауылды һаҡларға булышлыҡ итәсәк.
Атайым Мансур, ауыл хужалығы институтында ветврачлыҡҡа уҡып сыҡҡас, шундуҡ баш ветврач булып китә. Ул миңә шундай фатиха бирҙе: "Өфөгә уҡырға бар һәм шунда тороп ҡал. Һандуғастар һайрар ер түгел бында. Ҡасандыр совхоз гөрләп эшләп торҙо, әммә барыһы ла емерелде..." Мин үҙ тормошомда нимәгәлер өлгәшкәнмен икән, былар барыһы ла атайымдың программаһы буйынса. Мин Урал аръяғы буйынса күп йөрөйөм һәм күп кенә уңышлы эшләгән фермерҙарҙы, йылҡысыларҙы беләм. Улар үҙ хужалығын совет осорондағы совхоздар кимәлендә юғары тота. Әгәр ҙә фермерлыҡта юғары уңышҡа өлгәшкән хәлдә лә, унда элекке совхоздарҙағы кеүек кешеләр күп кәрәкмәй. Хәйбулла районында, мәҫәлән, ер аҫты байлыҡтарын табыу, эшкәртеү йүнәлешендә генә эш урындары булдырып, ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге ҙур. Ундағы карьерҙарҙа, асылда, урындағы халыҡ хеҙмәт итә. Хәҙерге заманда кемдәр эш булмауы арҡаһында ярлы йәшәй икән, бының сәбәптәрен үҙҙәренең мейеһендә эҙләһен.
Мин ике аҙна элек Ҡаҙағстанда Аҡмулла эҙҙәре буйлап йөрөнөм. Минең, уҡытыусылыҡ эшендә өлгәшкән башҡорттоң уңыштарын ҡаҙаҡтар юғарыраҡ баһалай, бында ҡал, беҙҙең балаларҙы уҡыт, һиңә бөтә шарттарҙы тыуҙырабыҙ, тиҙәр. Беҙҙә лә революцияға тиклем ундай меценаттар булған. Әгәр ҙә бөгөн дә һәр бер бай үҙенең байлығының ун процентын ғына балаларыбыҙға белем биреү өсөн һалһа, тыуған илебеҙ, республикабыҙ, шул уҡ Урал аръяғы Дубайға әүерелер ине. Беҙҙә "минеке" тигән тойғо юғыраҡ шул. Әгәр ҙә был тойғо күп кешелә булһа, улар үҙенекен үҫтерер өсөн нығыраҡ тырышыр ине. Ә беҙ хатта башҡортса һөйләшергә оялабыҙ.

Ә һеҙҙең быуын нимәгә өлгәшә алыр тип уйлайһың?

Айнур:
Бына һеҙ, Әхмәр ағай, һеҙҙең быуын үҙегеҙгә бирелгән күп кенә мөмкинлекте ҡулығыҙҙан ысҡындырғанһығыҙ. Мин хәҙер ҡырҡ йәшлектәргә һәм унан кесе йәштәрҙәгеләргә генә иҫәп тота алам. Рәсәйҙә һәр ваҡыт ике мәсьәлә-һорау торған һәм тора: "Кем ғәйепле?" һәм "Нимә эшләргә?". Минеңсә, был һорауҙарҙы оноторға кәрәк, ғәйеплеләрҙе эҙләргә лә кәрәкмәй, ә үҙең алдыңа алған тармаҡ буйынса туҡтауһыҙ эшләргә һәм маҡсатҡа өлгәшергә генә кәрәк.

Һеҙгә ошолай ойошорға, шартлы итеп әйткәндә, "Әбделнасир" ауылы ойошторорға нимә сәбәпсе булды?

Альмира:
Беҙ яҡташтар ойошмаһы ла түгел, әммә ошолай барбыҙ. Быйыл Целинный ауылы төҙөлөүгә 70 йыл тулды. Ошо уңайҙан Хәйбулланан беҙгә делегация килде. Улар араһында элекке совхоз эшселәре, сәнғәт әһелдәре, спортсылар бар ине. Беҙ ошо состав менән уларҙы ҡаршы алдыҡ һәм уларға кофе-брейк эшләнек. Улар быны көтмәгәйне, шул тиклем ҡыуандылар. Шул саҡта беҙ ҙә әгәр ҙә бергәләшһәк, нимәлер эшләй алыуыбыҙҙы аңлап ҡалдыҡ. Маҡсаттарыбыҙ ҙа барлыҡҡа килде. Хәҙер Целинный мәктәбендә музей эшләргә ниәт иттек. Был идея миндә әллә ҡасандан бирле йәшәй.
Айнур: Музей экспонаттарын туплау - бер нәмә, был эште техник яҡтан тормошҡа ашырыу, артабан музейҙы эшләтеү өсөн сығымдар талап ителәсәк. Был эшкә яҡташтарыбыҙ һәм ауылдаштарыбыҙ ҙа ҡушылыр, тип ышанабыҙ.

Шулай итеп:
Айнур әйтеүенсә, 1954 йылда төбәктең Әбделнасир һәм башҡа ауылдарының энтузиаст- коммунистары Целинный ауылына нигеҙ һалып, үҙҙәренең яҡты киләсәген шул ауылға бәйләп өмөтләнгән. Бөгөн иһә уларҙың балалары һәм ейәндәре Өфө ҡалаһын яулап, туған телендә һөйләшергә өйрәнеп, рухи "Әбделнасир" ауылын барлыҡҡа килтергән, ата-олаталары кеүек улар ҙа сиҙәм аҡтарып, киләсәктең орлоҡтарын шунда һалып ҡалдырырға тырыша. Бындай күсәгилешлелек һаҡланғанда, иншаллаһ, ауылдарыбыҙ ҙа, халҡыбыҙ ҙа йәшәр, тип ышаныйыҡ!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 21- 27 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.03.25 | Ҡаралған: 187

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru