
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Художестволар академияһы президенты Василий Церетели менән осрашты һәм Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау мәсьәләһе тураһында һөйләште.
- Салауат Юлаев һәйкәле беҙҙең республиканың үҙенсәлекле байлығы, - тине Радий Фәрит улы. - Ул үҙенә күрә бер символ, халыҡтың рухы. Һәйкәл беҙҙең гербта ла һүрәтләнгән. Хәҙер монумент авария хәлендә - был беҙҙе бик борсой. Бик күп ҡатмарлы һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар булды, йәмәғәтселекте һәйкәлгә реставрация талап ителеүенә ышандыра алдыҡ. Техник экспертизабыҙ әҙер, алда торған план - эш башлауға рөхсәт алыу. Махсус комиссия йәмәғәт күҙәтеүе менән шөғөлләнәсәк. Һеҙҙең теләктәшлек өсөн рәхмәтлебеҙ, һәйкәлде реставрациялауҙа туранан-тура ҡатнашыуығыҙға иҫәп тотабыҙ.
Василий Церетели ышаныс белдереүгә рәхмәт әйтте һәм, Салауат һәйкәлен реставрациялауға Рәсәй Художестволар академияһының иң көслө белгестәре йәлеп ителәсәк, тип белдерҙе.
Түбәндә журналист һорауҙарына Рәсәй Художестволар академияһы президенты Василий Церетели һәм Рәсәй Художестволар академиһы академигы Александр Мирианашвили яуап бирә.
Василий Зурабович, һеҙ Рәсәйҙәге күп кенә билдәле һәйкәлдәрҙе яңыртыуҙа ҡатнашҡанһығыҙ. Хәҙер, республика етәкселеге менән килешеү буйынса, Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауҙа ҡатнашырға йыйынаһығыҙ. Һеҙҙең миссия нимәлә һәм ни өсөн тап хәҙер эштәрҙе башлау мөһим?
Василий Церетели: Беләһегеҙме, Рәсәй Художестволар академияһы - илебеҙҙең иң күренекле рәссамдарын, архитекторҙарын, сәнғәт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен берләштергән төп академия. Башҡортостан Башлығына беҙҙе был проектҡа консультант итеп саҡырған өсөн рәхмәтлебеҙ. Был бөтә ил өсөн мөһим миссия, сөнки Салауат һәйкәле - беҙҙең барыбыҙ өсөн дә мираҫ, һәм был бөйөк монумент өҫтөндә иң тәжрибәле белгестәр эшләһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Беҙҙең тәжрибә ҙур, Храм Христа Спасителя кимәлендәге күп ҡомартҡыларҙы реставрациялауҙа ҡатнаштыҡ, улар илдә генә түгел, ситтә лә эшләнде - шуға күрә был эш иң юғары кимәлдә башҡарылыр. Һеҙ, был эш кәрәкме, тип һорайһығыҙ. Тикшеренеүҙәр бер нисә йыл барҙы, һәм һәйкәлгә реставрация талап ителеүе асыҡланды. Эске конструкцияларға тиҙҙән 60 йыл була, улар ҙа яңыртыуға мохтаж. Реставрация мотлаҡ буласаҡ. Шикләнмәгеҙ, был - бөйөк сәнғәт әҫәре һәм республика символы, эштәр лайыҡлы кимәлдә башҡарылыр, тип ышандырам.
Ә консультация нимәнән ғибәрәт? Һеҙ нимәләр эшләйәсәкһегеҙ?
Василий Церетели: Рәсәй Художестволар академияһы тәү сиратта эксперт булараҡ сығыш яһай. Беҙ барыһын да, һәр деталде, һәйкәл өҫтөндә эшләргә рөхсәт ителгән кешеләрҙе, белгестәрҙе контролдә тотасаҡбыҙ. Иң яҡшы белгестәр һайлап алынған, улар Фәнни-тикшереү реставрация институты менән бергә билдәләнгән. Академияның, дәүләт учреждениеһы булараҡ, ғилми-тикшеренеү институты бар, беҙ илдең иң күренекле шәхестәрен берләштерәбеҙ, шуға күрә был эшкә айырыуса яуаплылыҡ менән ҡарайбыҙ.
Александр Гурамович, эштең төп ҡатмарлығы нимәлә һәм реставрация сифатлы, ваҡытында үтһен өсөн нимә эшләргә кәрәк?
Александр Мирианашвили: Реставрация - һәр ваҡыт ҡатмарлы процесс. Айырыуса Салауат Юлаев һәйкәле кеүек уникаль объект менән эш иткәндә ауырлыҡтар йыш тыуа. Ул 60 йылға яҡын тора. Айырыуса тимер өлөшө ныҡ ҡына зыян күргән икәне күренә. Күптән түгел скульптураның эске яғы тикшерелде, унда ла ярыҡтар бар, бигерәк тә тимер конструкцияны тоташтырған урындар ныҡ зыян күргән. Былар барыһы ла ентекле эшкәртеүҙе, яңыртыуҙы талап итә.
Һәйкәлдең ил һәм донъя өсөн тарихи, мәҙәни ҡиммәте нимәлә?
Василий Церетели: Һәйкәл - донъяның музей ҡиммәтендәге бөйөк мираҫы. Ул ҙур сәнғәт оҫталығы менән эшләнгән, хәрәкәте, пластикаһы башҡа һәйкәлдәрҙә юҡ. Беҙ уға ҡарап, Салауаттың алышҡа ынтылыуын күрәбеҙ. Был - бөтә Ер шары өсөн ҡиммәтле сағылыш. Шуға күрә, яңыһын ҡойоу түгел, ә тап ошо мираҫты, художество үҙенсәлеген, пластикаһын һаҡлап тергеҙеү мөһим. Һәйкәл Санкт-Петербургта урынлашҡан һәм Рәсәй Художестволар академияһына ҡараған "Монументскульптура" заводында ҡойолған. Реставрациялауҙа 60 йыл элек һәйкәлде ҡойған кешеләр ҙә ҡатнашасаҡ. Академия президиумы ағзаһы Геннадий Степанов завод директоры булған, ул һәйкәлде нисек ҡойғандарын хәтерләй. Реставрация бында, республика биләмәһендә, үтәсәк, һәйкәлде ситкә алып китмәйәсәктәр.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 23 - 29 май 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА