«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һин китап уҡыйһыңмы? Балаларың уҡыймы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҠШЫЛЫҠ ЙӘШӘГӘН ЕРҘӘ ТОРМОШ УСАҒЫ ҺҮНМӘҪ
+  - 


Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, юғары категориялы уҡытыусы, "2014 йыл" премияһы лауреаты, АҠШ-та үткән халыҡ-ара "New York Realism" конкурсы призеры, "Rusha" студияһы етәксеһе Раушания БӘҘРЕТДИНОВАның Республика Милли музейында "Емеш" тип аталған картиналар күргәҙмәһе асылды. Экспозиция тарих менән бөгөнгөнө бәйләй, заман ҡуйған һорауҙарға яуап бирә, һәм тағы бер тапҡыр, яҡшылыҡ, мөхәббәт йәшәгән ерҙә тормош усағы бер ҡасан да һүнмәйәсәк, тигән хәҡиҡәтте раҫлай.

Раушания, һынлы сәнғәт юлына нисек килдең, ул бала саҡ хыялы инеме, әллә ниндәйҙер осраҡлылыҡ ярҙам иттеме? Атай-әсәйҙең дә һөнәре балаға тормош юлын һайларға ярҙам итә торған...

- Минең алдымда: "Кем булырға?" тигән һорау торманы ла шикелле, сөнки үҙем иҫ белгәндән һәр саҡ һүрәт төшөрә инем. Минең атай-әсәйем дә ижади кешеләр ул. Атайым Мәсәүир тимер иретеп йәбештереүсе булып эшләһә лә, әҙәби һүҙгә ғашиҡ, үҙе лә шиғырҙар яҙа. Әсәйем Земфира ҡул эштәре менән булышырға ярата. Хәтерләйем, бәләкәй генә сағымда әсәйем миңә төрлө төҫтәге матур ҡәләмдәр һатып алып ҡайтты. Ҡыуана-ҡыуана һүрәт төшөрөргә тотондом. Күпме генә тырышһам да, сыймаҡланған ниндәйҙер дүңгәләктәрҙән башҡа бер нәмә лә килеп сыҡманы. Үҙем теләгән матур һүрәттәр килеп сыҡмағас, әлбиттә, кәйефем ныҡ төштө. Шул саҡ атайым эргәмә килде лә: "Балам, ҡара әле, бына был нимәгә оҡшаған?" - тип минең "һүрәттәремә" төртөп күрһәтте. "Оҡшаған бит, күрәһеңме шуны үҙең?" Шул саҡ минең күңел күҙем асылдымы ни, сыймаҡлаған дүңгәләктәр эсендә ниндәйҙер образдар күрә башланым. Быны хыял менән ысынбарлыҡ бергә осрашты, тип әйтә алам. Фантазиям миңә яңы донъяны асты. Ул саҡта беҙ әле ауылда йәшәй инек. Тимәк, тәбиғәт мине үҙе һүрәт төшөрөргә өйрәтте. Беҙ ҡаҙ, өйрәк бәпкәләре көтәбеҙ. Шундай саҡта үләнгә ятам да, күккә бағам. Күк йөҙөндәге болоттар ҙа миңә әллә күпме образдар бүләк итте.
Өйҙә иһә әсәйем беҙгә йоҡлар алдынан әкиәттәр уҡый торғайны. Шүрәле әле һаман да иҫемдә. Урал батырҙы әсәйемдән ишеттем. Зәйнәб Биишеваның "Кәмһетелгәндәр" романын уҡыған саҡта әсәйемдең илауы миңә ныҡ тәьҫир итте. Миңә биш йәштә саҡта беҙ Ишембай ҡалаһы эргәһендәге микрорайонға күсендек. Ул саҡта еңел булманы миңә, сөнки яңы урында бөтәһе лә урыҫса аралашалар, ә мин бер нәмә лә аңламайым. Рәсем менән мауыҡҡас, әсәйемә, мине һынлы сәнғәт мәктәбенә бирегеҙ, тинем. Ә бындай мәктәп ҡаланың үҙендә генә бар. Автобус менән барырға кәрәк, ҡай саҡ уныһы ла булмай. Шуға ҡайһы бер көндәрҙә сәнғәт мәктәбенә йәйәү йөрөргә лә тура килде. Иң мөһиме, мин үҙемдең тәүге уҡытыусымдан уңдым. Любовь Леонидовна күңелемә рәссам булыу теләген һалды. Әкиәт буйынса эшләнгән тәүге һүрәтемде күргәс, ул: "Һин танылған рәссам буласаҡһың", - тине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙе яман шештән иртә үлеп ҡалды. Вафаты алдынан ул: "Рәссам буласаҡһың, Өфөлә үҙеңдең күргәҙмәңде эшләйәсәкһең", - тип әйтеп, минән вәғәҙә алды. Тағы ла: "Һин ҡатын-ҡыҙ, буласаҡ әсә. Балалар менән өйҙә улырырға ла тура килер, шуға һынлы сәнғәт уҡытыусыһына уҡыһаң, уларға ярҙам итәсәкһең", - тине. Ысынлап та, шулай килеп сыҡты ла. Мин башта Өфөлә педагогия училищеһының һынлы сәнғәт бүлеген тамамланым. Унда барыр алдынан Любовь Леонидовна училищела эшләгән үҙенең класташы Алик Насип улына, миңә ярҙам итеүен һорап, хат ебәрҙе. Алик Вәлиуллин бик яҡшы педагог ине. Училищены тамамлағас, мотлаҡ Өфө сәнғәт академияһына уҡырға инергә кәрәклеген әйтте. Ә унда инер өсөн мин бик күп һүрәт төшөрөргә тейеш инем. Көнө-төнө шөғөлләндем, хатта уҡытыусым, минән бер нисә автопортрет эшләтер өсөн, кабинетҡа бикләп ултыртып ҡуя торғайны. Башҡа студенттар ял итә, күңел аса, ә мин рәсем төшөрөү менән шөғөлләнәм, арымай-талмай оҫталыҡты камиллаштырам.
Ысынлап та, Академияға еңел генә инеп киттем (артабан уны сәнғәт институты итеп үҙгәрттеләр). Уҡып йөрөгәндә кейәүгә сыҡтым. Беренсе курсты тамамлаған саҡта беҙҙә дизайн факультеты барлыҡҡа килде һәм мин унда ла уҡырға индем. Институтты тамамламаҫ элек Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә эш башланым. Өфөлә ҡалыу теләге ҙур ине, ләкин ярҙам итеүсе юҡ. Шул саҡта өйҙәрҙе биҙәү эшенә ең һыҙғанып тотондом. Өфөлә лә, ҡаланан ситтә лә өйҙәр биҙәнем, етмәһә, нәшриәттә эшләп йөрөйөм, йәнә лә картиналар яҙып һатам. Бына шулай тырышып, фатирлыҡ аҡса эшләй алдым. Матди хәлем бер ни тиклем нығынғас, бер ни тиклем тынысланып, тормошомдоң бер өлөшөн тик балаларыма бағышланым. Шул саҡтарҙа уҡытыу эшенә тотондом. Әммә профессиональ рәссам булыу теләге юҡҡа сыҡманы. Киреһенсә, тап ошо йүнәлештә барырға ныҡлы ҡарар иттем, былай ҙа һүрәт төшөрөүҙән айырылғаным булманы бит. Хатта саҡ ҡына һүрәт төшөрмәй торһам, ауырый башлай инем.

Һеҙҙең Зәйнәб Биишеваға арналған картиналар серияһы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, күргәҙмәнең үҙәгендә торған "Емеш" картинаһы бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Емеш-Зәйнәбтең өс ғүмер миҙгеле унда асыҡ сағыла - бәләкәс ҡыҙҙы еткән ҡыҙ ҡосаҡлаған, ҡыҙ үҙе иһә Зәйнәб инәй ҡуйынына һыйынған. Ни өсөн картиналар серияһы "Емеш" тип атала?

- Мин әйткәйнем инде, бала саҡта әсәйемдең Зәйнәб Биишева романдарын уҡып илаған саҡтары тетрәндерә ине, тип. Был миндә онотолмаҫ кисерештәр ҡалдырҙы. Шуға ла әҙибәнең ижады менән ҡыҙыҡһыныу һүрелмәне. Хәҙер ҙә бит еңел булмаған заманда йәшәйбеҙ, МХО бара. Граждандар һуғышы булмаһа ла, кемдәрҙер яҡындарын юғалта, балалар аталарын көтә. Ҡайғы, хәсрәт, өмөт - бөтәһе лә бар. Зәйнәб Биишева әҫәрҙәре бөгөн шуға ла көнүҙәк. Бына ошо күренеш күңелемдә яңғыраш алды һәм мине картиналар серияһы яҙырға этәрҙе лә инде. Емеш - ул кеше күңелендәге үҙәк, уның эсендә изгелек, яҡшылыҡ. Үҙенең эске инанысы менән Емеш ауырлыҡтарҙы йырып сыға һәм, бер нимәгә ҡарамаҫтан, тормошто, кешеләрҙе яратыуын дауам итә. Зәйнәб Абдулла ҡыҙының яҙмаларындағы "Ауыр бала саҡ һәм йәшлек йылдарын иҫләп, хәҙер шул мохтажлыҡта үҫкән кескәй ҡыҙҙы, йәғни үҙемде ҡосаҡлап яратҡым, ҡурҡма һылыу, киләсәктә барыһы ла яҡшы буласаҡ, тип йыуатҡым килә", тигән һүҙҙәр тетрәндерҙе, инде тормошта үҙ юлын, урынын тапҡан яҙыусының шул мәлдәге күңел торошон сағылдырырға теләнем.

Һеҙ һүрәттәрегеҙҙә кешенең эске донъяһын күрһәтәһегеҙ. Хис-кисерештәрҙе тәрән итеп бирә алаһығыҙ. Ниндәй ул бөгөнгө заман, Башҡортостан рәссамдары унда ниндәй урын биләй, беҙҙә һынлы сәнғәттең киләсәге бармы?

- Бар. Булмауы мөмкин түгел. Мин быны, донъя буйлап сәйәхәт итә башлағас, ныҡ аңланым. АҠШ-та үткән күргәҙмәлә алтын миҙал яулағас, мине Нью-Йоркҡа саҡырҙылар. Әйткәндәй, был миҙалды улым менән бергәләп яуланыҡ, тиһәм дә була. Сөнки ул инглиз телен камил белә һәм минең картиналарымды сайтҡа ул ебәрҙе, үҙе лә ҡатнашты. Нью-Йоркта бөтә донъя халыҡтары рәссамдары күргәҙмәһе бара ине, миңә төрлө-төрлө рәссамдарҙың картиналарын иғитибар менән өйрәнеү форсаты тейҙе. Беҙҙәге комиссиялар ил, республика кимәлендәге күргәҙмәгә эштәр һайлап алғанда рәссамға бик ҡаты талаптар ҡуя. Һәм мин әлеге халыҡ-ара күргәҙмәләге картиналарҙы ҡарап сығып, беҙҙәге комиссия күптәрен үткәрмәҫ ине, тип уйланым. Сөнки мәғәнәһенә ҡарағанда, тышҡы фактура менән мауығыусылар байтаҡ. Беҙҙең Башҡортостанда рәссамдар мәктәбе шәп. Улар реаль итеп һүрәт төшөрөү генә түгел, эске мәғәнәне, метафораны бирә алалар, символизм яҡшы үҫешкән. Халыҡ-ара баҙарҙағы күп эштәр беҙҙә үтмәҫ ине.
Фотоаппараттар барлыҡҡа килгәс тә, рәссамдарҙан "Живопистең киләсәге бармы?" тип һораусылар булған. Был һөнәр юҡҡа сығыр, тип уйлағандар. Эйе, хәҙер нейроселтәр барлыҡҡа килде, уның үҙ мөмкинлектәре бар. Ләкин һәр эшкә энергетика һалынырға тейеш, ә ҡул хеҙмәте ул һәр саҡ баһалы һәм мөһим. Шулай буласаҡ. Минең көслө остаздарым бар, уларҙан мин һаман да өйрәнәм. Картина стенаға эленгән ниндәйҙер бер биҙәк кенә түгел, ул уйландырырға, тәьҫир итергә тейеш. Картиналарыма мәғәнә һалырға тырышам, сөнки кешеләргә үҙемдең алған тәжрибәмде еткерергә, уларға ярҙам итергә теләйем. Тап үҙемдең күргән-кисергәндәрем киндергә буяу булып төшә. Мәҫәлән, "Үҙемә юл" тигән сериям бар. Унда үҙәк урынды Йән тәшкил итә. Был Йән ергә ебәрелер алдынан тормош юлында үҙе үтәсәк дәрес-һабаҡтарҙы һайлай. Түбәндә сансара тәгәрмәсе төшөрөлгән, ә кеше - тәгәрмәс эсендә, образлы итеп әйткәндә, ул ниндәйҙер ҡыйынлыҡтарҙы йырып сығырға тейеш. Ҡыйынлыҡтар тормошта сәләмәтлек, матди хәл һ.б. менән бәйле. Нимәне ҡабул итәбеҙ, үҙебеҙ аша үткәрәбеҙ - шул беҙҙе азат та итә, тормошобоҙҙо еңеләйтә.
Йәнә лә энергетик үҙәктәр тураһында "Мин - ете" тип аталған сериям бар. Һәр үҙәк ни өсөн ябыла, нимә уға асылырға ҡамасау итә, бына шуны аңлатам. Яңыраҡ "Бәхет вибрацияһы" тигән серияны тамамланым. Шәхси тормошомда ла тәрән кисерештәр, хәсрәтле мәлдәр булды. Үпкә-үкенес, яңғыҙлыҡ темаһы бер мәл алға сыҡты. Тап шул саҡта яман шеш ауырыуына ла дусар булдым. Хатта "Үлем-нөктә" йәки "Тормошто ҡайтанан аңлай башлау" тигән картиналар ҙа барлыҡҡа килде. Ошо ауыр хәлдән сығырға ярҙам иткән китаптар ҙа булды. Тап үҙемдең сирем арҡаһында рухи практика менән шөғөлләнә башланым. Йоганы өйрәнеү ярҙам итте.
Тормошто яңы кимәлгә сығып аңларға тырышам, үҙ өҫтөңә яуаплылыҡ алырға өйрәнергә, берәүгә лә үпкә һаҡламаҫҡа кәрәк. Унан инде ғилемемде нығытыр өсөн Һиндостанға, Гималайға сәфәр йөрөүҙәр башланды. Хәҙер мин арт-терапевт, инде үҙем дә башҡаларға ярҙам итәм, уҡыусыларым бар.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №12, 28 март – 3 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.25 | Ҡаралған: 137

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 3 июндән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru