
(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)
А.П. Безак
(1860 - 1864 йылдарҙа губернатор булған)
Катениндан һуң генерал-губернатор вазифаһына Александр Павлович Безак тәғәйенләнә. 1860 йылдың аҙағында, Ырымбурға килеү менән үк, үҙ өйөнөң залында хеҙмәткәрҙәрҙе ҡабул иткәнендә төбәк менән либераль башланғыстарҙа идара итәсәге хаҡында белдерә. Ул ошо юҫыҡта тейешле реформалар үткәреү кәрәклеге, Петербургтан белемле чиновниктар саҡырыласағы, вазифаларға тәғәйенләгән саҡта һәр бер кеше бар яҡтан да тикшерелгәндән һуң ғына ҡуйыласағы хаҡында һөйләй, сөнки шулай булмағанда эшкә лә зыян килә, вазифа биләгән кешене алыштырған саҡта ул да уңайһыҙ хәлдә ҡаласаҡ.
Катенин ваҡытында барса мөһим саралар махсус комитеттарҙа тикшерелә, быға эштәрҙе яҡшы белгән кешеләр йәлеп ителә, шунан һуң уларҙың тәҡдимдәре генерал-губернатор үҙе етәкләгән махсус комитетҡа тапшырала торғайны. Безак был комитетарҙы юҡ итте.
Безак үҙ тормошонда һәр эште алдан уҡ уйлап, иҫәп-хисап менән генә башҡарған кешеләрҙән булды, ул артыҡ-бортоҡлоҡҡа юл ҡуймайны. Ул үҙе янындағы хеҙмәткәрҙәрҙән һәм юғары начальниктарҙан да ошоно талап итте; шуға күрә Ырымбурҙа шәхси тормош тарая бирҙе, бал һәм кисәләр уҙғарыу ҙа ҡыҫҡарҙы. Катенин ваҡытында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла тейәрлек китеп бөттө: Столыпин Уральскийҙан китте, граф Толстой Ырымбур ғәскәренең наказной атаманы вазифаһынан бушатылды; уның урынын полковник Петр Васильевич Зварыкин алды. Ырымбур ҡырғыҙҙары менән идара итеүсе Григорьев урынан көслөк менән төшөрөлдө, ул хатта батша ғали йәнәптәренә ғәҙелһеҙлек хаҡында ялыу ебәрә. Петербургҡа ҡайтҡас, уға 300 һумлыҡ пенсия менән отставкаға ебәрелеүе хаҡында әйтәләр. Ул һуңынан Санкт-Петербург университетында көнсығыш телдәре профессоры дәрәжәһенә өлгәшә, аҙаҡ Перовскийҙа эшләй, бер үк ваҡытта генерал-адъютант Тимашев янында Эске эштәр министерлығының цензура комитеты рәйесе һәм "Правительственный Вестник" гәзите мөхәррире була. Мин уның менән Петербургта осрашҡан саҡта ул Безак баҫымын ныҡ ауыр кисереүе хаҡында һөйләне.
Яңы ғына хәрби министр итеп тәғәйенләнгән генерал-адъютант Милютин башҡорт ғәскәрен үҙгәртеп ҡороу хаҡында рәсми хат менән Безакҡа мөрәжәғәт итә, ул ғәскәрҙең әлеге хәлендә файҙаһыҙ булыуы хаҡында яҙа. Башҡорт ғәскәре менән идара итеү эшенең ҡыйынлығын һәм яңы реформаның уңышһыҙ булыу мөмкинлеген иҫәпкә алып, башҡорт ғәскәре менән командалыҡ иткән генерал Тетеревников Ырымбур линия батальондарынан төҙөлгән 23-сө пехота дивизияһы начальнигы итеп тәғәйенләнә һәм ҡалала тороп ҡала, тик Ҡаруанһарайҙан хәҙер граждан гимназияһы пансионы урынлашҡан ҡаҙна йортона күсергә мәжбүр була. Тетеревников урынына полковник Богуславский ҡуйыла, һуңғыһының урынын Безак үҙенең кейәүенә - кенәз Трубецкойға бирә. Ул ике йыл эсендә прапорщиктан Ырымбур казак ғәскәре есаулы дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Шулай итеп, идаралығының тәүге ике йылында Безак төп етәкселәр урындарына үҙе һайлап алған кешеләрҙе ҡуя, ә был фаланга бер ауыҙҙан Александр Павловичты маҡтап ҡына тора. Безак үҙенең икенсе кейәүе Галкинды Ырымбур ҡырғыҙҙары идарасыһы ярҙамсыһы итеп ҡуя, был вазифаны биләгән Лев Николаевича Плотниковты, юғары белеме булмауына һылтанып, махсус бурыстар буйынса чиновник итеп кенә ҡалдыра: йәнәһе, министерлыҡтарҙа Безакҡа урындағы төп начальниктарға ярҙамсы итеп йәш һәм белемле кешеләрҙе ҡуйырға ҡушылған була.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №20, 23 - 29 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|