«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИӘТТӘРЕБЕҘ ДӨРӨҪ БУЛҺЫН!
+  - 


Үҙебеҙ күреп өйрәнмәгән, йәғни ғәҙәти булмаған берәй нәмәне "аномаль" күренеш тип атайбыҙ. Әйтәйек, бер тауыҡ йомортҡа һалған һәм уның ҡабығында ғәрәпсә "Аллаһ" тигән һүҙгә оҡшаған яҙыуы бар. Йә иһә, яңы тыуған бер быҙауҙың йә кәзә бәрәсенең арҡаһына ла тап ана шулай тип яҙылған. "Мөғжизә бит был!" тибеҙ. Йә булмаһа, берәү бүре өйөрө ҡыуып килгән мәлдә, башҡа сара тапмай, ултырып доға ҡылғас, йыртҡыстарҙың кинәт кенә боролоп китеүен ниндәйҙер бер әҙәм ышанмаҫтай хәбәр итеп һөйләй башлай. Бер нисә йыл элек өлкә гәзиттәребеҙҙең береһендә берәүҙе кашалот йотоп, оҙаҡламай кит аулаусыларҙың ул хайуанды тотоп, эсен ярғандан һуң был кешенең иҫән булыуы хаҡында мәҡәлә уҡығайным. Шундай "аномаль" күренештәр тураһында берәй гәзиттән йә башҡа сығанаҡтан уҡығандан һуң ғына бәғзе берәү: "Үәт бит, ә! Ай-һай, ниндәйҙер бер юғары көс барҙыр. Был тигенгә түгелдер… " тип фекер йөрөтә башлай.

Әҙәм балалары тыуғандан алып күрә килгән ошо яҡты донъяға шул тиклем ныҡ күнегеп киткәнбеҙ. Барлыҡ күренештәр - беҙҙең өсөн ғәҙәти. Иртәнсәҡ ҡояш ҡалҡыуы, көнө буйы ерҙе яҡтыртып, йылытып тороуы, унан кискә табан байыуы ла беҙҙең иғтибарыбыҙҙы әллә ни йәлеп итмәй. Ер аҫтынан урғылып сығып, һис туҡтауһыҙ тиҫтәләр, хатта йөҙәр йылдар буйы ағып ятҡан саф һалҡын шишмә, күктән яуған ямғыр, беҙҙең өсөн баҫыуҙа икмәк үҫеүе, башҡа ашамлыҡтар, емеш-еләктең нисек яралып сығыуы, унан ғәйәт тәмле булып бешеүе беҙҙе ғәжәпләндермәй. Ниһайәт, үҙебеҙҙең тәнебеҙ төҙөлөшө, йөрәк тибеше, ағзаларыбыҙ буйлап ҡан йөрөүе, беҙҙең ашаған тәм-томобыҙҙың ҡаныбыҙға һеңдерелеп, тәнебеҙгә таралып, күҙәнәктәребеҙҙе һәр саҡ туҡландырып тороуы, беҙҙең үҫеүебеҙ, бер-беребеҙ менән аралашыуыбыҙ, бер-беребеҙгә, балаларыбыҙға ҡарата һөйөү тойғолары булыуы ла беҙҙе артыҡ уйландырмай. Ә тән туҡымаларыбыҙҙы төҙөүсе һәр бер күҙәнәктең төҙөлөшөн, уның нисек эшләүен күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Микробиология өлкәһендәге ғалимдар ул хаҡта ентекләп яҙғандарҙы уҡығандан һуң да был ҡатмарлы физик һәм химик процестар үҙенән-үҙе булып тора һәм тап ана шулай булырға тейеш, тип кенә уйлайбыҙ. Ҡыҫҡаһы: беҙҙе ҡапыл да бер ни менән дә аптыратып булмай. Барыбыҙ ҙа быны һәр саҡ булып килгән нормаль күренеш тип атайбыҙ. Башта иҫкә алған яҙыулы йомортҡа, кәзә бәрәстәренең үҙҙәренең донъяға нисек яралыуы хаҡында хатта уйланып та тормайбыҙ.
Ҡәҙерле туғандар, әле һанап кителгән, беҙҙе уратып алған бына ошо нәмәләрҙең барыһы ла бөйөк мөғжизә икәне хаҡында уйланғанығыҙ бармы? Ерҙе, күктәрҙе һәм ундағы бар нәмәне фәҡәт Аллаһ Тәғәлә ҡасандыр барлыҡҡа килтергәнен һәм һәр саҡ ана шулай ғәжәп төҙөк килеш тотоп торғанын танырға теләмәгәндәр ҙә барҙыр, бәлки. Ни өсөн күптәребеҙ иң башта иҫкә алып кителгән "аномаль" күренештәргә йә унан-бынан ишеткән караматтарға ғына хайран ҡалабыҙ? Әлбиттә, улар ҙа мөғжизә, тик нишләптер ошондай осраҡтарҙа беҙ бөтә донъяны яралтҡан Аллаһтың Үҙен телгә алыу урынына, Уны "ниндәйҙер бер юғары көс" тигән сәйер исем менән атай башлағанбыҙ, хатта Уның барлығы хаҡында бер аҙ икеләнә биреп, "Барҙыр" тип фаразлайбыҙ ғына? Быуаттар буйы беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ундай икеле һүҙҙәр һөйләү түгел, ул хаҡта уйларға ла ҡурҡҡан. Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә, изге Ҡөрьән аяттарына йәне-тәне менән ышанып йәшәгән бит улар. Бына ошо мәсьәләләрҙә икеләнеү диндә рөхсәт ителмәй, уның өсөн әҙәм балаһы ололарҙан оло гонаһҡа батыуы ихтимал, әғүҙү билләһ! (Әйткәндәй, башта иҫкә алған һымаҡ, хатта унан да былайыраҡ "мөғжизәләр", караматтар хаҡында Ҡөръән аяттары ла күп. Юныс бәйғәмбәрҙе кашалот йотоп, уның эсенән тере сыҡҡанлығы, Муса бәйғәмбәр таяғы менән һуҡҡан таштан шишмә урғылыуы, Ибраһим бәйғәмбәрҙе усаҡҡа атҡас, уның янмай ҡалыуы һ.б. Быларҙың береһе лә әкиәт түгел, барыһы ла фәҡәт Аллаһ Тәғәләнең ихтыяры менән булған нәмәләр тип кенә аңлау кәрәк).
Барлыҡ ғаләмдәр Раббыһы был донъяла әҙәм балалары йәшәһен өсөн булдырған шул бихисап ниғмәттәрҙән тыш, фәҡәт Үҙенә ғибәҙәт ҡылып йәшәргә лә бойорған. Әммә күпселек уны "кәрәкмәгән нәмә" тип һанай һәм быға ла күнегеп бөткәнбеҙ. Мәҫәлән, үҙен мосолманға һанаған кеше мотлаҡ үтәргә тейешле ғибәҙәттәр - намаҙ, ураҙа хаҡында һөйләй башлап, бәғзеләр уның "организмға булған файҙаһы" тураһында ғына һүҙ алып барырға тырыша: "Көнөнә әллә нисәмә мәртәбә эйелеп, сәждә ҡылыу, беҙҙең баш мейеһенә ҡан йөрөү процесына ыңғай тәьҫир итә, бил быуындарының ауыртмауына ла булышлыҡ яһай. Ә ураҙа тотоу тәндәге артыҡ шлактарҙан ҡотолдора, ҡанда шәкәр һәм зарарлы холестерин күбәйеүен иҫкәртә, артыҡ һимереүҙән һаҡлай, һ.б…"
Һүҙ юҡ, тәнебеҙ менән ғибәҙәт ҡылыуҙың организмға файҙаһы булыуы - һис шикһеҙ. Аллаһ Тәғәлә беҙгә бер ниндәй ҙә зарарлы булған нәмәләрҙе бойормай. Әммә, хөрмәтле дуҫтар, ана шул ғибәҙәттәрҙең төп маҡсаты - Аллаһ Тәғәләгә тәҡүәлек (бирелгәнлек, тоғролоҡ) күрһәтеү. Уның әмеренә итәғәтлек итеү, Уға баш эйеү, ғөмүмән, үҙеңдең иман килтереүеңде, мосолманлығыңды Аллаһ алдында иҫбатлау. Фәҡәт ана шундай ниәт менән генә үтәргә тейешбеҙ бына ошо ғибәҙәттәребеҙҙе. Беҙ ҡылған ғәмәлдәрҙең төп асылы - беҙҙең ниәтебеҙҙә. Әгәр ҙә беҙ намаҙҙы һәм ураҙаны тәнебеҙгә файҙа булһын тип кенә үтәйбеҙ икән, беҙҙең ниәтебеҙ дөрөҫ булмай. Бындай ниәт менән ҡылынған ғәмәл - физик күнегеүгә һәм диетаға ултырыуға тартым. Бәйғәмбәребеҙ с.ғ.с., уның сәхәбәләре, беҙҙең боронғо ата-бабаларыбыҙ ҙа бер ҡасан да намаҙ һәм ураҙаны физик күнекмә урынына йә ябығыу ниәтендә ҡулланмаған. Ошо хаҡта яҡшы итеп йөрәгебеҙгә һеңдереп ҡуяйыҡ, ҡәҙерле туғандарым!
Ошо юҫыҡта һүҙ башлағас, тағы бер мәсьәләгә ҡағылып китмәй булмай. Барыбыҙ ҙа белеүебеҙсә, мосолман кешеһе фәҡәт хәләл аҙыҡ менән генә туҡланырға тейеш. Үләкһә, ҡан, дуңғыҙ ите беҙҙең өсөн харам булыуы хаҡында белмәгән кеше юҡтыр. Хатта хәләл малдың да Аллаһ исемен иҫкә алмай ("бисмилләһ" әйтмәй) боғаҙланғаны мөслимдәр өсөн тыйылған. Тик бына ошо хаҡта халыҡҡа аңлатыу алып барған бәғзе бер яҡташтарыбыҙ: "Сусҡа итен ашау бушҡа ғына тыйылмаған, сөнки унда "сусҡа цепене" (свиная цепень) тип аталған паразит булыу ихтималлығы бар. Шундай зарарланған итте ашаған кеше "тениоз" сирен эләктереүе мөмкин. Икенсенән, уның майының составында зарарлы холестерин күп. Был - ҡан тамырҙарының тарайыуына, йәғни атеросклероз сиренә булышлыҡ итә…" - тип медицина фәнен ҡулланып иҫбатлай башлай. Үҙем табип булараҡ та: "Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ", - тип кенә әйтер инем, әммә минең башҡасараҡ фекерем дә бар шул. Беҙ ул аҙыҡтарҙан тәнгә зарары булған өсөн түгел, ә фәҡәт Аллаһ Тәғәлә ана шул нәмәләрҙе харам тип әйткәне өсөн генә тыйылырға тейешбеҙ (Ҡөръән-Кәрим. Әл-Маидә сүрәһе, 3-сө аят). "Айырма ниҙә?" тиер бәғзе берәү. Ә бына ниҙә: эш уға ҡалһа, һарыҡ ите составында ла зыянлы холестерин сусҡа итенә ҡарағанда аҙыраҡ түгел! Икенсенән, эре мөгөҙлө малда ла "үгеҙ цепене" (бычий цепень) була. Ул хатта, сусҡаныҡынан мәртәбәләргә оҙон булып (ун мертға етә!), әҙәм балаһының эсәге буйында йәшәй. Ул да, нәҡ сусҡа ҡорто һымаҡ уҡ, етерлек бешерелмәгән ит аша беҙҙең эсәк буйына килеп эләгә (медицинала был сир - "тениаринхоз" тип атала). Уға ҡалһа, балыҡтан да "дифиллоботриоз", "описторхоз" һымаҡ паразиттар менән зарарланыу ҡурҡынысы бар. Әммә беҙ һарыҡ, һыйыр итенән, балыҡтан баш тартмайбыҙ, сөнки улар - беҙҙең өсөн хәләл, йәғни Аллаһ тарафынан рөхсәт ителгән.
Бынан тыш, хәмер эсеү-эсмәү хаҡында ла сираттағы мәртәбә әйтеп китеүҙе үҙемдең бурысым тип һанайым. Бөтә донъяны баҫып алған был афәттең кешелек өсөн зыянлы булыуын бер кем дә инҡар итмәҫ. Был хаҡта бик күп яҙалар, "сама белеп" эсеүҙе пропагандалаусылар ҙа юҡ түгел. Әммә бына ошо мәсьәләлә лә беҙ Изге Китапта Раббыбыҙ тарафынан хәмерҙең бөтөнләйгә тыйылғанлығын белергә тейешбеҙ (Әл-Маидә сүрәһе, 90-91 аяттар). Ә бәғзе берәүҙең тағы: "Хәмерҙән ниндәй ниәт менән тыйылһаң да барыбер түгелме ни?.." - тиеүе лә бар. "Барыбер түгел!" тип һис икеләнмәй әйтер инем. Эш уға ҡалһа, диндең тыйыуын һанламай, араҡы йә шарапты 15-20 граммлап, кемдер әйтмешләй, "мәҙәни" формала йә "башҡаларҙы уважайт итеү" йөҙөнән генә "тотоп" ултырыуҙан организмға бер ниндәй ҙә зыян булмай. Әммә был - Аллаһ әмерен инҡар итеү һәм оло гонаһ буласаҡ. Тап бына шуға күрә лә беҙ хәмерҙән ҡәтғи баш тартыуҙы маҡсат итеп ҡуйырға бурыслыбыҙ һәм бында тик Раббыбыҙ әмеренә генә нигеҙләнергә тейешбеҙ. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла иман, тәҡүәлек насип итһен. Амин.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

"Киске Өфө" гәзите, №11, 21- 27 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.03.25 | Ҡаралған: 126

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru