
Күңелемдә күптән бер һуғыш тарихы йөрөй. Уныһы ла телдән-телгә күсеп килеп еткән. Мине әҙәби әҫәр итеп яҙыр типтер инде, бер апай һөйләгәйне. Уға ҡасандыр журналистика өлкәһендә эшләгән икенсе апай һөйләгән. Ул апайға алтмышынсы йылдарҙа бер һуғыш ветераны булған олатай һөйләп киткән. Көн дә гәзиткә эшкә барған ҡатынды шул тирәлә йәшәгән һәм йыш ҡына урамда осрашып һаулашып йөрөгән бер бабай туҡтатҡан да: "Ҡыҙым, һин бит гәзит кешеһе, һиңә һөйләр һүҙем бар", - тигән. Апай тыңлаған, әммә ул заманда был тарихты гәзиткә сығарырға батырсылығы етмәгән. Яҙған хәлдә лә, әҙәм ышанмаҫ йәки үткәрмәҫтәр ине. Унан һуңғы апай ҙа, "Һөйләп тә, яҙып та уҡыусыны ышандыра алмам, тип уйланым", - тип, миңә еткерҙе. Хәл ошолай булған.
Төпкөл башҡорт ауылынан һуғышҡа алынған йәш башҡорт егете үҙ ғәскәрендә райондашы менән бергә тура килә. Ике башҡорт һәр ваҡыт бергә булырға тырыша, бер-береһенә тыныс тормоштағы хәл-әүәлдәрен, туған-тумасаларын һөйләп, уртаҡ таныштарын асыҡлап, бөтөнләй яҡынлашып бөтәләр. Һуғыштың иң ҡырҡыу мәлдәрендә, беҙҙекеләрҙең әле сигенеү осоронда, бер бик ҡаты алышта еңелергә тура килгәндә, совет һалдаттарының бер төркөмө, ҡамауҙа ҡалып, пленгә эләгә. Шулар араһында теге ике башҡорт та булып сыға.
Ҡулға алынған һалдаттарҙы ҡыуып, фашистар территорияһындағы ауылға алып килеп, һарайға ябалар. Унан башлана һорау алыуҙар, язалауҙар. Рухтары йомшағыраҡ булғандар бер-ике көн туҡмалыуҙан һына, бөтөн белгәндәрен һөйләй, иптәштәрен һата башлай. Үкенескә ҡаршы, беҙгә билдәле геройҙың да райондашы шулай итә. Уның һөйләгәнен ишеткән был егет, асыуына түҙмәй, башҡортсалап һүгенеп, уны әрләй. Хатта түҙмәй йүгереп килеп һуғып та ебәрә. Ике башҡорт, башҡортсалап һүгенешеп-ҡысҡырышып, һорау алыусы ниместәрҙе аптыратып, көрмәкләшеп китәләр. Быны ҡыҙыҡ күргән язалаусылар, хәҙер быларҙы һөсләтә-һөсләтә һуғыштыра. Арығансы айҡаша был икәү. Саҡ айырып алалар. Бынан ары был ике әсирҙе бер һарайҙа тотоу мөмкин булмай башлай. Беҙҙең герой милләттәшенең һатлыҡ йәнлеген күтәрә алмай, ошонда үлтереп китәм, тип бара ла йәбешә икән. Язалау отряды башлығы, уларҙың был ҡыйнашыуын, туҡтауһыҙ һүҙ көрәштереүен күҙәтә торғас, һорай икән: "Һеҙ кемдәр, ниндәй милләт?" "Башҡорттар", - тип яуаплай егет. "Ни өсөн башҡа һатылыусыларҙы тыймайһың, бында бит бер һинең дуҫың ғына һөйләмәй, башҡалар ҙа бар", - ти икән немец офицеры. "Башҡорт һатлыҡ йән булырға тейеш түгел, беҙ батыр халыҡ", - тигән уға егет.
Тотҡондарҙы айырып бикләгәндәр хәҙер. Шунда ла ҡыҙыҡ күреп, ваҡыты-ваҡыты менән сығарып, һуғыштырып алғандар. Әтәс уйыны кеүек күрептер инде. Ике бер милләт кешеһенең тотҡонлоҡта, тере ҡалыуға бер өмөт булмаған ерҙә, үҙҙәре язалаған, туҡмалған хәлдә лә, ниндәйҙер намыҫ төшөнсәләре сиктәрендә аймылыш булып, шулай алҡымдарынан алышҡаны был ят халыҡҡа аңлашылмай, әлбиттә. Улар быны уйын итеп кенә күрә.
Бер көн төндә беҙҙең геройҙы әлеге немец офицеры саҡыртып ала. Саҡырта ла, бөтөнләй әҙәм ышанмаҫ тарих һөйләй. "Минең ысын исемем Моратулла. Мин беренсе Ватан һуғышынан Германияла әсирҙә ҡалған башҡорт һалдатының улымын (атаһының исемен дә әйтә, тик герой уны онота). Әсәйем немка. Атайымдың тыуған төбәген асыҡ ҡына белмәйем, артыҡ ҡыҙыҡһынғаным булманы бала саҡта. Ҡустым бар, уның исеме Абдулла. Тик документтар буйынса беребеҙ Марат, икенсебеҙ Альберт булып киттек. Атайым иртә үлде, оҙаҡ ауырып ятты. Шул ятҡанында, үлерен белгәстер инде, мине саҡыртып алып былай тине: "Улым, мин тыуған илемде һағыныуҙан үләм. Ғүмер буйы төшөмә шундай күренеш инде: далала таң ата, ҡыҙарып ҡына ҡояш күтәрелә, ҡолағыма ат тояғы тауышы ишетелә, бына һыбайлы ла күренә, ул дыулап сабып килә, ҡараһам, ул сапҡын мин үҙем икән. Йөрәгем шундай елкенә, ҡаным уйнай, күңелем өҫкә-күккә күтәрелә, мин сабам, сабам, сабам... Уянһам, быларҙың береһе лә юҡ. Һығылып илайым..."
Ошо ваҡиғанан һуң күп йылдар үтте, мин хәрби уҡыуға индем, хеҙмәт иттем, һуғыш башланғас, һуғышҡа алындым. Атайымдың кем булыуын берәүгә лә һөйләмәнем, үҙем дә уны юғалған индеец ҡәбиләһе вәкиле кеүек кенә ҡабул итә инем. Әммә уның ҡаны үҙенең барлығын һиҙҙерҙе. Һуңғы йылдарҙа мине ҡайҙалыр нимәлер тарта. Хатта һуғышҡа ла, бәлки, ана шул саҡырған нәмәне табырмын кеүек булып сыҡҡайным. Йыш ҡына атайымдың төшөн күрәм: далала атта сабам, сабам, сабам... Йөрәгем тулай, ҡаным ярһый... Ә асылда атҡа яҡын барғаным да юҡ.
Һин минең атайымды хәтерләтәһең. Уның шулай тыуған илем, ватаным, тип йән атыуы, ғүмер буйы шул һөйөүенә тоғро булыуы, хатта шул тип һарағайып үлеүе лә, әлеге һинең йәнең ҡыл өҫтөндә көйө өҙөшөүеңә оҡшағайны. Атайым рухына хөрмәт йөҙөнән мин һине ебәрәм. Һин, әгәр тере ҡайтһаң, үҙ илеңдә ошо хаҡта һөйлә, йәме. Илеңә әйт, һинең шундай-шундай улың, һиңә тоғро үлде, тиген..."
Немец офицерының хәбәрен нисек ҡабул итергә лә белмәй һалдат. Алдайҙыр, атыр алдынан албырғаталыр, тип уйлай. Офицер уны алып сығып, ауыл ситенәсә оҙатып, йүнәлеш биреп ебәргәс тә, ана атыр, бына атыр, тип килә. Шулайтып алыҫлашып барып, күҙҙән юғала. Үҙебеҙҙекеләргә юлыҡҡансы, бәрелеш эсенә эләгеп, ҡаты яралана. Контузия хәлендә госпиталгә килеп эләгә. Шунда ауыр хәлдә ошо тарихты үҙенә операция яһаған хирургка һөйләй. Врач иһә, был хаҡта берәүгә лә, бер ваҡытта ла һөйләмәҫкә кәңәш итә. "Бының өсөн һине тотоп атасаҡтар", - тип киҫәтә.
Һуғыш тамамланғас, райондашының ғаиләһен барып таба, уның менән бергә булыуын, батыр һалдат булып һуғышып, ҡаты алыштарҙың береһендә батырҙарса һәләк булып ҡалыуын һөйләй. Аҙаҡ оҙаҡ йылдар ғаиләһенә ярҙам итеп, балалары менән аралашып йәшәй...
Бөгөн инде ул ҡарт һалдаттың булмағанына ла тиҫтәләгән йылдар. Ул был хәлде тәүге апайға һөйләгәндә, бик өҙгөләнеп, ошо хаҡта белдертергә теләп һөйләгән, тиҙәр. "Һеңлем, яҙ әле, бәлки, шул ситтә йәшәп үлгән һалдаттың зат-ырыуы уҡыр һәм минең сәләмде ҡабул итер", - тип әйткән булған имеш ул.
Бөйөк Еңеүҙең сираттағы байрамы алдынан был телдән-телгә күсеп килеп еткән тарих, тыуған ерҙәренән ситтә ҡалған башҡорт яугирҙарының һынмаҫ рухы, һөйөү тулы сәләме булып ҡабул ителһен ине.
З. СӘҒИТОВА.
Белорет районы.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 9 - 15 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА