
Үткән аҙна баштарында донъя кимәлендә әллә ни ҡыҙыу ваҡиғалар күҙәтелмәһә лә, осор аҙағына табан күңелһеҙ хәлдәр тағы ла Украина конфликты фажиғәләрен үҙ башынан үткәреүгә дусар ителгән, күпте күргән Курск менән Белгород өлкәләре тирәләй ҡуйырҙы.
Белгород өлкәһендә 31 майҙа Мәскәү ваҡыты менән 22 сәғәт 41 минутта һәм 1 июнгә ҡарай төндә Курск өлкәһендә бер-бер артлы күперҙәр шартлатылыу сәбәпле, Климов-Мәскәү пассажирҙар поезы менән Тросна-Калиновка йөк локомотивы ҡыйралып, емереклектәр аҫтында ҡалды. Һуңғыһында машинист һәм уның ике ярҙамсыһы йәрәхәттәр алһа, пассажирҙар поезы ҡорбандары байтаҡ: 7 кеше һәләк булып, 71-е, шул иҫәптән, йәше лә тулмаған сабый йәрәхәтләнгән. РФ Тәфтиш комитеты был шартлатыуҙарҙың террористик акт һөҙөмтәһе булыуын таныны һәм ошо айҡанлы енәйәт эше ҡуҙғатты. МК.RU сайты яҙып сығыуынса, Дәүләт Думаһы депутаты, Һамар университеты профессоры Михаил Матвеев фекеренсә, украин террористарының диверсияһы Зеленский һәм уның Европа спонсорҙары етәкләгән "һуғыш партияһы" менән бәйле. Профессор Матвеев кисекмәҫтән Зеленскийҙы туҡтатыу кәрәклеге, юғиһә, илде "теракттар серияһы" баҫып алыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртә. Ул шулай уҡ был акттарҙың Рәсәй-Украина тыныс һөйләшеүҙәре алдынан (2 июнь) ҡылыныуын ике ил араһындағы диалогты өҙөргә маташыу тип тә баһаланы.
Ысынлап та, Украина Ҡораллы көстәренең бөтөн сиктәрҙе ашатлап, уғата аяуһыҙ ҡыланыуы тап ошоно раҫлай һәм Рәсәй яғын провокацияға этәрергә маташыуы хаҡында һөйләй түгелме? Әсирлеккә төшкән украин боевигы һөйләүенсә, Украина Ҡораллы көстәре командалығы тыныс граждандарҙан үс алырға тырыша: ҡоралһыҙ халыҡҡа ҡаршы көрәш - ул фәҡәт ҡурҡаҡтар, көсһөҙҙәр һәм фашизм идеологияһы менән ағыуланған әҙәм аҡтыҡтарының ҡылығы. Әсир һалдат Украина боевиктарының Часов Ярҙан арыраҡ, хәүефһеҙ урынға эвакуацияланыу ниәтендә ҡулдарына аҡ флаг тотоп сыҡҡан тыныс халыҡты аяуһыҙ утҡа тотоп ҡырыуҙары хаҡында һөйләгән. Ә инде осраҡлы килеп юлыҡҡан айырым кешеләрҙе атып китеү улар өсөн бер ни түгел, ти боевик. РФ Ҡораллы көстәре яугирҙары, билдәле, бындай баш-баштаҡлыҡтарҙы тыныс күҙәтеп тора алмай: 1 июндә Киев тарафтарында тәүлегенә дүрт тапҡыр, шулай уҡ Киев ҡарамағындағы Запорожьела көслө шартлауҙар яңғыраған. Ҡалаларҙа һауа тревогаһы иғлан ителгән.
Рәсәйҙең БМО-лағы даими вәкиле урынбаҫары Дмитрий Полянский белдереүенсә, Украина теләһә ниндәй юлдар менән АҠШ президенты Дональд Трампты, Рәсәй тыныслыҡ теләмәй, тип ышандырырға маташа. Уның самаһыҙ шашыныуҙары хатта ки үҙенекеләрҙең дә һарыуын ҡайната, буғай. Киев мэры, донъяға билдәле боксер Виталий Кличко Зеленскийҙы авторитаризм көсө менән власты ҡулында тотоп ҡалырға маташыуҙа ғәйепләне. Был хаҡта Times гәзите лә яҙып сыҡты. "Был демократия принциптарын һәм институтын хәрби хәрәкәттәр шаршауы артында юҡҡа сығарырға маташыу, - тип белдергән Кличко әлеге баҫма хәбәрсеһенә.- Бер ваҡыт мин, илдә авторитаризм еҫе аңҡый, тип әйткәйнем. Әле иһә ул "һаҫый башланы". Зеленскийға минән ҡотолорға боксерлыҡ карьерам арҡаһында билдәлелегем генә ҡамасаулай, тип тә өҫтәгән Киев мэры. Сәйәси эксперт, Норвегия университеты профессоры Гленн Дизель үҙенең социаль селтәрендә яҙып сығыуынса, Виталий Кличконың белдереүе Украинаға сәйәси бүленеү менән янай һәм Зеленскийҙың власть ресурстары көсһөҙлөгө хаҡында һөйләй, ти. Рәсәй - Украина тыныс һөйләшеүҙәре иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, Украина Рәсәй территорияһына үлемесле дрондар осороуын дауам итә. Улар хатта Мурманск һәм Себер төбәге Иркутск өлкәләренә килеп еткән. Дрондар бер үк сценарий буйынса - йөк машиналарынан (фураларҙан) осоролған. Шундай уҡ фура Амур өлкәһендә лә йөрөгән. Уларҙың бер нисә водителе тотолған.
Рәсәй - Украина һөйләшеүҙәре алдынан Киев Мәскәүгә утты туҡтатыу хаҡында украин һәм инглиз телдәрендә яҙылған меморандумын ебәргәйне. Украина яғы 30 көнгә утты тулыһынса туҡтатыу, хәүефһеҙлек гарантияһы һәм Евросоюз менән НАТО составына инеү хоҡуғы хаҡында һүҙ алып барһа, Мәскәү иһә конфликттың төп сәбәптәрен бөтөрөүҙе маҡсат итеп ҡуя. Беҙҙең ниәт - Киевты үҙ теләге менән Махсус хәрби операцияның бөтөн маҡсаттарын үтәүгә ризалаштырыу һәм кешеләр ғүмерен һаҡлап ҡалыу. 2 июндә ике яҡ һөйләшеүҙәре булып үтте, ул ни бары бер сәғәт тирәһе барҙы. Был юлы яҡтар әсирҙәр менән алмашыуҙың яңы этабы хаҡында ғына түгел, утты ваҡытлыса туҡтатыу тураһында ла һөйләште. Рәсәй делегацияһы етәксеһе Владимир Мединский белдереүенсә, ике яҡтан да меңәрләгән ауыр яраланған, сирле әсирҙәр һәм йәш һалдаттар алмаштырыласаҡ. Артабан Рәсәй вәкиллеге фронт һыҙығының айырым биләмәләрендә һәләк булғандарҙың кәүҙәләрен йыйып алыу өсөн ике-өс көнгә хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатырға тәҡдим итте, сөнки эҫе һауа шарттарында эпидемия таралыу ихтималлығы бар. Һөҙөмтәлә 6 меңләп Украина Ҡораллы көстәре һуғышсылары кәүҙәһе Украинаға тапшырыласаҡ. Һуғыш уты эсенән ҡотҡарылған Рәсәйҙәге украин балаларын ҡайтарыу хаҡында ла һүҙ барҙы.
Һөйләшеүҙәр барышында Украина яғы конфликтты көйләү буйынса Рәсәй меморандумын ҡабул итеп алды. Унда Рәсәй яғы утты туҡтатыуҙың төп шарттары хаҡында белдерә: Донецк һәм Луганск республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләренән украин хәрби көстәрен сығарыу, Киевҡа сит илдәр ярҙамын, мобилизацияны һәм Рәсәй менән уның тыныс халҡына ҡаршы диверсиялар һәм емергес эшмәкәрлекте, илдә нацизм һәм неонацизмды пропагандалау һәм данлауҙы туҡтатыу һәм башҡалар хаҡында һүҙ бара. Бынан тыш, Украинала хәрби хәл режимын туҡтатырға һәм властар тарафынан президент менән Верховный рада депутаттарын һайлау көнөн билдәләргә, тиелә документта. Әйткәндәй, Украина президенты офисы башлығы Андрей Ермак был документ менән танышҡас, Рәсәйгә ҡаршы яңы санкциялар иғлан итергә саҡырған. Һөйләшеүҙәр барышында ҡатнашҡан Төркиә оборона министры Хакан Фидан фекеренсә, ике яҡлы осрашыу эшлекле шарттарҙа үткән. Өсөнсө осрашыу ай аҙаҡтарына планлаштырыла, сөнки тыныс килешеүгә өлгәшеү хаҡында һөйләшеүҙәр - оҙайлы процесс. Яҡтар ике илдең лидерҙары кимәлендә осрашыуҙы әҙерләргә лә ҡарар иткән.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 6 - 12 июнь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА