
Профессор Рим Янғужин башҡорт йәмғиәтенең юғары социаль ҡатламдары хаҡындағы бер мәҡәләһендә 1850 йылда башҡорттарҙан 590 дворян булған тигән һан килтерә. 1840 йылдарҙың урталарында 19 ғына башҡорт дворяны булып, дүрт-биш йыл эсендә (1850 йылда) был һандың 590-ға етеүе шик тыуҙыра. Беҙҙеңсә, 590 һанына башҡорт дворяндары ғына түгел, уның тархандары һаны ла ингәндер, моғайын. Ә бына ошонан һуң, 1851 йылдан 1865 йылға тиклем, йәғни ун биш йыл буйына бер генә башҡорт башлығы йәки затлы ғаиләһе дворян дәрәжәһе ала алмауы был шикте тағы көсәйтә. Йәғни Рәсәй хөкүмәте, уның губернаторҙары сит милләттән һәм икенсе дин вәкилдәренән дворянлыҡҡа кандидатураларҙы берәмтекләп кенә һайлап алыр булғандар. Рәсәй иле алдында күрһәткән ҙур хеҙмәттәре һәм аҡ батшаға тоғролоҡтары был һайланышта төп үлсәм (критерий) һаналған.
Рәсәйҙең башҡорттар хаҡындағы 1863 йылдың 14 май положениеһында ғына башҡорт дворяндары урыҫ дворяндары менән тиң хоҡуҡлыҡ законлаштырылған. Шәхси дворянлыҡ дәрәжәһен һәм хоҡуғын бөтә ғаиләгә, нәҫелдән нәҫелгә күсереү нығытылған. Шул йәһәттән ҡарағанда, 1897 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрендә Өфө губернаһында башҡорт ғаиләләре эсендә - 512 йән, Ырымбур губернаһында - 452 йән кеше дворян заты тип исемләнгән.
Ҙур түрә һәм хәлле башҡорт дворян ғаиләләре XIX быуатта, XX быуат башында затлы урыҫ дворяндары һәм эре помещиктары менән ярышырлыҡ күп ергә һәм мөлкәткә эйә булғандар. XIX быуат аҙағында башҡорт дворяндарынан Өфө губернаһында 303, Ырымбур губернаһында ла шунса эре хужалыҡ яҡшы билдәле. Бәләбәй өйәҙендә Солтановтар, Бөрө өйәҙендә Ҡотлобаевтар бик ҙур ерҙәр биләгән, ҙур байлыҡ, мөлкәттәргә хужа булған.
Нәҫелдән нәҫелгә күскән башҡорт тархандары һәм дворяндары династияһынан бик күп уҡымышлы кешеләр, дәүләт, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғәскәр башлыҡтары, ғалимдар, дин әһелдәре, сәнғәт, мәҙәниәт, мәғрифәт өлкәһендә етәксе, һәләтле шәхестәр сыҡҡан. Бығаса беҙ, ғалимдар, уларҙың нәҫел-нәсәптәрен юллап, затлы династия кешеләре икәнлеген асыҡлап ҡараманыҡ. Рухи мираҫыбыҙға, затлы нәҫелдәргә синфи күҙлектән ҡарау һәм шул нөктәнән инҡар итә килеү был эшкә ҡамасаулыҡ яһаны. Хәҙер беҙгә башҡорт тархандары, дворяндары династияларын ныҡлап өйрәнергә һәм уларҙың тыуған ил, туған халҡы алдындағы оло хеҙмәттәрен күрһәтергә бик ваҡыт.
Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ.
"Башҡорт халҡының рухи донъяһы" китабынан.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №21, 30 май – 5 июнь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|