«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ДОНЪЯҒА БАЛАЛАР КҮҘЕ МЕНӘН ҠАРАЙЫМ
+  - 


Илдә барған хәл-ваҡиғаларға битараф булмаған, донъяға һөйөү менән баҡҡан ҡәләм оҫтаһы, педагогик хеҙмәт ветераны Миңзәлә Хәлилованың исеме йәмәғәтселеккә яҡшы таныш. Инде байтаҡ тормош тәжрибәһе туплаған әҙибә һуңғы йылдарҙа сағыу ижад емештәре менән бүлешә, ауыл ерендә йәшәп, әҙәбиәткә, әҙәби һүҙгә тоғролоҡ һаҡлағандар, һис шикһеҙ, һоҡланыу тойғоһо ғына уята. Миңзәлә Вәсил ҡыҙы, "Дим" әҙәби берекмәһе етәксеһе булараҡ, башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә, йәш быуында һүҙ сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләүҙә әүҙем эштәр алып бара. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, яҙыусы Миңзәлә ХӘЛИЛОВАға өс һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Уҡытыусы ғүмер буйы балаларҙы уҡыта, уларға һабаҡ бирә. Шул уҡ ваҡытта үҙе лә һабаҡ ала бит инде. Миңзәлә, һеҙгә тормош биргән иң ҙур һабаҡ нимә булды?

- Тормош юлымда минең һәр саҡ һәйбәт кешеләр осрап торҙо. Баймаҡ районының Байыш һигеҙ йыллыҡ, Сибай ҡалаһының интернат-мәктәбендә беҙҙе үҙ эшен яратҡан, ғүмерҙәрен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған уҡытыусылар уҡытты. Мин режиссер булырмын тип уйлап йөрөгәндә, БДУ-ның филология факультеты студенттары Сибайға практика үтергә килеп төштө. "Миңзәлә, һин БДУ-ға башҡорт-рус бүлегенә уҡырға бар, үкенмәҫһең! Һин уҡытыусы булырға тейешһең!" - Сәрүәр апай Суринаның һүҙҙәре мине ошо уҡыу йортона инергә этәргес булды. Үкенмәйем, мин дүрт тиҫтәнән ашыу йыл уҡытыусы булып эшләйем, Сәрүәр апайға шул тиклем рәхмәтлемен. Мәктәп коллективым да минең барлыҡ башланғыстарымды күтәрмәләп торҙо.
Әсәйемдең йомарт, ҡунаҡсыл булыуын мин үҙемә маяҡ итеп алғанмын. 18 йыл бергә ғүмер иткән ҡәйнәм Фәтиха Әбкәрим ҡыҙының матур кәңәштәре, өйрәткәндәре - үҙе бер тормош мәктәбе булды. Хатта уҡыусыларымдың ихласлығын, ябайлығын күңелем түрендә һаҡлайым. Мин балаларҙы уҡытып ҡына ҡалмайым, уларҙан да нимәгәләр өйрәнәм, һабаҡ алам. "Бала күңеле аҡ ҡағыҙ, ни теләйһең, яҙ ҙа һыҙ!" тигән бит халыҡ мәҡәле. Балалар менән эшләүе, бер яҡтан, ауыр булһа, икенсе яҡтан, мауыҡтырғыс та! Мин донъяға ла улар күҙлегенән ҡарарға тырышам.

Туған телде үҫтереү, аралашыу даирәһен киңәйтеүгә бәйле борсолоуҙар ишетелеп тора. Башҡорт телен, әҙәбиәтен уҡытҡандар бөгөн яуаплы бурыс атҡара. Ғөмүмән, туған телдең дәрәжәһен күтәрер өсөн бөгөн нимәгә иғтибар бирергә кәрәк?

- Мин дүрт тиҫтәнән ашыу йыл балаларға туған тел, әсә теле, башҡорт теленән белем биргән ветеран уҡытыусымын. 44 йыл дауамында тел һағында торам, уҡыусыларымда туған телгә һөйөү тәрбиәләйем, күңелдәренә изгелек орлоҡтары сәсәм. Шуға күрә туған тел яҙмышы мине һәр саҡ уйға һала, борсой..
Беҙ үҙебеҙ - тик башҡортса ғына аралашып, башҡорт мөхитендә үҫкән һәм тәрбиәләнгән быуын. Рус теле дәрестәрен иҫәпләмәгәндә, тик ҡалаға барғанда ғына рус телен ишетә инек. Унда ла башҡортса һөйләшкәнде ишетһәләр, урамда беҙҙе "нацмендар" тип, шартлатып әрләп китеүселәр ҙә булғылай торғайны. Эйе, шундай заманалар булды, туған телдә һөйләшергә лә ояла торған замандар...
Һуңғы йылдарҙа туған телебеҙгә мөнәсәбәт ыңғай яҡҡа үҙгәргәйне. Юғары уҡыу йорттары башҡорт теле уҡытыусыларын күпләп әҙерләне, дәрестәр һаны ла артып киткәйне. Туған телдә ниндәй генә саралар ойошторолманы! Балалар һәм уҡытыусылар Мәрйәм Бураҡаеваның "Тормош һабаҡтары" китабын ниндәй ихлас ҡабул итте. Башҡорт халҡының йолалары, ырыуҙар тарихы һ.б менән танышты. Ә бөгөнгө көндә ниндәй хәлдә туған телебеҙ яҙмышы, башҡорт теле уҡытыусыһының хәл торошо?
Мин ябай ғына ауыл мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барам. Ике телде сағыштырып уҡытыр өсөн был бик ҙур мөмкинлек бирә. Әлеге мәлдә тел дәрестәренең, башҡорт телен өйрәнергә теләүсе балаларҙың һаны кәмеүе ҙур борсоуға һала. Ауыл ерҙәрендә лә рус телендә аралашыусы балаларҙың артыуы күҙәтелә. Хатта балалар баҡсаһында ла рус теленә өҫтөнлөк бирелә. Нисек был көрсөктән сығырға һуң? Ниндәй ысулдар уйлап табырға? Был һәр уҡытыусының алдында торған риторик һорау.
Туған телгә һөйөү иң тәү сиратта ғаиләлә башланырға тейеш. Әгәр ғаилә ағзалары үҙ-ара туған телдә һөйләшһә, бала уны күңеленә һеңдереп үҫә, әсәйҙең бишек йыры аша туған телгә һөйөү ҙә күсә. Балалар баҡсаһына барғансы ул тыуған телендә аралашһа, унда башҡорт төркөмөнә эләкһә, артабан ул туған телен онотмаясаҡ.
Ошондай ваҡытта ауыл мәктәбе уҡытыусыларына бигерәк тә еңел түгел. Күп кенә башҡорт мәктәптәрен филиалға әйләндереү процесы бара, бер нисә йылдан инде улар ябылыуға дусар ителәсәк. Быға тыуымдың кәмеүе лә ҙур сәбәп булып тора, ауылда эш урындары юҡ, йәштәр ҡалмай. Һуңғы йылдарҙа уҡыусыларҙың ҡала интернат-мәктәптәренә күпләп китеүе күҙәтелә. Нимә ылыҡтыра уларҙы? Беренсенән, ул ҡала мәктәптәре бай йыһазландырылған, балаларға үҫешеү өсөн мөмкинлек күп. Икенсенән, ата-әсәләрҙең үҙҙәренә уңайлы - балаға дәрес әҙерләшергә лә, тәртибен контролдә тоторға ла кәрәк түгел, йома барып ала ла, ял көндө кире алып барып ҡуя, улар өсөн бик ҡулай! Өсөнсөнән, ауыл мәктәптәрендә балалар һаны аҙ булыуға һылтанып, хатта оло кластарҙы ҡушып уҡытыу күҙәтелә.
Мин ауыл мәктәптәре ябылыу сәбәбен шунда күрәм. Мәғариф министрлығына уйланыу өсөн урын бар. Эйе, ауыл мәктәбен ябыу кем өсөндәр отошлолор, ләкин был осраҡта ауыл, ауыл халҡы яҙмышы тураһында ла уйларға кәрәктер. Мәктәп булмаһа, мәҙәниәт усаҡтары ла ябылыу ҡурҡынысы алдына баҫасаҡ, сөнки ауылда уҙғарылған сараларҙың уртаһында ла мәктәп, уҡытыусылар, уҡыусылар йөрөй. Мәктәп бөтһә, ауылға ла бөтөү ҡурҡынысы янай. Ә был башҡорт халҡының киләсәге өсөн дә ауыр буласаҡ. Башҡорт халҡы ауылдарҙа күберәк йәшәй, тел дә ана шул ауылдарҙа һаҡлана.
Минең уйым буйынса, был проблеманы хәл итер өсөн ауыл мәктәптәренең матди-техник базаһын нығытырға (интерактив таҡталар, компьютерҙар менән тәьмин итергә); ҡушып уҡытыуға юл ҡуймаҫҡа (класс-комплект 7 баланан торорға тейеш тигәнде оноторға) һәм уҡытыусы хеҙмәтенең ауырлығын күрә белергә һәм ваҡытында баһаларға кәрәк.

Миңзәлә, уҡытыу менән бергә, һеҙ бит ижадтан айырылғанығыҙ юҡ. Уңыш-ҡаҙаныштарың тураһында ла ишетеп торабыҙ. Дәүләкән яғында ижадсылар осрашыуы ла даими үткәрелеп тора, тимәк, әҙәби мөхит бар тип әйтә алабыҙ. Шәхсән үҙеңде ижадҡа килтергән сәбәптәрҙе белге килә. Ниндәй темаларҙы яҡтыртыу һинең өсөн мөһим булып ҡала?

- Мин ижадҡа мәктәп йылдарында шиғырҙар менән килдем. 2001 йылда "Аҡ елкән" исемле китабым баҫылып сыҡты. 2018 йылда "Төштәге осрашыу" исемле хикәйәләр йыйынтығымды ҡулыма алдым. 2023 йылда балалар баҡсалары һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн өс телдә "Ҡояш балалары" исемле китабым, 2024 йылда "Ҡояшҡа табынам" шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Шулай үк шиғырҙарым, хикәйәләрем республика гәзит-журналдарында баҫыла килә. Минең әҫәрҙәремдең геройҙары - беҙҙең арабыҙҙа йәшәгән ябай хеҙмәт кешеләре, ҡатын-ҡыҙҙар. Биш балаға өләсәй булараҡ, әкиәттәр, балалар өсөн хикәйәләр ҙә яҙғылайым. Улар балалар өсөн гәзит-журнал биттәрендә баҫылып тора. Һуңғы йылдарҙа илдә барған хәлдәргә бағышланған әҫәрҙәр байтаҡ яҙылды. Бөйөк Ватан һуғышы темаһына "Һуңлап килгән бәхет" исемле повесым "Ағиҙел"журналында баҫылып сыҡты. Кесе улым Луганск ҡалаһында командировкала булғанда уға арналған шиғырҙарым арыу ғына йыйылды, уларҙа әсәй булараҡ, үҙемдең бөтә яныу-көйөүҙәрем шиғыр булып түгелде.
Дәүләкән ҡалаһының Әхиәр Хәким музейы эргәһендә "Дим" әҙәби берекмәһе эшләй, үҙем 2018 йылдан шул берекмәнең етәксеһемен. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәким нигеҙ һалған түңәрәк ағзаларының альманахтарын сығарабыҙ. Музей етәкселеге менән берлектә бик күп әҙәби саралар, яҙыусылар, күренекле шәхестәр менән осрашыуҙар ойошторабыҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: был сараларҙың барыһында ла мәктәп уҡыусылары әүҙем ҡатнаша.

Һорауҙарҙы Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА бирҙе.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 21- 27 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.03.25 | Ҡаралған: 131

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru