«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн балалар ниндәй уйындар уйнай?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРАЙСЫ ПРОФЕССОР
+  - 


Сибай институтында билдәле ғалим-ботаник, эколог, ҡурайсы, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты уҡытыусыһы, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре Сәфәрғәли Искәндәр улы Йәнтүриндың 80 йәшлек юбилейы айҡанлы уның "Татлыбайҙан башланған юл" исемле китабының исем туйы булып уҙҙы. Профессорҙы коллегалары, уҡыусылары, туғандары ҡотланы. Ғәҙәттә, бындай саралар юбилярҙы һәр яҡлап маҡтауға ҡорола. Был юлы сығыш яһаусыларҙың һәммәһе лә юбилярға рәхмәт йөҙө менән баҡты, зал шул тиклем ихлас әйтелгән рәхмәттәрҙән сағыу нурҙар менән балҡыны, тамашаға йыйылғандар, үҙҙәрен бер туғандай күреп, таралыша алмай маз булды. "Киске Өфө" гәзите исеменән беҙ ҙә юбиляр менән һөйләштек. Ысынлап та, был алсаҡ шәхес менән көн оҙоно һөйләшеп тә танһыҡ ҡанмай. Әле шул оҙон-оҙаҡ әңгәмәнең бер өлөшөн тәҡдим итәбеҙ.

Тәүге мәктәп

Мин Бөйөк Еңеү йылында ғаиләбеҙҙә алтынсы бала булып донъяға килгәнмен. Был мәлдә атайым Свердловскийҙа хеҙмәт-оборона заводында эшләгән. Һуғышҡа алынмауының сәбәбе ябай һәм ауылса: байҙарға батрак булып йөрөгән ваҡытында ҡамыт йүнәткәндә, беҙ энәһен ҡапыл тартып, бер күҙен сығарған була. Ауыр мәлдәрҙә ул ауылдағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың, үҙенең теле менән әйткәндә, берҙән-бер терәге булған. Әле мин иҫ белә башлағанда берәй йомош менән килгән апайҙар атайыма "ҡайнаға" тип һүҙ башлай торғайны, шуға мин уның исеме "Ҡайнаға" икән тип уйлай торғайным хатта. Хеҙмәт армияһындағы эш шул тиклем ауыр булғандыр, сөнки ул Свердловскийҙан ҡайтҡанда бик ныҡ ҡаҡшаған, йонсоған булған.
Беренсе класҡа элекке мәҙрәсә бинаһында урынлашҡан Татлыбай мәктәбенә барҙым, икенсе класҡа барыуыбыҙға яңы мәктәп төҙөлөп бөттө. Уҡыу миңә оҡшай торғайны. Бигерәк тә Балғазина Әсмә исемле матур ғына апайҙың уҡытыуы ныҡ иҫтә ҡалған. Ниңәлер матур яҙыу дәрестәренән генә артыҡ уңыштарым булманы. Өсөнсө класта беҙҙе Йәмилә апай уҡытты. Эй, ярата инек үҙен! Ул беҙгә күрше өйҙә йәшәне. Тик кейәүгә сығып, ауылдан китте. Уға бер шофер егет грузовой тип аталған машинала килә торғайны. Дәрес ваҡытында матур, һылыу апайыбыҙға беҙ, малайҙар, һоҡланып ҡарап ултыра торғайныҡ. Шуға уның кейәүгә сығыуын бик ауыр кисерҙек. Теге егеттең машинаһына, ҡабат килеп йөрөмәһен тип, теләһә нәмәләр яҙып бөтә торғайныҡ. Әммә тормош үҙенекен итте, апайыбыҙ нисек бар, шулай тейәнеп китте лә барҙы. Етенсе класты бөткәнсе шул мәктәптә уҡыныҡ, аҙаҡ ул ун йыллыҡ булып китте. Заманына күрә, сағыштырмаса, бик һәйбәт мәктәп ине. Коридоры киң булыуы хәтерҙә ҡалған. Ауылда үткәрелгән бөтөн дөйөм саралар мәктәптең ҙур залында үтә торғайны.

Өлөшлө бала

Ете йыллыҡты уҡып бөткәс, атай-әсәйемдең дә, үҙемдең дә артабан уҡырға уртаҡ теләгебеҙ булғандыр. Һуғыштан һуң донъялар рәтләнә башлағас, мөмкинлек тә артҡандыр. Әле уйлайым да, яҙмышым бит бөтөнләй икенсе төрлө булыу ихтималлығы ла булған. Сөнки атайыбыҙ хеҙмәт армияһында саҡта әсәйебеҙ балаларын ас итмәйем тип уйлап алып ҡайтҡан ике килолай бойҙай менән тотола. Бәхеткә, эш судҡа барып етмәй, сөнки ул саҡта әсәйем миңә ауырлы була, уны язанан ҡотҡаралар. Шуға микән, ул минең прокурор булыуымды теләй торғайны. Ни тиһәң дә, закондарҙың ни тиклем ҡаты булыуына ҡарамаҫтан, прокурор эште судҡа еткермәгән, ул ваҡытта бит бер ус бойҙай өсөн дә төрмәгә ултырта торған булғандар. Шуға әсәйем йыш ҡына миңә, өлөшлө бала булдың, ти торғайны.

Үҙаллы тормош башы

Сибайҙағы өс ҡатлы 1-се мәктәп беҙҙең ауылдан күренеп тора торғайны, эргәһендә башҡа бейек йорттар ул саҡта юҡ ине әле. Шунда, йәки Баймаҡтағы тау техникумына барырмын, тип уйлап йөрөгәндә әсәйем Темәстә интернат асылғанын ишетеп ҡалған. Күп балалы ғаиләләрҙән һәм аталары һуғышта һәләк булғандарҙың балаларын алалар икән. Әсәйем атайыма ҡырҡа ғына итеп, баланы шунда алып бар, тине. Мисәүле аттар егеп, Мостай ауылы аша Ирәндекте артылып, тура юлдан Темәскә сығып киттек. Юл оҙонлоғо йөҙ саҡрым самаһы икән. Беҙгә күршебеҙ Зиннур исемле малай ҙа ҡушылды, ата-әсәһе үлеп, ул тома етем ҡалғайны. Документтарыбыҙҙы теүәлләп, икебеҙҙе лә мәктәпкә алдылар. Темәстә беҙ өс йыл уҡыныҡ - 8-10 кластарҙы. Ҡулдарыбыҙға өлгөргәнлек аттестаты һәм паспорттар алып, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтыҡ. Ул заманда паспортлы булыу ҙур ваҡиға һанала торғайны!

Туған тел

Мәктәптә уҡыған йылдарҙа руссаны насар белеү ныҡ бәкәлгә һуҡты. Ныҡлап өйрәнеп кенә алайым әле, тип үҙемә һүҙ бирә торғайным хатта. Тел практикаһы, йәғни аралашыу етмәүҙән икәнен аңлай инем, әлбиттә. Бөгөнгө балалар өсөн бындай проблема юҡ, телевизор ҡарап, интернет аша ғына өйрәнәләр хәҙер рус телен. Әммә мин уларҙы ла йәлләйем: туған телендә һөйләшеп, бишек йырын, әкиәттәр тыңлап үҫкән бала бөтөнләй икенсе бит инде ул. Башҡорт теленән уҡытҡан Сәлихов Мөрит ағайҙың бер класташ ҡыҙыбыҙҙы "Нимәгә ул башҡорт теле, беҙ русса һәйбәт белергә тейешбеҙ", тигәне өсөн ныҡ итеп әрләгәне иҫтә ҡалған. Ағай үҙе яңы ғына университет тамамлап килеп уҡыта башлағайны, бейеү түңәрәге асып, матур-матур бейеүҙәр һала ине, үҙе лә бик матур бейей торғайны. Уның әйткәне мейегә ток менән һуҡҡандай булды: "Тел бер ваҡытта ла бөтмәҫ, ундай нәмәне һөйләмәгеҙ ҙә хатта!" - тине ул. Әммә ул ҡыҙыҡай барыбер рус теле факультетына уҡырға инде, рус егетенә кейәүгә сыҡты, балалары туған телен белмәй үҫте. Ә бит ул саҡта башҡорт теленә ҡурҡыныс янамаған да һымаҡ ине.

Ҡурай? Әү!

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа уҡытыусылар етешмәй ине. Ун класты бөтөүгә беҙҙе Баймаҡҡа саҡырып алдылар. Миңә: "Һин элекке педучилище базаһында асылған Темәс интернатын бөткәнһең (ысынлап та, уҡытыусыларыбыҙҙың күбеһе педучилище уҡытыусылары ине), һәйбәт белем биргәндәр, яңы йыл башланғансы Йәнйегет мәктәбенә башланғыс кластарҙы уҡытырға бараһың", - тинеләр. Бер ниндәй әҙерлекһеҙ-ниһеҙ уҡытыусы булып киттем. Яңы йыл каникулдарынан һуң Ҡарамалы мәктәбенә ебәрҙеләр.
Ул йылдар ғүмерҙең иң күңелле бер мәле булып иҫтә ҡалған. Шул осорҙа ҡурайҙа уйнарға өйрәндем. Интернатта ҡурайсы егеттәр булды булыуын, әммә, уйнай белмәгәс, уларҙан өйрәнергә тырышманым. Ҡарамалыла сәбәбе үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Үҙешмәкәр художестволы коллективтарҙың фестивале мәлендә сәхнәләге алты ҡурайсыға ҡарап, шаҡ ҡаттым. Бөтәһе лә фронтовиктар. Икеһе протез ағас аяҡлы, береһенең һыңар күҙе юҡ, ҡалған өсөһө лә инвалидтар. Ниңәлер, "Хоҙайым, былар үлеп бөтһә, ауылда ҡурайсылар бөтә бит!" тигән уй аңымды йәшен һымаҡ телеп үтте. Икенсе көнөнә үк ҡурай табып алып, тауыш сығарырға өйрәнә башланым, яҙға тиклем бер нисә көйҙө уйнарға өйрәндем. Икенсе йылына туған Татлыбай мәктәбендә географиянан уҡыта башланым, интернатта тәрбиәсе булдым. Үҙем уйнай белгәс, башҡаларҙы ла өйрәтергә тейешмен, тигән күңел талабы булғандыр инде, ҡурай түңәрәге ойошторҙом. Хәҙер ул малайҙар етмеш йәшлек, эй, ғүмер тигәнең... Шул мин ҡурайға өйрәткән малайҙарҙың бер нисәүһен Ғата Сөләймәнов Өфөгә алып китте хатта. Үҙемә килгәндә, шунан бирле ҡурайҙан айырылғаным юҡ.

Әрме

Татлыбай мәктәбендә эшләгәндә Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына уҡырға индем. Өс ай уҡып ҡалдым, декабрҙә әрмегә алдылар. Хеҙмәт башланыуға ике аҙна үтеүгә, студенттарҙы армияға алмаҫҡа, тигән Указ сыҡты, тик хеҙмәткә алынғандарға ул ҡағылмай ине. Ырымбур өлкәһендәге Тоцк лагерында башланым хеҙмәтемде. Атом бомбаһы шартлаған урынды күрһәттеләр, ул Башҡортостандан йыраҡ түгел. Беҙ бала саҡта өлкәндәрҙең, еләкте ашарға ярамай, ул ағыулы, тигәне иҫкә төштө. Ул ваҡытта әрме хеҙмәте өс йыл ине. Присяга ҡабул иткәс, кем булып эшләнең, ниндәй һөнәрең бар, тип һораштылар. Үҙем менән ҡурай алып барғайным, гармунда, ҡурайҙа уйнай беләм, тинем. Телеграфист булырһың, тип, Морзе алфавитын уҡыта башланылар. Файҙаһы шул булды: автоматтан атып йөрөмәнем, дежур связист итеп тәғәйенләнеләр. Был вазифа бик яуаплы эш, Самаралағы округ штабы менән Тоцк дивизияһы араһындағы бәйләнеш өсөн яуап бирергә кәрәк. Миңә тиклем әллә нисә кешене был эшкә яраҡһыҙ тип таптылар, мин былай хеҙмәттең аҙағына тиерлек шул вазифаны башҡарҙым, әрме аристократы булдым. Буш ваҡытта бергә хеҙмәт иткән бер марафонсыға эйәреп йүгерә торғайным. Был яңы һөнәргә бик әүәҫләнеп киттем, ул мауығыу миңә һәр ваҡыт ярҙам итте.
Хеҙмәт аҙағы етеп килгәндә бөтөн дивизия менән тейәлеп, Алыҫ Көнсығыштағы Ханка күле төбәгенә күсендек, поезға тейәлеп, ике аҙна буйы бөтә Рәсәйҙе тимер юлы буйлап үттек. Ханка күле эргәһендә Камень-Рыболов тигән ҡасаба бар икән. 1945 йылда бикләп ҡалдырылған казармаларҙы асып инеп, ремонтлап, шунда йәшәй башланыҡ. Беҙҙең өсөн был ҙур яңылыҡ һымаҡ ҡабул ителде, донъя күрҙек, бауыр аҫтына ел үткәрҙек. Шунда хеҙмәт иткәндә әсәйем үлеүе тураһында телеграмма килде. Самолетта ҡайттым, әммә ерләүгә һуңланым, мин ҡайтҡанда өсөн уҡыталар ине. Кирегә поезд менән киттем, сентябрҙең аҙағына барып, тағы ике ай хеҙмәт иттем дә дембелгә ҡайтарҙылар. Хеҙмәтемдең тағы бер ҡаҙанышы шул булды: запастағы офицер званиеһы алып ҡайттым. Ҡайтыуыма университетта хәрби кафедра асылғайны, әммә миңә уның кәрәге юҡ ине инде.

Тәүге юғары вазифалар

Армияла булғанда уҡыуға ынтылышым һүрелмәне, химия китабы һәр саҡ эргәмдә йөрөнө, сөнки артабан уҡыуымды дауам итәсәгем көн кеүек асыҡ ине. Химия фәнен онотмаҫ өсөн һис юғы Менделеевтың химик элементтар периодик таблицаһын яттан белергә, онотмаҫҡа кәрәк. Был теләгем химияны яратҡандан, һөйөү булғандан түгел ине, әлбиттә. Университетта һөнәрем буйынса химия төп фән һанала ине, тимәк, уға мөнәсәбәт тә шундай булырға тейеш. Ынтылышымды күреп, һиҙеп йөрөгәндер, бәйләнеш начальнигы подполковник Рахлин хеҙмәтемдең аҙағында, һин партияға инергә лайыҡлы кандидат, тип, рекомендация яҙып бирҙе. Ул йәһүд милләтенән ине.
Тормошомдоң боролошло мәлдәрендә нилектәндер ошо милләт вәкилдәренең таянысын йыш тойҙом. Армиянан ҡайтып, уҡыуҙы дауам итеп, партияға инер алдынан рекомендация һорап, подполковникка хат яҙҙым. Ебәрмәҫ тип уйлағайным, оҙаҡ көттөрмәй, рекомендацияһы килеп етте. Шулай итеп, 23 йәшемдә коммунист булдым. Уҡыу менән бер рәттән, спорт менән шөғөлләнеүҙе лә ташламаным, беренсе йылда уҡ БДУ-ның саңғы буйынса йыйылма командаһы сафына алдылар. Ул ғына түгел, студенттарҙың спорт клубының рәйесе итеп һайланылар.
Икенсе йылына профком председателе вазифаһын тәҡдим иттеләр. Мин ни, уны-быны уйламай, ярай, ҡатыным менән кәңәшләшәйем, тинем. Баҡтиһәң, яҙылмаған тәртип буйынса, ундай тәҡдим булғанда шунда уҡ ризалашырға, кем менәндер кәңәшләшеү тураһында өндәшергә ярамай икән. Мин уйлағансы, икенсе бер егет ризалығын биреп өлгөргән, уның менән дә был темаға һөйләшкән булғандар. Ризалығымды әйтәйем тип профкомға килһәм, беҙ икенсе кешене тәҡдим итәбеҙ, ярай, конференция хәл итер, тиҙәр. Шулай ҙа икебеҙҙе лә профком составына индерҙеләр. Яңы һайланған состав профком рәйесен һайлағанда спортсмен егеттәр баштан уҡ минең кандидатураны күтәреп сыҡты, тауыш биргәндә күпселекте йыйып, профком рәйесе итеп һайландым һәм өс йыл дауамында шул эште башҡарҙым. Студент өсөн был бик юғары вазифа ине.

Өйләнеү

Ҡатынам Вилүрә менән икенсе курстан һуң өйләнештек. Тәүге танышыуыбыҙ саңғы ярышында булды. Ул да Темәстән Баймаҡҡа күскән интернат-мәктәптә уҡыған икән. "Һеҙ Баймаҡтанмы?" тигәйнем, баймаҡтарса ғорур итеп: "Әлбиттә, мин Баймаҡтан!" тип бик ихлас, шаярыу ҡатыш яуап бирҙе ул. Ярыш "Йәшел сауҡалыҡ" санаторийы эргәһендә булғайны. Шунан ҡайтышлай юл буйына һөйләштек. Ул осорҙа студенттар спорт менән бик әүҙем шөғөлләнә ине, һәр дөйөм ятаҡ эргәһендә волейбол майҙансыҡтары була торғайны. Салауат Юлаев һәйкәле янындағы "пятачок" тип аталған майҙанда бейеүҙәр һуңыраҡ ойоштола башланы. Дүртенсе курста уҡығанда мине Баймаҡ районы студенттарының етәксеһе итеп һайлап ҡуйҙылар. Әлкә станцияһынан йыраҡ түгел Дим буйында һабантуй үткәреп ҡайтып килгәндә Салауат һәйкәле эргәһенә бейергә сығырға һөйләштек һәм икенсе көнөнә йолаға әүерелгән "пятачок" бейеүҙәре башланып китте. Математика факультетында уҡыған ҡатыным дүрт йәшкә кесе булһа ла, уҡыған курстарыбыҙ тура килә ине. Әле өйләнмәҫ элек, ҡатының башҡа факультеттан булырға тейеш, тигән уй ниңәлер башҡа һеңгәйне, сөнки мәктәптә бер специальность буйынса эш урыны берәү генә - икәүең дә бер һөнәрҙән булһаң, берәүеңә эш булмаясаҡ. Шул эске тауыш гел оҙатып йөрөнө мине, бәлки, студент булғансы уҡ мәктәптә эшләүемдең йоғонтоһо ла булғандыр. Ғаиләлә мин лидер булырға тейешлегемде лә белә инем, сөнки ул - студент, ә мин - профком председателе...

Өфөләге фатир

Дүртенсе курста уҡығанда улыбыҙ Урал тыуҙы. Атай-әсәй булып, ҡулыбыҙға юғары белем дипломдары алып, Сибайға эшкә килдек. Мине мәктәп-интернатына химия, биология уҡытыусыһы итеп, ҡатынымды дүртенсе мәктәпкә математика уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнеләр. Интернаттың бер мөйөшөндә бер бүлмәле фатир бар ине, шунда йәшәп, ике йыл эшләнек. Шул йылдарҙа Гөлнәзирә ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Ғәҙәттә, килешеү буйынса өс йыл эшләргә тейеш булһаҡ та, диплом етәксем, билдәле фән эшмәкәре Борис Михайлович Миркиндың өгөтләүе буйынса мине Өфөгә Фәндәр академияһына саҡыртып алдылар.
Өфөлә йәшәү мәсьәләһенә килгәндә, университетты бөтмәҫ элек профсоюздарҙың өлкә комитеты биргән кооператив фатирыбыҙ бар ине. Уны алыуҙың үҙенә күрә ҡыҙыҡ тарихы бар. Университеттың беренсе ятағында йәшәгән ваҡытта балабыҙ тыуҙы. Икебеҙ ҙә уҡыйбыҙ. Ҡайным менән һөйләштек тә, уның пенсиялағы апайын бала ҡарарға ярҙам итергә Өфөгә саҡырҙыҡ. Комендат, үҙҙәре генә айырым бүлмәлә йәшәйҙәр, етмәһә, ҡәйнәһен дә алып килгәндәр, тип, шикәйәт яҙған. Ул саҡтағы ректор Чанборисов саҡыртып алды. Һин, студенттарҙың аристократы, ҡәйнәңде студенттар ятағында йәшәтәһең икән, бүлмәңде бушат тиҙ генә, тип әрләп ташланы.
Профсоюздарҙың өлкә комитетына барырға тура килде. Комитет башлығы Елизавета Михайловна Немироваға хәлде аңлаттым, ситтән тороп уҡырға күсергә теләгемде әйттем. Ул кооператив фатир һорап, ғариза яҙырға ҡушты. Шулайтып, уйламаҫтан, бишенсе курста фатирлы булынды. Ул ваҡытта был башҡа һыймаҫлыҡ тойола ине. Сибайға йүнәлтмә буйынса ҙур теләк менән ебәрҙеләр, күрәһең, ул ваҡытта студенттарҙың лидерын Өфөлә ҡалдырыуҙы ҡурҡыныс тип тапҡандарҙыр. Ә мин кире Өфөгә ҡайтырымды белә инем.

Ғалимлыҡҡа илткән юл

Фәндәр академияһының биология институтында эшләгәндә 1975 йылда фән кандидатлығына диссертациямды яҙып бөттөм. Яҙыуын яҙҙым, тик ҡайҙа яҡларға? Урын юҡ. Борис Михайлович, барып эшеңде күрһәт, тип, Ленинградҡа ебәрҙе. Диссертацияның темаһы "Үҫемлек берләшмәләрендә төрлө климат хәлдәрендәге үҙгәрешлекте (мозаикалылыҡты) өйрәнеү" тип атала ине. Был тема беҙгә тура килмәй, тип, кире ҡайтарҙылар. Бер-ике айҙан диссертациямды Мәскәү дәүләт университетының диссертация Советы рәйесенә тапшырҙым. Беҙҙә күптән түгел генә Өфөнән диссертация яҡланылар, бер юлы ике кешене ҡабул итмәйбеҙ, тинеләр.
Ул йыл шулай үтеп китте. Диссертация яҡлау Советы тапмай тағы ике йыл йөрөнөм. Борис Михайлович Киевҡа барырға кәңәш итте. Ул йылда Киевтағы биология институтының юбилей йылы ине. Шул айҡанлы унда төрлө тантаналы саралар уҙғарылған мәлгә тура килдем. Бер конференция ваҡытында ҡул күтәреп, һүҙ һораным. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һеҙҙең институт Өфө ҡалаһына эвакуацияланған. Шул мәлдә һеҙҙең ғалимдар "Определитель растений" тигән ҙур ғилми хеҙмәт ҡалдырған, беҙ уны бөгөнгәсә ҡулланабыҙ, рәхмәт һеҙгә, тинем. Саҡырылмай килгәс, артыҡ һүҙ һөйләп торманым, әммә минең әйткәндәр быларға оҡшап ҡалды, эшемде бер һүҙһеҙ ҡабул иттеләр. Шулай итеп, диссертациямды Киевта яҡланым. Ул ғына түгел, эшеңде докторлыҡҡа дауам ит, тип, дәртләндереп ҡайтарҙылар. Был хәл 1981 йылда булды. Докторлыҡ диссертацияһын аҙаҡ Тольятти ҡалаһында яҡланым.

Биология факультеты

Башҡорт дәүләт педагогия институтының Сибай факультеты деканы Раил Сәлихов булды. Ул - Темәс ауылы егете, философия фәндәре кандидаты. Элек Сибай-Өфө поезы Магнитогорскийҙа бер сәғәттәй туҡтай торғайны. Шул ваҡытта тәүгә осраштым мин уның менән. Шунда ул мине тәбиғәт фәндәренән уҡытырға саҡырҙы. Эшкә тип килһәм, декан футбол уйнағанда аяғын һындырған да, уның урынына Вәкил Исмәғил улы Хажинды билдәләгәндәр ине. Уның менән бергәләп эшләп алып киттек. Бер көн уға, әйҙә, биология факультеты асайыҡ, тим. Әйҙә, ти. Ул авантюрист, шәп кеше! БДПИ ректорына хат яҙып, мөрәжәғәт иттек, улар рөхсәт бирҙеләр. Әлбиттә, Вәкил Исмәғил улына Өфө юлын йыш тапарға тура килде. Уның кеүек үткер кешеләр һәр саҡ кәрәк. Һөҙөмтәлә, 1994/95 уҡыу йылына тәүге төркөмгә 25 студент ҡабул иттек. Хәҙер шул төркөмдә уҡыған биология фәндәре докторы Илгиз Вәрис улы Һөйөндөков биология факультетының деканы булып эшләп йөрөй. Шул уҡ төркөмдән икенсе фән докторыбыҙ Резеда Фирғәт ҡыҙы Хәсәнова (Хисмәтуллина) Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайланды. Факультетты асҡан ваҡытта ҡала башлығы Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов: "Кемде кәрәк тип табаһың, уҡытыусыларҙы үҙең һайла", - тине һәм саҡырған кешеләрҙең бөтәһенә лә фатир бирҙе. Шулай башланып киткәйне институттағы биология факультетының тарихы. Әлеге көндә ун аспирантымдың туғыҙы биология фәндәре кандидаттары, береһе әлегә яҡламаған. Ошо кимәлдән төшмәһәк, бик тә һәйбәт. Өфөләге университеттың биология факультетындағы уҡытыусылар беҙҙең студенттарҙы юғары баһалай. Сәбәбе ябай: беҙ аҡса өсөн генә эшләмәйбеҙ, уҡытыусыларыбыҙ ныҡ тырыштар, гражданлыҡ позицияларын төптән аңлап эшләйҙәр. Шуға мин ныҡ ғорурланам һәм эшемдән ҡәнәғәтмен.

Япондар килеп...

80-се йылдарҙың аҙағында япондар башҡорт ғаиләләре тураһында документаль фильм төшөрөргә килде. Уларҙың маҡсаты Рәсәйҙең киләсәге бармы-юҡмы, ғаилә йолалары дауам итәме, балалары нисек тәрбиәләнә, улар киләсәктә кем булырҙар, тигән һорауҙарға яуап эҙләү ине. Тәҡдим иткән 5-6 ғаилә араһынан былар ни ғиллә менәндер беҙҙе һайлағандар һәм яҙ, йәй, көҙ көндәре килеп, беҙҙе фильмгә төшөрҙөләр. Туған ауылым Татлыбайҙағы тау башына менеп ҡурай уйнауымды яҙҙырып алдылар. Урал улымдың Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә уйнағанын да төшөргәндәр. Бер үк көйҙө нисек уйнауыбыҙҙы, хронометражы тура киләме икәнен тикшергәндәр. Әлбиттә, беҙҙең ҡурайҙа уйнауыбыҙ тап-таман тура килгән. Шулай итеп, япондар атанан күргән уҡ юнғанды үҙҙәренсә иҫбат иткәндәр. Тимәк, уларса башҡорт ғаиләләрендә йолалар һәйбәт һаҡлана.

Балалар һәм баланан татлылар

Өс балабыҙ бар. Урал улым медицина институтын бөттө, ун йыл күҙ ауырыуҙары институтында эшләне. Хәҙер үҙенең "Очки мира" тип аталған сифатлы күҙлектәр етештереүсе шәхси эше бар. Ике ҡыҙыбыҙҙың өлкәне Гөлнәзирә Сибай институтын тамамланы, педагогия фәндәре кандидаты, доцент. Уны билдәле психолог-блогер булараҡ яҡшы беләләр. Бәләкәй ҡыҙыбыҙ Айһылыу ҙа беҙҙең Сибай институтында уҡыны. Аҙаҡ Женевала университет тамамлап, әлеге көндә Берләшкән милләттәр ойошмаһында эшләй, үҙенең эш йүнәлеше буйынса 46 илдә шәхсән проекттарын булдырған. Француз егетенә кейәүгә бирҙек. Ул беҙҙең менән хәҙер башҡортса һөйләшә, беҙгә, ҡайным, ҡәйнәм тип өндәшә, башҡортса йырлай. Биш ейән-ейәнсәребеҙ бар. Гөлнәзирәнең ҡыҙы Миләүшә бейеү буйынса Нуриев исемендәге Өфө сәнғәт колледжын, аҙаҡ хореография буйынса институт бөттө, хәҙерге көндә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында эшләй, матур-матур бейеүҙәр ҡуя. Ейәнебеҙ Йыһанур әле колледжда ашнаҡсыға уҡый. Ялдарында ҡартәсәй, ҡартатай, тип килә һалып етә, хәленән килгәнсә беҙгә ярҙам итә. Уның дизайн буйынса ла һәләте бар, төрлөсә кейемдәр тегеп, шуларҙы һатып аҡса эшләй. Уралдың өлкән улы Искәндәр шәхси эшен асып йөрөй. Бүләсәребеҙ Тәлғәт мең йыллыҡ тарихы булған Прага университетын тамамлап, ашамлыҡтар етештергән кулинар предприятиела эксперт булып эшләй. Ҡытайҙа эшләп, ҡытай телен үҙләштергәйне, хәҙер чех телен өйрәнә. Өфө ҡыҙына өйләнде, былтыр Төркиәлә туйҙары булды. Атаһынан күреп, ҡурайҙа уйнай. Бәләкәй ҡыҙҙары Әйшә быйыл унынсы класта уҡый. Аллаһҡа шөкөр, бөтәһе лә һәйбәт!

Шулай итеп...
Профессор булыу ҡатмарлы фән юлын үтеү генә түгелдер ул. Профессор булыр өсөн профессор булып тыуыу кәрәктер, ғәмһеҙ бала саҡта ла, ауыҙлыҡһыҙ егет ҡоронда ла, ғөмүмән, ҡайҙа йәшәүеңә, ниндәй мөхиттә тәрбиәләнеүеңә ҡарамай, тәбиғәт биргән юғары аура эсендә ғүмер буйы өлөшөңә төшкән вазифаға тоғро булып йәшәүҙән киләлер ул.

Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 28 март – 3 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.25 | Ҡаралған: 173

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 3 июндән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru