«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һин китап уҡыйһыңмы? Балаларың уҡыймы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИМЕШ-МИМЕШТӘР НИСЕК ТЫУА, ЙӘҒНИ, ҺЫУҺЫЛЫУҘАР ТУРАҺЫНДА
+  - 


Бер нисә йыл элек өлкә гәзиттәребеҙҙең береһендә "һыуһылыуҙар" хаҡында бик ҡыҙыҡлы бер мәҡәлә баҫылып сыҡҡайны. Татарстандың Яр Саллы ҡалаһы янындағы бер йылғала Һыуһылыу бар имеш, хәйер бирмәйенсә һыу инергә төшкән кешене төпкә һөйрәп алып китә икән, тигән хәбәрҙе авторға шул яҡтарҙа йәшәгән бер ағай һөйләгән… Ҡасандыр енәйәтселәр тарафынан үлтерелеп, кәүҙәһе йылғаға ташланған бер һылыу ҡыҙҙың балыҡ ҡойроҡло шәүләһе әленән-әле һыу буйындағы ял итеүселәргә күренеп ҡалғылай, башлыса, иҫерек килеш һыуға төшкән ирҙәргә "һөжүм итә" икән. Шуға күрә, кешеләр башта ундағы мәсеткә инеп, был ҡыҙҙың рухына хәйер биреп, шунан һуң ғына һыу инә башлай, имеш. "…Был йылғала йыл һайын тиерлек төрлө сәбәп менән батып үлгән ирҙәрҙең кәүҙәләрен табып торалар. Уларға ла шул мәрхәмәтһеҙ әҙәмдәр ҡулынан һәләк булған ҡыҙҙың йәне сәбәпсе түгелме икән?" тигән һорау менән тамамлана шул мәҡәлә.

Бәйғәмбәр (с.ғ.с.) тыйған...

Һәр төрлө сәйер күренештәр хаҡында мин дә үҙ фекеремде белдермәк булдым. Минеңсә, ана шуның һымаҡ хәлдәрҙең сәбәбен уй-хистәргә, фараздарға артыҡ бирелмәй, дөрөҫ кенә итеп аңларға тырышырға кәрәк. Башта уға динебеҙ күҙлегенән сығып ҡарайыҡ. Үлгән кешеләрҙең йәндәре осоп йөрөй, хатта өҫтән беҙҙе күреп торалар, тигән һымаҡ хәбәрҙәрҙе минең дә ишеткеләгәнем бар ул. Әммә былар барыһы ла - уйҙырма, йәғни, буш һүҙ. Үлгәндәрҙең йәне бер ҡасан да был донъяға килеп, өҫтәүенә, башҡаларға күренеп йөрөмәй. Ошо һүҙҙәремде мәҙрәсәлә уҡып белем алған һәммә хәҙрәт раҫлар. Был донъянан киткәндәрҙең барыһының да йәне бәрзәхтә (ҡәбер менән Ҡиәмәт көнө аралығында) була. Ябай тел менән әйткәндә, үлгән кешенең йәненең "үҙ ҡайғыһы". Тере кешеләргә ул зыян да, файҙа ла эшләй алмай. Шундай-бындай хөрәфәттәргә ышаныу динебеҙҙә лә тыйыла ("хөрәфәт" ғ. - небылица). Ә ендәрҙең башҡаларҙың күҙенә ниндәйҙер ҡиәфәткә инеп (хатта әлеге үлгән кешенең төҫөн алып) күренеү ихтималлығы юҡ түгел. Ен, шайтандар - хөрәфәткә һаналмай, уларҙың Ер йөҙөндә барлығы хаҡында Ҡөрьән аяттары, Бәйғәмбәр (с.ғ.с.) хәҙистәре бихисап. Бик һирәк кенә булһа ла әҙәм балаһының күҙенә лә күренеүсән улар. Һәр саҡ инсандарҙы юлдан яҙҙырырға әҙер йөрөүсе шайтандар хатта үәсүәсә ҡылып (урыҫса - нашептывать), ниндәйҙер мәғлүмәтте кешенең аңына һеңдереүгә лә һәләтле. Ошо хаҡта ла Бәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.) хәҙистәре бар. Әлеге мәҡәләлә һөйләнгән "төп героиня" - һыу инәһе лә тап ана шул шайтан ғәләмәте булһа кәрәк.

Күп эскәндәр һыуға бата…

Икенсенән, үҙ-үҙебеҙгә тағы шундай һорау бирәйек әле: ни өсөн әлеге һыуһылыу башлыса "иҫерек кешеләрҙе батыра"? Мин табип булараҡ аңлатайым быны. Тәндәге ҡан тамырҙары алкоголь тәьҫиренән киңәйеүсән була, ә һалҡын һыу, киреһенсә, тамыр стенкаларын тартылдырып, тарайыуға килтерә. Бына шул мәл эскән килеш һыуға төшкән кешенең ҡан әйләнеше системаһы эшмәкәрлегендә "дисгармония" барлыҡҡа килә, йәғни, капиллярҙар тәртипһеҙ рәүештә тарая һәм киңәйә башлай. Тән буйлатып ҡанды йөрөтөүсе "насос" вазифаһын башҡарған йөрәкте лә тап ана шул ҡан тамырҙарының иң баш бер өлөшө тип ҡарау кәрәк. Киңәйтеүсе һәм тарайтыусы булған ҡапма-ҡаршы ике факторҙың бер юлы тәьҫир итеүе йөрәк мускулатураһы епсәләренең дә тартылыу ритмын боҙа. Шул сәбәпле, ғүмер буйы ялһыҙ эшләп торған был ағзаның кинәт кенә… "мәңгелек ялға" китеүе ихтимал. Һыуға иҫерек килеш төшкән кешенең әлеге Мәлекәс йылғаһында түгел, Димдә, Һаҡмарҙа, Ағиҙелдә, хатта Ҡара диңгеҙҙә лә батыуы ғәжәп түгел. Эскән кешеләрҙең һыуҙа ошондай фажиғәләргә юлығыу осрағының йыш булыуын медицина ғалимдары бына шулай аңлата. Элегерәк мин йәшәгән ҡала ситендәге быуала илле йәштәр тирәһендәге бер ир батып үлде. Хатта уны "батып үлгән" тип әйтеү ҙә килешмәҫ, сөнки ул тәрәнгә лә түгел, тик күкрәгенә ҡәҙәр кенә һыуға төшөп өлгөргән. Шунан, әлеге әйткәндәй, йөрәге туҡтап, һап һай һыуға йығылған…. Ә статистикаға күҙ һалһаҡ, Рәсәйҙә һыуға батып һәләк булған һәр өс кешенең береһе - иҫерек була икән! Эскән килеш һыу буйына барырға яратҡандар өсөн был бик етди иҫкәртеү. Бынан тыш, артыҡ күп эсергә яратҡан, айырыуса, хроник алкоголизм менән сирлеләрҙең күҙенә һәр төрлө галлюцинациялар (имәнес йән эйәләре, шулай уҡ, һылыу ҡыҙҙар ҙа) күренеүе ихтимал.
Өсөнсөнән, кешеләр араһында ниндәйҙер бер хәбәр китһә, бер-береһенә матурлап, бер аҙ "етешмәгән" урындарын өҫтәй биреп һөйләй торғас, ул бик ҡыҙыҡлы хикәйәткә лә әйләнә. Әлеге авторға ла теге ағайҙың шундай яҡшы, оҫта итеп итеп һөйләгәне тойола. Мин элек оҙайлы хәрби хеҙмәттә саҡта беҙҙең гарнизон бассейнында ете-һигеҙ йәштәрҙәге бер ҡыҙ бала батып үлгәйне. Уның тураһында ла шундайыраҡ имеш-мимештәр сығып китте. Йәнәһе лә, төндә, кешеләр таралышып бөткәс, бассейн буйлап әлеге ҡыҙҙың шәүләһе йөрөй икән… Төнө буйы шунда дежурҙа булған һалдаттарҙы шаяртыр, әллә ҡурҡытыр өсөнмөлөр, был хөрәфәтте кемдер берәү уйлап сығарған буғай. Ә һалдаттар уны бер ҡасан да күрмәгән!

Минең дә күргәнем бар ул!

Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ә бит һыуһылыуҙы ҡасандыр минең дә күргәнем бар! Хатта шәүлә лә түгел, ә теп-тереһен! Башта иҫкә алған мәҡәләне автор "үҙ ҡолағы менән ишеткән" хәбәргә нигеҙләнеп яҙған булһа, минең үҙ күҙҙәрем менән күргәнем хаҡында һөйләргә ниәтем. Әлеге хәрби хеҙмәт мәлендә булды был хәл. Йәш саҡ. Һәр таң һайын спорт кейемдәремде кейеп алып, сәғәт биштәр тирәһендә хәрби ҡаласыҡ ситендәге Фазанка тигән күл буйында һәлпәңләп кенә йүгереп йөрөргә ярата торғайным. Бер аҙ йүгереп, йоҡо асылып, тәндәр апаруҡ ҡына ҡыҙып алғас, яңы тыуып килгән таң нурына мансылып, тағы ла матурланып киткән күлдең һалҡынса көмөш һыуын сәсрәтә-сәсрәтә, бер килке йөҙөп алыуҙары үҙе ни тора! Был юлы ла, бер саҡрымдай араны йүгереп үтеп, "һә" тигәнсе һыу буйына килеп тә еттем. Тирә-яҡ тып-тын. "Өф" тигән ел дә юҡ. Бар тәбиғәт, йоҡоһонан уянырға теләмәгән сабый кеүек, тынып ҡалған. Таң ҡыҙылына буялған күк йөҙө көҙгө кеүек ялтырап ятҡан һыу өҫтөнә бөтөнләйгә төшкәнме ни! Тик күл уртаһында йөҙөп йөрөгән ике пар ҡыр өйрәге генә һирәк-һаяҡ сумып, түңәрәк тулҡындар яһап, һыу өҫтөн бер аҙ ғына һырландырып ҡуя.
Тәбиғәттең матурлығына хозурлана-хозурлана, күлдәге өйрәктәрҙе ҡурҡытмаҫ өсөн шым ғына сисенеп ташланым да, сирҡаныс алырға аяҡтарҙы һалҡын һыуға тейҙерҙем. Шул саҡ ҡапыл һулдараҡ ҡамыштар яғында еңелсә һыу шаптырҙағандай булды, һәм мин шул яҡҡа боролоп ҡараным. Сеү! Һыу ситендәге ҡамышлыҡҡа нисек бығаса иғтибар итмәгәнмен? Йөрәгем "табаныма төштө"! Яр ситендә үҫкән күрән, ҡамыш араһында бер аҙ һыу эсенән сығып торған таш өҫтөндә күлгә ҡарап, ысынлап та, бер ҡыҙ ултыра ине. Алтындай һары оҙон сәстәрен иңбашына таратып ебәргән. "Идеаль" һынлы, шәп-шәрә был гүзәл зат ике ҡулы менән яңағына таянған килеш хәрәкәтһеҙ, өнһөҙ ултыра бирә. Аяҡтары тубыҡ биләменән һыу эсендә. Ә бәлки… ҡойроғолор? Ҡайһы бер кешеләр араһында шундай-бындай шомло хәбәрҙәр тигенгә генә йөрөмәй икән дә баһа! Ә мин, "теләһә ниндәй юҡ-бар" тип, уларға һис ышанмаған булам…
Күл һыуы тәнемде һалҡынлығы менән өтөп алғандай булды. Ярамаған нәмәгә ҡараған бала кеүек, дер ҡалтырап, үҙем һыуһылыуҙан күҙҙәремде алмайынса, әкрен генә ҡабаттан яр башына сығып, шортымды кейә башланым. Һыу төшөү ҡайғыһы китте, малай! "Нишләп кенә бында килдем икән, - тигән көнгә төштөм, - спортсмен имеш..." Бер-ике секунд эсендә һыу аҫты батшалығы хаҡында бала саҡта ишеткән әллә ниндәй ҡурҡыныс шомло әкиәттәрҙе лә иҫләп алдым. Йәрәгемдең дөп-дөп тибеүе хатта был "әкиәт һылыуҡайына" ла ишетеләлер кеүек тойола.
Ҡалтырана-ҡалтырана шортымдың бер балағын кейеүем булды, теге ҡыҙ миңә табан боролмаһынмы! "Бөттө баш!" мин әйтәм. Ҡуҙғалырлыҡ, йә ниҙер ҡылырлыҡ хәл-әмәлем дә юҡ. Яртылаш кейенгән көйө ҡатып ҡалдым: күҙҙәре лә күҙҙәре! Бер ҡарауҙа һәр ир затын ғашиҡ итерлек һылыу йөҙлө шундай сибәркәйҙән дә ҡурҡыр көнөм бар икән! Егеттәргә һөйләһәң, оят! Ҡыйылып киткән ҡаштары аҫтынан осҡон сәсеп торған оҙон керпекле зәңгәр күҙҙәре менән мине баштан-аяҡ һөҙөп ҡарап алды ла был "һыу инәһе", ахырҙа, телгә килде:
- Закурить не найдется, мужчина?
Йөрәгемә шундуҡ йылы йүгерҙе. "Уф-ф-ф-ф!" Минең нисек иркен итеп тын алғанымды күҙ алдына килтерә алаһығыҙҙыр, моғайын. Ҡыҙҙың һорауына яуап бирергә лә онотоп, йәһәт кенә шортымды кейеп бөттөм. "Әй, үҙебеҙҙең ер һылыуы икән дә баһа", тигән шатлыҡлы уй менән йән фарман өйгә ҡарай һыпырттым.
Ҡайтҡас та ошо мажарамды хәләл ефетемә һөйләп бирә һалдым. "Тағын да күберәк шул күл яғына йөрөй бирһәң, әллә ниндәй бапаҡтарға ла юлығырһың әле, Зәйәтүләк...", - тип уйынлы-ысынлы киҫәтеп ҡуйҙы ҡатыным.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

"Киске Өфө" гәзите, №12, 28 март – 3 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.25 | Ҡаралған: 256

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 3 июндән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru