Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
|
|
КИЕВ КИЛЕШЕҮҘЕ БОҘА
|

Америка Ҡушма Штаттары Украинала утты туҡтатыу тураһында килешеүҙе 20 апрелгә төҙөүҙе күҙҙә тота, ләкин ике аралағы ҙур фекерҙәр айырымлығы арҡаһында был сроктың артабан һуҙылыуы мөмкин, тип хәбәр итә Bloomberg агентлығы.
Март баштарында Украинаға хәрби ярҙам күрһәтеүҙе бер аҙға ғына туҡтатып торған Аҡ йорт был мәсьәләлә бер ниндәй ҙә сикләүҙәргә ризалыҡ биргәне юҡ әле. Рәсәй Президенты Владимир Путин бынан алда уҡ әле, Беларусь Президенты Александр Лукашенко менән осрашыу йомғаҡтары буйынса матбуғат конференцияһында тағы бер тапҡыр ҡабатлап әйтеүенсә, Мәскәү Украинала хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатыу тәҡдиме менән килешә, ләкин уның һөҙөмтәһе оҙайлы тыныслыҡҡа алып килергә һәм ике аралағы кризистың тәү сәбәптәрен юҡ итергә тейеш. Ләкин украин армияһы Рәсәйҙең энергетика объекттарын утҡа тотоуҙы дауам итә, беҙҙең ҡалаларға туҡтауһыҙ дрондар осора. Киев режимының килешеүҙәрҙе һанға һуҡмауы Дональд Трамп менән Владимир Путиндың үҙ-ара һөйләшеүҙәренә тағы бер сәбәп булып торасаҡ. Ике ил президенты ла үҙ-ара аралашыуҙы артабан да дауам итергә килешкәйне. Ләкин, РФ Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, Украина конфликтын көйләү буйынса бик оҙаҡ эшләргә кәрәк буласаҡ, шуға күрә был йәһәттән тиҙ һөҙөмтәгә өмөт итеп булмай. Шул уҡ ваҡытта әле яңы ғына тергеҙелә башлаған Рәсәй-Америка мөнәсәбәттәре буйынса ла ентекле эшмәкәрлек талап ителә бит. Хәтерләһәгеҙ, 18 мартта АҠШ менән Рәсәй президенттарының һөйләшеүе ваҡытында Владимир Путин Мәскәү менән Киевтың энергетик инфраструктураларға һөжүмен ике яҡлы туҡтатыу тураһындағы фекерҙе хуплағайны, ләкин шунан һуң Украина армияһы аңлы һәм оятһыҙ рәүештә Краснодар крайының Кавказ станицаһы энергообъектына дрондар ташланы. Ә 21 мартта украин хәрби төркөмдәре Европаға Рәсәй газын үткәреүсе Курск өлкәһе "Суджа" газ үлсәгес станцияһын (ГИС) шартлатты. Шул уҡ төндә украин армияһы Курск АЭС-ын утҡа тотто. Былар бөтәһе лә бар донъяға Киев режимының ысын йөҙөн фашлаусы факттар, шул уҡ ваҡытта Зеленскийҙың бер генә һүҙенә лә ышанып булмауын күрһәтә.
Хәрби тотҡондар менән алмашыу һөҙөмтәһендә Рәсәй тыуған илгә 175 хәрбиҙе һәм 22 ауыр яралы һалдатты ҡайтарҙы. Был хаҡта һөйләшеүҙәр барышында Берләшкән Ғәрәп Әмираттарының ярҙамы ҙур булды, тип хәбәр итә РФ Оборона министрлығы.
АҠШ менән Рәсәй һөйләшеүҙәрендә тағы бар ҡырҡыу теманы күтәреү кәрәк, ти Плеханов исемендәге университет доценты, хәрби сәйәсмән Александр Перенджиев. Ул тема - "күләгәлә" эш итеүсе ҡоралдар һәм хәрби техника баҙары проблемаһы. Украинаға ағылыусы Көнбайыш ҡоралы артабан бөтөн донъяға таратыла. Бындай енәйәтсел эшмәкәрлеккә юлды япмайынса тороп, бер ниндәй тыныс килешеүҙәр барып сыҡмаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта АҠШ властарының Украинаға ҡорал ебәреп ятыуын дауам итеүе лә Трампты һүҙе һәм эше буйынса бер төрлө генә тасуирламай. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә генә Дональд Трамп менән билдәле спорт комментаторы Клэй Трэвистың әңгәмәһе баҫылып сыҡты. Трамп Рәсәй темаһына ҡағылып, Президент Владимир Путин менән аралашыуҙы бик файҙалы тип баһалай. Үҙенең президентлыҡ осоронда Трамп Рәсәйҙең бер илгә лә, шул иҫәптән, Украинаға ла, баҫып ингәне юҡ, ти һәм был йәһәттән Путинды бик яҡшы белеүе тураһында әйтә. Уның ҡарауы, был осорҙа Европа яйһыҙыраҡ хәлдә тороп ҡалды. Ошоға тиклем ул АҠШ-тың йылы ҡуйынына һыйынып йәшәй ине. Хәҙер, Дмитрий Песков әйтмешләй, "ҡалала - яңы шериф" һәм ул Европа илдәренә оборона өсөн сығымдарҙы 5 процентҡа арттырып түләүҙе талап итә. Был бигерәк тә Франция президенты Макрон менән Британия премьеры Стармерҙың асыуын ҡабарта. Улар нисек тә Украина буйынса тыныслыҡ килешеүҙәрен өҙөргә, һәр яҡлап ҡамасауларға маташа. "Рәсәй Европаға янай", тигән уйҙырма таратып, Көнбайыш донъяһында Рәсәйгә ҡаршы агрессив кәйеф тыуҙырырға уйлай.
Ошо көндәрҙә Сәғүд Ғәрәбстанында Рәсәй менән АҠШ делегацияларының сираттағы осрашыуы көтөлә. Рәсәй яғынан Федерация Советының халыҡ-ара эштәр буйынса комитет рәйесе Григорий Карасин менән Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте кәңәшсеһе, генерал-полковник Сергей Беседа ҡатнаша. Америка иҡтисадсыһы һәм Колумбия университеты профессоры Джеффри Сакс белдереүенсә, Рәсәй менән АҠШ мөнәсәбәттәре яҡшыра бара һәм был бик һәйбәт. Ләкин, ти профессор, АҠШ-тың агрессив сәйәсәте арҡаһында был мөнәсәбәттәр бик яҡынайып та китмәйәсәк.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 28 март – 3 апрель 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 27.03.25 | Ҡаралған: 178
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|